“Республикама дан йырлайым!” темаһына иншалар конкурсы
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р. Ураҡсина
Вложение | Размер |
---|---|
min_bhetle_tyugan_eremd.docx | 41.24 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Ҡунаҡбай урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа села Кунакбаево муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан
Конкурс сочинений на тему “Пою мою Республику!”
“Республикама дан йырлайым!”
темаһына иншалар конкурсы
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р. Ураҡсина
Выполнила: ученица 8 класса муниципального
бюджетного общеобразовательного учреждения
средняя общеобразовательная школа
села Кунакбаево муниципального района
Учалинский район Республики Башкортостан
Шагиева Юлия Ильгамовна
Башҡарҙы: Башҡортостан Республикаһы Учалы
районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм
белем биреү учреждениеһы Ҡунаҡбай урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Шәһиева Юлиә
Уҡытыусыһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Зарипова Гүзәл Мәүлит ҡыҙы
Учительница башкирского языка и литературы
МБОУ СОШ с.Кунакбаево
Зарипова Гюзель Маулитовна
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р. Ураҡсина
Мин үҙемдең иншамды ошо һүҙҙәрҙән башлар инем:
Төйәгем- Урал, Ҡошом- ҡарағош,
Илем- Башҡортостан, Ағасым- ҡарағас,
Ырыуым- Табын, Йылғам- Яйыҡ,
Ораным- Салауат, Тауым- Ирәмәл,
Тамғам- сүмес, Иманым- дуҫлыҡ,
Милләтем- башҡорт!
Башҡортостанда тыуған, йәшәгән һәр кеше үҙен бәхетле тип атай ала. Мин дә шул бәхетле балаларҙың береһе.Ошо ерҙә ата-әсәм, туғандарым тыуған, ғүмер кисергән.Ысынлап та, беҙ әкиәт кеүек матур тәбиғәтле ерҙә йәшәйбеҙ, ғүмер итәбеҙ. Барыбер иң ҙур байлыҡ- ул тыуған еремдең халҡы, бәхетле балалары...
Бөгөнгө көндә, ғөмүмән алғанда, кеше һәйбәт эшләйем, карьера үҫтерәм тип сит өлкәгә генә түгел, хатта сит илгә лә сығып китә. Нисек итеп тыуған ерҙе ташлап сығып китәһең?! Бында бөтә дуҫтарың, ата-әсәйең, таныш булған ерҙәрең ҡала.
Башҡортостан Рәсәйҙең ҡуйынында йәшәй, ләкин ул үҙе бер дәүләт. Башҡортостандың үҙ флагы, гербы, башлығы бар. Башлығыбыҙ барлыҡ Башҡортостан халҡына ярҙам ҡулы һуҙырға ғына әҙер тора.Күп балалы әсәйҙәргә миҙал, машина бирә, торлаҡҡа мохтаж кешеләргә торлаҡ биреп тора. Башҡортостан көндән-көн матурая, төҙөкләнә, сәскә ата. Төрлө мәктәптәр, больницалар, өйҙәр төҙөлә.
Минеңсә, Башҡортостандың ете мөғжизәһе бар. Ете һаны- ул башҡорттарҙың һаны: етегән йондоҙ, ете ҡыҙ, ете ырыу. Беренсе мөғжизә- ул ҡурай, сөнки шундай бер үҫемлектән генә ниндәй иллаһи моң сыға, был музыкаль ҡорал бөтә илдә танылыу алған. Ете тажлы ҡурай Башҡортостандың флагында ла төшөрөлгән. Икенсе мөғжизә- ул бал ҡорто, шундай бәләкәй генә бөжәк көнө буйы, сәскәләрҙән сәскәләргә күсеп бал йыя. Башҡорт балы иҫ киткес шифалы, тәмле, ашап ҡараһаң, телде йоторлоҡ. Тағы ла күп ауырыуҙарға дауа булып хеҙмәт итә. Тағы ла бер мөғжизә- ул Шүлгәнташ мәмерйәһе. Был мәмерйәлә минең дә булғаным бар, ысынлап та, тәүтормош кешеләре мәмерйә ташында төрлө һүрәттәр төшөргән. Шүлгәнташ эргәһендә Түңәрәк күл бар, кешеләр әйтеүенсә, был күлдең төбө юҡ. Көндөҙ ул зәп- зәңгәр төҫкә инә. Был күлде лә мин мөғжизәгә индерәм. Башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы ла үҙе бер мөғжизә. Ҡайһы бер кешеләр был эпосҡа ышанып та етмәй, ләкин мин ышанам.Эпос бик күп сит телдәргә тәржемә ителгән.
