"Минең яратҡан яҙыусым" темаһына Нурғәлиева Аделинаның иншаһы.
Вложение | Размер |
---|---|
adelinanyn_inshahy._yaratkan_yazyusym.word_.docx | 19.83 КБ |
Мин - Нурғәлиева Аделина. Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Ҡалтасы районы Оло Ҡасаҡ ауылында тыуғанмын. Тыуған еремдең тәбиғәтен, халҡын, башҡортса китаптарын уҡырға яратам.
Айырыуса бөйөк яҙыусы Мостай Кәрим миңә бик тә яҡын. Ул беҙгә яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеп ҡалдырҙы. Был орлоҡтар уның һәр бер әҫәрендә ята, шуларҙы уҡыу менән шытып, беҙҙең йөрәктәрҙә тамыр ебәрә һәм уңыш бирә. Мин каникул ваҡытында төрлө китаптар уҡып ҡалырға тырышам, бигерәк тә Мостай ағайҙың әҫәрҙәрен, сөнки улар миңә бик оҡшайҙар. Башҡорт теле дәресендә ”Уҡытыусыма” шиғырын яратып уҡыным, хатта ятлап та алдым. Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сарала беҙ хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға йырлап та күрһәттек. Уларға бик оҡшаны. ”Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен уҡыным. Уның Бөйөк Ватан һуғышы осорон сағылдырған әҫәрендә Украинанан Башҡортостанға ваҡытлыса күсереп килтерелгән ғаиләләр тураһында бара. Әлеге көндәрҙә лә украина халҡы бик ныҡ ауырлыҡтар кисерә. Тиҫтәрҙәремде уйлап, күңелем борсола. Бөтә кешеләр ер йөҙөндә татыу ғына йәшәҙендәр ине. Украина ҡыҙы Оксана башҡорт ауылдарынын береһенә урынлаштырыла. Башҡорт малайы Жәлил Оксана менән бергә уйнап, ваҡыттарын бергә үткәрәләр. Улар икеһе ике милләттән булһалар ҙа, татыу, дуҫ булып бергә аралашып йәшәйҙәр. Минең дә башҡорт, удмурт, татар дуҫтарым күп. Жәлилдең әсәһе, туғандары быға бик тә шатланалар. Миңә улар араһындағы булған дуҫлыҡ ептәре ныҡ булыуы оҡшай. Уларҙың ярҙамсылығын, ҡыйынлыҡтар килгәндә еңә белергә кәрәклеген үрнәк итеп алдым. Яҙыусының саҡ ҡына хыялыйыраҡ, ғәжәйеп эскерһеҙ геройҙары бер-беребеҙгә ҡарата аяулыраҡ, мәрхәмәтлерәк булырға саҡырғандай. Кешеләрҙе яратыу уларҙы рәнйетеүҙән тыйылыу бит ул. Минеңсә, яҡшы кеше икенсеһенең күңелен яңылыш ҡына ла йәрәхәтләмәй. Мостай ағай тормошта ла бер ҡасан да үҙенең дә, бүтәндәрҙең дә бәҫен төшөрмәгән. Ул үҙенең яңылышыуҙарын яҙып, беҙгә нисек дөрөҫ йәшәү юлын күрһәткән. Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен дә яратып уҡыным. Өфөлә спектаклен дә ҡараным. Был әҫәрҙә Оло инәй шәфҡәтлелек символы. Һәр үҙенең сифаты аша кешеләрҙе шәфҡәтле булырға өндәй кеүек.Үҙендә яҡшылыҡ яҡты нур булып бөркөлә. Икенсе ыңғай герой - Кендек. Ул кесе йәштән үк тырыш, ярҙамсыл. Кендек образында Мостай Кәрим үҙенең ауыр балалыҡ йылдарын, аслыҡ, яланғаслыҡта ла бөгөлмәүен, һығылмауын тасуирлаған. Мин уның әҫәрен уҡығас, уның кеүек тормоштоң, яҙмыштың ниндәй һынауҙарында ла ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, ныҡ булырға кәрәклеген аңланым. Минең уйлауымса, был уйлап сығарылған ғына образдар түгел, сөнки өләсәйем дә шулай уҡ миңә үҙенең тормошо тураһында һөйләй. Уның ауырлыҡтарға бирешмәүе, биш баланы етем ҡалған килеш тәрбиәләп үҫтереүе, уларҙы аслыҡ заманында иҫән – имен алып ҡалыуы - минеңсә үҙе бер батырлыҡ. Мин был образдарҙы ғүмерем буйына иҫемдә тотоп, тыуған илемде, туғандарымды тағы ла нығыраҡ яратырмын. Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмам, ныҡ булырмын. Үҙем тыуған ауылымды, йәшәгән Башҡортостанымды киләсәктә үҙемдең яҡшы уҡыуым, тырыш хеҙмәтем менән биҙәрмен тип уйлайым. Бары тик күгебеҙ, еребеҙ тыныс, донъялар имен булһын!
Рисуем ветку берёзы сухой пастелью
Пятёрки
Девочка-Снегурочка
Колумбово яйцо
Свадьба в Малиновке