Вложение | Размер |
---|---|
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ. | 23.93 КБ |
Мин Республикам тураһында йырлайым.
Тема:
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ.
Бөрйән районы Исламбай филиалы
Аҫҡар урта белем биреү мәктәбенең 4 –се класс уҡыусыһы
Йортбағышева Айсулпандың иншаһы.
Уҡытыусыһы : Ғәлиуллина Раушания
Хайбрахман ҡыҙы
Исламбай 2013
Пою мою Республику.
Тема:
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ.
Юртбагишева Айсулпан ученица 4-го класса
Исламбаевского филиала МОБУ СОШ д Аскарово
МКУ отдел образования Администрации МР
Бурзянский район РБ
Учительница : Галиуллина Раушания Хайбрахмановна
Исламбай 2013
Тыуған яҡ! Тыуған ауылым! Бөрйән! Башҡортостан! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр. Башҡортостандың ҡайһы төбәгенә, тау-йылғаһына күҙ һалма улар берәй легенда, йә берәй тарихи хәл- ваҡиға тураһында һөйләй. Урмандары ғына ни тора!
Мин матур , бай тәбиғәтле Бөрйән районының Исламбай ауылында йәшәйем. Ауылымды тауҙар уратып алған. Ситтән ҡараһаң, көршәккә оҡшап тора, ти олатайым. 5 урам: ХәмитХәйбуллин, Шәүәли, Шәйек, Урман һәм Сыбай ялан. Һәр урамдың тарихы бар .
Х.Хәйбуллин урамы- һуғыш ветеранының исеме бирелгән.
Шәүәли урамы – бик көслө мулла булған борон ошо ауылда.
Шәйек урамы- йылға буйында урынлашҡан.
Урман урамы – урман ситендә.
Сыбай ялан – ялан уртаһында урынлашҡандар, һәр ваҡыт ел- бурандар көслө була был урамда.
Ә ауылыбыҙҙың да тарихы үҙенсәлекле. Бик борон заманда йәшәгән ти ике кеше: береһенең исеме Истамғол- ул бик бай булған. Ә икенсеһе Исламбай – ул ярлы ғына йәшәгән. Ауылға исем кәрәк булған. Бай үҙенең исемен яҙҙырғыһы килгән , ләкин ул уҡый-яҙа белмәгәс Исламбайға мөрәжәғәт иткән, ярай һинекен яҙырмын, тигән дә үҙенекен яҙған да ебәргән ти . Бына шунан башлап беҙҙең ауылдың исеме ҡалған да инде.
Ауылымда арҙаҡлы, маҡтауға лайыҡ кешеләр күп.Улар тыуған яғымды тағы ла нығыраҡ биҙәй, матурлай.
Күренекле күрәҙәсеһе лә булған: Шәүәли мулла. Уның күрәҙәлек итеүен, төрлө мөғжизәләрен халыҡ һаман да онотмай, иҫкә төшөрөп ала. Шәүәли мулла иҫтәлегенә бер урамға уның исемен бирҙеләр.
Ауылым уртаһында бәләкәй генә Шәйек йылғаһы аға.Оло инәйҙәр, бабайҙар һөйләүенсә, ул йылға элек тәрән һәм ҙур булған, хатта аттарҙы һыу индергәндәр.Шәйек йылғаһына бер нисә сылтыр-сылтыр ағып ятҡан шишмәләр ҡушыла, шуға ла уның һыуы һыуыҡ. Ләкин беҙ, бала-саға, йылғаның һыуы һыуыҡ тип тормайбыҙ, йәй буйы рәхәтләнеп һыу инәбеҙ.Шәйек йылғаһында бәрҙе балығын тоторға була. Был балыҡ тик таҙа һыуҙа ғына йәшәй.
Ауыл эргәһендә генә Бажай тауы. Унда бөтә төр үҫемлектәр һәм ағастар үҫә. Яҙ килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, сөнки Бажай тауында ҡымыҙлыҡ күп. Ҡымыҙлыҡҡа иптәштәр менән барып туйғансы ашап, йыйып алып ҡайтабыҙ. Ул беҙҙең өсөн тыуған яҡтың иң беренсе витамины.
Шулай уҡ ауылға яҡын Мортас күле бар. Ул күлгә барһаң бер яҡтан матур, икенсе яҡтан әҙерәк ҡурҡыныс та. Әйтерһең дә, аждаһалар йәшәгән бер әкиәт донъяһына барып инәһең.
