Ҡобайырҙар
Вложение | Размер |
---|---|
ukyusylar_izhady.kobayyrzar.docx | 13.02 КБ |
Ҡобайырҙар.
Бер тигәс тә ни яман?
Белемең булмаһа – шул яман.
Ике тигәс тә ни яман?
Ике алһаң – шул яман.
Өс тигәс тә ни яман?
Өс тапҡыр әйттерһәң – шул яман.
Дүрт тигәс тә ни яман?
Уҡытыусыны тыңламаһаң – шул яман
Биш тигәс тә ни яман?
“Бишле” алмаһаң – шул яман.
Халиков Юлай, 8-се класс.
Бер тигәс тә ни яман?
Берҙәмлек булмаһа – шул яман.
Ике тигәс тә ни яман?
Ике йәшлек туғаның илап ҡалһа – шул яман.
Өс тигәс тә ни яман ?
Беләгеңдәге көсөңдө тиккә сарыф итһәң –шул яман.
Дүрт тигәс тә ни яман?
Дәртһеҙ булһаң – шул яман.
Биш тигәс тә ни яман?
Бишектәге балаға күҙҙәр тейһә – шул яман.
Йоносов Рушан, 8-се класс.
Бер тигәс тә ни яман?
Бер үҙең ҡалһаң – шул яман. Ике тигәс тә ни яман?
Икегә уҡыһаң – шул яман.
Өс тигәс тә ни яман?
Өс йыл рәттән ултырып ҡалһаң –шул яман.
Дүрт тигәс тә ни яман?
Дәртһеҙ булһаң – шул яман.
Биш тигәс тә ни яман?
Бишекте бушҡа бәүелтһәләр – шул яман.
Алты тигәс тә ни яман?
Алтмыш йәшлек ҡарт атайың утын ярһа – шул яман.
Ете тигәс тә ни яман?
Етем булһаң – шул яман.
Һигеҙ тигәс тә ни яман?
Һикереп аяғыңды һындырһаң – шул яман.
Туғыҙ тигәс тә ни яман?
Телһеҙ ҡалһаң – шул яман.
Ун тигәс тә ни яман?
Эшеңде онотоп ултырһаң – шул яман.
Яҡупов Тимур, 8-се класс.
О падающих телах. Что падает быстрее: монетка или кусочек бумаги?
10 осенних мастер-классов для детей
Астрономический календарь. Июнь, 2019
Юрий Алексеевич Гагарин
Как напиться обезьяне?