Башҡорттарҙың атаҡлы, данлыҡлы, ҡаһарман улдары бик күп булған, ә шулай ҙа иң-иңе ул- Салауат Юлаев. Күпме көс һәм халҡына һөйөү менән тулған уның күңеле. Салауат Юлаевҡа бик күп һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған. Ләкин мөғжизә тип мин уның Өфөләге һәйкәлен әйтә алам. Ул һәйкәл Өфөгә ингән һәр кешене ҡаршы алып тора. Ағиҙел йылғаһы менән Дим йылғаһы ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Етенсе һәм һуңғы мөғжизә ул- Башҡортостанда йәшәүсе башҡорт халҡы. Мин үҙем дә, минең туғандарым да -башҡорттар. Башҡорттар ҡунаҡсыл, киң күңелле, йомарт, ярҙамсыл халыҡ.
Башҡортостандың тәбиғәтен һүрәтләп бөтөрөү мөмкин түгел. Текә ҡаялар, бейек тауҙар, тәрән, таҙа йылғалар, ҙур күлдәр, шифалы шишмәләр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ далалар, сәскәле болондарға бай ул. Ҡуйы урмандарҙа ниндәй генә кейек юҡ, тәрән йылғаларҙа ниндәй генә балыҡ юҡ! Матур-матур һайраған ҡоштар, төрлө бөжәктәр ҙә бик күп. Йылҡы малынан башҡорттар ҡымыҙ бешә. Ул эсемлек бик файҙалы. Ошо хозур тәбиғәткә һоҡланып яҙыусылар илһамланып шиғырҙар яҙа, композиторҙар көй ижад итә, ә инде йырсылар көслө тауыш менән уларҙы башҡара. Ысынлап та, танылған, данлыҡлы яҙыусылар төйәге ул Башҡортостан. Мәҫәлән, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Аҡмулла.
Минең тыуған төйәгем- Учалы районында урынлашҡан Ҡунаҡбай ауылы. Ауылым тауҙар ҡосағында урынлашҡан. Тәбиғәте иҫ киткес матур, уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Йылға буйҙарында үҫкән зифа талдар, өйәңкеләр йәй буйы бала-сағаның һыуҙа ҡойоноуын күҙәтә. Йылға аръяғында хәтфә болондар йәйрәп ята. Яҙын ул беҙҙе йыуаһы, ҡаҡыһы, балтырғаны, йәйен ҡыҙарып бешкән еләге, ҡарағаты, муйылы, ә көҙөн тулышып торған баланы, энәлеге, бөрлөгәне менән һыйлай.
Ә бит минең төйәгемдә лә мөғжизәле урындар күп. Мәҫәлән, ауылыбыҙҙан Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәнов сыҡҡан, күренкле Әүлиә шишмәһе, еребеҙҙең кендеге-Ирәмәл тауы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Ахун ауылында табылған мингәрҙәр, данлыҡлы йәшмә ташы һәм тағы ла бик күп урындар бар.
Башҡортостанда тыуғанға мин бик бәхетлемен, сөнки ошо матур тәбиғәт ҡосағында йәшәйем. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙ илебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Һәм артабан да илебеҙ сәскә атһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ.Ата-бабаларыбыҙ беҙгә ошондай изге ерҙе аманат итеп ҡалдырған, беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ. Киләсәк быуынға уны тағы ла йәмлерәк итеп ҡалдырырға тейешбеҙ. Шуға беҙҙә тәбиғәтте һаҡлау,үҙ илеңде ҡайғыртыу тойғоһо булырға тейеш.
