Республика көндәренә арналған муниципаль конкурс
Вложение | Размер |
---|---|
dan_yyrlayym_hin_bashkortostan.docx | 18.04 КБ |
Дан йырлайым һиңә, Башҡортостан!
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?
Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ерем! Был һүҙҙәрҙе тыуған илен, тыуған төйәген яратҡан ғына кеше әйтә алалыр. Ә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ кеүек ерҙе яратмай буламы һуң? Бейек-бейек тауҙар,икһеҙ-сикһеҙ болондар, сылтырап аҡҡан йылғалар...
Башҡортостаным! Кемдәр генә һинең матурлығыңа һоҡланмаған да, кемдәр генә һиңә дан йырламаған?!
Башҡортостан...Ошо яғымлы, йөрәккә яҡын һүҙҙе әйтеү менән ҡолаҡ төбөндә сихри ҡурай моңо, сал бөркөт саңҡылдауы, ат тояҡтары тауыштары ишетелгәндәй була.
Борон ата-бабаларыбыҙ Ер шарының иҫ киткес матур урынын һайлап алып, төбәкләнеп ҡалған. Бының өсөн беҙ уларға рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең ата-бабалар яуға сығып, үҙ-үҙҙәрен аямай иле, теле өсөн көрәшкән. Илем тип янып йәшәгән! Яуға сыҡҡанда ла, башҡорт ҡурайын һуҙған, сихри ҡурай моңо көс, дәрт биргән.
Ер шарының картаһында Башҡортостаныбыҙ бер япраҡ саҡлы ғына булһа ла, беҙҙең йөрәк түрендә ул иң гүзәл, күркәм, матур тәбиғәтле, бай тарихлы ҙур республика.
Мин ошо Башҡортостан республикаһында тыуыуыма сикһеҙ ғорурланам. Бәхет бит был: ерем, илем, телем бар. Беҙ,йәш быуын, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ! Тел үлһә, ил үлә. Матур башҡорт телендә һөйләшәйек! Киләсәктә республикама аяҙ күк йөҙө, тыныс тормош теләйем! Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан!
МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА села ИЛЬЧИНО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА УЧАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Илсе урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы
Әхмәдйәнова Русалинаның
конкурсҡа иншаһы
«Дан йырлайым, һиңә Башҡортостан!»
Уҡытыусыһы: Фәттәхова Әлфиә Рим ҡыҙы
Весенняя сказка
Разноцветное дерево
Новогодняя задача на смекалку. Что подарил Дед Мороз?
Лиса-охотница
Как нарисовать осеннее дерево акварелью