Республика көнөнә арналған иншалар конкурсы.
Вложение | Размер |
---|---|
er_yazmyshy_guldar.docx | 920.73 КБ |
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда. Юл яҙмалары.
Алыҫ Себерҙән апайым ҡунаҡҡа килде. Уның иҫе китеп: “Һеҙҙә тәбиғәт шул тиклем матур, әйтерһең дә ул бөтөнләй тейелмәгән!”- тигән һүҙҙәре мине бер аҙ уйландырҙы. Матурлыҡты ла, йәмһеҙлекте лә кеше үҙ ҡулдары менән яһай. Тик беҙҙә бөтәһе лә яҡшы түгел.
2017-се йылдың 20 июль иртәһе. Иртүк тороп беҙ әсәйем, апайым менән ауылыбыҙҙы уратҡан тәбиғәт ҡосағына ашығабыҙ. Сәйәхәтебеҙ оҙон, әммә ҡыҙыҡлы булыуы менән кинәндерә ине. Шул уҡ ваҡытта тыуған еребеҙҙең яҙмышы беҙҙең ҡулда икәнлеген аңлап, мин үҙем өсөм ниндәйҙер һығымта эшләрмен тип инандым.
Бер саҡрым тирәһе араны беҙ тауға үрмәләйбеҙ. Уңға боролғас, тигеҙ юл буйлап атлайбыҙ һәм зифа ҡайындар үҫкән урманға барып керәбеҙ. Иртәнге тынлыҡ беҙҙе таң ҡалдыра. Ҡояш ҡына юғары күтәрелеп, ҡыҙҙыра башлай. Ҡайындар араһында ҡуйы-йәшел күлдәктәрен кейгән шыршылар ҙа күренеп ҡала. Әммә ошо матурлыҡты боҙоп, һул яҡта сүплек күренеп ята. Ниндәй йәмһеҙ күренеш!?
Ә бына, тағы ла текә тауға үрмәләйбеҙ һәм беҙгә ауылыбыҙҙың иҫ киткес күренештәре асыла. Тауҙың аҫтынан ғына таҙа һыулы шишмә урғып сыға ла, мул һыулы Йүрүҙәнгә ҡоя. Ауыл халҡы был шишмәгә “Нурый”(шишмәгә нигеҙ һалыусы бабай иҫтәлегенә ) тип исем биргән. Үткән йылда районыбыҙҙа “Йәшә, шишмә!” акцияһы үткәрелде. Беҙҙең уҡыусылар, ауыл халҡы бергәләп шишмә буйын таҙартып, йәмләп, кәртәләп тә ҡуйҙыҡ. Был күренеш барыһын да кинәндерҙе. Үҙебеҙҙе уратҡан матурлыҡты һаҡлап ҡалмаһаҡ, киләсәктә ул кемгә кәрәк буласаҡ?
Юғарынан ҡарағанда, Йүрүҙәнебеҙ икегә бүленгән ерҙә утрау балҡый. Ошо матурлыҡ тағы ла таң ҡалдыра! Күрә белһәң, бындай мөғжизәле урындар ауылыбыҙҙа бик күп. Тик барыбер кемдер ошо күренеште боҙа. Элек был урында ерек ағастары үҫкән, ә хәҙер? Кемгә һуң уларҙың зыяны тейгән һәм кем уларҙы сабып ташлаған? Беҙ, мәктәп уҡыусылары, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартҡанда, киләсәктә ошо урында йәш ағас үҫентеләре ултыртырға, мөғжизәле урындарҙы ҡурсалайыҡ тип маҡсат ҡуйҙыҡ.
Йор үҙәнебеҙҙең яры буйлап атлайбыҙ. Беҙ төшкән тау ауылыбыҙҙың ғорур һаҡсыһы төҫлө тойола. Ауылыбыҙҙа иң бейек булғанға күрә халыҡ уға Бейектау тип исем ҡушҡан. Уның бейеклеге – 200 метр. Ер әсәбеҙ бүләк иткән ошо хозур тәбиғәтебеҙ менән һоҡланмау мөмкин түгел! Был матурлыҡты күрә белергә, һәм дөрөҫ файҙаланырға ғына кәрәк.
Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ошо сәйәхәттән һуң мин кеше тормошо ер, тәбиғәт менән айырылғыһыҙ икәнен аңланым. Шуның өсөн дә беҙ йәмле тыуған еребеҙҙе яратырға, уны һаҡлау өсөн көрәшергә тейешбеҙ. Был йүнәлештә беҙҙең мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы һәр ваҡыт йылға, шишмә буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып өмәләр үткәрә. Еребеҙ бүләк иткән матурлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә! Тәбиғәт әсәбеҙ беҙҙе туйындырыусы ла, йәшәргә көс-дәрт биреүсе лә! Тормош өсөн кәрәк әйберҙәрҙе беҙ тәбиғәттән алабыҙ: аҙығын да, кейемен дә, йәшәр өсөн торлағын да. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында дәүләт законы ла бар. “Тыуған ерҙең тәбиғәтен һаҡлау, тәбиғи байлыҡтарҙы дөрөҫ файҙаланыу һәр кеше өсөн мәжбүри”, тип яҙылған унда. Хәҙерге ваҡытта тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы айырыуса мөһим. Бының сәбәптәре бик күп: төрлө радиоактив мәтдәләр, завод-фабрикаларҙың һауаны бысратыуы, уңышын арттырыу өсөн ҡулланылған химик ашламаларҙың һибелеүе, ҡайһы бер кешеләрҙең сүп-сарҙы тейешле урынға ташламауҙары. Был еребеҙҙең киләсәге өсөн бик ҡурҡыныс!
Кешеләр тәбиғәткә зыян килтерә икән, тимәк, улар үҙҙәренә ҙур зарар килтерә тигән һүҙ. Әммә ышаныс бар, халыҡ беҙҙә тырыша. Шуға күрә һәр ҡайһыбыҙ – кесеһе лә, олоһо ла тәбиғәтте һаҡлап, киләсәктә уны ҡурсалау өсөн көрәшергә тейешбеҙ. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда!
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда.
Ғалимова Гөлдәр
Салауат районы Мәсетле төп дөйөм
белем биреү мәктәбенең
VIII класс уҡыусыһы
Уҡытыусыһы: Мәсетле төп дөйөм белем
мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы
Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы
2017
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда.
Галимова Гульдар, VIII класс
Муниципальное общеобразовательное
бюджетное учреждение основная общеобразовательная
школа села Мечетлино МР Салаватский район
Учитель: Нигаматова Альбина Альфредовна
учитель башкирского языка муниципального
общеобразовательного бюджетного учреждения
основная общеобразовательная школа с.Мечетлино
2017
Судьба земли в наших руках.
Галимова Гульдар, VIII класс
Муниципальное общеобразовательное
бюджетное учреждение основная общеобразовательная
школа села Мечетлино МР Салаватский район
Учитель: Нигаматова Альбина Альфредовна
учитель башкирского языка муниципального
общеобразовательного бюджетного учреждения
основная общеобразовательная школа с.Мечетлино
2017
На горке
Самарские ученые разработали наноспутник, который поможет в освоении Арктики
Рисуем домики зимой
В чём смысл жизни. // Д.С.Лихачев. Письма о добром и прекрасном. Письмо пятое
За еду птицы готовы собирать мусор