- Рауил Бикбаевтың милли батырыбыҙ тураһында яҙған әҫәрҙәре менән ташышыу;
- Шиғырҙарының идея – тематик йөкмәткеһен асыу;
- Шағир ижадында Салауат образының әһәмиәтен билдәләү.
Вложение | Размер |
---|---|
Р. Бикбаев. Эҙләнеү эше | 34.63 КБ |
Презентация. Р. Бикбаев ижадында Салауат Юлаев образы | 1.48 МБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Салауат районы муниципаль районы Янғантау ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Рауил Бикбаев ижадында
Салауат Юлаев образы
Тема: Рауил Бикбаев ижадында Салауат Юлаев образы
Маҡсат:
- Рауил Бикбаевтың милли батырыбыҙ тураһында яҙған әҫәрҙәре менән ташышыу;
- Шиғырҙарының идея – тематик йөкмәткеһен асыу;
- Шағир ижадында Салауат образының әһәмиәтен билдәләү.
Бурыстар:
- Башҡортостандың халыҡ шағирҙы ижадын өйрәнеү;
- Салауат Юлаев тураһында шиғырҙарының эстәлеге менән танышыу һәм идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау:
- Батырҙың рухи көсөнөң сығанағы тыуған төйәге икәнен иҫбатлау.
Актуаллеге: -Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа рухи көс биреүсе тыуған ере; -Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк шәхесебеҙ Рауил Бикбаевтың ошо рухи көс-ҡеүәт биргән ерҙәрҙең серен эҙләүе һәм тасуирлауы.
Рауил Төхфәт улы Бикбаев –Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт , Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр , Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, әҙәбиәт белгесе. Ул Ырымбур өлкәһе Туҡсоран буйында урынлашҡан Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән.
...Туҡсораным, күпме юл ураным,
Һағыныуым һиңә осора.
Алыҫтарҙан тының тартып ала,
Тыуған ерем, ғәзиз Туҡсоран,-
тип яҙа «Туҡсоран» шиғырында. Нәҫелдәрендә күренекле шәхестәр күп була. «Ете быуыным» шиғырында:
...Алға баҫа ете быуыным...
Төхфәт –
Шәрәфи –
Мөхәмәтша –
Хәсән –
Ҡотлоәхмәт –
Бикбай –
Аҫылгәрәй, –
тип ата-бабаларын һанап китә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы бөтөр саҡта ғына – 1945 йылдың майында - һәләк була. Тормош ауырлығын әсәһе бер үҙе тарта. Сәсән телле Мәүлитбикә өләсәһенең һәм әсәһе Рәҡиә Латип ҡыҙының уның шағир булып китеүендә роле бик ҙур. «Мине кеше итеп аяҡҡа баҫтырған, кешелек сифаттарын зиһенемә һеңдергән, тормошта үҙ урынымды табырға, маҡсатҡа ынтылырға өйрәткәне - әсәйем», - ти ул. Ауылда 7 класты уңышлы тамамлап, Аҡбулаҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты булып китә. Ошонда уҡығанда ныҡлап ижади эшкә тотона, үҙе лә рухи яҡтан үҫешә, күп уҡый. Артабан ул аспирантура тамамлай, филология фәндәре кандидаты, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ун алты йыл – 1995 – 2001 йылдарҙа - Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе була. Бөгөнгө көндә ул тиҫтәнән ашыу шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары авторы. Уның ижадында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев – төп темаларҙың береһе. Эҙләнеү эшемдә ошо шиғырҙарҙы өйрәнеп, уларҙың идея- тематик йөкмәткеһен асыу маҡсатын ҡуйҙым. Рауил Бикбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһағанда башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре араһынан Р. Фәхретдинов, М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Биксурин, Д. Юлтый, Ш. Бабич, Ә. Вәлиди, Салауат Юлаев исемдәрен атаны. Ул милли батырыбыҙҙың рухи көсөнөң сығанаҡтарын аңлау өсөн Салауат эскән һыуҙарҙы эсеп, һулаған һауаһын һулап, йөрөгән һуҡмаҡтарҙан күп тапҡырҙар үтә. Батыр тыуған Тәкәй ауылы ике йылға ҡушылдырығында- Сәскәтөбәктә һыйынып ултырған булған. Был иҫ киткес гузәл ер уны батыр, сәсән, яугир итеп тәрбиәләуҙә мөһим роль уйнаған.
Берәү генә Салауаттың
Тәүге өнөн тәү белгән ер,
Берәү генә Салауаттың
Сәңгелдәге бәүелгән ер.
