Атамаларҙың кешене уратып алған мөхиттә бик күп булыуы, телдә ҡулланылыуы кешеләрҙе элек-электән ҡыҙыҡһындырған, һәм уларҙы өйрәнеү кәрәклеге мөһим мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән. Был эштә, Бөрйән районы ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм тупланған ер-һыу атамаларына таянып, уларҙың семантикаһын, йәғни мәғәнә үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйылды. Был эшкә мөрәжәғәт итеү сәбәптәренең береһе тағы ла шунда: ваҡыт үтеү менән, ҡайһы бер атамалар юғала.
Вложение | Размер |
---|---|
Топонимдарҙың лексик мәғәнәһе | 42.89 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
БӨРЙӘН МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
Иҫке Собханғол урта мәктәбе Ғәлиәкбәр филиалы
Кейекбаев уҡыуҙары
Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы
Башҡарҙы: Мөхәмәтова Айгүзәл Вәхит ҡыҙы
Етәксе: Мөхәмәтов Әбделвәхит Ғибат улы
Ғәлиәкбәр мәктәбе – 2014
ЙӨКМӘТКЕ
I. ИНЕШ…………………………………………………………………………………………………………..………….2 – 4
II. ТӨП ӨЛӨШ.
Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы …..…………………………………….…...4 – 9
III. ЙОМҒАҠЛАУ………….………………………………………………………………………………..…………..……13
IV. ӘҘӘБИӘТ……………….…………………………………………………………………………………………….. ….16
V. ҠУШЫМТАЛАР......................................................................................................................................17
I. ИНЕШ
Ни өсөн яңғыҙлыҡ исемдәр тел өлкәһендә беренсе урында тора? Яуап ябай: теләһә ниндәй атама, кемгә йәки нимәгә ҡарауына ҡарамаҫтан (кешегә, хайуанға, географик урынға һ.б.), иң тәү сиратта һүҙ, сөнки ул тел системаһына инә, уның закондары буйынса йәшәй. Тел белемендә ономастика бүлеге тап бына ошоларҙы өйрәнә. Был тикшеренеү эше Бөрйән районы топонимдарының ономастикаһын, йәғни яңғыҙлыҡ исемдәрен семантик яҡтан өйрәнеүгә арналды.
“Һуңғы осорҙа халыҡтың үҙ тарихына, мәҙәниәтенә, шулай уҡ киләсәгенә иғтибары артҡандан-арта, йәғни башҡорт халҡының милли үҙаңы уяна, үҫә һәм нығый. Әлбиттә, был процестан тел дә ситтән тороп ҡала алмай, сөнки тел милләтте билдәләүсе мөһим күрһәткес булып һанала. Тел күренешенең мөһим компоненты булып торған төрлө атамалар (кеше исемдәре, ҡушаматтар, географик атамалар һ.б.) халыҡ тормошоноң бөтә дәүерҙәрендә лә уның юлдашы вазифаһын башҡарған һәм бөгөнгө көндә лә башҡара. Шуға күрә лә яңғыҙлыҡ исемдәр донъяһын өйрәнеү – ул туған телдең төрлө билдәләрен асыҡлау һәм тасуирлау, халыҡтың көнкүрешен, тарихын, территориаль тел үҙенсәлектәрен тикшереү кеүек процестар менән бергә, комплекслы рәүештә алып барыла. Топонимдарҙың яһалыу сығанағы – туған телдең дөйөм лексик байлығы”, – тип яҙҙы Рәшит Шәкүр үҙенең “Ерҙең хәтер китабы” тигән хеҙмәтендә. Атамаларҙың кешене уратып алған мөхиттә бик күп булыуы, телдә ҡулланылыуы кешеләрҙе элек-электән ҡыҙыҡһындырған, һәм уларҙы өйрәнеү кәрәклеге мөһим мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән. Был эштә, Бөрйән районы ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм тупланған ер-һыу атамаларына таянып, уларҙың семантикаһын, йәғни мәғәнә үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйылды. Был эшкә мөрәжәғәт итеү сәбәптәренең береһе тағы ла шунда: ваҡыт үтеү менән, ҡайһы бер атамалар юғала. Топонимдарҙың лексик - семантик мәғәнәһен асыҡлап, халыҡтың йәшәү, аң, фекерләү даирәһен, уй-хыял кимәлен, телдәге үҙгәрештәрҙе белеп була.
