Башҡорт батыры, ихтилалсы, шағир-импровизатор Салауат Юлаевҡа арналған эш.
Вложение | Размер |
---|---|
gr_z_salauat_yulaev_tere_bulha.docx | 901.95 КБ |
Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...
Көҙҙөң матур иртәһе ине. Мин әсәйемдең наҙлы тауышына уянып, тәҙрәгә ҡараным. Көн шул тиклем ҡояшлы икән! Уның яҡтылығына, матурлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел! Тик репетицияға һуңға ҡалыу уйы ғына мине был гүзәллекте ташлап, Салауат Юлаев майҙанына барырға ашыҡтырҙы.
Мин икенсе курста уҡыйым. Иртәгә Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Шунда беҙҙең драма түңәрәге сығыш яһарға тейеш. Был эшкә мине етәксе итеп ҡуйҙылар. Йүгерә-атлай китеп барам. Ҡояш нурҙары күҙгә ялт-йолт яҡтырта. Эргәмдән үткән кешеләр ҙә минең кеүек ҡайҙалыр ашығалар.
Бындай тиҙлек менән майҙанға “һә” тигәнсе килеп еттем. Мин ни тиклем ашыҡһам да, иптәштәремдең береһе лә юҡ! Ярар, мин әйтәм, улар килгәнсе бер аҙ эскәмйәлә ултырып, арыған аяҡтарымды ял иттереп алайым. Эскәмйәгә табан юлланам. Әммә шул ваҡыт ҡарашым Салауат Юлаев һәйкәле янында баҫып торған үҫмергә төшә, уның ышаныс менән тулған һоро күҙҙәре бейеккә, батырҙың йөҙөнә төбәлгән. Шул саҡ күңелем шомланып китте, һәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, малайға табан атланым.
Барғас та мин уға: “Һаумы”, - тип өндәштем. Ул миңә моңһоу ҡарашын ташлап, яҡын кешеһен осратҡандай йылмайып: “Һаумыһығыҙ. Мин Ирек булам,” – тине. Мин уға ҡарап:
өндәштем.
бирелергә мөмкин һуң?
Беҙ эскәмйәгә яҡынлаштыҡ.
Күптән түгел икенсе мәктәпкә күстем. Унда уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик яҡшы. Уҡыр өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Әммә класташтар араһында бер башҡортса һөйләшкән кеше лә юҡ. Шуның өсөн мин көн дә ошо таш һәйкәл янына килеп, был күренештән ҡотолоу юлдарын эҙләй-эҙләй Салауат менән әңгәмәләшәм. Эх... Әгәр ҙә Салауат тере булһа...
Ҡапыл малайҙың күҙҙәрендә йәштәр күренде. Шул саҡ минең иптәштәрем дә күренде. Миңә китергә ваҡыт еткән ине. Ләкин ошо минуттарҙа мин Иректе ташлап китә алмай инем.
йәме? Ярар, әлегә хуш бул. Миңә китергә кәрәк, - тинем дә дуҫтарым янына ашыҡтым.
Иртәгәһенә майҙанға килеү менән, мин тирә-яҡҡа күҙ һалдым.
Майҙанда кеше бик күп түгел, ләкин Ирек күренмәй ине. Бар ваҡыт сараның башланыуы тураһында хәбәр итеп, музыка яңғыраны. Майҙан хужаһының шиғырҙарын һөйләүселәр бер-бер артлы сыға барҙы. Беҙҙең сират еткәс, сәхнәгә күтәрелдек һәм Степан Злобиндың романынан өҙөк сәхнәләштерҙек. Бөтә ҡатнашыусыларҙың да сығыштары тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Тирә-яҡ алҡыштарға күмелде.
Шул ваҡыт мин һәйкәл янында кисәге малайҙы күреп, уға табан
йүнәлдем. Ул да мине танып, яныма йүгереп килде.
оҡшанымы?
уйламағанмын. Бөгөн мин бында килеп, үҙемә рух, дәрт алдым.
унда спектаклдәр генә сәхнәләштереп ҡалмайбыҙ, үҙебеҙҙең милли геройҙарыбыҙ, рухи ҡомартҡыларыбыҙ тураһында ла әңгәмәләшәбеҙ, туған телебеҙҙе үҫтереүгә көс һалабыҙ.
Салауат үҙе тере булмаһа ла, уның көслө рухын, бай күңел донъяһын, әҙәби мираҫын халҡыбыҙ мәңге күңелендә һаҡлаясаҡ, – тине лә мине ҡосаҡланы. Уның йөрәге “дөп-дөп” тибә ине.
Сара аҙағына яҡынлашты. Кешеләр таралыша башланы. Беҙ ҙә
хушлашып, өйгә юл тоттоҡ. Шундай бәләкәй баланың ҙур йөрәкле булыуына мин бик ҡыуандым. Минеңсә, Ирек кеүек рухлы балалар булған саҡта, Салауат рухы һүнмәйәсәк.
.
Есть в осени первоначальной...
Фильм "Золушка"
Заповеди детства и юности
"Портрет". Н.В. Гоголь
Сказка "Дятел, заяц и медведь"