«Сәскәтөбәк»
Районыбыҙҙа батыр исемен йөрөткән географик атамалар, тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Шуларҙың бөтә халыҡ өсөн изге Мәккә һымаҡ булып үҙенә тартып торғаны Иҙрис ауылы янындағы мәмерйә. Ошо ҡая таштарға ҡарап, Салауатты беҙ мөһабәт, ғорур, ҡыйыу итеп күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ысынлап та, бер ҡая Салауат образын хәтерләтә. Күктәргә олғашҡан, ирек һөйөүсе сал бөркөттәргә төйәк булған мәғрур ҡая таштарға һоҡланып шағир «Мәмерйә» исемле шиғырында былай тип яҙа:
Салауатты телгә алған саҡта
Нур ингәндәй ҡыуыш эсенә.
Уралымда күпме мәмерйәгә
Ҡушҡан халҡым батыр исемен.
Шағир Салауаттың бөтә уй – хыялдарын, теләктәрен, иң фажиғәле көндәрен үҙ йөрәге аша үткәрә. «Яралы Салауаттың яуҙан ҡайтҡандағы уйҙары» шиғырында ҡанлы ҡулдары менән аҡбуҙының теҙгененә тотоноп яуҙан ҡайтып килгән яугирҙы күрәбеҙ. Уның күҙ алдына берсә һөйгән Әминәһе, берсә ғәзиз йәйләүе, берсә тыуған ҡырҙары килеп баҫа. Зиһене берсә томалана, берсә асыла һәм күҙ алдына яндырылған ауылдар килеп баҫа ла яраларына тоҙ булып һибелгәндәй була:
Ниңә әле был төн бигерәк оҙон,
Ниңә атмай был таң һыҙылып?
Яндырылған ауылдарҙың көлө
Яраларға һибелә тоҙ булып.
«... Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ!» шиғыры Салауат Юлаев менән атаһы Юлай Аҙналиндың Ҡатау заводы эшселәренә 1774 йылдың 10 сентябрендә яҙған хаты нигеҙендә яҙылған. Был хатта улар эшселәргә үҙҙәренең ерҙәрен, халҡының иркен яҡлауҙары тураһында белдерә.
Шатлыҡ уйнай, ҡанат ҡағып ҡоштай –
Уйыбыҙҙа яуызлыҡ юҡ.
Ваҡланмабыҙ юҡҡа! – тигән юлдар ошо изге ниәтте күрәбеҙ.
Беҙ ике быуаттан аша ваҡыт үтеүгә Салауаттың ҡылысы тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу тарихын һәйбәт беләбеҙ. Салауаттың ҡылысы үткер, затлы булған. Батыр үҙе һатлыҡ йәндәр арҡаһында тотҡонлоҡҡа эләгеп зинданға ябылғас, ҡылысы ҡайҙарға юлыҡҡан һуң? 1928 йылда Башҡорт илен ҡыҙырып йөрөгән тарихсы, әҙип, элекке Өфө губернаһының земство башлығы Сергей Рудольфович Минцлов хәҙерге Ғафури районының Ҡормантау ауылында туҡтала. Моғайын, ҡылысты ауыл кешеләренән шунда алғандыр. Профессор ҡылысты Латвиялағы Хәрби музейға тапшыра. Аҙаҡ ул шунда һаҡлана, ә 1986 йылда был ҡомартҡыны Латвия хөкүмәте Башҡортостанға ҡайтарған. Бөгөнгө көндә ул Малаяҙҙа музейҙа иң ҡәҙерле экспонаттарҙың береһе.
Ҡулға алдым Салауаттың ҡылысын,
Тутыҡмаған уның ҡоросо.
Ялтлаған ул күпме йәшен булып,
Даулап илдең бәхет – ырыҫын.
Был ҡоросҡа уйып, кемдең ҡулы
Аманаттар итеп эҙ һалған?
Улының ҡулына ҡылысы күсмәһә лә,
Телдән телгә күсер һүҙ ҡалған.
«Салауат ҡылысы»
«Салауаттың саңғы эҙҙәре» шиғырында батырға хыянат итеүҙәре, уны эҙәрлекләүҙәре һәм ҡулға алыуҙары фажиғәле тасуирлана. Шағир тауҙарҙа йөрөгәндә күргән саңғы эҙҙәре бынан ике быуаттан ашыу булған ваҡиғаларға алып китә. Ни өсөн тигәндә һәр һуҡмаҡ, һәр ҡая таш батыр эҙҙәрен хәтерләй һәм һаҡлай. Ошо эҙҙәрҙән шағир ҡат – ҡат үтә, һауаһын һулай, шишмәләрҙән һыу эсә. Уның күҙ алдына яңынан йәйләү, усаҡ янында һөйгәнен көткән Әминә, хозур тәбиғәт күренештәре, өйөр – өйөр йылҡылар килеп баҫа. Кинәт шағир һиҫкәнеп китә, алыҫтан, ҡаялар төпкөлөнән тауыш ишетелә һәм ул тауыш шаңдау булып ҡаянан – ҡаяға һуғылып,һәр бер үлән бөртөгөндә ҡабатлана: Тауҙан тауға ҡағылып, шаңдау ҡайтты, Яңғыраны: -Һаумы, Салауат! Ҡабатланы үлән шыбырҙап: -Һаумы, Салауат! «Һаумы, Салауат!»