Маҡсат:
1. Бөрйән районы топонимдарының лексикаһын өйрәнеү.
2. Топонимик һүҙлек төҙөү.
Бурыстар:
1) тейешле әҙәбиәт менән танышыу, теге йәки был проблемаға ҡағылышлы мәғлүмәтте һайлап ала белеү;
2) тупланған материалды лексик яҡтан төркөмләү;
3) тикшеренеү өсөн кәрәкле материалды туплау;
4) материалды алфавит тәртибендә урынлаштырыу;
5) анализ ярҙамында Бөрйән районы топонимик системаһының үҙенсәлектәре тураһында һығымта яһау.
Тикшеренеү объекты: Бөрйән районы топонимдары.
Тикшеренеү предметы: топонимдарҙың семантикаһы.
Актуаллеге:
а) һәр бер кеше атамаларҙың барлыҡҡа килеү закондары һәм юлдарын белергә;
б) һәр бер атаманы төрлө яҡтан, йәғни тарихи, социаль, этнографик, этник, шулай уҡ лингвистик аспекттан сығып аңларға тейешле.
Гипотеза:
1. Исемдәр, атамалар барлыҡҡа килгәндә, теләһә ҡайһы һүҙ ҡулланыламы әллә бында мәғәнә яғынан һайланыу принцибы бармы?
Эш методтары:
1. Йыйылған материалды өйрәнеү, анализлау, тәртипкә килтереү.
2. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләү.
3. Темаға бәйле әҙәбиәтте өйрәнеү.
4. Анкета үткәреү.
5. Интернет селтәрендә эшләү.
Ғилми яңылығы: Бөрйән районының топонимик лексикаһын өйрәнеүҙе тәртипкә килтереүгә ярҙам итәсәк.
Теоретик әһәмиәте: тикшеренеү эше һөҙөмтәләре Бөрйән районы һәм Башҡортостан Республикаһы топонимикаһын лингвистик күҙлектән өйрәнеүгә билдәле бер өлөш индерәсәк.
Практик әһәмиәте: эҙләнеү эше материалдарын тел дәрестәрендә “Лексика” темаһын өйрәнгәндә, тарих, география дәрестәрендә, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса кластан тыш эштәрҙә файҙаланырға мөмкин.
II. ТӨП ӨЛӨШ
Эшкә әҙерлек барышында тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарих уҡытыусыһы Дамир Зиннәт улы Аллабирҙин район китабына тип йыйған материалдар төп сығанаҡ булып торҙо. Тикшереү өсөн бөтәһе 502 атама тупланды. Бөрйән районы топонимдарының һүҙлеге төҙөлдө. (Ҡушымта 1) Шулай уҡ Рәшит Шәкүрҙең “Ерҙең хәтер китабы” менән танышып һәм лексик-семантик төркөмләүҙә уның принцибы файҙаланылды.
Топонимдар халыҡ тарихы, этник процестар менән тығыҙ бәйләнгән. Ырыу, ҡәбилә, хатта ара исемдәре билдәле бер урынды, ауылды, йылғаны, тауҙы, районды белдереп, топонимияла нығынып ҡалалар.
