Өләсәйем - терәгем
Вложение | Размер |
---|---|
byuyndarzy_byuyndarga_bylr_shzhrm_bar.docx | 15.86 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Муниципаль район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге
муниципаль бюджет учреждениеһы
Яңы Нуғай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Республика көнөнә һәм имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына
арналған конкурс иншаһы
Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар!
Башҡарҙы: 10 синыф уҡыусыһы Дәүләтова Әлиә Мәҡсүт ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зарипова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы
Яңы Нуғай – 2012.
Һәр кеше был донъяла бәхетле йәшәү хаҡында хыяллана. Ә кешенең ысын бәхете тәмле ашау, матур кейенеү, ил гиҙеп йөрөү, мул йәшәү менән генә билдәләнмәй. Ысын бәхет – ул тәбиғәт биргән һәләтеңде тулыһынса асып, илеңә, халҡыңа хеҙмәт итеп, үҙ юлыңды дауам итерлек балалар тәрбиәләп йәшәүҙә. Ҡыҫҡаһы, үҙ тамырыңдан һут алып, олоноңдо нығытып, емеш биреүҙә. Ә бер ағас тамыры икенсе ағас тамырына һут бирә алмай, тимәк, фәҡәт үҙ асылың менән йәшәгәндә генә һин тәбиғи һәләтеңде тотош аса алаһың.
Бәхеткә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа шәжәрәләргә ҙур иғтибар бирелә башланы. Ауылдарҙа Шәжәрә байрамдары үткәрелә, мәктәптәрҙә шәжәрә менән бәйле булған төрлө саралар булдырыла.
Беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҙур көс һала. Синыфтан тыш дәрестәр, түңәрәк өҫтәлдәр, “Минең шәжәрәм” конкурстары, рәссамдар ярыштары бик ҡыҙыҡлы үтә. Минең фекеремсә, шәжәрәне өйрәнеү – кеше өсөн иң тәү сиратта торорға тейеш. Һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Өҫтәүенә, башҡорт ете быуынын ятҡа белергә тейеш, тип әткәндәр боронғолар. Бына мин, ысын башҡорт ҡыҙы булараҡ, үҙемдең ете быуынымды беләм. Үҙебеҙҙең Дәүләтовтар шәжәрәһен төҙөүҙә миңә өләсәйем бик күп ярҙам итте. Ул беҙҙең нәҫелдең үҙенә күрә “тотҡаһы” булып тора. Тәүҙә мин был эште бик иренеп кенә башланым. Әммә өләсәй туғандарым тураһында ҡыҙыҡлы тарихтар, мәғлүмәттәр һөйләй башлағас, минең эсемдә “ут ҡабынды”! Бына бер хәл тураһында яҙып китәм: минең атайҙың ике туғаны Вағиз тураһында һүҙ барасаҡ. Вағиз ағай армиянан ғына ҡайтҡан булған. Оҙаҡламай ул үҙенә оҡшаған ҡыҙыҡай менән осраша башлай. Ике йәш кешенең йөрәгендә мөхәббәт ялҡыны яна башлаған. Күп тә үтмәй ҡыҙҙың ата-әсәһе был хәл тураһында белә һәм ҡыҙҙарына араларын өҙөргә ҡуша. Ни өсөн бер-береһен яратҡан кешеләр бергә булмаҫҡа тейеш? Был һорау мине бик борсоно, әлбиттә. Яуабы бик ябай булып сыҡты – улар туғандар булып сығалар икән. Ә яҡын туған кешеләр үҙ-ара өйләнешһә, балалар йә физик, йә аҡыл яғынан зәғиф була тиҙәр. Бына ниндәй аяныс хәлгә килтергән үҙ шәжәрәңде, үҙ туғандарыңды белмәгәнлек. Ошо ҡыҙғаныс хәлде ишеткәс, башымда төрлө уйҙар осоп йөрөнө. Шәжәрәне белеүҙең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген мин хәҙер төптән аңланым инде.
Элек-электән уҡымышлы атай-олатайҙарыбыҙ ғаилә шәжәрәһе төҙөгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе һаҡланмаған, әммә бөгөнгәсә атанан улға күсә килгән. Уны ҙур ихласлыҡ һәм оло һөйөү менән киләсәккә яҡты өмөт бағлап төҙөгәндәр. Минең өләсәйем дә бөтә йәнен, тәнен бирҙе минең башлаған эшкә.