Мин шуны аңлайым: илен яратып үҫкән кеше генә уның өсөн файҙалы була ала. Рух байлығы ла шунан туплана. Ҡурай моңо, әсә теленең матурлығы башҡортто башҡорт итеп күтәрә. Үҙаллы илгә шундай кешеләр кәрәк. Бары улар ғына, үҙ илен ҡәҙерләй белгәндәр генә, бүтәндәрҙе лә аңлай, ихтирамлы ла була. Башҡортостанымдың, милләтемдең киләсәге өмөтлө булыр, халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған яғым күкрәп сәскә атыр, тип ышанам.
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Ҡунаҡбай урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа села Кунакбаево муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан
“Республикама дан йырлайым!”
темаһына иншалар конкурсы
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р. Ураҡсина
Башҡарҙы: Башҡортостан Республикаһы Учалы
районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм
белем биреү учреждениеһы Ҡунаҡбай урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Ғөбәйҙуллина Илүзәнең эссеһы
Уҡытыусыһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Зарипова Гүзәл Мәүлит ҡыҙы
Эссе
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р. Ураҡсина
Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш бөтә тирә - яҡты наҙлап ҡына иркәләй. Япраҡтарҙағы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып күҙ яуын үҙенә йәлеп итә. Сәскәләренән еҫ аңҡый. Рәхәтләнеп күкрәгеңде киңәйтеп тын алаһың, ниндәй рәхәт! Ошондай гүзәллекте, сафлыҡты бөтә кеше күрә беләме икән!? Был миҙгелде туҡтатып буламы икән!? Ағастар, әйтерһең , бер-береһен сәләмләй, талғын ғына баш ҡағалар.
Башҡортостан! Күҙ күреме етмәҫ ерҙәргә йәйелгән бәрәкәтле баҫыуҙар, хәтфә болондар, күкһел тауҙар иле…
Иҫ китмәле гүзәл тәбиғәтле шул беҙҙең Башҡортостан! Ҡолағыма ат тояҡтары тауышы, ҡурай моңо, сая бөркөт саңҡсыуы сағыла. Өйөр- өйөр йылҡылар, яҫы табан айыуҙар, тарбаҡ мөгөҙлө боландар, шифалы үләндәр, балыҡ уйнаған йылғалар, тәрән күлдәр, сәскәле яландар күҙ алдына баҫа, йәшәүгә дәрт уята…Ошо Башҡортостан- минең тыуған яғым, Тыуған илкәйем!
Тыуған ил беҙҙең тыуып- үҫкән, тәпәй баҫып йөрөгән еребеҙҙән башлана. Эйе, ҡоштар һымаҡ һәр кемдең тыуған ере, иле була. Ниндәй ғәзиз һәм ҡәҙерле ул тыуған ер! Һулаған һауаң да сафыраҡ, ҡояш та йылыраҡ яҡтырта, иҫкән еле лә яғымлыраҡ, ҡоштары ла моңлораҡ һайрай.
Күңелдәргә илһам биреп,
Ҡоштары һайрар ерем,
Алтын нурлы ҡояшҡайы
Ерҙе йылытҡан ерем.
Минең тыуған төйәгем- Учалы районында урынлашҡан Юлдаш ауылы. Ауылым Олотау, Ишбикә тауҙары ҡосағында, йәмле Яйыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Икһеҙ- сикһеҙ баҫыуҙарҙа иген диңгеҙе тулҡынлана. Ҡуян, төлкөнө үҙ иткән урманы ла бар ауылымдың. Әгәр еләк- емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға барһаң, көмөш һыулы шишмәһенең һыуын эсеп, ләззәт, көс алып ҡайтаһың.
Ауылымдың урамдары киң, таҙа. Унда хеҙмәт һөйөүсе кешеләр йәшәй. Ауылымда йыл һайын матур ҙур йорттар ҡалҡа. Йәштәр тыуған төйәктәрен ташлап китмәй, тырышып эшләп, ауылыбыҙҙы нығыта, үҫтерә.
