1. Инеш.
Тикшереү эшебеҙҙең актуаллеге:
Диалекттар һәм һөйләштәр һәр халыҡтың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығы иҫәпләнә. Башҡорт теленең диалекттарын, һөйләштәрен өйрәнеүгә арнау, халҡыбыҙҙың тел байлығын ғилми яҡтан өйрәнеү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Халыҡтың йәнле һөйләштәре – диалекттары хәҙерге башҡорт әҙәби теле менән тығыҙ бәйләнештә тора, артабан да үҫә, тәрәнәйә бара. Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты:
Әбәлил ерлегенә хас Ҡыҙыл һөйләше һәм уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү; диалект һүҙҙәрҙе яҙып алыу;
диалекттар тураһында әҙәбиәтте һәм интернет сығанаҡтарын тикшереү;
ерле һөйләшкә, халҡыбыҙҙың тел үҙенсәлектәренә хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:
Диалект һүҙҙәр - ул халыҡ теле, халыҡтың тарихи хәтере, уның мәңгелек рухи хазинаһы. Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Һәр бер диалект һаҡланырға тейеш.
Эҙләнеү эшенең методтары:
- Ҡыҙыл һөйләшен тикшереү;
- Ололар менән осрашып, диалект һүҙҙәрҙе яҙып алыу;
- Башҡорт диалекттары менән бәйле әҙәбиәт менән танышыу.
Эҙләнеү предметы: Көнсығыш диалект составындағы Ҡыҙыл һөйләше .
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә һут биреп, уны тулыландырып торһон. Милли әҙәби тел ошо телдә һөйләшеүсе бөтөн кешеләрҙе , телдең барлыҡ диалекттарын һәм һөйләштәрен берләштереү ролен үтәргә тейеш.
Вложение | Размер |
---|---|
bylil_erlegen_has_hoylshtr.docx | 33.16 КБ |
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрылығы
Әбйәлил районы муниципаль мәғариф бүлеге
Т.Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы
Башҡорт теленең диалекттары.
Әбйәлил ерлегенә хас һөйләштәр.
(ғилми - тикшеренеү эше)
Башҡарҙы: Дәүләткирәев Илназ Заһит улы,
4 а класс уҡыусыһы
Ғилми етәксеһе: башланғыс класс уҡытыусыһы Латипова Гүзәл Салауат ҡыҙы
Асҡар – 2016
Йөкмәткеһе:
1. Инеш.
2. Ҡыҙыл һөйләше һәм уның үҙенсәлектәре.
3. Һығымта.
Ҡушымта.
Ҡулланылған материал.
1. Инеш.
Тикшереү эшебеҙҙең актуаллеге:
Диалекттар һәм һөйләштәр һәр халыҡтың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығы иҫәпләнә. Башҡорт теленең диалекттарын, һөйләштәрен өйрәнеүгә арнау, халҡыбыҙҙың тел байлығын ғилми яҡтан өйрәнеү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Халыҡтың йәнле һөйләштәре – диалекттары хәҙерге башҡорт әҙәби теле менән тығыҙ бәйләнештә тора, артабан да үҫә, тәрәнәйә бара. Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты:
Әбәлил ерлегенә хас Ҡыҙыл һөйләше һәм уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү; диалект һүҙҙәрҙе яҙып алыу;
диалекттар тураһында әҙәбиәтте һәм интернет сығанаҡтарын тикшереү;
ерле һөйләшкә, халҡыбыҙҙың тел үҙенсәлектәренә хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:
Диалект һүҙҙәр - ул халыҡ теле, халыҡтың тарихи хәтере, уның мәңгелек рухи хазинаһы. Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Һәр бер диалект һаҡланырға тейеш.
Эҙләнеү эшенең методтары:
Эҙләнеү предметы: Көнсығыш диалект составындағы Ҡыҙыл һөйләше .
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә һут биреп, уны тулыландырып торһон. Милли әҙәби тел ошо телдә һөйләшеүсе бөтөн кешеләрҙе , телдең барлыҡ диалекттарын һәм һөйләштәрен берләштереү ролен үтәргә тейеш.
2. Ҡыҙыл һөйләше һәм уның үҙенсәлектәре.
Һәр бер үҫешкән телдең һөйләштәре, әҙәби формаһы булыуы тәбиғи хәл. Диалектология фәне тел белеменең айырым бер тармағы, ул билдәле бер телдең диалекттарын һәм һөйләштәрен, йәғни халыҡтың йәнле һөйләү телен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡорт теле диалектының үҫеүенә башҡа сит телдәр йоғонто яһай.
