На конкурс сочинений "Пою мою Республику" 2016 год
Вложение | Размер |
---|---|
rsy_kinohy_yylynda_atayymdyn_role.insha_._yanturin_gadel_3_klass.docx | 542.13 КБ |
Рәсәй киноһы йылында атайымдың роле.
Башҡортостан республикаһы башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов 2016 йылды «Кино йылы» тип иғлан итте. Уның төп бурысы – башҡорт киноһын популярлаштырыу һәм сифатын яҡшыртыу. Маҡсаты, башҡортса фильмдар төшөрөүгә ҙур ихтибар бүлеү. Талантлы режисерҙарҙы үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү.
Ысынлап та, һуңғы осорҙа башҡорт телендә зәңгәр экрандарҙа, кинотеатрҙарҙа күпләп күрһәтелә башланы, быныһы бик ҡыуанслы. Мин «Әсә», «Етегән», «Ҡоралай», «Ай ҡыҙы», «Сируси» киноларын ҡыҙыҡһынып ҡараным. Элегерәк йәнһүрәттәрҙе башҡорт теленә тәржемә ителгәндәрҙе ҡарай инек, хәҙер үҙ телебеҙҙә лә төшөрөп күрһәтәләр. Мәҫәлән, «Айыуҡас мажаралары».
Кино төшөрөүсене – режиссер тиҙәр. Ул бик ауыр профессия, тип уйлайым. Сөнки, кино төшөрөү бик ҙур һәм ауыр эш. Бер сәғәтлек фильм төшөрөү өсөн әллә күпме ваҡыт, көс һәм түҙемлек кәрәк. Мин режиссерҙарға һоҡланам. Башҡорт телендә кино төшөрөп, беҙгә ял минуттары бүләк иткәндәре өсөн мең рәхмәтлемен.
Минең атайым, Йәнтүрин Рим Нотфулла улы Баймаҡ телевидинияһында оператор булып эшләй. Режиссер һымаҡ кино төшөрмәһә лә, район һәм республика яңылыҡтар сығарылышында уның сюжетын күрһәтәләр. Ул көн һайын видиокамераһын тотоп Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарының төрлө ҡыҙыҡлы сараларын, мөһим яңылыҡтарын һәм күренекле шәхестәребеҙҙе видеоға төшөрөп халыҡҡа еткерә.
Бер тапҡыр атай менән эштә булырға тура килде. Мине студияға түгел, ә тәбиғәткә алып сыҡты. Унда ул урман-тауҙрҙы, йөҙөп йөрөгән болоттарҙы, осоп барған ҡоштарҙы, сылтырап аҡҡан шишмәне, иләүендә мыжғып йөрөгән ҡырмыҫҡаны төшөрҙө. Мин дә ярҙам итергә теләп, умырзая сәскәләре үҫкән яланды күрһәттем. Атайым ҡыуанып сәскәләрҙе лә төшөрҙө. Атайҙың төшөргәнен телевизорҙан күрһәттеләр. Беҙ өс сәғәт буйы төшөргәнде, өс минутта ғына күрһәттеләр. Минең күңелем төшмәне, сөнки унда мин әйткән умырзаяларҙы ла күрһәттеләр. Тәбиғәттең матурлығына ҡарап, ҡоштар һайрауын тыңлап, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күңел ял итә. Зәңгәр экранда атайымдың исем-фамилияһын ишетеү, минең өсөн ғорурлыҡ. Мин уны бик ныҡ яратам һәм ихтирам итәм. Уға ныҡлы һаулыҡ, ижади эшендә уңыштар ғына теләйем.
Киләсәктә, мин дә халҡым өсөн эшләйәсәкмен һәм атайым минең менән ғорурланасаҡ.
Марши для детей в классической музыке
Д.С.Лихачёв. Письма о добром и прекрасном: МОЛОДОСТЬ – ВСЯ ЖИЗНЬ
Астрономический календарь. Май, 2019
Акварельный мастер-класс "Прощание с детством"
Упрямый зяблик