Тәбиғәт һәм кеше... Кеше һәм тәбиғәт...
Улар бер – береһенә үтә лә яҡын, айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Сөнки беҙҙе ашатҡан да, эсергән дә, кейендергән дә, үҙ ҡуйынына һыйындырған да – Ер-әсә. Тик кешелек Ер-әсәбеҙҙең әсәләрсә хәстәрлегенә нисек яуап бирә һуң? Ни өсөн кемдер Башҡортостан тәбиғәтен маҡтап һоҡланған саҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев:”Туған тәбиғәтебеҙ ярҙамға мохтаж!- тип яр һала. Үҙенең ялҡынлы әҫәрҙәре аша халыҡ аңына барып етергә, томаланған күҙен асырға тырыша. “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Башҡортостан бында башлана”, “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”, “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”,”Барып етһен ине хаттарым” әҫәрҙәре Ер-әсәнең аһ-зары булып яңғырай түгелме? Уның тәбиғәткә арналған был әҫәрҙәрендә кеше һәм экология мәсьәләләренә ҡағылышлы үтә лә ҙур проблемалар күтәрелә бит. Минеңсә, был ҡырҡыу мәсьәлә бик урынлы күтәрелә.
Вложение | Размер |
---|---|
insha_er_yazmyshy-bezzen_kulda.docx | 16.44 КБ |
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
средняя общеобразовательная школа№8
муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы
Мәләүез районы муниципаль районының
8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
бюджет учреждениеһы
Республика көнөнә һәм Рәсәйҙә экология йылына арналған Республика иншалар конкурсына
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда!
(эссе)
Үтәне: Рәхмәтуллин Нуршат Ильшат улы,
10 класс уҡыусыһы
Тикшерҙе: Рәхмәтуллина Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Мәләүез - 2017
Тыуған еребеҙҙең армыт-армыт тауҙарына, көмөш һыулы йылғыр йылғаларына, шау ағаслы урмандарына, көҙгөләй ялтырап ятҡан күлдәренә, урман тулы кейектәренә, хуш еҫ бөрккән мең төрлө сәскәләренә кем генә һоҡланмаған да, кемдең генә күңелендә шиғри юлдар теҙелмәгән. Кемдер тыуған ере гүзәллеген иҫ китмәле картина аша сағылдырһа, кемдеңдер күңеленән йыр булып урғылып сыға тыуған еренә, тыуған тәбиғәтенә булған һөйөүе. “Башҡортостан - ул “Икенсе Швейцария”- тиһә берәү, икенсеһе, мәҫәлән, Мәскәүҙән килгән илгиҙәр, сәнғәт белгесе Сергей Лебедев һоҡланыуын белдереп : “Был Рио-де-Жанейро йәки Сан-Франциско ла түгел. Йөҙ тапҡыр яҡшыраҡ!”-ти. Өсөнсөһө: “Бында бәхетле кешеләр йәшәй!”- ти Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланып.
Тәбиғәт һәм кеше... Кеше һәм тәбиғәт...
Улар бер – береһенә үтә лә яҡын, айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Сөнки беҙҙе ашатҡан да, эсергән дә, кейендергән дә, үҙ ҡуйынына һыйындырған да – Ер-әсә. Тик кешелек Ер-әсәбеҙҙең әсәләрсә хәстәрлегенә нисек яуап бирә һуң? Ни өсөн кемдер Башҡортостан тәбиғәтен маҡтап һоҡланған саҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев:”Туған тәбиғәтебеҙ ярҙамға мохтаж!- тип яр һала. Үҙенең ялҡынлы әҫәрҙәре аша халыҡ аңына барып етергә, томаланған күҙен асырға тырыша. “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Башҡортостан бында башлана”, “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”, “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”,”Барып етһен ине хаттарым” әҫәрҙәре Ер-әсәнең аһ-зары булып яңғырай түгелме? Уның тәбиғәткә арналған был әҫәрҙәрендә кеше һәм экология мәсьәләләренә ҡағылышлы үтә лә ҙур проблемалар күтәрелә бит. Минеңсә, был ҡырҡыу мәсьәлә бик урынлы күтәрелә.