Һәр кем үҙенең тыуған илен иң матуры, тип һанай. Минең дә тыуған ерем Башҡортостандың иң хозур, бай тәбиғәтле Урал тауы итәгендә урынлашҡан. Ә урманына инһәң инде! Үҙеңде әкиәт донъяһына килеп ингән кеүек тояһың. Ниндәй генә ағас үҫмәй: зифа ҡайындары, олпат ҡарағайҙары, ныҡ имәндәре, ҡупшы йүкәләре, шыбыр –шыбыр һөйләшеп ултырған уҫаҡтары, һыу буйын йәмләп ултырған ерек- талдары. Яҙғылыҡ хуш еҫ таратып, бөтә ауылға йәм биреп ултырған муйылдары, йәй-көҙ айҙарында телеңде йоторлоҡ емеш-еләктәрен йыйып кинәнәһең: ер еләге,шартый, ҡурай еләге, көртмәле, балан, мышар, әлморон. Тағы ла көҙ бәшмәккә мул минең тыуған яғым. Бына шулай урман эсенән генә күпме уңыш йыйып ҡышҡа әҙерләнәһең. Ә файҙалы дарыу үләндәрен дөрөҫ файҙалана белһәң, ауырымаҫһың. Күңелде тулҡынландырып торған сут-сут һайраған ҡоштары, төндәрен ҡысҡырған саҡ менән суҡ тыуған яғыма тағы ла матурлыҡ өҫтәй. Урманы төрлө йәнлектәргә лә бай: айыу,бүре, ҡуян, тейен...
Һәр миҙгел тыуған яғымды төрлө төҫкә буяй: йәй – йәшеллеккә, муллыҡҡа, көҙ – һары алтынға, мөғжизәгә,уңышҡа, ҡыш – аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа, тыныслыҡҡа, ә яҙ инде тыуған яғымды уята, бөтә донъяны терелтә, һулыш бирә.
Тәбиғәтебеҙ ҙә бай, ләкин һаҡлар кәрәк.Беҙгә, киләсәк быуынға, матур килеш һаҡлау өсөн үҙебеҙҙең теләк тә, тырышлыҡ та талап ителә. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Киләсәк- беҙҙең ҡулда бит.
Шул хәтлем бай, матур тәбиғәтле тыуған яғым менән ғорурланам һәм ҡыуанам.Ниндәй алтын тауҙар вәғәҙә итһәләр ҙә йәшел сиҙәмдә аунап, Шәйек йылғаһында балыҡтай йөҙөп, урманда емеш-еләк йыйып үҫкән еремде бер нәмәгә лә алыштыраһым юҡ.
Минеңсә, тыуған яғымдың һәр бер тауы, йылғаһы, хатта ташы ла бик күп тарихты һаҡлай. Ошо ерҙә ҡасандыр ата-олатайҙар беҙҙең һымаҡ бала ғына булып йүгереп , уйнап йөрөгәндер, үҫеп буй еткергәндәр, донъя көткәндәр, ситкә китһәләр тыуған яғым, тип ҡанатланып- талпынып ҡайтыр булғандар. Мин дә саҡ ҡына тыуған ауылымдан айырылып ситтә йөрөп ҡайтһам да ныҡ һағынып ҡайтам. Бигерәк тә атай- әсәйемде, ҡустым Ирханды, туғандарымды. Ҡайҙа ғына йөрөһәмдә тыуған ауылымды һағынырмын, ул да бит әсәй кеүек берәү генә. Ысынлап та, тыуған илем - алтын бишегем.
Иншамды үҙем яҙған шиғыр менән тамамлайым.
Республикам Башҡортостан,
Ул бөтөн яҡтан да дан.
Минең төйәгем башлана
Ғәзиз ауылым – Исламбайҙан.
Тыуған яғым тәбиғәтенә
Бигерәк ныҡ һоҡланам.
Башҡортостан сәскә атһын,
Ә мин белемгә ынтылам.
Өфөләрҙә уҡырмын,
Үҫкәс табип булырмын.
Атай, әсәй, кескәйҙәрҙе
Тырышып дауалармын.
Несчастный Андрей
Золотой циркуль
Рыжие листья
ГЛАВА ТРЕТЬЯ, в которой Пух и Пятачок отправились на охоту и чуть-чуть не поймали Буку
Как нарисовать портрет?