Литературно-музыкальная композиция, посвященная 95-летию народного поэта М.Карима «Птиц выпускаю»
Вложение | Размер |
---|---|
mustay_karim.docx | 22.5 КБ |
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
ЗАТО Межгорье СОШ №1 РБ
Мухарямова Минзиля Мусалямовна, учитель башкирского языка
Тема : Литературно-музыкальная композиция, посвященная 95-летию народного поэта М.Карима «Птиц выпускаю»
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы ябыҡ административ территориаль берекмәһе Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһы 1-се урта мәктәбе
Мөхәрәмова Миңзилә Мөсәләм ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыһы
Халыҡ шағиры М.Кәримгә арналған әҙәби-музыкаль композиция «Күкрәгемдән ҡоштар осорам»
Маҡсат: халыҡ шағирының тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыу,шағир менән ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү,уҡыусыларҙа толерантлыҡ тәрбиәләү
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, презентациялар, китаптарынан күргәҙмә, викторина һорауҙары
Экранда шиғыр
Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам. М.Кәрим, 1970.
1-се алып барыусы. Хәйерле көн, уҡыусылар, уҡытыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар. Беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, аҡһаҡалы, ғорурлығы булған, драматург, яҙыусы, шағир Мостай Кәримдең ижадына арналған кисәгә йыйылдыҡ.
2-се алып барыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Ул атаһы кеүек йәштән эш һөйөргә, атта йөрөргә өйрәнә. Ул әсәһе ҡойған йомаҡтарҙы, һөйләгән әкиәттәрҙе тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итә.
1-се алып барыусы.
Айырылышыу минутында
Гел шулай тиһең миңә:
-Әйтә алмай ҡалдым һүҙемдең
Иң кәрәклеһен генә.
Йәшәлмәгән ғүмер бит ул-
Әйтелмәгән шул һүҙең,
Алдағы өмөт, яныуҙар
Мөхәббәтең һәм үҙең.
Мәңгегә оҙатҡанда ла
Һин әйтһәң ине миңә:
-Ҡалды шул, ҡалды һүҙемдең
Иң кәрәклеһе генә.
2-се алып барыусы. Шағирҙың шиғриәте тормош юлынан айырылғыһыҙ. Һәр кемдең үҙ бәхете: Мостай Кәримгә йәштән үк эштә лә, ялда ла гелән күңелле һәм шаян кешеләр араһында үҫергә насип була. Уларҙың ысын ҡатыш шуҡлыҡтарына, һүҙгә оҫталыҡтарына, аҡыл һәм хыял ҡеүәһенә һоҡланып бөтә алмай. Бына күңел ҡанаты –йыр. Ҡайҙа ғына йырламай улар йырҙы: эштә лә, кис ултырғанда ла, туйҙа ла. Ә йырҙарҙың ниндәйе генә юҡ! Шул йырҙарҙы Мостай Кәрим бала саҡтан тыңлап үҫә, серле моңдарына һуғарыла. Шундай моңло йырҙар ҡайҙан тыуа тигән һорауҙар тынғы бирмәй буласаҡ шағирға. Был һорауға яуапты Мрстай Кәрим һуңыраҡ таба. Йыр һәм поэзия шишмәһе ул ниндәйҙер бер тылысымлы тауҙа түгел,ул-халыҡ йөрәгендә. Иген иккән, баҡсалар ултыртҡан, ҡалалар төҙөгән халыҡ йөрәгендә.
Йыр “Йылғалар төнөн һөйләшә”. М.Кәрим һүҙҙәре, Ю Үҙәнбаев көйө.
Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас,
Йөрәктәр төнөн серләшә
Аяҡ тауышы тынғас.
Таң һыҙыла. Ә йылғалар…
Һаман ла сылтыр-сылтыр…
Күрәһең инде йыһандың
Ғашиҡ сәғәте шулдыр.
1-се алып барыусы.
Ә хәҙер халыҡ шағирының ижадына арналған викторина һорауҙарына яуап бирәйек.
1.М.Кәримдең драмаларын атап китегеҙ.
2.Мостай Кәрим Бөйөк Еңеүҙе ниндәй ҡалала ҡаршылай?
3.1938 йылда ниндәй китабы беренсе тапҡыр донъя күрә?
4.Шағир ниндәй премияларға лайыҡ була?
5. М.Кәримгә ниндәй шағир үҙенең шиғырын бағышлаған:
Мең ҡат уңдыҡ һинән. Әйтә быны
Һәр замандаш ауыҙ тултырып.
Үҙе бер ғүмерҙәй һинең менән
Бер һөйләшеү бергә ултырып.
Күрҙе донъя йырҙар йыһанында
Ниндәй бейек башҡорт осҡанын,
Шундай улы тыуып, уңды халҡым,
Уңды һинән Башҡортостаным.
6.М.Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем нисәнсе йылда бирелә?
7.М.Кәримдең ниндәй китаптары болгар, инглиз,венгер, ҡытай телдәрендә нәшер ителгән?
8. Илгизәр менән Нәфисә ниндәй поэма геройҙары?
9. “Ҡара һыуҙар” поэмаһының төп темаһын әйтегеҙ.
10.М.Кәримдең драмаларын атап китегеҙ.
(10 б класы уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса инсценировка)
2-се алып барыусы.М.Кәрим, нигеҙҙә, поэзия өлкәһендә ижад итеү менән бергә башҡа жанрҙарҙа уңышлы эшләгән маһир әҙип ул. Уның драма әҫәрҙәренән “Туй дауам итә”, “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тототлған төндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Диктаторға ат бирегеҙ!” кеүек пьесалары китап уҡыусылары араһында киң билдәле. Проза әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау”, “Ауыл адвокаттары” повестары мәктәп уҡыусыларының ғына түгел, оло быуын араһында ла популярлыҡ яулаған китаптар ул.
1-cе алып барыусы. Кисәбеҙҙе әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Рауил Бикбаевтың һүҙҙәре менән тамамлағы килә :“ Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар”
Ысынлап та М.Кәрим әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, аҡһаҡалы, милли ғорурлығы. Уның әҫәрҙәренең иһ яҡшы өлгөләре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә.
Снежный всадник
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"
Браво, Феликс!
Ласточка. Корейская народная сказка
Всему свой срок