Шуға ла башҡорт теленең диалекттарын, һөйләштәрен өйрәнеүгә арнау, халҡыбыҙҙың тел байлығын ғилми яҡтан өйрәнеү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Хәҙерге башҡорт теле 3 диалекттан тора: көнсығыш, көньяҡ, төньяҡ-көнбайыш.
Көнсығыш диалектҡа Башҡортостандың Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Учалы, Әбйәлил райондары, Баймаҡ районының төньяғы, Белорет районының төньяғы һәм Силәбе, Ҡурған, Екатеринбург өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре ҡарай. Көнсығыш диалект Әй , Мейәс, Ҡыҙыл, Асыуҙы, Арғаяш , Һалйот һөйләштәренән һәм улар эсендәге һөйләшсәләрҙән тора.
Был майҙанда борон-борондан ҡатай, табын, әйле, көҙәй, ҡыуаҡан, күбәләк, тиләү, тамъян, ҡарағай-ҡыпсаҡ, һалйот, һеңрән һ. б. ырыу-ҡәбиләләргә ҡараған башҡорттар йәшәгән.
Ғилми эшемдең нигеҙе – Әбйәлил ерлегенә хас булған диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе ошо телдә һөйләшеүсе халыҡтың тарихына , мәҙәниәтенә, уларҙың үҙ-ара бәйләнешенә һәм теге йәки был төбәктә йәшәгән халыҡ теленә йоғонтоһон күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Һәр бер диалект һөйләштәрҙән тора. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектарҙа ошо халыҡ өсөн аңлайышлы ғына һүҙҙәр бар булыуы мөмкин.
Ҡыҙыл һөйләше һәм уның үҙенсәлектәре.
Һәр бер яҡтың тәбиғи үҙенсәлектәре бар, шулай уҡ төрлө ерҙә йәшәгән халыҡтың айырмаһы тышҡы ҡиәфәте менән йәки холоҡ үҙенсәлектәре менән айырылмай. Кешенең диалекты ҡайһы районында йәшәүенә ҡарап, уның һөйләш телмәренә ҡарап ҙур йоғонто яһай.
Ҡыҙыл һөйләшендә -лыҡ, -лы, -ла кеүек ялғауҙарҙың, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, т, д, ҙ өндәренә башланған дүртәр варианты барлыҡҡа килә: -лыҡ, (-тыҡ, -дыҡ, -ҙыҡ), -лы (-ты, -ды, -ҙы), -ла (-та, -да, -ҙа): сауҡалыҡ, таштыҡ, ҡомдоҡ, шырҙыҡ; балалы өй, башты кеше, талды урын, ҡыйҙы иген; атты дағала, тәмәкене ташта, ашты тәмдәп ҡара, кәбеҫтә тоҙҙаныҡ.
Фонетик үҙенсәлектәре.
1)Ялғауҙар: 1) п, т, с, ҫ, ш, к, ҡ, х өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң - т өнөнән башланалар: йәштек-йәшлек, аҡтау — аҡлау.
2) л, м, н, ң, з, ж өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — д өнөнән башланалар: йәндек — йәнлек, меңдәгән — меңләгән.
3) р, й, ҙ, у өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — ҙ өнөнән башланалар: йәйҙәү — йәйләү, йөҙҙәгән — йөҙләгән.
Морфологик үҙенсәлектәре. Атаҡас — тас атаһы, сипеш— шебеш, йыуыштым — йыуындым, туйынығыҙ — ашағыҙ.
Лексик үҙенсәлектәре. Ата-әсәгә, яҡын туғандарға өндәшкәндә –ай/- әй өндәренә бөткән һүҙҙәр –ый/ -ей формаһын алып , мөрәжәғәт төшөнсәһендә ҡулланыла: әсәй — әсей, ҡарттай — олатый, ҡартнәй — өләсей, ағай- ағый, апа- апый. Был һөйләштәрҙең төп тел үҙенсәлеген яһаусы һәм күплек ялғауҙарының дүрт төрлө тартынҡы өн менән башланыуы тәшкил итә. Мәҫәлән: һөрәндәү — әҙәби телдә һөрәнләү, йоҡтай - йоҡлай, аҡсарҙаҡ - аҡсарлаҡ, ярҙы – ярлы, баштау- башлау һ.б.
Һүҙ башында –а өнө тамаҡ төбө менөн әйтелә. –Ҡ өнө лә тамаҡ төбөндә яңғыратып әйтелә. Миҫалдар: ҡъара әле, ҡъар, ҡъашмау, иртәнсаҡ. Һуҙынҡы –а йәки –ә өнөнә бөткән хәл ҡылымдар менән мөмкинселекте белдергән –ал модаль ҡылымы алдынан һуҙынҡы араһына –й өҫтәлә ала: тора-й –алмайым – тора алмайым.
