Йәшәү - бәхет
Вложение | Размер |
---|---|
yshu_-_bhet.docx | 16.42 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы
Муниципаль район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге
муниципаль бюджет учреждениеһы
Яңы Нуғай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм
“Республикамды мин данлайым” тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған конкурс иншаһы
Йәшәү - бәхет
Башҡарҙы: 10 синыф уҡыусыһы Ғилемханова Айгөл Илиз ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зарипова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы
Яңы Нуғай – 2014.
Төрлө уйҙарға батып ҡайтып киләм. Күрше әбейҙең яратҡан ейәнсәре - Алһыу ҡайтҡан ине. Шуның менән күрешкәс, минең бөтә донъям аҫты-өҫкә килде. Күптән түгел Алһыуҙың ғаиләһе ауыр ҡайғы кисерҙе. Бәләкәй һеңлеһе, оҙаҡ сирләп ятҡандан һуң, терелә алмайынса үлеп китте. Был хәлдән һуң әсәнең йөрәге туҡталған һымаҡ тойолдо. Бер саҡ ауылға Нәғимә апайҙың ҡайтҡанын күргән инем. Ул ап-аҡ сырайлы, ап-аҡ сәсле оло йәштәге ҡатындарға оҡшап ҡалған ине. Уның шәүләһе генә тороп ҡалған кеүек ине. Әкренләп Нәғимә апай ошолай һүнә барҙы, оло ҡыҙы хаҡында уйламаҫ булды. Ни өсөндөр бала үлеме уны ҡаты бәғерле кешегә әйләндерҙе. Бала үлеме үҙе генә килмәгән, күрәһең, Алһыуҙың ғаиләһенә. Оҙаҡламай әсә эсеү юлына баҫты. “Минең ҡайғымды бер кем аңламай! Миңә эсеү онотолорға ярҙам итә!” тигән һүҙҙәр ишетелде Нәғимә апайҙан.
Бындай ваҡиғалар бик борсоно беҙҙең күрше әбейҙе. Үҙенең берҙән-бер ҡыҙы шундай юлға баҫҡас, ни эшләргә белмәне ул. Ун биш йәшлек ейәнсәре тураһында уйлап төндәр йокламаны.
Был ҡайтыуында Алһыу миңә үҙенең ауыр тормошо хаҡында һөйләргә ашыҡманы. Ул тын ғына ултыра. Мин Алһыуҙан бер йәшкә генә олораҡ булһам да, үҙемде ҙурҙарса тоторға тырыштым. Хәл-әхүәлдәрен һорашҡас, төпкәрәк инергә уйланым. Төрлө һорауҙар биргәстән һуң, миңә Алһыуҙың хәле асыҡланды. Әсәһе ҡыҙының тормошо менән ҡыҙыҡһынмай, хатта өйҙә лә уны аҙ күрәм, тине Алһыу.
Һөйләшеп ултырған арала минең кеҫә телефоным шалтыраны. Был – әсәйем, мине юғалтҡан икән. “Һин ниндәй бәхетле! Һине әсәйең һағынған, һине уйлап, һине ҡайғыртып шалтырата!” – тине Алһыу миңә. Был һүҙҙәр мине уйға һалды. Ысынлап та, мин бит бәхетле! Минең яратҡан, мине яратҡан әсәйем бар! Әсәкәйем!!! “Кеше был хаҡта уйланмай. Башыңа төшһә генә уйлана башлайһыңдыр инде ул”, - тип өҫтәп ҡуйҙы әхирәтем.
Алһыуҙың хәле, тормошо, әсәһе тураһында әле лә уйланам. Оялып та ҡуям инде. Мин дә ҡайһы бер саҡтарҙа үҙемде бәхетһеҙ, бер кемгә лә кәрәкмәйем, тип һанайым. Нисек мин яңылышҡанмын икән! Тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә ине лә ул...
Донъяла төрлө кешеләр бар. Кемдер гөрләтеп йәшәп ята, кемдер илай, кемдер үлем менән һуғыша, ә кемдер бер ни эшләмәй, тик ята. Бындай кешеләр яҡты донъяға ни өсөн килгәндәре хаҡында уйланалар микән? Ошо һорауҙы улар ишеткәс, уйланып та тормаҫтар, моғайын.
Әйтәйек, ер йөҙөндә күп итеп ваҡ күбәләктәр осоп йөрөйҙәр. Был күбәләктәрҙең йәшәү ваҡыты бер нисә сәғәт кенә бит! Улар тик кенә ятмайҙар, ә киреһенсә, рәхәтләнеп, шатланып осоп йөрөйҙәр төҫлө. Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем үҙенең матур ҡанаттары менән улар был ҡараңғы донъяны биҙәй һымаҡ.
