"Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер"... (инша)
Вложение | Размер |
---|---|
hozay_uze_kyzygyr_er_insha.docx | 17.89 КБ |
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер.
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р.Ураҡсина
Бына ниндәй тапҡыр, күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр генә яңғырай беҙҙең ҡәҙерле республикабыҙ – Башҡортостаныбыҙ тураһында. Мостай Кәрим әйтмешләй “ер шарының картаһында бер япраҡ саҡлы ғына булған” Башҡортостаныбыҙ барлыҡҡа килһен, булһын һәм йәшәһен өсөн күпме ҡан түгелгән, күпме батырҙарҙың көсө сарыф ителгән. Бына улар, исемдәре ташҡа, китаптарға һәм беҙҙең йөрәктәргә яҙылған шәхестәребеҙ: Кинйә Арыҫланов, Алдар Иҫәкәев, Батырша, Салуат Юлаев, Зәки Вәлиди, Учалы еренән Бәпәнә Төрөпбирҙин, Йосоп Арыҡов һәм башҡалар. Беҙ улар алдында тыуып үҫкән азат илебеҙ, еребеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн баш эйәбеҙ!
Башҡортостаныбыҙ, иһә, бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлашҡан гүзәл ер ул. “Хоҙаәй үҙе ҡыҙығыр” иҫ китмәле матур һәм бай ер! Алла бабай төрлө милләт халҡына ер өләшкәндә һуңлап килгән башҡорт кешеһенә: “Ярай инде, үҙемә тип алып ҡалған ерҙе һиңә бирәм,”- тип әйткән тигән риүәйәт тә йөрөй халыҡ телендә. Борон - борондан сәсән телле, бай рухлы атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төйәк. Ниндәй генә ҡобайырҙарҙа, йырҙарҙа, шиғырҙарҙа маҡталмаған беҙҙең ғәзиз еребеҙ. Күпте күргән, күпте кисергән атайсалым! “Унда, Ағиҙел буйҙарында, шундай гүзәл урындар – “ их “, тип һоҡланырһың, йөҙ ҡат һоҡланырһың,” – тигән Максим Горький. Тәбиғәте бик тә йәмле, бик тә күркәм, хатта бер ни тиклем ҡырыҫ та тыуған яғыбыҙҙың. Йырлап аҡҡан шишмәләр, мәғрур тауҙар, зәңгәрһыу күлдәр, ҡош-ҡортҡа бай урмандар, ҡымыҙ еҫе һеңгән уйсан далалар, утарҙар, ауылдар, ҡалалар – һәммәһе лә уның биҙәге, ҡабатланмаҫ йәме.
Бай, матур тәбиғәте, данлы-шанлы тарихы менән генә түгел, ә күп милләтле булыуы менән дә айырылып тора республикабыҙ. Төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшйҙәр. Һәр милләт кешеһе үҙ аллы һөйләшергә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнеүгә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән телгә алырға тейеш. Юҡҡа ғына “иле берҙәмдең – көнө берҙәм” тип әйтмәгәндәрҙер. Минеңсә, милләттәр үҙ-ара дуҫ йәшәһә, уларҙы алдағы көндәрҙә лә бәхетле, яҡты тормош көтә.
“Әҙип һәм ғалимдары булмаған ҡәүем – бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләре булмаған халыҡ яҡлаусыһыҙ, әҙәбиәте булмаған халыҡ рухһыҙ,” – тигән тағы бер билдәле шәхесебеҙ Ризаитдин Фәхретдинов. Һәм мин үҙебеҙҙең республикабыҙҙың ғалимдарға ла, яҙыусыларға ла, шағирҙарға ла, йырсыларға, бейеүселаргә, актерҙарға ла бай булыуына шатланам ғына. Дәреслектәрҙән Мостай Кәрим, Дауыт Юлтый, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич һәм башҡа әҙиптәрҙең ижадын өйрәнеп кинәнәбеҙ, рәхәтләнеп “БЮТ”, “Ҡурай”, “УТК”, “Туған тел” каналдарынан концерт, спектаклдәр ҡарайбыҙ, “Аҡбуҙат”, Аманат”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын, “Яйыҡ”, “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәрен башҡортса уҡыйбыҙ, рухи байлығыбыҙҙы арттырабыҙ.
Шуның өсөн рухлы, алдынғы ҡарашлы, республикабыҙҙың киләсәген төҙөүсе йәштәребеҙ бик күп беҙҙең. Күпләп юғары уҡыу йорттарын тамамлайҙар, Мәскәү, Санкт Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙы ла яулайҙар, сит илдәргә лә иркен сығып йөрөй алалар. Киләсәктә мин дә үҙемде шул апай-ағайҙар һымаҡ үҫеп етеп, үҙ Флагы, үҙ Гербы, үҙ Гимны, үҙ Башлығы булған Башҡортостаныма файҙалы, кәрәкле кеше булаһым килә. Әммә бер ҡасан да тыуып-үҫкән ереңде оноторға ярамай, тип әйкем килә иптәштәремә, класташтарыма, бүтән йәштәргә. Ә тыуған ер тыуып үҫкән йортоңдан башлана. Кешегә иң ғәзизе – һине тыуҙырған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң йылыһы- һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең. Шуны тойоп үҫкән кешенең генә күңел ҡото бар.
Кусяева Наҙгөл, 8-се класс
Шелковая горка
Приключения Тома Сойера и Гекельберри Финна
Сказка "Колосок"
Рисуем ветку берёзы сухой пастелью
Два морехода