Творчество башкирского писателя Рамиля Гарипова
Вложение | Размер |
---|---|
rami_garipov.pptx | 2.38 МБ |
Слайд 1
Рәми Ғариптовтың тормош юлы һәм ижады (1932 1977)Слайд 2
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә . Гөлмәрйәм апай һәм Йәғәфәр ағай Ғариповтар
Слайд 3
Рәми Ғарипов туғандары менән: әсәһе , ҡустылары Рауил, Урал һәм Һеңлеһе Мәршиҙә
Слайд 5
1946 йылда Өфөгә килеп , 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә . Фронтта аталары һәләк булған балалар өсөн асылған был мәктәптең интернатында тәрбиәләнә .
Слайд 6
Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса , 1950 йылда Мәскәүгә барып , М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә .
Слайд 8
Рәми Ғарипов 1955 йылдан «Совет Башҡортостаны » гәзитендә эшләй башлай . Унда әҙәби хеҙмәткәр һәм бүлек мөдире вазифаларын башҡара . Бер нисә йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм « Ағиҙел » журналы редакцияһында эшләп ала.
Слайд 9
Ауыр булыр һиңә минең менән… Тик булмаҫ һис һиңә күңелһеҙ : Һинең менән сабый ҙа булам, Таба ла беләм көлкө һүҙ…
Слайд 10
Шағирҙың ғаиләһе
Слайд 11
Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре — 1950 йылда “ Әҙәби Башҡортостан ” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры . Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “ Йүрүҙән ” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды .
Слайд 12
« Йүрүҙән » һәм « Таш сәскә » китаптары поэзиябыҙға ҙур әҙерлекле , үҙенә талапсан һәләтле шағирҙың килеүен хәбәр итте .
Слайд 13
Ул алтмышынсы йылдар башында тыуған яҡтарына эшкә ҡайтты . Был ҡайтыуын шағир үҙе « Йырҙарыма ҡайтам » тип атаны . Ҡайтам ! Ҡайтам ! Йырҙарыма ҡайтам ! Ҡалып тор һин , гүзәл баш ҡалам . Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә , Һин шауларһың минән башҡа ла !
Слайд 14
Рәми Ғариповтың « Һабантурғай йырҙары » (1964) һәм « Осоу » (1966) тигән китаптарына ингән шиғырҙары ауылда эшләү йылдарында яҙылған . Тормош ҡайҙа ла бар, ҡайҙа ла бер , Ҡайнап тора тормош ҡалала . Ләкин миңә ҡыҙыҡ — алғы һыҙыҡ , Ә ул һыҙыҡ бөгөн далала Мин тупраҡтан , ерҙән яралған , ерҙә тыуып үҫеп , ерҙә аунап , ерҙән йыйып йәнем йыр алған !
Слайд 15
Рәми Ғарипов халыҡ ижадының поэтик эпос традицияларына мөрәжәғәт итеп , бер нисә ҡобайыр һәм шиғри хикәйәт яҙҙы . «Урал йөрәге » Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан — тыуған илкәйем . Шул йөрәктең ҡан тамыры булып Күкһелләнә Ағиҙелкәйем . Уралҡайым , һинең һәр ташыңа Ҡанлы-данлы тарих яҙылған , Илен ҡурсып үлгән ирҙәреңә Күпме бында ҡәбер ҡаҙылған !..
Слайд 16
Илкәйенең хөр көндәрен даулап , Ирек , ырыҫ , Хаҡлыҡ хаҡына Сал быуаттар аша сапты , сапты , Сапты һаман ғәзиз халҡына . Йөҙөп сыҡты етмеш даръяларҙы , Ярып сыҡты етмеш тауҙарҙы , Ҡуй һарыҡтай турай-турай сапты Ҡаршы сыҡҡан етмеш яуҙарҙы ... Ҡаһым түрә утлы Париждарға Алғасҡыла бәреп кергәндә , Салауаттың һынын олатайҙар Еңеү тыуы итеп күргәндәр . « Салауат батыр» исемле шиғри хикәйәте
Слайд 17
Рәми Ғариповтың Тыуған иле, туған халҡы , туған теле, халыҡ тарихы һәм киләсәге тураһындағы «Урал йөрәге », « Салауат батыр» хикәйәттәре , « Уйҙарым », «Аманат» ҡобайырҙары халыҡса тапҡыр мәғәнәлектәре , эпик ҡоролоуҙары менән иғтибарҙы биләй , шағирҙың фольклор жанрҙарын ижади файҙаланыу оҫталығын күрһәтә .