Тормош хәҙер ауыр тип, күп кеше “ҡулдарын төшөрә”. Иртә менән шундай күренеш күҙ алдына баҫа. Уҡыусылар ашыға-ашыға мәктәпкә баралар. Шул уҡ ваҡытта магазин төбөнә йыйыла башлай эшһеҙ эсеп йөрөгән кешеләр. Ул ирҙәр араһында йәше лә, ҡарты ла бар. Кис еткәс, шул уҡ кешеләр йығыла-бәрелә “эштән ҡайталар”. Әлбиттә, был күренеш – бик ҡыҙғаныс. Минеңсә, бындай тормош менән йәшәү – мәғәнәһеҙ йәшәү. Көн һайын урам буйлап йөрөгәнсе, берәй файҙаң булһын ине ул. Ваҡ күбәләктәрҙе иҫкә төшөрәм дә көрһөнөп ҡуям. Уларҙың ғүмер сәғәттәрен оҙонайтып булһын ине, исмаһам. Ни өсөн улар шулай аҙ ғына йәшәргә тейеш? Хатта шул бәләкәй генә бөжәктәр ҙә үлер алдынан йомортҡа һалып ҡалдыралар бит. Үҙҙәренән һуң эҙ ҡалдыралар. Ә был кешеләр ниндәй эҙ ҡалдыралар был донъяла? Бала – кеше өсөн иң ҙур бәхеттәрҙең береһе тип һанала. Был кешеләрҙең балалары ла барҙыр инде. Шуға ҡарамаҫтан, улар шундай тормош алып баралар.
Балалар – тормош сәскәләре, тиҙәр. Сәскәләргә көн һайын һыу һибергә кәрәк, төптәрен йомшартырға, сүптәрен утап торорға кәрәк. Һанап киткән эштәрҙе эшләмәһәң, сәскәләр юҡҡа сығалар, ваҡытында һыу һипмәһәң, гөлдәр ғәрип булып ҡалалар. Балаларҙы ла көн һайын ҡарарға, яратырға, һөйөргә кәрәк. Наҙға, мөхәббәткә мохтаж балалар уҫал булып үҫәләр. Билдәле, бала атай һәм әсәй менән тулы ғаиләлә үҫергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда тулы булмаған ғаиләләр бик күп. Меҫкен әсәйҙәр бер үҙҙәре генә балалар тәрбиәләп яталар, ауыр эштәр башҡаралар. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырам тип, бер нисә эштә эшләйҙәр, өҙгәләнәләр. Шундай ауыр ваҡытта балаға иғтибар ҙа етмәй ҡалалыр инде.
Ә беҙҙең Алһыуҙың әсәһенә нимә етмәй? Нәғимә апай ҙа мәғәнәһеҙ йәшәй торған кешеләр рәтенә ингән. Минең бала күңеле аңламай ундай әсәйҙәрҙе. Бәлки ул әсәнең көсө етмәйҙер инде, әммә Алһыуға хәҙер иң ҡыйыны. Мин үҙемдең ғаиләм менән көсөмдән килгәнсә уға булышам. Әммә әсә наҙын бер ни ҙә алмаштыра алмай шул.
Был тормошҡа оптипистик ҡарашта булырға кәрәк. “Әгәр ҙә тирә-яҡтағы бөтә әйберҙә гел насарлыҡ ҡына күрәһең икән, һиңә йәшәү ауыр буласаҡ”, - ти минең әсәйем. Бер көндө беҙгә Алһыу килгән ине. Көн йәмһеҙ, өҫтәүенә ямғыр яуған ине, шуға кәйеф тә юҡ ине. Әсәйем беҙгә ҡарап: “Ҡыҙҙар, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, нимә күрәһегеҙ? – тип һораны. Беҙ: “Бөтә ер еүеш, бысраҡ, ямғыр яуа”, - тинек беҙ. “Ә мин ҡояшты күрәм, йәйғор ҙа үҙен көттөрөп тормаҫ, - тине әсәйем йылмайып, - аҙ ғына көтөргә генә кәрәк”. Ысынлап та, был тормошта бәхетле йәшәйем тиһәң, йәшә. Һиңә бер кем дә ҡомасауламай. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда.
Бер ваҡыт тәҙрәнән ҡарап торам. Ҡосаҡлашҡан өс кешене күрәм. Иғтибарлыраҡ ҡараған инем – был бит беҙҙең күрше әбей ҡыҙы һәм ейәнсәре менән! Бөтәһенең йөҙөндә бәхет балҡый, өсөһө лә шат. Мин дә һөйөнөстән, хатта ҡысҡырып ебәрҙем. “Балаҡайым үҙ хатаһын аңлаған. Алһыуыма рәхмәт инде. Түҙҙе, бахырҡайым, әммә көтөп алды әсәһен”, - тип һуңынан беҙгә күрше әбей һөйләне.
Ниһайәт, минең әхирәтем дә йылмайып йөрөй башланы. Әсәһе лә ҡыҙынан ғәфү үтенгән. “Ниңә мин шулай йәшәнем? Ни өсөн бер баламды юғалтҡас, мин үҙем икенсе баламдан да баш тарттым икән?” – тигән һүҙҙәр менән Нәғимә апай ҡыҙын нығыраҡ ҡосаҡланы. “Бына ул – ысын бәхет!” – тине Алһыу.
Сочные помидорки
Лупленый бочок
Разлука
Этот древний-древний-древний мир!
Кто должен измениться?