Беҙҙең дә ауылдың киләсәгендә өлөшөбөҙ ҙур. Барыбыҙ ҙа тырышып уҡыйбыҙ, тирә- яҡҡа ағастар ултыртабыҙ, ҡош оялары эшләйбеҙ, йылға- күлдәрҙе таҙартабыҙ, бысраҡтан һаҡлайбыҙ, гөл- сәскәләр үҫтерәбеҙ.
Гөлдән-гөлгә серем һөйләп,
Болондарҙы буйланым.
Тыуған яҡтың гүзәллеген
Мәңге күреп туйманым.
Мин ошо илдә тыуғаныма ғорурланам. Бәхет бит был: илебеҙ бар, ул- Башҡортостан. Бәхет бит был: дәүләтебеҙ бар, ул- республикабыҙ! Үҙ яҙмышыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа тигән һүҙ был.
Бынан бер нисә йыл элек башҡорт халҡы ауыр хәлдә була. Кәмһетеүҙәргә ҡаршы күп тапҡырҙар баш күтәрә халҡым. Еребеҙ, иркебеҙ өсөн күп ғүмерҙәр ҡыйыла. Ләкин халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткәнсә:
Баш эймәгән ғорур халҡым,
Теҙ сүгеп йәшәмәгән.
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Ҡунаҡбай урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа села Кунакбаево муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан
Конкурс сочинений та тему «Пою мою Республику!»
“Республикама дан йырлайым!”
темаһына иншалар конкурсы
Ер яҙмышы-беҙҙең ҡулда.
Выполнил: ученик 10 класса муниципального
бюджетного общеобразовательного учреждения
средняя общеобразовательная школа
села Кунакбаево муниципального района
Учалинский район Республики Башкортостан
Зарипов Урал Ильдарович
Башҡарҙы: Башҡортостан Республикаһы Учалы
районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм
белем биреү учреждениеһы Ҡунаҡбай урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зарипов Уралдың иншаһы
Уҡытыусыһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Зарипова Гүзәл Мәүлит ҡыҙы
Учительбашкирского языка и литературы
МБОУ СОШ с.Кунакбаево
Зарипова Гюзель Маулитовна
Инша
Ер яҙмышы-беҙҙең ҡулда.
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?
Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
Башҡортостан алһыу таң иле
Гөл- баҡсалар иле, дан иле.
Тыуған ер! Ватаным! Башҡортостаным! Ниндәй оло мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ хистәр, дәрт уяна. Ниндәй ҡәҙерле һәм ғәзиз ул тыуған ер! Минең өсөн Тыуған ер – тыуған, торған ил генә түгел, ә йөрәктең түрендә иң ҙур урын алған, аңлатып бөтмәҫлек, һоҡланып туймаҫлыҡ төшөнсә.
“Картаға ҡарап,еремде:
-Бер япраҡ саҡлы,- тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә
Башҡортостаным-илем!”
Ысынлап та, картаға ҡараһаҡ, беҙҙең ил бәләкәс кенә булып ятҡан кеүек тә, әммә уның тарихы шул тиклем бай, ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы, ә тәбиғәтенә һоҡланып туйғыһыҙ. Башҡортостанымдың күкһел бейек тауҙарын, ҡуйы ағастарын, бәрәкәтле баҫыуҙарын, көмөш һыулы шишмәләрен, зәңгәр күлдәрен, йылғаларын күреп хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғыңдың һайрар ҡоштары ла, хуш еҫле сәскәләре лә, хатта әреме лә – хозурлыҡтың хозуры. Тыуған илкәйемдең тәбиғәтенең гүзәллеген, нәфислеген һөйләп тә, көйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Кемде генә һоҡландырмаған, ниндәй генә шағирҙарҙы ҡәләм алырға дәртләндермәгән, ниндәй генә рәссам, композиторҙарҙы үҙенә ғашиҡ итмәгән ул!