Шулай итеп, беҙ өләсәйем менән кистәрен гел бергә ултырып, үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙҙе төҙөп бөттөк. “Туғандарың булһа – оло бәхет ул”, - тип әйтә гел өләсәй беҙгә. Үҙе оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар ҡабул итергә бик ярата ул. “Өйөбөҙ бала саға тауышынан гөрләп торһон ул”, - ти өләсәйем. Апайым Айгөл беҙгә тормош иптәше Илсур һәм ике балаһы менән ҡунаҡҡа килһә, өләсәйҙән дә бәхетле кеше юҡтыр донъяла. Күптән түгел минең яратҡан өләсәйемдең күркәм юбилейы булып үтте. Байрамға беҙ бөтә туғандарҙы ла йыйырға булдыҡ. Хатта мин бер ҡасан да күрмәгән туғандар ҙа килгән ине. Мин беҙҙең ғаиләнең шул тиклем күп икәнлекте белмәй инем әле. Өҫтән ҡараһаң, беҙ бер оло бал ҡорто күсе кеүек булдыҡ. Өләсәйемдең ошо ҙур байрамына арнап, мин шиғыр ҙа яҙып ҡуйҙым:
Йәйҙең матур көнөндә,
Йылы август айында
Өләсәйем ауаз һала
Игендәр үҫкән саҡта.
Өләсәйем үҙ эшен
Бик яратып башҡара.
Һауынсылар рәтендә
Иң алда ғына була.
Ул бешергән бәлештәр
Телдәреңде йоторлоҡ.
Алтын ҡуллы бешексене
Әллә ҡайҙан танырлыҡ.
Мин өләсәйем менән сикһеҙ ғорурланам. Уға оҙон ғүмер, ныҡлы таҙалыҡ, балаларҙың, ейәндәрҙең игелеген күреп, шатланып йәшәүен теләйем. Байрам барышында өләсәйҙең күҙҙәрендә гел йәш тамсылары торҙо. “Мин шатлыҡтан ғына илайым, балаҡайҙарым, бөтә туғандарҙы ла күрергә мөмкинлек бирҙегеҙ инде”, - тигән һүҙҙәрҙе өләсәйем ҡабатлап ҡына торҙо. Атайым уға: “Әлдә һин бар әле беҙҙең, һин булмаһаң, йыйылмаҫ инек бит былай!”, - тине. Килгән ҡунаҡтар өләсәйҙе аллы-гөллө сәскәләргә күмделәр, бүләктәр, йылы һүҙҙәр менән шатландырҙы. Иң аҙаҡтан өләсәйгә һүҙ бирҙеләр. “Ҙур рәхмәт мине хөрмәтләп килгәнегеҙ өсөн, - тине ул, - һәр ваҡыт шулай бергәләшеп татыу йәшәгеҙ, туғандарығыҙҙы онотмағыҙ, балаларым.” Әлбиттә, өләсәйемдең бөтә һүҙҙәрен мин йотлоғоп тыңлап торҙом. Ул һәр ваҡытта кеше тормошонда ғаиләнең ниндәй роль уйнағанын әйтә килә.
Ысынлап та, кеше бер үҙе генә булһа, уның ауыллыҡтарҙы еңеп сығырға көсө етмәйәсәк. Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас кеүек. Ағас ни тиклем нығыраҡ һәм тәрәнерәк тамырлана – шул тиклем мулыраҡ һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Ботаҡтары ла ҡеүәтлерәк, үҫентеләре лә көслөрәк була. Кешеләр ҙә шулай уҡ. Борон заманда ла беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте , ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ағас халыҡтың тормошон сағылдырған. Тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары – киләсәгебеҙ. Был бик дөрөҫ. Мин өләсәй менән башлаған изге эште тамам тип уйламайым. Киләсәктә артабан Өфөләге архив бинаһына барып, туғандарым тураһында тәрәнерәк мәғлүмәт белгем килә. Быны мин үҙемә бурыс итеп ҡуясаҡмын. Бөтә кешеләргә лә шуны әйтер инем: “Атай-олатайҙарыбыҙ нисәмә быуаттар буйы күпме юғалтыуҙар менән әллә күпме ҡан ҡойоп халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, ижадыбыҙҙы, еребеҙҙе, илебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап килгән икән, хәҙер яҙмышыбыҙ минең, һинең, уның ҡулында.”
И тут появился изобретатель
Просто так
Браво, Феликс!
Что есть на свете красота?
Галка в чужих перьях