Минең яратҡан уҡытыусым (инша)
Вложение | Размер |
---|---|
minen_yaratkan_ukytyusym.docx | 14.09 КБ |
Минең яратҡан уҡытыусым – Фәизова Әнисә Ураҙай ҡыҙы. Ул 1971 йылдың 29 декабрендә Учалы районы Абҙаҡ ауылында тыуып үҫә. Абҙаҡ ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Белорет педагогия училищеһының « башланғыс кластар уҡытыусыһы” бүлегенә уҡырға инә.Уны бөткәс, тәү тапҡыр үҙ ауылында эшләй башлай. Әлеге ваҡытта 20 йылға яҡын эш стажы бар. Әнисә Ураҙай ҡыҙы мине лә 1-се кластан алып 4-се класҡа тиклем уҡытты.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә…
Әнисә Ураҙай ҡыҙы егерме йәшендә Учалы районы Ҡансыра ауылы егетенә,Фаизов Азатҡа кейәүгә сыға һәм бергә татыу ғүмер көтәләр.Бер йылдан һуң улдары тыуа,уға Айтуған тип исем ҡушалар.Әлеге ваҡытта уртансы улдары Айнур һәм кинйәләре Алсын эргәләрендә.
Әнисә Ураҙай ҡыҙы беҙҙе уҡытҡан йылдарҙа класыбыҙ татыу булды, хәҙер ҙә татыубыҙ.Ул һәр саҡ: “Бер-берегеҙҙе йәберләмәгеҙ,һеҙ бер ғаилә,”- тип әйтә торғайны. Әнисә Ураҙай ҡыҙына,миңә хәрефтәр өйрәткәне өсөн,уҡырға,ҡушырға,алырға,бүлергә,ҡабатларға өйрәткәне өсөн рәхмәтлемен.Минең хәтеремдә уның әйткән яғымлы һүҙҙәре,ҡыйын ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙғаны мәңге ҡаласаҡ.Хөрмәт итәм Әнисә Ураҙай ҡыҙын һәм хөрмәт итәсәкмен!
Зарипова Ф. 9. класс
Как нарисовать зайчика
Повезло! Стихи о счастливой семье
Домик зимней ночью
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"
Весенняя гроза