ШИШМӘ –ЙӘШӘҮ СЫҒАНАҒЫ
фәнни эҙләнеү эше
Вложение | Размер |
---|---|
tema1shishm-yshu_syganagy.iss_.docx | 55.66 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Муниципаль район
Яңы Ҡабан ауылының урта (тулы) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
“ ШИШМӘ –ЙӘШӘҮ СЫҒАНАҒЫ”
ТИГӘН ТЕМАҒА ФӘННИ ЭҘЛӘНЕҮ ЭШЕ.
Үтәне: 9-сы синыф уҡыусыһы
Яппаров Ғәлинур
- 2015 йыл -
- 1-
Тема: “Шишмә – йәшәү сығанағы”
Автор: Яппаров Ғәлинур. Фәнни етәксеһе: Хәмитова Рәсиә Нурислам ҡыҙы.
Эҙләнеү объекты: йылға-күлдәрҙең атамаларын өйрәнеү; Актуаль әһәмиәте: - ер-һыу атамаларының тарихын һәм мәғәнәһен аңлап, киләсәктә тирә-яҡ мөхиттең сафлығын, таҙалығын үҫтереү; -тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; Маҡсат: а) тыуған илгә, ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү; б)тыуған төйәктең тәбиғәтен, һыу сығанаҡтарын өйрәнеү теләге булдырыу; в) тәбиғәткә,йәнлектәргә,ҡоштарға,балыҡтарға һаҡ мөнәсәбәт булдырыу,уларға ярҙам итеү. Ҡулланылған әҙәбиәт: 1.“Башҡортостан Республиканың һыуҙар объекттарҙың русса-башҡортса һүҙлеге”. Төҙөүселәре: Хисамитдинова Ф.Г.,Шакуров Р.З.,СиразитдиновЗ.А. Юлдашбаев Ю.Х. -Уфа: Китап,2005.-256б. 2. “Салауат күпере: Тарихи-публицистик һүрәтләмә” Шакиржанов М. БР-ның “Нефтекама Матбуғат йорто”дәүләт унитар предприятиеһе.2010-52б.
Республикабыҙҙа ярты меңдән ашыу ҙур һәм бәләкәй йылғалар, меңгә яҡын күл, илленән ашыу минераль сығанаҡ иҫәпләнә.Һаҙлыҡтар ҙа байтаҡ. Павловка, Нөгөш, Ҡарламан һыуһаҡлағыстары бар. Һәр йылға, күл тураһында йыр, легенда,риүәйәт сығарылған.Ҡайһы төбәктә генә аҡмаһын-урманлы урындамы, ялан ашамы,туғай буйлапмы-уның матурлығы маҡталған.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында ике һылыу йылға – Ағиҙел һәм Кама ҡушылған ерҙә Краснокама районы урынлашҡан. Ул 1930 йылдың 20 авгусында бар-лыҡҡа килгән. Дөйөм майҙаны 152 мең гектар.Район төньяҡтан көньяҡҡа 70 км-ға һуҙылған, көнбайыштан көнсығышҡа 50 км. Район үҙәге-Николо- Березовка атамаһын йөрөткән эшселәр ҡасабаһы.
Тәбиғәт Краснокама ерлеген йомарт бүләкләгән. Уны Танып, Әмзә, Березовка, Кунь, Кәлтәй йылғалары һәм бик күп һандағы күлдәр биҙәй. Үҫемлектәр донъяһы төрлө-төрлө. Ҡарағай урмандары “тәбиғәт һәйкәле”тип иғлан ителгән һәм һаҡлауға мохтаж булып торалар.
Беҙ районыбыҙҙың иң күркәм төбәгендә-Сауз ауылында йәшәйбеҙ. Беҙҙең Сауз ауылы шундай уҡ атамалы 12 км-ға һуҙылған күл буйында ултыра. Күл “Становое” һәм “Майляш” протоктары аша Камаға, ә Яго,Корго,Тоба күлдәре аша Ағиҙел йылғаһына ҡушылған.
Күл атамаһының килеп сығышы тураһында ике легенда йәшәй.Сауз мәктәбендә 27 йыл директор булып эшләгән Солтанов Рафаэль ағай үҙенең ҡартатайынан ишеткән легенданы һөйләгәйне. Урындағы күл Кама йылғаһы менән ҡушыла. Ауылға нигеҙ һалыусы Йосоп, Бикмулла һәм Шаях кәмәлә йөҙөп йөрөгәндәр. Улар “сәйәхәт” иткән ваҡытта күлдең икенсе
-2-
осо Ағиҙелгә ҡойолғанын күреп бик аптырағандар.Ҡушылған ерҙең формаһы иренгә оҡшап торған,шуға ауылды ла, йылғаны ла “Ауыҙ”(рот)тип атағандар. Һуңынан“с”-хәрефе ҡушылған һәм Сауз тип йөрөтә башлағандар.
