"Башҡортостан" (инша)
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_insha.docx | 14.65 КБ |
Башҡортостан.
Уралымда, дуҫлыҡ түбәһендәй,
Бәхет, шатлыҡ, хаҡлыҡ төйәгендәй
Балҡый минең Башҡортостаным.
Башҡортостан...Борон-борондан сәсән телле, яугир рухлы атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төйәк. Күпме эпостарҙа, ҡобайырҙарҙа, йырҙарҙа маҡталған был ғәзиз ер! Күпте күргән һөйөклө атайсал...Ҡараһаҡал, Батырша, салауат, Мортазин, Зәки Вәлиди, Шайморатов, Кусимов, Рудольф Нуриев кеүек арҙаҡлы шәхестәр – беҙҙең ватандаштарыбыҙ. Һыҙланыу ҡатыш ғорурлыҡ менән телгә алабыҙ беҙ бындай аҫыл исемдәрҙе.
Республика картаһын әҙиптәр нимә менән генә сағыштырмай? Йәшлек, матурлыҡ төҫө – ҡайын япрағына, иген муллығына ишаралап – күпереп бешкән эҫе күмәскә...
Башҡортостан үҙенең һоҡланғыс тәбиғәте менән электән үк мәшһүр шәхестәрҙең иғтибарын тартҡан. “Унда, Ағиҙел буйҙарында, шундай гүзәл урындар – “их” тип һоҡланырһың, йөҙ ҡат һоҡланырһың ,“ – былары инде Максим Горький һүҙҙәре. Тәбиғәте бик тә йәмле, бик тә күркәм, хатта бер ни тиклем ҡырыҫ та тыуған яғыбыҙҙың. Йырлап аҡҡан шишмәләр, мәғрур тауҙар, зәңгәрһыу күлдәр, ҡош-ҡортҡа бай урмандар, ҡымыҙ еҫе һеңгән уйсан далалар, утарҙар, ауылдар, ҡалалар – һәммәһе лә уның биҙәге, ҡабатланмаҫ йәме.
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Уның урамдары һәм майҙандары, музейҙары, мәғрур һәйкәлдәре, йәшел парктары – гүйә тарихтың йәнле биттәре. Һәйкәлдәр күп баш ҡалала. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуын кәүҙәләндергән Дуҫлыҡ монументы, шағир һәм яугир, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һыбай һыны – һанап бөткөһөҙ улар. Башҡортостан Республикаһының үҙ флагы, үҙ Гербы, үҙ Гимны, үҙ Башлығы бар.
Башҡортостан – Урал ҡаяларында
Ҡанат йәйгән бөркөт төҫлө һин.
Төрлө халыҡтарыңдың татыулығы,
Берҙәмлеге менән көслө һин.
Гүзәл республикам – Башҡортостаным!
Олатайҙар биргән мираҫҡа.
Һаҡларбыҙ ҙа, яҡларбыҙ даныңды, ғәзиз ер,
Беҙ ниндәй хеҙмәттә булһаҡ та.
Аманова Гөлназ,7-се класс
Лиса и волк
Что такое музыка?
Пустой колос голову кверху носит
Усатый нянь
Любили тебя без особых причин...