Инша
Вложение | Размер |
---|---|
insha_professiya.docx | 14.58 КБ |
Инша.
Минең буласаҡ профессиям.
Мәктәпте тамамлау менән һәр кем үҙенә яңы тормош юлын һайлай. Беҙҙең алда профессия һайлау маҡсат булып тора.Әллә күпме профессия араһынан оҡшағанын һайлап алыу еңел эш түгел әлбиттә. Мин яратҡан һөнәремде күптән һайланым ул, ләкин эшләй алырмынмы икән тип борсолам. “Эш урынын кешене биҙәмәй,ә кеше эш урынын биҙәй”тиҙәр бит.
Киләсәктә мин теш врачы буласаҡмын. Үҙемдең профессиямдың ниндәй ауыр һәм яуаплы эш икәнен аңлайым.Беренсе ҡарашҡа еңел тойолған был эш күп көс һәм энергия талап итә.Ныҡлы белем һәм үҙенең эшен яратҡан кеше генә ысын врач була ала. Ап-аҡ халат кейеп... Теше һынған, һыҙлаған кешенең...
Киләсәктә врач булам тигән хыялым һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ. Врач (доктор) кешенең ғүмерен оҙайта.Сирһеҙ кеше булмай. Доктор һәр ерҙә лә востребован.
Кешене кеше итеүсе – хеҙмәт. Эш эшләгән кешене ярата. Буй эшләмәй-ҡул эшләй. Эшлеклене эш баҫыр, эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр. “Ҡояшлы урамды Тултыра кешеләр. Һәр береһе ашыға Ашыға эшенә”.(Х.Ғиләжев)
Бына хикмәт,аҡ икмәкте үҫтерә бит ҡара ер.
Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа, Ғәжәп матур көн бөгөн! Ҡулға тотоп алғы килә Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн. (С.Әлибай)
Мамыҡ ҡар яуа Шундай саф һауа, Саналар һөйрәп, Беҙ киттек тауға. (Ш.Биҡҡолов)
Инша.
Мин бишенсе синыфта уҡыйым һәм һөнәр һайлау тураһында уйлана башланым.Һөнәр һайлау бик ҡатмарлы эш,уны һайлағанда яңылы-шырға ярамай.Күптән түгел бер китапта Башҡортостандағы уҡыу йорттары тураһында уҡыным. Һәм мине Бөрө ҡалаһындағы медик-фармацевтика колледжы ҡыҙыҡһындырҙы.Ни өсөн был һөнәр миңә оҡшай.Сөнки миңә аҡ халатлы табип кешеләр бик оҡшай. Минең бәлә-кәй тормошомда табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килде.Улар бик яҡшы мөләйем кешеләр, улар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙалар.Бер заман шундай осраҡ булды.Мин велосипедтан йығылып ҡулды һындырҙым. Мине хастаханаға больницаға илттеләр.Унда мине бик һәйбәт хирург ҡараны, ул көлөп мәҙәктәр һөйләп минең ҡулды яңынан бәйләне.Тағы ла бер осраҡ булды,мин ҡарбаҙға йығылдым һәм битте йырттырҙым. Шул уҡ хирург минең яраны тегеп ҡуйҙы,хәҙер бер эҙе лә юҡ. Минең үҙемдең хирург булырға теләгем юҡ.Сөнки был бик ҡатмарлы һәм яуаплы эш. Мин үҙем фармацевт булаһым килә. Был эштә медицина менән бәйле. Фармацевт-дарыу эшләй, ул һатыу эше.Улар аптекала эшләйҙәр.Фармацевт химияны, биологияны.математиканы яҡшы белер-гә тейеш.Уларҙың бик һәйбәт хәтере булырға тейеш. Минең уҡыуымды нығытырға ваҡытым бар әле. Хәҙер минең маҡсатым бар. Минең бөтә кешегә ярҙам итәһем килә. Фармацевтика - ул шундай һөнәр кешегә ярҙам итеү.
Инша.
Минең буласаҡ профессиям.
Мәктәпте тамамлау менән һәр кем үҙенә яңы тормош юлын һайлай. Беҙҙең алда профессия һайлау маҡсат булып тора.Әллә күпме профессия араһынан оҡшағанын һайлап алыу еңел эш түгел әлбиттә. Мин буласаҡ һөнәремде күптән һайланым, ләкин ул эш оҡшармы –юҡмы, белмәйем. Мин үҫкәс,психолог булып, кешеләрҙең күңел тыныслығын һаҡлағым килә. профессияһын
Нечаянная победа. Айзек Азимов
Ах эта снежная зима
Можно от Солнца уйти...
Рыжие листья
У меня в портфеле