Тыуған ер тураһында яҡташ шағирыбыҙ Инсур Артурҙың әҫәрҙәре бик үҙенсәлекле яҙылған.
Вложение | Размер |
---|---|
Яҡташ яҙыусылар ижады | 17.16 КБ |
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы
Бөрйән муниципаль районы Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм белем биреү
учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Республикама дан йырлайым”
конкурсына
Тема. Бер нимәгә лә алыштырмаҫлыҡ
илем. (инша)
Башҡарыусы:
Иҫке Собханғол урта мәктәбенең
9а класы уҡыусыһы Мырҙабаева Лиана
Уҡытыусыһы: Сәғитова Р.Ғ.
Иҫке Собханғол- 2016
Бында ерҙең ниғмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре.
(М.Өмөтбаев)
Быйыл 26-сы тапҡыр республикам тыуған көнөн 11 октябрҙә байрам итәсәк. Был көн беҙҙең өсөн – иң ҡәҙерле байрам.
Быуындарҙан быуындарға бөйөк ваҡиғалар, күренекле шәхестәр һәм уларҙың батырлыҡтары тураһында хикәйәләр тапшырыла килә. Шуның өсөн тыуған ил тураһында уйлағанда, уның күренекле яҙыусылары, шағирҙары, музыканттары һәм рәссамдары тураһында ла уйлайбыҙ . Был – беҙҙең тарихыбыҙ, был – беҙҙең тыуған илебеҙ.
Тыуған илебеҙ – ул көндәлек тормошота беҙҙе уратып алған ябай кешеләр. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы бөтә яҡлап та маҡтарға, данларға була. 19-сы быуат мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмәтбаев :
Бында ерҙең ниғмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре.
Йөрәк - гүйә, ҡайнар тормош,
Тойғолар ҙа изге нурҙай,
Аулай күңелде алйытып,
Йәп – йәп кенә ҡыҙы хурҙай... -
тип маҡтаған гүзәл ерҙә көн итеүебеҙ менән бәхетле беҙ.
Мин иҫ киткес матур тәбиғәт мөйөшө булған Бөрйән районында йәшәйем. Мөхәмәтсәлим Өмәтбаев кеүек тыуған ерен маҡтап, уның менән ғорурланып шиғыр ижад итеүселәр ҙә етәһе. Шуларҙың береһе Инсур Артурҙың тыуған ергә табынып яҙған әҫәрҙәре тураһында һүҙем бөгөн.
Инсур Ғәззәли улы Йәһүҙин – шиғыр оҫтаһы. Ул ысын мәғәнәһендә үҙенең тыуған ерен, илен яратҡан, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланған шағир. Мәҫәлән, уның “Тыуған ерем” тигән шиғырында иҫ киткес патриотик рух ярылып ята.
Тыуған ерем!
Һине күкрәгемә
Ҡайнар йөрәк итеп һалғанмын.
Тамуҡта ла хатта гөлдәр үҫер,
Ул да булһа һиндә.
Тыуған ерҙең, илдең ысын патриоты булыу һәр кемгә лә бирелмәгәндер.
Күкрәк һуғып ,
“Ерем” тигәс кенә,
Артыр микән уның ҡәҙере.
Илдән сығып, һине белмәһәләр,
Тыуған ерең, тимәк, булмаған.
Шулай тип кеше сәменә тейә ул. Ысынлап та, сит ерҙә үҙеңде , илеңде таныта белеү кәрәк. Сөнки данлы ерҙә йәшәп , үҙең дә уға лайыҡлы булырға тейешһең. Шағир быны оҫта аңлатып бирә.
Уралың да булған олатайҙың
Ырыҫынан бармы тамсыһы.
Ошолай ул Уралды олатайға тиңләй. Йәғни, Уралда йәшәгән халыҡ, ул - һинең ғаиләң, тип әйтергә теләй.
Ситтә йөрөгәндә, тыуған яғына булған һөйөүен, һағыныуын тәбиғәт матурлығы аша һүрәтләй.
Ошо ерҙә
Сиҙәм морон төрткән.
Ошо ерҙән һәр көн үтһәм дә,
Һағынам мин, тылсым көткәндәй,
Тауҙарым, тип йәнем өҙөлә.
Йөрәк тибә сиртеп моң-ҡылдарың,
Шишмәләрҙең ҡумыҙ көйөнә.
Тәбиғәтте йәнендәй күргән шағир өсөн шишмәләр ҡумыҙ уйнай. Бөрйән менән ғорурланыу ватансылыҡ тойғоларын асып бирә.
“Бөрйәндәре төпкөл, бәләкәй шул…”
Мин ишеттем ситтә күптәрҙән.
Белмәйенсә ниңә кәмһетергә,
Тауҙарыбыҙ ҡояш күтәргән.
Ысынлап та, шағир үҙен тауҙарыбыҙ кеүек башын юғары күтәреп, ғорур хистәрен шиғыр юлдары менән оҫта әйтеп бирә.
Тыуған ерем!
Һинең менән бергә
Мәңге ҡалыр йәшен булһамсы.
Һәр әҙәмдең йөрәк күкрәүенә
Ватан берәү, тиеп тулһамсы.
Ватан ҡәҙерен кешеләргә еткермәксе, уның ҡәҙерен белергә саҡыра.
Ни булһа ла,
Ниндәй хәлемдә лә,
Ер күтәрһен шулай үҙ итеп.
Мин йәшәрмен унда – Бөрйәнемдә,
Ташлы тауҙарын да үҙ итеп.
Мин дә шағирға ҡушылып, гелән Бөрйәндә йәшәрмен, тип уйлайым. Бындай хозурлыҡты ташлап китеү мөмкинме һуң?
Инсур Ғәззәли улынса, “ япраҡтарҙа аунап, хыял тыуа”. Һәм , әлбиттә, шиғырҙары тыуған яҡҡа һөйөү хистәре менән һуғарылған.
Эй, Бөрйәнем – тауҙар иле,
Күктәрҙә – түбәләре.
Беҙ һалабыҙ юлыбыҙҙы,
Эҙләмәй түтәләрҙе.
Үҙенең йәшәгән еренә булған мөхәббәте шиғырҙарын йырға һалырға мәжбүр иткән.
Ә миндә бит сыңлай “Сыңрау торна”,
Йөрәгемде өтә “Уралым”.
Халҡыбыҙ, илебеҙ тарихын да ул ихтирам итә, үҙенә һабаҡ ала.
Сәсәндәргә бағам шәкерт кеүек,
Күңедемдең хисен тиргәндә.
Эйәрерҙәй булам Салауатҡа,
Аҙашмаған, шөкөр, ораны.
Күңелендә ташып торған хистәр, тыуған ерен сикһеҙ яратыуы гимн яҙыу дәрәжәһенә еткергәндер. Һәр кем гимн яҙа аламы һуң?
Башҡортостан –
Һин йөрәгем бит,
Яҙмышым һиңә һыйынған бит,
Кипкән үлән һиндә йырлай хатта.
Беҙ тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белергә, тырышып уҡырға, илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булырға тейешбеҙ.
Стеклянный Человечек
Лиса Лариска и белка Ленка
Мороз Иванович
Машенька - ветреные косы
Золотой циркуль
Комментарии
эҙләнеү эшенә торошло. Һәйбәт
эҙләнеү эшенә торошло. Һәйбәт