Бөтә йыйылған материалдарҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә түбәндәгеләр асыҡланды:
1. Ырыу исеме менән Бөрйән районы, район үҙәген Бөрйән, Иҫке Монасип – Һарт, Әбделмәмбәт ауылын Ҡыпсаҡ, ҡәбилә исеме менән Үрге Нөгөш ауылын Ямаш, халыҡ исеме менән – Ҡырғыҙ айыры тип аталған топонимдар. (Ҡушымта 2)
2. Һөнәргә, игенселеккә бәйле атамалар: Һабансы, Игендек (сабын), Иген саттығы, Аштыҡ уяһы, Баҫыу яланы, Тирмән туғайы, Борсаҡһуҡҡан һ.б. (Ҡушымта 3)
3. Ҡортсолоҡҡа бәйле атамалар: Ҡортсолоҡ, Ҡыусолоҡ һ.б. (Ҡушымта 4)
4. Урмансылыҡ һөнәренә бәйле атамалар: Баҙ соҡоро, Баҙ яҡҡан соҡор, Тран-са юлы, Дегет яҡҡан соҡор, Паравай. (Ҡушымта 5)
5. Бесән сабыуға бәйле атамалар: Ҡарағайсабын, Ҡырҡсүмәләтуғай, Суҡраҡты сабыны, Бишкүбә, Кәбәнташ һ.б. (Ҡушымта 6)
6. Ағас исемен йөрөткән ер-һыу атамалары: Баланйорт, Бешәлетау, Ҡарағас-йорт. (Ҡушымта 7)
7. Кеше исемдәре бирелгән ауылдар: Ғәлиәкбәр, Тимер, Нәби, Шүлгән, Нөгөш, Мораҙым һ.б. (Ҡушымта 8)
8. Кеше исемен менән ер-һыу атамалары: Сәфәр утары, Мәрйәкәй, Волков, Бәғиҙә тауы, Айһылыу, Ғәйниә ҡотоғо, Динислам тауы һ.б. (Ҡушымта 9)
9. Үлән исеме менән йөрөгән ер-һыу атамалары: Аҫҡараҡ яланы, Оҫҡонлоғыр, Андыҙ яланы, Киндерҙ(е)уй, Көртмәле тауы һ.б. (Ҡушымта 10)
10. Йорт, ҡыр хайуандары исемен йөрөткән ер-һыу атамалары: Айыуҙы, Айыуала, Ҡара һыйыр, Йылҡысыҡҡан, Кәзәтау, Сыбарайғыр, Төлкөташ, Эт тыҡрығы һ.б. (Ҡушымта 11)
11. Ҡош-ҡорт исеме ҡушылған атамалар: Ҡоҙғонташ, Өйрәкташ, Өйрәкле, Та-уыҡ фермаһы һ.б. (Ҡушымта 12)
12. Бөжәк исемдәре булған ер-һыу атамалары: Серәкәй,Ҡортсолоҡ. (Ҡушымта 13)
13. Тупраҡ, ҡаҙылма байлыҡтар сағылыш тапҡан ер-һыу атамалары: Ҡурғаш-лы, Ҡыҙыл ер, Ташлы, Аҡбалсыҡ йылғаһы, Баҙраш тауы, Ҡаншал тауы һ.б. (Ҡушымта 14)
14. Бер объекттың икенсеһенә ҡарата ҡасан барлыҡҡа килеүенә, ҡайҙа урынлашыуына ҡарап әйтелгән исемдәр: Яңы Собханғол – Иҫке Собханғол, Яңы Мөсәт – Иҫке Мөсәт, Түбәнге ауыл. (Ҡушымта 15)
15. Бүтән халыҡтарҙың күсеп килеүе йәки үҙ-ара мөнәсәбәттәре арҡаһында барлыҡҡа килгән атамалар: Волков утары, Боғаса (Пугачев) тауы, Ҡырғыҙ айыры. (Ҡушымта 16)
16. Ҡушамат тағыуҙан, үсекләшеүҙән: Япония (Яңы Мөсәт), Финляндия (Баҙал биҫтәһе), Ҡуян (ҡуян һымаҡ) , Байҡаш (байҡау, күҙәтеү), Кепес (күҙ ҡабағы), Афғанистан, Пакистан, Эт тыҡрығы һ.б. (Ҡушымта 17)
17. Теге йәки был урындағы объекттың төҙөлөш материалына бәйле: Ташкү-пер, Ағаскүпер һ.б. (Ҡушымта 18)
18. Халыҡ кимәлендәге тарихи ваҡиғалар сағылыш тапҡан атамалар: Бабсаҡ ҡәберлеге, Ҡырғыҙ айыры һ.б. (Ҡушымта 19)
19. Ике төрлө (рәсми һәм рәсми булмаған (тәүге нигеҙ һалыусы йәки халыҡ телендәге) исем йөрөткән топонимдар: Әбделмәмбәт –Ҡыпсаҡ, Игелек, Үҙән башы; Иҫке Монасип – Һарт; Яңы Монасип – Мишәр. (Ҡушымта 20)
Халыҡ телендә был атамаларҙың икеһе лә йәшәй, хатта район үҙәген Бөрйән тип атауҙы уңай күрә, ә рәсми исеме Иҫке Собханғол бик һирәк ҡулланыла.
