"Урал батыр" эпосы-Башҡортостандың ете мөғжизәһе"нең береһе" темаһына эссе-инша.
Вложение | Размер |
---|---|
min_uzemden_inshamdy_osho_huzzrzn_bashlar_inem.docx | 26.5 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Учалы районы муниципаль районының
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ужреждениеһы
Ҡунаҡбай урта дөйөм белем биреү мәктәбе
11- се класс уҡыусыһы Шакирова Әлиәнең
«Урал батыр» эпосы – «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе» темаһына эссе-иншаһы.
Уҡытыусыһы: Зарипова Гүзәл Мәүлит ҡыҙы.
Ҡунаҡбай-2016
Мин үҙемдең иншамды ошо һүҙҙәрҙән башлар инем:
Төйәгем- Урал, Ҡошом- ҡарағош,
Илем- Башҡортостан, Ағасым- ҡарағас,
Ырыуым- Табын, Йылғам- Яйыҡ,
Ораным- Салауат, Тауым- Ирәмәл,
Тамғам- сүмес, Иманым- дуҫлыҡ,
Милләтем- башҡорт.
Башҡортостан! Күҙ күреме етмәҫ ерҙәргә йәйелгән бәрәкәтле баҫыуҙар, хәтфә болондар, күкһел тауҙар иле…
Иҫ китмәле гүзәл тәбиғәтле шул беҙҙең Башҡортостан! Ҡолағыма ат тояҡтары тауышы, ҡурай моңо, сая бөркөт саңҡсыуы сағыла. Өйөр- өйөр йылҡылар, яҫы табан айыуҙар, тарбаҡ мөгөҙлө боландар, шифалы үләндәр, балыҡ уйнаған йылғалар, тәрән күлдәр, сәскәле яландар күҙ алдына баҫа, йәшәүгә дәрт уята…Ошо Башҡортостан- минең тыуған яғым, Тыуған илкәйем!
Башҡортостан Рәсәйҙең ҡуйынында йәшәй, ләкин ул үҙе бер дәүләт. Башҡортостандың үҙ флагы, гербы, башлығы бар.Тыуған ил беҙҙең тыуып- үҫкән, тәпәй баҫып йөрөгән еребеҙҙән башлана. Эйе, ҡоштар һымаҡ һәр кемдең тыуған ере, иле була. Ниндәй ғәзиз һәм ҡәҙерле ул тыуған ер! Һулаған һауаң да сафыраҡ, ҡояш та йылыраҡ яҡтырта, иҫкән еле лә яғымлыраҡ, ҡоштары ла моңлораҡ һайрай.
Башҡортостанда тыуғанға мин бик бәхетлемен, сөнки ошо матур тәбиғәт ҡосағында йәшәйем. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙ илебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Ошонан сығып, мин үҙемдең иншамда Башҡортостандың ете мөғжизәһен һанап китергә йыйынам.
Ете һаны-ул башҡорттарҙың һаны: етегән йондоҙ, ете ҡыҙ, ете ырыу.
Беренсе мөғжизә-ул ҡурай, сөнки шундай бер үҫемлектән генә ниндәй илаһи моң сыға, был музыкаль ҡорал бөтә илдә танылыу алған. Ете тажлы ҡурай Башҡортостандың флагында ла төшөрөлгән.
Икенсе мөғжизә-ул бал ҡорто, шундай бәләкәй генә бөжәк көнө буйы сәскәләрҙән сәскәләргә күсеп бал йыя. Башҡорт балы иҫ киткес шифалы, тәмле, ашап ҡараһаң, телде йоторлоҡ. Тағы ла күп ауырыуҙарға дауа булып хеҙмәт итә.
Өсөнсө мөғжизә-ул Шүлгәнташ мәмерйәһе. Был мәмерйәлә минең дә булғаным бар, ысынлап та, тәүтормош кешеләре мәмерйә ташында төрлө һүрәттәр төшөргән. Шүлгәнташ эргәһендә Түңәрәк күл бар, кешеләр әйтеүенсә, был күлдең төбө юҡ, көндөҙ ул зәп- зәңгәр төҫкә инә.