Үҙем шаһит булған бер күренеш тураһында һөйләгем килә. Йәйге матур көндәрҙә беҙ ғаиләбеҙ менән Ағиҙел буйына һыу инергә йөрөйбөҙ. Ҡайһы саҡта Ағиҙел йылғаһын быуалар ҙа, быуала һыу бик күбәйеп киткәс, плотинаны асып, һыуҙы ағыҙып алалар. Шулай бер көн ,ғәҙәттәгесә, ғаиләбеҙ менән эҫе көндән һуң туйғансы һыу инеп, еләҫләнеп ҡайтыр өсөн Ағиҙел буйына юлландыҡ. Килеп етеү менән аптырап ҡалдыҡ: йылға ярайһы ғына күтәрелгән, бәләкәй ярҙарынан сыҡҡан, беҙ һыу инә торған, шағирҙар маҡтап телгә алған, йырсылар маҡтап йырлаған һылыу Ағиҙелебеҙҙең өҫтөндә нимәләр генә юҡ: полиэтилен тоҡтар, шешәләр, аяҡ кейемдәре, ағас ботаҡтары, балалар уйынсыҡтары, тағы әллә нимәләр! Унда-бында күренеп ҡалған тулҡындар:”Ҡотҡарығыҙ мине, кешеләр!”-тип һуҙылған ҡулдарға оҡшап китте. Ә йәйге ҡояш нурҙарында ялтырап киткән тулҡындар күҙ йәштәрен хәтерләтте.
Шул ваҡыт был әйберҙәр нисек йылғаға килеп эләккән һуң, тигән уй үтте башымдан. Тимәк, бөтә был әйберҙәр яр ситендә ятҡан һәм йылғалағы һыу күтәрелеү менән улар йылғаға эләккән, ағым уларҙы ағыҙып алып киткән. Аңлашылды, тик бер нәмәнән башҡаһы: ни өсөн кеше үҙенең эсәр һыуына төкөрә, йыуыныр һыуын бысрата? Был бит кешеләрҙең тәбиғәткә, һуңғы сиктә үҙенең һаулығына битарафлығын аңлата. Ә һаулығы ҡаҡшаған кешенән ауырыу балалар тыуа, халыҡ, милләт физик яҡтан көсһөҙләнә. Һуңғы ваҡытта табиптар сабыйҙарҙың төрлө аллергия ауырыуҙарына бирешеүсәнлеген күҙәтә, балалар төрлө миңдәр, таптар йәғни тире ауырыулы булып тыуа. Уйланырға урын бар.
Экология мәсьәләһе - 21 быуат бәләһе. Уйлап ҡараһаң, күпме ер аҫты байлыҡтары ҡаҙыла, урмандар аяуһыҙ киҫелә, һулар һауабыҙҙы бысратыусы күпме завод-фабрикалар төҙөлә. Ә бит тәбиғәттә лә бер нәмә лә мәңгелек түгел, туған тәбиғәтебеҙгә үҙенең сафлығын мәңгелеккә юғалтыу ҡурҡынысы янай.
Шуның өсөн, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау тик экология йылында ғына күҙ уңында булырға тейеш түгел, ә һәр ваҡыт, һәр көн ошо проблема өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ, минеңсә. Ер яҙмышы- минең, һинең, беҙҙең ҡулда. Һәр кем был эште үҙенән: тәбиғәткә зыян килтермәүҙән, уға файҙа килтереүҙән, йәғни, бәләкәй генә эштәрҙән башлаһа, ҙурырыҡ предприятие, ойошма, завод етәкселәре үҙенә күберәк файҙа килтереүҙән тыш экология мәсьәләләрен дә ҡайғыртһа, ил башлығы республиканың иҡтисади үҫеше менән бер рәттән, тыуған ер рухын күңелендә тотоп, халыҡтың киләсәген ҡайғыртып тәбиғәтебеҙгә зыян килтерерҙәй ҡарарҙар ҡабул итмәһә, бәлки йәшел бишегебеҙҙе төрлө афәттәрҙән йолоп ҡала алырбыҙ. Был йәһәттән мин Р.Бикбаев саҡырыуҙарын хуплайым:
...Ҡурсалайыҡ ғәзиз еребеҙҙе,
Булғанда ла юлда мең кәртә.
Тыуған ерен һатҡан бәндә оҡшар
Үҙ әсәһен һатҡан мөртәткә.
Ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә саҡта,
Ҡул ҡаушырып, ғәмһеҙ ятмайыҡ.
Һаҡлайыҡ беҙ ғәзиз Ер-әсәне.
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ!
Несчастный Андрей
Рукавичка
Как нарисовать осеннее дерево акварелью
Алые паруса
Как нарисовать черёмуху