Инша
Вложение | Размер |
---|---|
yyrym_minen.docx | 3.76 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы муниципаль район Хакимиәтенең"Мәғариф бүлеге"
Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм Рәсәй киноһы йылына арналған "Республикамды данлайым" иншалар конкурсына
Йырым минең – Башҡортостан.
Башҡарҙы: Исмәғилова Ева, Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылының урта (тулы)дөйөм белем биреү интернат-мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 5-се синыф уҡыусыһы. Уҡытыусыһы:Хәмитова Рәсиә Нурислам ҡыҙы.
2016й.
Йырым минең – Башҡортостан.
Ҙур минең тыуған еркәйем,
Киң минең тыуған илем.
Айға баҫып ҡараһаң да,
Күрмәҫһең уның сиген.
Сәйфи Ҡудаш.
Мин, Башҡортостандың иң гүзәл тәбиғәтле төбәктәрҙең береһендә тыуып үҫкәнмен. Беҙҙең ауыл ике йылға араһында урынлашҡан. Бер яҡтан Ағиҙел йылғаһы, икенсе яҡтан Кама йылғаһы сикләп тора, ә ауыл уртаһында ҙур күл бар. Ул күлдә хатта балыҡтар ҙа бар.Бала-саға,ҡарт-ҡоро йәйен-ҡышын балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Ауылдан алыҫ түгел урман башлана. Еләкле яландары күп. Йәй ямғырлы килһә, бәшмәк күп үҫә, ә үҙебеҙҙең баҡсала алма, ҡарағат, ҡурай еләге, сейә, слива, еләк - тағы ла әллә күпме емеш-еләк үҫтерергә була.
Мин быйыл йәйге каникулда Ҡара диңгеҙгә ял итергә барҙым. Көнө буйына һыу ҡойондом,ҡояшта ятып ҡыҙындым. Минең кеүек ял итергә килгән ҡыҙҙар менән таныштым. Ул ҡыҙҙар менән диңгеҙ буйында йүгерешеп уйнаныҡ, ҡабырсаҡтар йыйҙыҡ. Шулай итеп ун көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шуға ҡарамаҫтан, кис етһә, үҙебеҙҙең ауылға ҡайтҡы килә башланы. Өләсәйемдең тәмле сәйен һағындым, хатта эт менән бесәй ҙә ҡәҙерле булып күренде.
Үҙебеҙҙең ауылға ҡайтҡас, еләк- емешле яландарға йөрөнөм, төрлө-төрлө сәскәләрҙән букет яһаным. Ағиҙел йылғаһында һыу ҡойондом. Ҡара диңгеҙҙән кәм булманы шикелле.
Простые летающие модели из бумаги
Барсучья кладовая. Александр Барков
Невидимое письмо
Басня "Две подруги"
Рисуем "Осенний дождь"