Халыҡ шағиры милли батырыбыҙ образын үҙенең бик күп шиғырҙарында сағылдыра: беҙҙең күҙ алдынан Салауаттың тыуған ерҙәре, йөрөгән һуҡмаҡтары,ғаиләһе, яу юлдары, аяныс яҙмышы үтә. Рауил Бикбаев уның тормошон ғына сағылдырмай, ә рухи көсөнөң асылын эҙләй һәм үҙенең һорауына үҙе яуап таба: батырҙы батыр итеп тәрбиәләгән ер, уға рухи көсө биргән ер – тыуған төйәге! Рауил Төхфәт улы Салауат ерҙәренә килгәндә беҙҙең мәктәп уҡыусылары менән дә осрашып шиғырҙарын уҡыны, башҡорт телен һаҡлау, экологик мәсьәләләр тураһында ла әсенеп һөйләне. Мин ошондай бөйөк шәхес менән осрашып, уның шиғырҙарын тыңлауыма сикһеҙ шатмын.
Минең эҙләнеү эшемдең маҡсаты, алда әйтеп китеүем сә, Рауил Бикбаев поэзияһында Салауат Юлаев образының сағылыуын асыҡлау ине. Шулай итеп, уның шиғырҙарын уҡып тикшерҙем. Киләсәктә эшемде дауам итеп, уларҙың поэтик үҙенсәлеген асырға ниәтләйем. Был эшемдә алған маҡсатыма ирештем тип уйлайым.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Башҡортостан энциклопедияһы, Өфө, 2000
2.Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте, Өфө,2003
3.Рауил Бикбаев. Ҡош юлы, Өфө, 1963
4.Рауил Бикбаев. Һөйөнсө, Өфө, 1979
5.Рауил Бикбаев. Ерем балҡышы, Өфө, 1982
6.Рауил Бикбаев. Шағир һүҙе- шағир намыҫы, Өфө, 1997
7. Рауил Бикбаев. Ай күргәндәй, ҡояш алғандай, Өфө, 1998
8. Рауил Бикбаев. “Сәскәтөбәк “ циклы:
-Берәү генә Салауаттың...
-Ҡурай һәм ҡауырһын
-Мәмерйә
-Һаумы, Салауат!
-Салауаттың саңғы эҙҙәре
-Салауаттың эҙҙәренән...
-Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ!
-Үҙән буйында үлгән ҡоҙғон
-Салауат ҡылысы
-Яралы Салауаттың яуҙан ҡайтҡандағы уйҙары
Слайд 1
Тойғонова Алһыу Янғантау урта мәктәбе Салауат районыСлайд 2
Тема: « Рауил Бикбаев ижадында Салауат Юлаев образы»
Слайд 3
- Рауил Бикбаевтың милли батырыбыҙ тураһында яҙған әҫәрҙәре менән ташышыу; - Шиғырҙарының идея – тематик йөкмәткеһен асыу; - Шағир ижадында Салауат образының әһәмиәтен билдәләү. Маҡсат:
Слайд 4
- Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа рухи көс биреүсе тыуған ере; -Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк шәхесебеҙ Рауил Бикбаевтың ошо рухи көс-ҡеүәт биргән ерҙәрҙең серен эҙләүе һәм тасуирлауы. Актуаллелек :
Слайд 5
Рауил Төхвәт улы Бикбаев
Слайд 14
“ Сәскәтөбәк “ циклы : - Берәү генә Салауаттың ... - Ҡурай һәм ҡауырһын - Мәмерйә - Һаумы , Салауат ! - Салауаттың саңғы эҙҙәре - Салауаттың эҙҙәренән ... - Күңелебеҙҙә уҫаллыҡ юҡ ! Х Х Х - Үҙән буйында үлгән ҡоҙғон - Салауат ҡылысы - Яралы Салауаттың яуҙан ҡайтҡандағы уйҙары Рауил Бикбаев Салауат Юлаев тураһында шиғырҙар
Слайд 15
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт
10 зимних мастер-классов для детей по рисованию
Растрёпанный воробей
Снеговик
Мальчик и колокольчики ландышей
Муравьиная кухня