Дүртенсе мөғжизә-Салауат Юлаев һәйкәле. Башҡорттарҙың атаҡлы, ҡаһарман улдары бик күп булған, ә шулай ҙа иң-иңе ул- Салауат Юлаев. Күпме көс һәм халҡына һөйөү менән тулған уның күңеле. Салауат Юлаевҡа бик күп һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған. Ләкин мөғжизә тип мин уның Өфөләге һәйкәлен әйтәм. Ул һәйкәл Өфөгә ингән һәр кешене ҡаршы алып тора.
Бишенсе мөғжизә-Янғантау. Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау. Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.
Алтынсы мөғжизә- Красноусол минерал һыуҙары. Был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.
Ә етенсе мөғжизә булып башҡорт халҡының “Урал батыр” тигән бөйөк эпосы һанала.
“Урал батыр”эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
“Урал батыр”- бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр - Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә.
Бәләкәй сағымда мин “Урал батыр”ҙы әкиәт итеп кенә ҡарай торғайным. Ҙурая килә, йәғни мәктәптә өйрәнә башлағас, уйландыра башланы, сөнки “Урал батыр” эпосы халҡыбыҙҙың боронғоһон, йәшәйешен, тормошҡа ҡарашын туплаған төпһөҙ хазина булып тора. Юҡҡа ғынамы ни ул “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” исемлегенә индерелгән! Ошо ҡомартҡыны тыуасаҡ, үҫәсәк быуындарға еткереү мөһим.
Эйе, һәр халыҡ халыҡ булараҡ донъяла үҙенең илһөйәр улдары менән данлы. Башҡорт халҡы өсөн Урал батыр-бөйөк батырлыҡ өлгөһө. Минең уйлауымса, халыҡ өсөн изге эштәр эшләгән батырҙар ғына ысын батыр һанала. Кеше өсөн быуаттар, меңйыллыҡтар менән нығынған иң тәрән тойғоларҙың береһе- ул илһөйәрлек, Тыуған илеңде яҡлап йәнеңде лә, тәнеңде лә ҡыҙғанмай көрәшеү.
Элек-электән беҙҙең халыҡ изгелекте, әҙәплелекте юғары баһалаған, яҡшылыҡҡа ынтылған, ололарҙан аҡыл алған, уларҙың кәңәшен тотҡан. Уйлап ҡараһаң,яҡшы кеше булыу серҙәрен халыҡ “Урал батыр” эпосында яҡтыртҡан да инде.
Минең тыуған төйәгем- Учалы районында урынлашҡан Ҡунаҡбай ауылы. Ауылым тауҙар ҡосағында урынлашҡан. Тәбиғәте иҫ киткес матур, уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Йылға буйҙарында үҫкән зифа талдар, өйәңкеләр йәй буйы бала- сағаның һыуҙа ҡойоноуын күҙәтә. Йылға аръяғында хәтфә болондар йәйрәп ята. Яҙын ул беҙҙе йыуаһы, ҡаҡыһы, балтырғаны, йәйен ҡыҙарып бешкән еләге, ҡарағаты, муйылы, ә көҙөн тулышып торған баланы, энәлеге, бөрлөгәне менән һыйлай.
Ә бит минең төйәгемдә лә мөғжизәле урындар күп. Мәҫәлән, ауылыбыҙҙан Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәнов сыҡҡан, күренкле Әүлиә шишмәһе, еребеҙҙең кендеге-Ирәмәл тауы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Ахун ауылында табылған мингәрҙәр, данлыҡлы йәшмә ташы һәм тағы ла бик күп урындар бар.
Дәүләтселек үҫһен өсөн күп тырышлыҡтар һалаһы бар әле. Ә бының өсөн белемле, бай рухлы, ҡыйыу кешеләр кәрәк! Мин шуны аңлайым: илен яратып үҫкән кеше генә уның өсөн файҙалы була ала. Рух байлығы ла шунан туплана. Ҡурай моңо, әсә теленең матурлығы башҡортто башҡорт итеп күтәрә. Үҙаллы илгә шундай кешеләр кәрәк. Бары улар ғына, үҙ илен ҡәҙерләй белгәндәр генә, бүтәндәрҙе лә аңлай, ихтирамлы ла була. Башҡортостанымдың, милләтемдең киләсәге өмөтлө булыр, халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған яғым күкрәп сәскә атыр, тип ышанам.
Заяц, косач, медведь и весна
Лист Мёбиуса
Где спят снеговики?
Украшаем стену пушистыми кисточками и помпончиками
Что общего у травы и собаки?