Слайд 18
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл !.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә , Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене хурлап , Илем минең етем ителә . Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл !.. Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә , Мең туғыҙ йөҙ Ун Етене ҙурлап , Илем минең изге ителә . « Табыныу » Кеше ниндәйҙер бер шәхескә түгел , хеҙмәтсән ғәҙел кешегә , кешелеккә табынырға тейеш . « Табыныу » поэмаһының төп айышы шунда . Алла ла , батша ла , батыр ҙа — Азат итмәҫ бер кем беҙҙе , Бары үҙ ҡулыбыҙ менән беҙ Яуларбыҙ үҙ иркебеҙҙе .
Слайд 19
«Дон-Кихот» Күпме ерҙә ялған һәм яуызлыҡ , Күпме зиһен мәкер-хәйләле . Ә һин һаман хаҡ ҡылысың менән Ел-тирмәнгә ҡалдың бәйләнеп !.. Дуҫлыҡ төҫөн кейә дошманлыҡ , Һәләтлекте иҙә булдыҡһыҙлыҡ , Түрҙә йөрөй һаман ҡуштанлыҡ , Фәлсәфәлә фекер фәҡирлеге , Ысын тойғо суйын ҡалыпта . Эше лә юҡ ерҙә хакимдарҙың Ер тотҡаһы булған халыҡта . Быуаты исеменән шағир « һәр йөрәккә изге ут » яҡҡанда , хаҡлыҡ даулар Дон-Кихоттар булғанда бер саҡ донъяла хаҡлыҡ-ғәҙеллектәр тантана итәсәк , шунһыҙ мөмкин түгел — монологтың төп асылы ошонда .
Слайд 20
«Аманат» Һай , таш булма , таш булма , Аң ғына бул телеңә, Аң булмайса, туң булһаң, Бер имгәк һин илеңә, Бер түңгәк һин илеңә ! Шағир тел яҙмышын ил яҙмышы, халыҡтың ирке менән берлектә, кешенең иң төп таяныстары – ере, күге, уты, һыуы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай, ошо хәөтөҡы хәүефле уйҙарын башҡаларға еткерергә ынтыла. Ҡобайырҙың төп маҡсаты – вайымһыҙлыҡтан уятыу, тел яҙмышына битараф булмаҫҡа, уны ҡәҙерләргә, һаҡларға саҡырыу. Телең барҙа илең бар, Илең барҙа иркең бар, Иркең барҙа күркең бар, Ил биҙәргә дәртең бар, Ерең , күгең — икең бар, Утың , һыуың — дүртең бар.
Слайд 21
Башҡорт теле. Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын , Йыямын да - йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын . Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен : Бер телдән дә телем кәм түгел - Көслө лә ул , бай ҙа , яғымлы ла , Кәм күрер уны тик кәм күңел . Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле , Унан башҡа минең илем юҡ ; Илен h өймәҫ кенә телен h өймәҫ , Иле юҡтың ғына теле юҡ ! Әсәм теле миңә - сәсән теле , Унан башҡа минең халҡым юҡ , Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ ! Был шиғыры өсөн Рәми Ғариповты Яҙыусылар союзы ағзалығынан сығаралар
Слайд 22
Ул Пушкиндән , Лермомтовтан , Гейненан , Рудакиҙан , Ғүмәр Хәйямдан , Хетагуровтан , Абайҙан , Блоктан , Есениндан , Рәсүл Ғамзатовтан һ . б. һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте . Бынан тыш Иван Франконың , А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре , Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡ шиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты . Тәржемәләр Кеше булған кешелә Мең кешенең эше бар. Кеше булмаҫ кешелә Кешенең и эше бар ? Алишер Навои
Слайд 23
Ул уҡыған башҡорт мәктәп интернатына Рәми Ғарипов исеме бирелде.
Слайд 24
Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылда уның йорт – музейы асылды.
Слайд 25
1990 йылдың ноябрендә Рәми Ғарипов исемендәге премияһы булдырылған. Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары: Х.Назар, М.Бураҡаева, Г.Гиззәтуллина, З.Бураҡаева, 11 синыф уҡыусылары Э.Тулыбаева, Г.Ғәлимова
Слайд 26
Рәми Ғариповтың китаптары.
Почта
Пчёлки на разведках
Лесная сказка о том, как согреться холодной осенью
Сказка об осеннем ветре
Развешиваем детские рисунки дома