Иҫтәлек сылбыры
Вложение | Размер |
---|---|
istlek_sylbyry.docx | 14.74 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы
Муниципаль район Хакимиәтенең мәғариф бүлеге
муниципаль бюджет учреждениеһы
Яңы Нуғай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында кино йылына арналған район ижади эштәр конкурсы “Ғаилә архивы”
Иҫтәлек сылбыры
Башҡарҙы: 5 синыф уҡыусыһы Гилемханова Зәримә Илиз ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зарипова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы
Яңы Нуғай – 2016.
Ғаилә! Ниндәй йылы һүҙ! Күпме наҙ бөркөлә ошо һүҙҙән! Мин бик бәхетле бала. Мин тулы ғаиләлә үҫәм. Минең яратҡан атайым, әсәйем, апайым һәм һеңлем бар.
Һәр ғаиләнең бар үҙ тарихы, үҙ сере һәм үҙ “байлығы” бар. Бына шул “байлыҡ” тураһында яҙып киткем килә.
Күптән түгел беҙ башҡорт теле дәресендә Ғәзим Аллаяровтың “Таҫтамал” тигән хикәйәһе менән танышып үттек. Был әҫәрҙә Зөфәр исемле һалдат тураһында һүҙ бара. Һуғышҡа әсәһе уға йомшаҡ йылы ҡулдары менән һуғылған киндер таҫтамал биреп ебәрә. “Минең төҫөм итеп йөрөтөрһөң”, - ти. Һуғыш барышында һалдат ошо таҫтамал менән яраһын бәйләй һәм иҫән ҡала. Киндер таҫтамал Зөфәр өсөн бик ҡәҙерле булған, сөнки уны әсәһе үҙ ҡулдары менән йолҡҡан, төндәр йоҡламай талҡыған, туҡыған, һуҡҡан. Госпиталдә аңына килгәс тә, Зөфәр шәфҡәт туташынан иң тәүҙә таҫтамалды һорай. Ҡыҙыҡай был таҫтамалдың бик ҡәҙерле икәнен аңлап, ғәрәсәтле һуғыш мәле булыуға ҡарамаҫтан, уны эҙләп алып, йыуып, үтекләп һалдатҡа бирә. Уйлап ҡараһаң, таҫтамалдың бер ниндәй ҙә ҡиммәтле хаҡы юҡ. Ул бары тик сепрәк кенә. Ә Зөфәр уны донъялағы бөтә алтындарға ла алмаштырырға риза булмаҫтыр. Минеңсә, уның өсөн таҫтамалдың хаҡы юҡ!
Дәрестән һуң башымда бик күп уйҙар буталып йөрөнө. Өйгә ҡайтҡас, әсәйемдән һораным: “Беҙҙең өйҙә аҡсалата булмаған иң ҡәҙерле әйбер бармы?”
Ошо һорауымдан һуң әсәйем миңә беҙҙең “байлыҡ” тураһында һөйләп бирҙе. Ул – өләсәйемдән ҡалған көмөш беләҙек. Өләсәйем Кәнйемәгә ул әсәһе Сабиранан ҡалған. Хәҙерге көндә беләҙекте әсәйем ҡәҙерләп һаҡлап килә. “Ошо беләҙегем ҡулымда булһа, әсәйемдең йылыһын тоям мин”, - ти әсәйем. Ысынлап та, әгәр ҙә беләҙекте кейергә онотһа, ул үҙен насар хис иткән төҫлө була. Тыштан ҡараһаң, был беләҙек бик матур ҙа түгел, ҡырылып, таушалып бөткән инде. Ә әсәйем өсөн – ул тормошоноң ҙур бер киҫәге булып тора. Шул беләҙеккә ҡарағас, ул үҙенең яратҡан әсәһен, бала-сағын иҫкә ала. Бына ошо иҫтәлектәр – ҙур байлыҡ тип һанала ла инде. Боронғо әйберҙәр үҙҙәрендә ҡиммәтле иҫтәлектәр һаҡлай ул.
Ваҡыт тиҙ үтә. Үҫкәс, мин дә үҙемдең ҙур ғаиләмде ҡороп ебәрермен. Бына мин инде сал сәсле өләсәй ҙә булдым, ти. Ҡулымда – шул көмөш беләҙек. Уға ҡарап, мин әсәйемде иҫкә алырмын. Бер көндө ейәндәремә мин дә үҙемдең тарихымды, иҫтәлегемде, “байлығым” тураһында һөйләйәсәгемә ышанам. Үҙебеҙҙең тарихи хазинабыҙҙы мин артабан быуындан быуынға биреп барасаҡмын, “ҡиммәтле” сылбырҙы өҙмәйәсәкмен. Өләсәйемдең әсәһе Сабираның мираҫын беҙҙең нәҫел кешеләре мәңгегә онотмаҫ!
Как выглядело бы наше небо, если вместо Луны были планеты Солнечной Системы?
Философские стихи Кристины Россетти
В чём смысл жизни. // Д.С.Лихачев. Письма о добром и прекрасном. Письмо пятое
Соленая снежинка
Агния Барто. Сережа учит уроки