Вложение | Размер |
---|---|
ural_batyr_-_minen_geroy.docx | 14.63 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы
Муниципаль район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге
муниципаль бюджет учреждениеһы
Яңы Нуғай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” буйынса инша
Урал батыр –
минең герой
Башҡарҙы: 6 синыф уҡыусыһы Гилемханова Зәримә Илиз ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зарипова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы
Яңы Нуғай – 2016.
Урал батыр – минең герой.
Элек-электән нефть башҡорт еренең байлыҡ символы тип һаналған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда нефть бик аҙ сығарыла. Ә ҡасандыр “ҡара алтын” үҙе ер өҫтөнә сығыр булған. Боронғо башҡорт хикәйәттәрендә нефтте “ер майы” тип йөрөткәндәр.
Күп йылдар элек ошо “ер майы” бер батырҙың түгелгән тылсымлы ҡанынан барлыҡҡа килгән. Уның исеме – Урал батыр булған. Урал батыр – минең иң яратҡан геройым. Ул халыҡҡа шул хазина менән файҙаланыу мөмкинлеге биргән. Уның арҡаһында үҙенең тауҙары, йылғалары, туғайҙары, ер аҫты байлыҡтары менән гүзәл донъя барлыҡҡа килгән. Минеңсә, эпик геройҙың иң ҙур мираҫы – ул беҙҙең нәҫел кешеләренә тормош ҡағиҙәләрен төшөндөрөү, бәхет серен асыу тора.
Ҡайҙан килеп сыҡҡан Урал батырҙың даны? Ошо һорау мине боронғо сәсәндәрҙең ижадына мөрәжәғәт итергә этәрҙе. 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районында сәсәндәрҙең донъяның килеп сығышы тураһында булған боронғо хикәйәттәрен йыя. Был серле мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү өсөн уға ун йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була. Ниһайәт, 1920 йылдарҙа эпостың яҙма варианты барлыҡҡа килә. Ә 1968 йылда Урал батыр эпосы башҡорт телендә баҫылып сыға.
Ғәҙәттә, кешегә ыңғай сифатлы образдар ғына оҡшай. Урал батырға гел яҡшы сифаттар ғына хас. Беҙ һәр ваҡыт атай-әсәйҙең һүҙен тыңларға тейеш. Урал менән Шүлгән, аталары ҡушҡанса, Тере һыуҙы һәм Үлемде эҙләп сығып китәләр. Уларҙы юлдарында бик күп һынауҙар көтә. Шүлгән яуызлыҡ яғына күсеп, Уралдың дошманына әйләнә. Ә Урал атаһының васыяттарына тоғро булып ҡала.
Кешеләрҙең бәхетле йәшәүе өсөн көнө-төнө буйы Урал батыр яуызлык менән көрәшә. Үҙе өсөн тырышмай, бөтә халыҡ өсөн ҡан түгә. Тере һыуҙы ла тәбиғәткә сәсә. Батыр дөрөҫ эшләгән. Тик тәбиғәт кенә мәңге йәшәргә тейеш.
Урал батырҙың тағы бер сифаты – кешелеклелек, намыҫлылыҡ. Ҡатил батша батырға ҡаршы үҙенең ҙур үгеҙен ебәрә. Оҙаҡ ҡына алыш бара. Урал батыр үгеҙҙе теҙенә тиклем ергә батыра, әммә ул уны үлтермәй, иҫән ҡалдыра. Шулай итеп, батыр бик күптәр өсөн өлгө булып тора.
Үҙенең һуңғы алышында Урал батыр һәләк була. Бөтә кешеләр бик ҡайғыра. Улар батыр тураһындағы яҡты иҫтәлекте һаҡлап ҡалырға уйлайҙар. Кешеләр Уралды оло ихтирам менән ерләйҙәр. Һәр килгән кеше бер ус ер һала егеттең ҡәберенә. Шулай Урал тауы барлыҡҡа килгән.
Донъяның теләһә ниндәй мәктәбендә балалар география дәрестәрендә Урал тауҙары Европа менән Азияның сиге булыуы менән таныша. Тимәк, боронғо геройҙың исеме планетала йәшәүсе бөтә кешеләргә лә билдәле.
Бөтә кешеләр ҙә Урал батыр кеүек булһындар ине. Донъя ла матурыраҡ, йәшәргә лә еңелерәк булыр ине.
Интервью с космонавтом Антоном Шкаплеровым
Смекалка против Змея-Горыныча
Рисуем пшеничное поле гуашью
Земля на ладонях. Фантастический рассказ
Разлука