Тыуған ерем-Башҡортостаным! Күпме тәрән уйҙар, тулҡынландырырлыҡ хистәр уята минең күңелемдә был ҡәҙерле һәм изге һүҙҙәр. Ысынлап та, кескәй генә саҡтан минең Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө булған Юлдаш ауылының йылғаһының һыуын эсеп, урманында ҡыҙарып бешкән ер еләген ашап, ысын әхирәттәр табып, гөрләп уйнап үҫкән бала сағым, гонаһһыҙ сабый сағым иҫкә төшә. Тәүге тапҡыр көләс ҡояш нурҙарын, зәп-зәңгәр күк йөҙөн, уңдырышлы ҡара тупраҡ еҫен, хуш еҫле ҡара икмәк тәмен дә һиндә генә белдем, гүзәл илем! Ысынлап та, иң яҡшы тойғоларҙы тик һиндә генә тойҙом, ғәзиз илем! Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һинең киң ялан-баҫыуҙарыңды, мөһабәт тауҙарыңды, болоттарға ашҡан ҡаяларыңды, сылтырап аҡҡан шишмәләреңде мин бер ҡайҙа ла таба алмам. Сит ерҙә йөрөһәм, хатта ай-йондоҙҙарҙың балҡышы ла икенселәй кеүек тойолор. Хуш еҫле балдарың, моңло ҡурай тауышы, болондарҙа кешнәп сапҡан йылҡыларың миңә шул тиклем яҡын! Мин яратам һине, Башҡортостан! Ошо урында күренекле шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың һүҙҙәрен иҫкә төшөргө килә:
“Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Гел хәтерҙә,гел генә:
Донъяла бит ,әсә кеүек,
Тыуған ер ҙә бер генә.”
Башҡортостан! Ошо изге ерҙә тыуып- үҫкәнем өсөн мин ғорурланам. Ошо данлы илдә йәшәгәнем өсөн сикһеҙ бәхетлемен! Башҡортостаным минең! Алтын илкәйем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем! Матур тәбиғәтеңә һоҡланыуҙан таң ҡалырлыҡ! Халҡыңдың изге күңеллелегенә, ҡунаҡсыллығына хайран ҡалырлыҡ!
Башҡортостаным-минең тыуған ерем,
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз төйәгем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл ошо ерҙә
Йәшәү-минең барлыҡ теләгем.
Күпме һүҙҙәр бар һинең турала, Башҡортостаным! Тирә-яғың бай, матур.Тирә- яҡ тигәс тә, күҙгә матур тирә-яҡ килеп баҫа. Ә ул шулаймы һуң?
Халыҡ-ара Ер көнөн яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшкән ваҡытында билдәләйҙәр. Был көн бер генә тапҡыр билдәләнмәй – 22 апрелде лә Ер көнө тип раҫлаған сығанаҡтар бар. Уларҙың икеһе лә экология тураһында уйланыу, тәбиғәткә ҡарата гуманлы ҡараш тәрбиәләү маҡсатында булдырылған. Ер көнөн Ер шары көнө тип аңларға кәрәк, һүҙ донъябыҙ, беҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхит тураһында бара. Хоҙай тарафынан яратылған ағас-ҡыуаҡлыҡтар, хайуандар һәм йәнлектәр, балыҡтар, һыу, һауа кеүек бәрәкәттәр тураһында тағы ла бер тапҡыр уйланып, уларға ҡарата мөнәсәбәтебеҙҙе ҡайтанан ҡарау өсөн булдырылған был матур көн.
Ҡайҙалыр алыҫта ятҡан һәм бөгөн яҡлауға мохтаж булған арыҫландар, тюлендәр йәки дельфиндар тураһында күп итеп һүҙ ҡуйыртырға мөмкин, әлбиттә. Ләкин бөгөн тап үҙебеҙҙең донъябыҙ – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарына иғтибар итке килә. Эйе, бай урында төпләнгәнбеҙ, ҡоштарыбыҙ, балыҡтарыбыҙ, кейектәребеҙ, урманыбыҙ һәм башҡа тәбиғәт байлыҡтары беҙҙә бик күп. Уларҙың иҫәбе-һаны ла юҡ, тип уйлағандар барҙыр арабыҙҙа. Был дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй – тәбиғәт байлыҡтары, кейектәр, ҡоштар һәр йыл һайын һанала. Был – бик сетерекле һәм бик күп тырышлыҡ талап иткән эш. Нимәгә кәрәк был мәшәҡәт, тип уйларға ла түгел. Һәр нәмә контролдә булырға тейеш. Иҫәп алыу йәнлек һәм ҡоштарҙың кәмеүен-артыуын белеү өсөн дә бик кәрәк.