20. “Ер-һыу атамалары донъяһында оҡшатыу, сағыштырыу, метафора, образ-лылыҡ ҙур урын алып тора. Был алымдар ярҙамында кеше тәбиғәтте йәнле итеп күҙ алдына баҫтырған. Йәнле итеп күҙ алдына килтереү топонимик лексиканың бик боронғо булыуына ишаралай: йылғаның, тауҙың өлөштәре, йылға ҡушылдыҡтары кеше тәненә, кейем өлөштәренә оҡшатып әйтелә”, – тип билдәләне үҙенең хеҙмәтендә Р.Шәкүр.
Ысынлап та, буй, баш, арҡа, ҡултыҡ, һырт, аяҡ, ҡолаҡ кеүек кеше тәненә ҡараған һүҙҙәр ярҙамында бик күп атамалар өйрәнелгән материалдарҙа бар: Бүреле буйы, Аҫҡараҡ тамағы, Еләклетүбә, Елдәрҡа, Арҡа, Һыуыҡҡолаҡ, Кейәүҙәр үҙәге, Этаяҡ, Мулла түше, Ҡалыу мороно, Алағуян башы, Ҡәйнә теле (тёщин язык) һ.б. (Ҡушымта 21)
21. Тикшерелгән материалдарҙа объекттың үҙенсәлегенә, мәҫәлән, тауышҡа оҡшатып, яһалған топонимдар бар. Уларға Шаңғырауыҡ ҡаяһы, Селтербикә йылғаһы, Ҡуҡрауыҡ йылғаһы һымаҡ атама йөрөткәндәре ҡарай. Шаңғырыуыҡ ҡаяһы эргәһендә саҡ ҡына тауыш та яңғырап тора, кире ҡайта. Ҡуҡрауыҡ йылғаһының Оло Нөгөшкә ҡойған ере бик текә, һыу күкрәү тауышы сығара. Күкрәүектән, әйтелешкә яраҡлаштырылып, Ҡуҡрауыҡҡа үҙгәртелгән. (Ҡушымта 22)
Топонимия ла, тел һымаҡ уҡ, бик йәнле процесс – иҫкерә, дөрөҫөрәге онотола барып, урынына яңы атамалар яһала. Быға миҫал итеп, ауыл исемдәренең боронғоларын, рәсмиләштерелгәндәрен һәм халыҡ телендәге Финляндия һымаҡтарын индерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәттәге, йәмғиәттәге үҙгәрештәр арҡаһында кире ҡайтарып булмай торған юғалтыу, иҫкереү (урман, сабынлыҡ, еләклектәрҙең юҡҡа сығыуы, йылға ҡороуы) күренештәре хас. Халыҡ телендә йыш ҡулланылғандары оҙаҡ йәшәй, ә кеше һирәк йөрөгән урын атамалары әҙ ҡулланылып, онотола бара. Шуның арҡаһында тел дә юғалтыу кисерә. Мәҫәлән, ауылға яҡын булған Бергәзә аҡланы ҙур юл һалғанда юҡҡа сыҡты, ауыл эсендәге Ғәйниә ҡотоғо бер нисә йыл аҡмай. Оҙон ғүмерлеләренә ҙурыраҡ объекттар инә: тау, йылға, тау һырттары инә: Ҡалыу, Баҙал, Мәсем тауҙары, Нөгөш йылғаһы. Уларҙы тарихи топонимдар тип атап була, сөнки улар, бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеп, топонимик картаға ингән, урындағы халыҡ ҡына түгел, ә район, республика күләмендә беләләр. Ошоларҙан сығып, ер-һыу атамаларын ҡулланылышы буйынса төркөмләнә.
Һығымта
Шулай итеп, топонимдарҙың лексикаһын өйрәнеү һөҙөмтәһендә өйрәнә башлағанға тиклем бөтәһе лә таныш һымаҡ тойолған, беҙҙе уратып алған донъяның бик ҡыҙыҡлы яҡтары асылды.
