"Илен Һөймәҫ кенә телен һөймәҫ"
Вложение | Размер |
---|---|
lidiya_insha-tel.docx | 18 КБ |
Аманатҡа хыянат итмәйек, милләттәштәрем!
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең телем юҡ,
Телен һөймәҫ кенә илен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Рәми Ғарипов
Минең туған телем - башҡорт телен һаҡлау, уны өйрәнеү мәсьәләһе әлеге көндә Башҡортостанда актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ: телебеҙ булмаһа, халҡыбыҙ ҙа, уның тарихы ла юғаласаҡ.
ЮНЕСКО килтергән мәғлүмәттәрҙе ҡараһаҡ, ер йөҙөндә әлеге мәлдә алты мең төрлө тел бар. Уларҙың яртыһы, шул иҫәптән башҡорт теле лә, юғалып барыусы телдәр исемлегенә индерелгән.
Башҡорт теленең ЮНЕСКО тарафынан «юғалып барыусылар» исемлегенә индерелеүе, әлбиттә, бик аяныслы хәл.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя дәүләттәре һәм республикабыҙҙың мәғариф үҙәге күргән саралар ғына был еңел булмаған мәсьәләне тиҙ арала хәл итә алмай.Телебеҙҙе һаҡлап ҡала алырбыҙмы, юҡмы? Әлбиттә, барыһы ла үҙебеҙҙән тора.
Ә беҙ бит тел аша аралашабыҙ, халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнәбеҙ; телебеҙ барҙа, илебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә, иркебеҙ ҙә буласаҡ.Тик ниңәлер минең тиҫтерҙәрем генә түгел, ә ҡайһы саҡта оло быуын кешеләренең дә үҙ телебеҙҙе белмәүе һәм аралашмауы мине борсоуға һала, уйландырырға мәжбүр итә. Ә сәбәбе нимәлә?
Беренсенән, күп ата – әсәләр балаларына иң тәүҙә үҙебеҙҙең туған телдә түгел, ә урыҫ телендә аралашырға өйрәтә, урыҫ исемдәрен ҡуша. Саф башҡортса «атай» һәм «әсәй» тип өндәшер урынына, улар урыҫса «мама» һәм «папа» тип һөйләшә.
Икенсенән, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре йылдан-йыл ҡыҫҡартыла, башҡорт балалары үҙ телен, халҡының тарихын төплө итеп өйрәнә алмай.
Өсөнсөнән, китаптар, башҡорт телендә баҫылған гәзит-журналдарҙы уҡымайбыҙ, китапханаларға йөрөмәйбеҙ, сөнки бар донъя әлеге заманда компьютерға барып тоташҡан. Бөтөн дәреслектәр, хатта әҙер өйгә эштәр ҙә шунда.
Ә интернет селтәренә килгәндә, күптәребеҙ башҡортса аралашабыҙ тип, урыҫ һүҙҙәрен ҡушып, төрлө-төрлө яҙыуҙар яҙа. Ә тикшерә башлаһаң... хаталарҙың осо юҡ. Ә унда бит нисәмә миллион кеше ултыра. Шулай итеп, беҙ үҙебеҙҙе генә түгел, ә халҡыбыҙҙы ла ла оятҡа ҡалдырабыҙ, наҙанлығыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.
Мине, башҡорт телен өйрәнеүсе һәм башҡорт гимназияһы уҡыусыһы булараҡ, был һорау көндән-көн борсой, башта төрлө һорауҙар тыуҙыра, уйландыра.
Ҡайһы бер башҡорттар ни өсөн телдәрен өйрәнергә теләмәй һуң? Кемдән ҡурҡабыҙ, оялабыҙ? Үҙ телебеҙҙә иркен аралашҡан өсөн береһе лә ауыҙыбыҙға һуҡмаясаҡ бит. Мәҫәлән, күрше Татарстан республикаһын ғына ҡарайыҡ. Унда баш ҡалаларында ғына түгел, ә бөтөн райондарында ла үҙ телдәрендә иркен һәм таҙа аралашалар. Хатта магазинда тауарҙарҙың хаҡтары ла үҙ телдәрендә ҡуйылған.
Ә беҙҙә һуң? Телебеҙҙе белеүселәр һаны көндән-көн кәмей. Белеү генә түгел, ҡайһы берҙәр өйрәнергә лә теләмәй.Урамдарҙың исемдәрен таҡталарға дөрөҫ итеп тәржемә итмәйҙәр. Башҡорт ауылдарында мәктәптәрҙе ябыу ҙа хафаға килтерә. Әлбиттә, һанай башлаһаң, күп миҫалдар килтерергә мөмкин.Тик шымып ҡалырға ярамай.
Беҙ, башҡорт халҡы, эшләһәк булдырабыҙ. Бөйөк шағирыбыҙ, республикабыҙҙың аҫыл улы Рәми Ғарипов үҙе генә нимә тора һуң!? Ҡыҫҡа ғына тормош юлында милләтебеҙ тарихында тәрән һәм яҡты эҙ ҡалдырған, бер туҡтауһыҙ ижад иткән, иң мөһиме – бер кемдән дә һәм бер нимәнән дә ҡурҡмаған, илем, телем, ерем тип, бар йөрәге һәм күңеле менән янып йәшәгән. Беҙгә лә унан өлгө алырға кәрәк, сөнки беҙ тотонмаһаҡ, бер кем дә был эште атҡармаясаҡ.
Ағас тамыры менән, кеше нәҫеле менән көслө, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр боронғолар. Ғорурланырлыҡ бай тарихы һәм мәҙәниәте булған башҡорт халҡы үҙенең телен һаҡлап ҡалырға, уны киләсәк быуындарына еткерергә булыслы, сөнки тел һаҡланһа, милләт тә һаҡланасаҡ.Тел юғалһа, милләт тә юғала.Телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлайыҡ, үҙ милләтебеҙҙең ысын патриоттары булайыҡ!
Весёлая кукушка
Снеговик
Будьте как солнце!
Сверчок
Девятая загадочная планета Солнечной системы