Ғаилә эсендә лә бер-береһенә өндәшкәндә – һы,-һе ялғауҙары ҡушыла: атаһы, әсәһе, апаһы. Мәҫәлән: Атаһы, ярҙам итеп ебәр әле.
Мин әйтәм- мәйтәм, -ин төшөп ҡалған ; аптыраҡ- аптырау, у ялғауы менән ҡ сиратлашҡан ; кәрәктеһен йыям- кәрәклеһен йыям, ярҙамсы ҡылым сифатҡа әйләнеп, кәрәк модаль –ле ялғауы ярҙамында яһала, әммә –ле ялғауы урынына -те килә.
Ҡапылдата- тиҙ генә, -дата ҡушыла. Шалда –шалла, шал- буяу, эштәй- эшләй, аңданыңмы- аңланыңмы, иҫтәнем- иҫләнем, шуттаным- шутланым (һананым) , шарттаны- шартланы.
Шулай уҡ, Әбйәлил һөйләштәрендә күп кенә предмет исемдәре башҡаса әйтелә. Мәҫәлән, сәйнүк - сәйгүн, ижау- сүмес, кәртүк- картуф, ҡомған- баҡырса.
Шул уҡ ваҡытта нигеҙҙә ҡыҙыл һөйләшенең үҙенә генә хас лексик ҡатлам да бар. Миҫалдар, айаҡ – ағас сеүәтә, алғыртеш – эстән икенсегә сыҡҡан теш, апа – ата-әсәнән оло ир кеше, ҡупым – маҡтансыҡ, ҡәрендәш – үҙеңдән кесе ҡатын-ҡыҙға өндәшеү, урындыҡ – һике.
Рус һүҙҙәренең йоғонтоһо.
Тикшереү һөҙөмтәһендә шуны әйтеп үтергә кәрәк, Әбйәлил ауылдары Магнитогорск ҡалаһына яҡын булғанға күрә, күп кенә рус һүҙҙәре халыҡтың һәйләштәрендә ҡулланыла. Мәҫәлән, бутый- ботинка, маркуф- морковь,әгүрсә- огурцы, шәшке – чашка, ыштан- штаны, калуш – калоши, гурут- город, кәлгүткә- колготки.
3. Һығымта .
Тикшереү барышында ошондай һығымталар яһалды: диалект шарттарында әҙәби телгә өйрәтеү – актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Ерле һөйләш һүҙҙәре беҙҙең телмәрҙә ныҡлы урын алған. Беҙ ҡаны һеңгән, әсәй һөтө менән индерелгән һөйләш һүҙҙәрен бер нисек тә йолҡоп ташлай алмайбыҙ. Бала әсә ҡарынында уҡ әсәһенең һөйләшеүен, үҙ диалектын ишетә, был һөйләш уның аңына һеңә бара, шул диалектта фекерләй башлай.Уны икенсе диалектҡа күсереү баланың аң –белеменә кире йоғонто яһауы ихтимал.
Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар.Һәр бер диалект һаҡланырға тейеш, әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк.
Шулай итеп, диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә һут биреп, уны тулыландырып торһон. Милли әҙәби тел ошо телдә һөйләшеүсе бөтөн кешеләрҙе , телдең барлыҡ диалекттарын һәм һөйләштәрен берләштереү ролен үтәргә тейеш.
Ҡушымта.
Ғилми тикшереү эшемдең һөҙөмтәһе - Әбйәлил ерлегенә хас
Ҡыҙыл һөйләшенең диалект һүҙҙәре.
А – Аҡсарҙаҡ, айыҡ, алғыртеш, атый, апа, ағый, ағайне, алаңғырт- үләне һирәк ер, аласыҡ, аташ – ҙур күҙле, алабарман, ауыр түләк, аҡман – тоҡман, аптыраҡ, алдыр.
Б - баҙ, бапаҡ – ҡурҡытыу һүҙе, баһыңҡы- баҫалҡы, баштыҡ – бәйләнгән баш кейеме, бер гөйө, бикәс, бөргәк, быжмыр, бысый, быйтыс, бимазалау.
З – зитҡа тейеү.
Й - йыйын, йәшкәҙәү- көн болотлап, ямғыр яуырға тороуы, йейәү, йетем.
К – киҙеү, кәртүк, кейәү үңәре, күҙәү, кәйелтмәк, касар бысаҡ, көләпәрә.
Ҡ - ҡауаҡ, ҡыҡай, ҡотоҡ, ҡомтой, ҡупым, ҡый-ғыпыр, ҡалма, ҡатыҡ, ҡарындаш, ҡайынһеңле.
Л – ләғер, ләпәк.