Икенсе төрлө легенда ла бар .Бер күсеп килеп йәшәүсе Биктаһир исемле кешенең улы күлдә батып үлгән һәм ҡайғыға батҡан. Ата был күлде ҡарғап “Яуыз”(злодей) тип атаған тигән фараз да йәшәй халыҡта.
Ваҡыт үтә тора, күл дә кешегә үҙенең файҙаһын килтерә, халыҡ унда балыҡ тота. Улын юғалтҡан атаның да күлгә ҡарашы үҙгәргән һәм ул уны “Сауз” тип атаған. 1821 йылда Янша исемле бай күлдең түбәнге осоноң тар урынында тирмән төҙөгән. Ләкин ул оҙаҡ эшләмәгән, сөнки ул һыуҙың килеүенә ҡамасаулаған.
Был күлдең ярында шишмә булған ти. Уны Камай исемле кеше ҡараған һәм тәрбиә-ләгән. 1995 йылда үлгәс, сығанаҡ сүпләнгән һәм ҡороған. Ләкин ауыл халҡында Камай тураһында иҫтәлек булып исеме ҡалды. Күреүегеҙсә,күл киңәйә бара.Киңлеге буйынса Ағиҙел йылғаһынан өҫтөнөрәк.
Бәлки, Сауз күленең атамаһы “сауыл”-“береза”тигән башҡорт диалект һүҙенән килеп ингәндер ҙә, һүҙ аҙағындағы “л” “ҙ”-ға әйләнгән тигән ҡараш “Башҡортостан Республика-ның һыуҙар объекты”тиелгән русса-башҡортса һүҙлектәге аңлатмала. (163б).
Икенсе ҙур күл “Йәйенле” (Сомовое)тип атала, сөнки бында йәйен балығы күп. Ул беҙҙең ауылдан 4 километр алыҫлыҡта урман эсендә ята. Бындағы имән ағастары кабандарҙы, ҡырағай бал ҡорттарын, төҙөү материалы булараҡ кешеләрҙе лә үҙенә йәлеп итә. Аҙаҡҡы йылдарҙа Ағиҙел менән Кама йылғалары бик һайыҡты һәм 10 километрға тиклем сигенде, үҙ юлында күп төрлө күлдәр ҡалдырҙы, ҡайһы берҙәре ҡороно, ә ҡайһылары йәшәүҙәрен дауам итте.Күл уртаһында утрау барлыҡҡа килде, ләкин хәҙер был ерҙәр беҙҙеке түгел инде, ул Удмуртияға күсте.
Шулай уҡ беҙҙең тирәлә “Торналар” күле бар. Урман уртаһында түңәрәк күлдең һыуы таҙа булған. Шуға күрә лә унда аҡҡоштар төшкән. Шуға элек уны “Аҡҡош” күле тип атағандар. Тәрәнлеге 3 метр, киңлеге 50метр,оҙонлоғо 1 километр самаһы. Күлдә ала табан, суртан, сабаҡ, алабуға,ҡара балыҡ, ҡыҙылғанат үрсегән.
Мин тәбиғәт ҡосағында булырға бик яратам. Буш ваҡытымда балыҡ тотам, көҙөн-гөмбә (бәшмәк), йәйен-емеш-еләк йыям,ҡышын саңғыла йөрөйөм. Беҙҙә урмандар, аҡландар, ялан- баҫыуҙар, шишмә-күлдәр, йылғалар күп. Ауыл-ҡалалар һыу буйҙарына урынлаша. Сөнки һыу –йәшәү сығанағы. Һыу бәләкәй генә шишмәнән башланған кеүек, тыуған илдә ошонда башлана. Һыу сығанағының тирә –яғын сүптән, кешелекте ҡороуҙан һаҡлар кәрәк.
Тыуған ауылыма, тирә-яҡ мөхиткә бәйләнешле ер-һыу атамаларының килеп сығыуы тураһындағы легенда, риүәйәттәрҙе йыйыу миңә бик оҡшай. Үҙем йәшәгән ерҙең тарихын белеү, минең рухымды байыта, тормошомдо ҡыҙыҡлы итә.
Два петушка
Как нарисовать китайскую розу
Рисуем лошадь акварелью
Рисуем осень: поле после сбора урожая
Ворона