Тупланған материалды лексик анализ нигеҙендә район топонимикаһының үҙенсәлеге тураһында түбәндәгеләр асыҡланды:
Шулай итеп, гипотеза иҫбатланды: исемдәр, атамалар барлыҡҡа килгәндә, теләһә ҡайһы һүҙ ҡулланылмай, һәр береһенең мәғәнәһе бар, барлыҡҡа килеү өсөн нимәлер, ниндәйҙер ваҡиға сәбәпсе булып тора.
III. ЙОМҒАҠЛАУ
Шулай итеп, топонимдарҙың ономастикаһын өйрәнеү донъяға ҡарашты киңәйтә, лингвистик белемде тәрәнәйтә, туған ерҙең географик үҙенсәлектәрен яҡшыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирә һәм исемдәр донъяһында үҙеңде ышаныслы һәм мәғлүмәтле итеп тойорға булышлыҡ итә.
Тикшеренеү эшен башлағанда Бөрйән районы топонимдарының лексикаһын өйрәнеү, топонимик һүҙлек төҙөү маҡсаттары ҡуйылғайны. Ер-һыу атамаларын лексик - семантик яҡтан төркөмләгәндә, уларҙың кеше өсөн теге йәки был урында йүнәлеш алыуҙы еңелләштереү маҡсатында ла маҡсатында барлыҡҡа килеүе, файҙаланыуы асыҡланды.
Мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән анкета һорауҙарына яуаптар шуны күрһәтте: 1) район эсендәге топонимдар тураһында әҙ мәғлүмәткә эйә; 2) тыуған ауылға ҡағылышлы ер-һыу атамаларын ҡулланалар, аңлайҙар, ләкин етерлек кимәлдә түгел. Ошоларҙан сығып, уҡыусыларҙың топонимик белемен арттырыу маҡсатында тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге эшен йәнләндереү бурысы килеп баҫа.
Топонимияны өйрәнгәндә, халыҡтың йәнле телен, һөйләш, диалект үҙенсәлектәрен тулыһынса иҫәпкә алып эш итергә кәрәк. Өйрәнгәнелгән атамалар, лексиканың үҙ аллы һәм ҡатмарлы ҡатламы булараҡ, йәнле телдә диалекттарҙың фонетик, морфологик закондарына буйһона. Яңы дәүерҙәге ер-һыу, урын, ауыл исемдәре һүзьяһалыш күҙлегенән ҡарағанда, әлбиттә, элеккеләре менән бер үк законлылыҡтар буйынса барлыҡҡа килгән. Бында яңылыҡ йөкмәткелә, һүҙҙең мәғәнә үҙенсәлегендә. Ә яңылыҡ – яңы осорҙоң исемдәр донъяһындағы сағылышы. Шул уҡ ваҡытта электән килгән атамаларҙы йыябыҙ, өйрәнәбеҙ икән, халыҡ теленең, лексикаһының ҡиммәттәрен өйрәнәсәкбеҙ, һаҡлаясаҡбыҙ.
Ер-һыу атамалары юғалмаһын өсөн, уларҙы теркәп, һүҙлектәр булды-рырға мөмкин. Йыйылған топонимик материалды теркәү өсөн топонимик карточка өлгөһө:
Өлгө
Таҡыясусаҡ башында
Таҙғаҡ яһай өс батыр.
Иң олоһо Садиҡ батыр
Бирә нисәхәт,өгөт.
****
Ғәлиәкбәр ауылы үгеҙенең
Үткер икән мөгөҙө.
Садиҡ ағай батыр икән:
Атып йыҡҡан бер үҙе.
Топонимдың телмәрҙә ҡулланылышы. Мин, Таҡыясусаҡҡа менеп, тирә-яҡты байҡап торорға яратам.
Тап бына ошондай юл менән ер-һыу атамаларын йыйып, өйрәнеп, ер-һыу тарихын һаҡларға мөмкин.
Киләсәккә маҡсат:
IV. ӘҘӘБИӘТ
1. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. Өфө, 2002.
2. Район китабына йыйылған топонимик материалдар.
3. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө ”Китап”, 2000.
4. Шәкүр Р.З. Исемдәрҙә – ил тарихы. Өфө, 1993.
