Йөйәк урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Дилә Солтанова шиғырҙары
Вложение | Размер |
---|---|
dil_soltanovanyn_izhadi_eshtre.docx | 14.03 КБ |
Тыуған ауылым
Мин ул ерҙе һис һағынмаҫ инем,
Уйламаҫ та инем аҙ ғына,
Сөнки йөрәгемдән бер ҙә сыҡмай,
Тынғы бирмәй тыуған ауылым.
Минең төйәгемдең хозурлығын
Һүҙҙәр етмәҫ яҙып бирергә.
Ауылымды әгәр бер күрһәң дә,
Онотмаҫһың ғүмер-ғүмергә.
Бейек-бейек тауҙар күккә ашҡан
Ауылымды һаҡлап дауылдан.
Көн-төн аҫыл ҡоштар һайрашалар,
Йәнлек-януарға бай урман.
Ауылымды ярып ҡап уртаға
Инйәр йылғаһы аға шашынып.
Тулҡындарын ярға ҡаға-ҡаға
Сәләм юллай шулай ашығып.
Матур-матур өйҙәр теҙелешкән,
Кешеләр бит бында уңғандар.
Ҡәҙерлеһең миңә, ғәзиз ауылым,
Ҡәҙерлеһең миңә, тыуған яҡ.
Әсәйем
Ҡайҙан шулай ваҡыт табаһыңдыр?
Майлы ҡоймаҡ һәр саҡ өҫтәлдә.
Арымай ҙа һис тә, зарланмай ҙа,
Киреһенсә, дәртең өҫтәлә.
Иртән уятаһың наҙлап ҡына
Нурҙар бөркөп матур йөҙөңдән,
Мал ҡарарға сығып йүгерәһең,
“Эшкә тиклем барыбер өлгөрәм!”
Әҙерләйһең беҙгә костюмдар ҙа,
Дәрескә лә ярҙам итәһең .
Нисек өлгөрәһең барыһына?
Һинең кеүек була киләһем.
Бесәйем
Бесәйем бар бик матур,
Иркәбикә, шаянҡай.
Иртән торһаң, һикереп тора
Йоҡларға һис яратмай.
Сысҡандарға тынғы бирмәй,
Һәр мөйөштө тикшерә.
Әйтерһең дә һаҡсы йөрөй,
Бесәйем килештерә.
Һөт һалып алдына ҡуйһаң,
Мырылдап әйтә рәхмәт.
Ҡойроҡ болғап эсеп туя,
Бесәйемә , эх, рәхәт!
Етенселәр
Бөтә уҡытыусылар ҙа
Етенсе класс шаулай, ти.
Ҡайҙа тәртип, бик шаштығыҙ,
Дәрестәр ҙә ҡала, ти.
Аҙна һайын линейкала
Етенсе класс “ғәйепле”.
Ә концерт ҡуйырға булһа...
Кемдәр иң шәп? Етенсе...
Етенселәр бейеүсе лә,
Һүҙгә маһир, йырсылар.
Улай уҡ насар түгелбеҙ,
Эйеме, уҡытыусылар?
Мин бәхетле
Кемгәлер бәхет – аҡсала,
Кемгә - матур кейемдә.
Кемгәлер бай йыһаз булһа,
Ике ҡатлы өйөндә.
Кемдер бәхетте эштә күрә,
Яҡшы уҡыһа – бәхет.
Кеше бәхетле әгәр ҙә,
Йөрөһә сит илдәр күреп.
Мин бәхетле ғәзиз әсәм,
Атам янда булғанға
Миңә ауыр саҡта гелән
Ярҙам ҡулы һуҙғанға.
Мин бәхетле, өс ҡояштай
Эргәмдә апайҙарым
Мине яратып, иркәләп
Торалар аҙым һайын.
Мөғжизәле ҡышҡы донъя.
Алтын көҙ үтеү менән, таяғына таянып, ап-аҡ һаҡалын ерҙән һөйрәп, ҡунаҡҡа Ҡыш килә. Килә лә ер өҫтөнә күбәләкләп ҡарҙар яуҙыра. Ҡар бөртөктәре, емелдәшеп,бер-береһе менән шаярып-уйнап, ергә ҡойолалар. Ҡыш, шулай итеп, үҙенең мөғжизәһен аса башлай.
Көндән-көн һуңғараҡ сыҡҡан ҡояш та, үҙенең һаранлығын һиҙҙерергә теләп, һалҡынса ғына йылмая.
Ысын ҡышты урманда ғына тойорға була. Ағастар яҙ еткәнсе ял итәләр, ап-аҡ юрғанға төрөнәләр ҙә тыныс ҡына тәрән йоҡоға талалар. Ел иҫеп, ағастарҙың был тундарын алып ташларға тырыша. Уның күңелен күрер өсөнмө, ынйы бөртөктәре балҡый-балҡый ергә ҡойола. Бәй, ағастар ғына йоҡлай икән дә ҡышын. Ап-аҡ түшәк өҫтөндәге төрлө-төрлө эҙҙәргә ҡарағанда, тәүҡарамаҡҡа тыныс күренгән урманда йәнлектәр йәшәүе тураһында аңлап була. Бына баш осонан пырылдап ҡошсоҡ осоп үтте. Миләш башына килеп ҡунды. Ҡышҡы һалҡынға бирешмәй көн күреп, тырышып йәшәп ятыуы был ҡошсоҡтоң.
Тирә-яҡ иҫ киткес матур! Бөтә донъяға ошо сафлыҡ, аҡлыҡ бөркөп торған йәшәү матурлығы тураһында ҡысҡырғы килә. Тик туҡтап ҡалаһың. Һинең тауышыңдан ағастарҙағы аҡлыҡ ҡойолор ҙа, ошо мөғжизә юҡҡа сығыр кеүек.
Ҡышҡы урман ғәжәп матур шул! Уның хозурлығына иҫең китер!
Рәнйетмәйек әсәйҙәрҙе.
Ниндәй хәлгә юлыҡһам да, әсәйгә йүгереп киләм.
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла әсәйем минең менән.
Уның наҙлы ҡулдарынан ашайым йылы икмәк,
Һөйөп, наҙлап тороуынан күктәргә аша йөрәк.
Әсә бит ул ҡояш кеүек – һәр бер кешегә кәрәк.
Ҡәҙерҙәрен беләйексе, йылы һүҙ әйтмә һирәк.
Әсәйҙәр өсөн балаһы - ҡырҡ биш йәштә лә бала,
Рәнйетмәйек әсәйҙәрҙе, һалып уңалмаҫ яра.
Этот древний-древний-древний мир!
О падающих телах. Что падает быстрее: монетка или кусочек бумаги?
Ветер и Солнце
Лесная сказка о том, как согреться холодной осенью
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"