М- мунсала япрағы, миңерәү, мыжыҡ.
Н – ныҡашыу.
С- сарға, сәүек, серетке, сер яланғас.
Т- томоро, тәпәшәк, туңҡанбаш китеү, турғай еләге.
Ү – үтенискә, үкел инәй.
Ш - шаңғыртыу, шым тояҡ.
Э – эйеү.
Ө – өйкәү,өйөрөлмәк, өйөрөм,өлөкөгөн, өйәнәк.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Башҡорт диалектологияһы. – Өфө, 2003
2. Башҡортостан: Краткая энциклопедия. – Уфа, 1996.
3. Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. т. 3- Өфө, 1987
4. Дилмөхәмәтов М.И. (төҙ.) Башҡорт теленең диалекттар һүҙлеге.
5. Ишбулатов Н.Х. Башҡорт диалектологияһы. –Өфө, 1979-1980.
6. Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. Өфө, Китап, 2000? 212- се бит.
7. Филологик белем биреү һәм башҡорт филология фәненең теорияһы һәм практикаһы. Халыҡ-ара ғилми- ғәмәли конференцияһы материалдары / 4- се том. М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогоия университетының Башҡорт филология факультеты, Өфө-2013 й, 90-128 –се биттәр.
8.[ электронный ресурс]: Википедия на башкирском языке.http://ba.wikipedia.org/wiki
Анкета
участника конкурса научных проектов школьников
в рамках Малой академии наук школьников Абзелиловского района
Республики Башкортостан
им.Т.Кусимова» с.Аскарово.
должность учитель начальных классов.
место работы МОБУ «Гимназия им.Т.Кусимова»
ученое звание и степень нет
телефон 89093503087
Руководитель ОУО ______________________________________________
подпись
М.П.
расшифровка подписи
Дата «____» ____________ 2016
Дәүләткирәев Илназ Заһит улы, Т.Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһының 4а класс уҡыусыһы.
Етәксеһе: Латипова Г.С.
Тезистар.
Башҡорт теленең диалекттары. Әбйәлил ерлегенә хас һөйләштәр.
Тикшереү эшебеҙҙең актуаллеге:
Диалекттар һәм һөйләштәр һәр халыҡтың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығы иҫәпләнә. Башҡорт теленең диалекттарын, һөйләштәрен өйрәнеүгә арнау, халҡыбыҙҙың тел байлығын ғилми яҡтан өйрәнеү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Халыҡтың йәнле һөйләштәре – диалекттары хәҙерге башҡорт әҙәби теле менән тығыҙ бәйләнештә тора, артабан да үҫә, тәрәнәйә бара. Әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты:
Әбәлил ерлегенә хас Ҡыҙыл һөйләше һәм уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү; диалект һүҙҙәрҙе яҙып алыу; диалекттар тураһында әҙәбиәтте һәм интернет сығанаҡтарын тикшереү; ерле һөйләшкә, халҡыбыҙҙың тел үҙенсәлектәренә хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Гипотеза:
Диалект һүҙҙәр - ул халыҡ теле, халыҡтың тарихи хәтере, уның мәңгелек рухи хазинаһы. Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Һәр бер диалект һаҡланырға тейеш, әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк.
Эҙләнеү эшенең методтары:
Эҙләнеү предметы: Көнсығыш диалект составындағы Ҡыҙыл һөйләше. Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Һәр бер диалект һаҡланырға тейеш, әҙәби телде диалект һүҙҙәре менән байытырға кәрәк. Диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә һут биреп, уны тулыландырып торһон. Милли әҙәби тел ошо телдә һөйләшеүсе бөтөн кешеләрҙе , телдең барлыҡ диалекттарын һәм һөйләштәрен берләштереү ролен үтәргә тейеш.
Һығымта .
Диалект шарттарында әҙәби телгә өйрәтеү – актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Ерле һөйләш һүҙҙәре беҙҙең телмәрҙә ныҡлы урын алған. Бала әсә ҡарынында уҡ әсәһенең һөйләшеүен, үҙ диалектын ишетә, был һөйләш уның аңына һеңә бара, шул диалектта фекерләй башлай.Уны икенсе диалектҡа күсереү баланың аң –белеменә кире йоғонто яһауы ихтимал.
Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Шулай итеп, диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә һут биреп, уны тулыландырып торһон. Милли әҙәби тел ошо телдә һөйләшеүсе бөтөн кешеләрҙе , телдең барлыҡ диалекттарын һәм һөйләштәрен берләштереү ролен үтәргә тейеш.
Разноцветное дерево
Для чего нужна астрономия?
Акварельные гвоздики
Загадка старого пирата или водолазный колокол
Кто чем богат, тот тем и делится!