V. Ҡушымталар
Ҡушымта 2
Ырыу, ҡәбилә, халыҡ, ил исеме менән |
район үҙәге Бөрйән, Бөрйән районы, Бөрйән йылғаһы, Бөрйән юлы, Һарт, Мишәр, Ҡыпсаҡ, Ямаш, Башҡорт утары, Ҡырғыҙ айыры, Ҡатайғошҡан, Ҡалмаҡай, Татар үлеге, Урыҫ юлы, Урыҫ килгән, Урыһ(ҫ)ай, Афғанистан, Пакистан, Япония. |
Ҡушымта 3
Һөнәргә, эшкә бәйле атамалар |
Арыҫлан ҡарт соҡоро, Аштыҡ уяһы, Баҙ яҡҡан соҡор, Баҙъялан, Балаган, Баҙ тауы, Баҙ соҡоро, Быҙау үлгән, Дегет тауы, Завод, Зыя баҙы, Ишбулды баҙы, Көтөүсе яланы, Ҡотоҡай баҙы, Паравай, Сусҡа фермаһы, Сәғит баҙы, Тарыбай, Тауыҡ фермаһы, Тирмән туғайы, Һабансы, Ферма, Химзавод, Ыхмайыл. |
Ҡушымта 4
|
|
Ҡушымта 5
Урмансылыҡ һөнәренә бәйле атамалар |
Бешәлетау, Кардон туғайы, Кедр урманы, Посадка, Шыуҙырғыс (Ағиҙелгә тауҙан ағас шыуҙырғандар), Транса юлы, Трансакеләт ( трансалар һаҡланған ер), Эстакада (ағас тейәгән ер), Туҙтабан йылғаһы, Бүрәнәшыуған, Әрҙәнә үре. |
Ҡушымта 6
Бесән сабыуға бәйле атамалар |
|
Ҡушымта 7
|
|
Ҡушымта 8
|
|
Ҡушымта 9
|
|
Ҡушымта 10
Үлән исеме йөрөткән атамалар |
Аҫҡараҡ, Аҫҡараҡ тамағы, Андыҙ яланы, Борсаҡһуҡҡан, Бүтәгәле, Дегәнәк, Еләклетүбә, Киндерҙ(е)уй, Көртмәле тауы, Ҡамышаҡ, Ҡурпы туғай, Оҫҡон туғай, Оҫҡонлоғор, Һарналы. |
Ҡушымта 11
Йорт, ҡыр хайуандарына бәйле атамалар |
Айғыр ҡороҡмаған, Айыуала, Айыуатҡан, Айыусапҡан, Айыуҙы, Аҡһыйыр яланы, Алағуян, Алағуян башы, Алағуян тамағы, Арыҡтай, Башмаҡшыуған, Бесәй ташы, Бесәй ояһы, Бәргәзә, Имәнйорт, Йыландуй, Йылҡысыҡҡан, Күктәкә, Кәзәтау, Кәзә ташы, Ҡарабейә, Ҡарайғыр, Ҡараһыйыр, Ҡуян ауылы, Ҡыҙҙарҙы айыу ашаған ер, Сусҡаморон, Сусҡа фермаһы, Сыбарайғыр, Танасыҡҡан, Туҡалбаш, Төлкосҡан, Төлкөташ, Тәкәғыр, Тәкәһуйған, Этаяҡ, Этаяҡ тармалығы, Эт тыҡрығы, Ябаҡ. |
Ҡушымта 12
Ҡош-ҡорт исеме менән атамалар |
Күркәтау, Ҡарағошто, Ҡоҙғонташ, Ҡоҙғон ҡаяһы, Өйрәкле, Өйрәкташ, Өкө ҡаяһы, Өкө ояһы, Өкөташ, Тауыҡ фермаһы. |
Ҡушымта 13
Бөжәк исемдәре булған ер-һыу атамалары |
Серәкәй, Ҡортсолоҡ, Күгәүенле яланы, Күгәүенле йылғаһы. |
Ҡушымта 14
Тупраҡ, ҡаҙылма байлыҡтар сағылыш тапҡан ер-һыу атамалары |
Аҡбалсыҡ йылғаһы, Аҡташ, Баҙраш, Бурташ, Ҡайраҡлы, Ҡабырсаҡлы морон, Ҡаншал тауы, Ҡомйылға, Ҡурғашлы, Ҡыҙыл ер, Ҡыҙылташ, Мәтәл, Олоҡыҙылташ, Саҡмағош, Ташлы, Ташкисеү, Ташморон, Шыуматаш, Әсебар. |
Ҡушымта 15
