“Йыл йылға оҡшап килмәй”, - тиҙәр боронғолар. Ҡайһы бер йылдарҙа иртә яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем туҡтауһыҙ яуған ямғыр йонсотһа, быйыл ҡояшлы, эҫе йәйҙән һуң йылы, мул көҙҙөң оҙаҡ тороуы йәнгә бөткөһөҙ рәхәтлек бирә.
Вложение | Размер |
---|---|
insha_guzel.docx | 16.03 КБ |
Республика көнөн арналған “Республикама дан йырлайым”
иншалар конкурсы
Беҙ - Башҡортостандың киләсәге.
Эште башҡарҙы: Дыуан районы
Мәсәғүт гимназияһының
3 б класс уҡыусыһы Вәлиева Гүзәл
452530, БР, Дыуан районы,
Мәсәғүт ауылы, Электриктар ур., 31 Уҡытыусыһы: Вәлиева Әлфиә Рәфҡәт ҡыҙы
Беҙ – Башҡортостандың киләсәге.
“Йыл йылға оҡшап килмәй”, - тиҙәр боронғолар. Ҡайһы бер йылдарҙа иртә яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем туҡтауһыҙ яуған ямғыр йонсотһа, быйыл ҡояшлы, эҫе йәйҙән һуң йылы, мул көҙҙөң оҙаҡ тороуы йәнгә бөткөһөҙ рәхәтлек бирә.
Ошондай аяҙ көндәрҙең тороуынан файҙаланып, үткән шәмбе беҙҙең мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары бергәләп тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡтыҡ. Тирә – яҡтың хозур матурлығына һоҡланып туя алманыҡ беҙ. Ағастар һары, һоро, көрән шәл бөрккәндәр. Аяҡ аҫтында ниндәй йомшаҡ! Әйтерһең дә төрлө төҫтәге балаҫ түшәп ҡуйғандар! Урман һауаһы шундай саф – һулап туйғыһыҙ!
Туғайҙарҙа көҙ икәне бөтөнләй һиҙелмәй ҙә. Йәйҙән сабылған болондар йәшәреп, ҡурпылар үҫеп киткән. Ә көҙҙөң һуңғы сәскәләре, һаман ҡояшҡа үрелеп, тирә – йүнгә йәм бирәләр.
Тәбиғәттең сикһеҙ матурлығынан күңелебеҙ күтәрелеп, беҙ класташтар менән төрлө уйындар уйнаныҡ, синыфтар араһында ярыштар ойошторҙоҡ. Шау – гөр килеп, беҙ төшкө аш ваҡыты еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Уҡытыусылар беҙгә тәмле аш та бешереп ҡуйғандар. Беҙ күмәкләшеп аш ашарға ултырҙыҡ. Шул саҡ тып – тын булып китте, үҙебеҙҙең тәбиғәт ҡосағында булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрҙөк. Беҙҙең баш осонда ғына һабан турғайы һайрап ебәрҙе. Уның моңонда әйтеп биреп булмаған ниндәйҙер һағыш бар төҫлө тойолдо. Ниндәй һағыш икән ул?
Беҙ күҙҙәребеҙ менән күктән һабан турғайын күҙләй башланыҡ. Ә ул кинәт кенә, ҡанаттары менән һауаны ярып, ергә атылып төшкән кеүек булды. Урындарыбыҙҙан тороп, иптәштәрем менән шул яҡҡа киттек. Күп тә барманыҡ, буш консерва банкалары, сигарет ҡаптары, ватыҡ быяла һауыттар менән сүпләнгән бер соҡор янына килеп еттек.
Ниндәй әшәке кешеләрҙең эше икән был? Юҡ, улар әллә ҡайҙан ситтән килмәгәндәр, үҙебеҙҙең ауыл кешеләренең эше. Тик улар үҙҙәренең тормошон икенсе эштәргә – тәмәке тартыу, араҡы эсеү кеүек йәмһеҙ күренештәргә бәйләгәндәрҙер. Был кешеләр тәбиғәт матурлығынан, йәшәү хозурлығынан, тормош рәхәтлегенән мәхрүмдәр.
Ҡояш нурына иркәләнеп, сәскәләргә һөйөнөп, ҡоштар һайрауын тыңлап, зәңгәр күккә ҡарап һоҡланып, кинәнеп йәшәүҙе нимәгә алмаштырғандар?!
“ Йәшәү – ул сәнғәт. Йәшәүҙең бик тәрәндә йәшеренгән серҙәре күп”, - тип яҙған Ғайнан Әмири. Һәм беҙ уны уҡый-уҡый, йәшәй-йәшәй аса барырға тейешбеҙ. Сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда. Республикабыҙҙың, илебеҙҙең, Ер шарының киләсәге беҙҙән тора. Әлеге көнгә килеп еткән һайрар ҡоштар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, күкрәп үҫкән үлән, шаулап ултырған урман, шифалы үҫемлектәребеҙ – борон-борондан һаҡлап килгән ата-бабаларыбыҙҙың хәстәрлеге ул.
«Иртәгеһен бөгөн уйла”, “Яман үҙен уйлар, яҡшы киләсәген уйлар”, -тигән мәҡәлдәре бар халҡыбыҙҙың. Беҙ ҙә киләсәк тураһында уйларға, үҙебеҙҙең балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә тәбиғәттең ошо гүзәллеген еткерергә бурыслыбыҙ. Тимәк, киләсәк – беҙҙән башлана!
Мороз Иванович
Сказки пластилинового ослика
Горячо - холодно
Сказка "Морозко"
Самодельный телефон