Әйтеп үтеүебеҙсә, тыуған яғыбыҙҙың һунар итергә рөхсәт ителгән ҡоштары һәр йыл һайын һаналып, күҙәтелеп бара. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы тикшереүҙәр ошо һандарҙы күрһәтә: беҙҙә 3 меңдән ашыу ағуна бар. Тик был ҡош һәр бер районда осрамай. Ул күберәк Көньяҡ Урал зонаһын үҙ итә.. Ә бына аҡ ағуна юғала барған ҡоштар иҫәбенә индерелгән. Уны белгестәр Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында осрата. Хәҙер аҡ ағуна Башҡортостан Республикаһының “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән, уны һаҡларға бурыслыбыҙ.
Башҡортостандың хайуандар донъяһын контролдә тотоу өсөн белгестәр йыл һайын республикабыҙ буйлап, ерҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыға. Һуңғы ваҡытта тейендәр менән мышылар кәмегән. Быйылғы тикшереүҙәр әле бөтмәгән, ләкин мышылар артып киткән, тип уйларға нигеҙ юҡ. Уларҙың кәмеүенең сәбәптәре төрлө – һунар ҙа әүҙем барған, ҡышын ҡарҙың аҙ булыуы ла был хайуандарҙы икенсе ергә күсеп китергә мәжбүр итә.
Ысынлап та, аҙым һайын матбуғат биттәренән дә, телевизион тапшырыуҙарҙан да тиҙҙән Ер шарыбыҙҙың юҡҡа сығыуы ихтимал, тигән яңынан-яңы мәғлүмәттәр уҡып-ишетәбеҙ. Арктик боҙҙар ирей, оҙаҡламай бөтә донъяны һыу баҫа, тигән уйҙар менән йәшәйбеҙ, тик һаман да быға ҡаршы бер нимә лә ҡабул итмәйбеҙ, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсаламайбыҙ. Эйе, беҙ тәбиғәт ҡанундары алдында көсһөҙ затбыҙ, тик һәр кемебеҙҙә әҙерәк кенә, үҙенең күңел, выждан тыныслығы өсөн булһа ла, ошо мөғжизәле ерҙе һаҡлап ҡала алған көс йәшәй түгелме һуң?
Беҙ үҙебеҙ йәшәгән еребеҙҙе, һулаған һауабыҙҙы һаҡлауҙы ишек төбөнән башлай алабыҙ түгелме? Шул уҡ үҙебеҙҙән һуң тәбиғәт ҡосағында ҡалдырылған сүп-сарҙы ҡалдырмаҫҡа, йылға- күлдәребеҙҙе бысратмаҫҡа, урмандарҙы бушҡа киҫмәҫкә, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үлән,балыҡ, йәнлектәрҙе юҡҡа сығармаҫҡа һәр кемебеҙҙең көсөнән килә түгелме һуң?..
Бай беҙҙең тыуған ер, шулай бит?! Ләкин был донъяла бер нәмә лә төпһөҙ һәм һанһыҙ түгел – бөтәһе лә аныҡ һәм һанаулы. Шуға ла һәр бер ҡошсоҡҡа, һәр бер бәләкәй генә тейен балаһына яратып, һоҡланып ҡына түгел, һаҡсыл да ҡарайыҡ. Кеше үҙе лә бит тәбиғәт балаһы. Үҙебеҙҙең киләсәкте беҙҙән башҡа бер кем дә ҡайғырта алмай.
Әйҙәгеҙ, һүҙ ҡуйышайыҡ: тыуған илебеҙҙе алын бишектәй ҡарарға, бысратмаҫҡа, хайуандарын атмаҫҡа!
Лист Мёбиуса
Афонькин С. Ю. Приключения в капле воды
Растрёпанный воробей
Филимоновская игрушка
Ёжикина Радость