Бер объекттың икенсеһенә ҡарата ҡасан барлыҡҡа килеүенә, ҡайҙа урынлашыуына ҡарап әйтелгән атамалар |
Алағуян башы, Алағуян тамағы, Аҫҡараҡ тамағы, Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол, Яңы Мөсәт, Иҫке Мөсәт, Түбәнге ауыл, Яңы Монасип, Үрге Нөгөш, Үргеҙма, Иҫке Тарыуал, Кейәүҙәр үҙәге, Кесе Нөгөш тамағы. |
Ҡушымта 16
Бүтән халыҡтарҙың күсеп килеүе йәки үҙ-ара мөнәсәбәттәре арҡаһында барлыҡҡа килгән атамалар |
Волков утары, Волков йәйләүе, К(а)латуй, Боғаса (Пугачев) тауы, Ҡырғыҙ айыры, Капал өйө, Лапшин утары, Мишәр, Татар үлеге, Урыҫ юлы, Урыҫ килгән, Урыһ(ҫ)ай, Филатов. |
Ҡушымта 17
Ҡушамат тағыуҙан, үсекләшеүҙән: Япония (Яңы Мөсәт), Финляндия (Баҙал биҫтәһе), Ҡуян (ҡуян һымаҡ), Байҡаш (байҡау, күҙәтеү), Кепес (күҙ ҡабағы), Афғанистан, Пакистан, Эт тыҡрығы. |
Ҡушымта 18
Теге йәки был урындағы объекттың төҙөлөш материалына бәйле |
|
Ҡушымта 19
Халыҡ кимәлендәге тарихи ваҡиғалар сағылыш тапҡан атамалар |
Бабсаҡ ҡәберлеге, Ҡырғыҙ айыры, Баҙал (ҡатай һуғышҡан тау), Бейгилде, Бәләтар тауы, Бүтәү тауы, Ғәлийән үҙәге, Ҡаҙна уяһы. Ҡараһыйыр, Ҡарасура ҡәбере, Ҡатайғошҡан (Ҡатай һуғышҡан), Ҡурыуҙы, Ҡыярат тауы, Партизандар ҡыуаҡлығы, Үлектәр арҡаһы, Филатов. |
Ҡушымта 20
Ике төрлө (рәсми һәм рәсми булмаған (тәүге нигеҙ һалыусы йәки халыҡ телендәге) исем йөрөткән топонимдар |
Әбделмәмбәт – Ҡыпсаҡ, Игелек, Үҙән башы; Иҫке Монасип – Һарт; Яңы Монасип – Мишәр; Ғәҙелгәрәй – Шүлгән; Баҙал биҫтәһе – Финляндия; Яңы Мөсәт – Алағуянбашы, Берлек; Иҫке Собханғол – Бөрйән; Һарағы – үрге заповедник; Мораҙым – Аратау; Яуымбай – Ҡайнөй (ҡайын өй); Бәләкәй Ҡыпсаҡ – Кардон; Килдеғол – Һарағы; Яңы Собханғол – Янһары; Иҫке Мөсәт – Саҡмағош; Яңы Усман – Тарыуал; Нәби – Ҡуян; Үрге Нөгөш – Ямаш; Ағиҙел ҡасабаһы – поселок; Ябаҡ – Ишдәүләт. |
Ҡушымта 21
Кеше тәненә, кейем өлөштәренә оҡшатып яһалған атамалар |
Бүреле буйы, Кесе Нөгөш тамағы, Аҫҡараҡ тамағы, Бертеш, Еләклетүбә, Елдәрҡа, Ғәлийән үҙәге, Арҡа, Һыуыҡҡолаҡ, Кейәүҙәр үҙәге, Этаяҡ, Мулла түше, Ҡалыу мороно, Алағуян башы, Алағуян тамағы, Ҡәйнә теле (тёщин язык), Кепес, Сусҡаморон. |
Ҡушымта 22
|
|
10 зимних мастер-классов для детей по рисованию
Сказка "Дятел, заяц и медведь"
Весёлая кукушка
Павел Петрович Бажов. Хрупкая веточка
Пчёлки на разведках