Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение про экологию моей малой родины. | 18.7 КБ |
Ауылым - тыуған төйәгем, һиндә минең уйҙарым!
Тәбиғәтте һөйөүселәр күп,
уның өсөн көйөүселәр генә аҙ.
(халыҡ әйтеме)
Мин йырлы, моңло, данлы, йәмле Башкортостандың гүзәл бер мөйөшөндә – Борай районы, Ҡоҙаш ауылында тыуғанмын.
Ҡоҙаш ауылы 1730-1734 йылдарҙа барлыҡҡа килә.Ҡушманаҡ ауылы Эске-Йылан волостынан башҡорт кешеһе Ҡоҙаш Ҡошбирдин һәм уның ағаһы Килә Ҡошбирдиндар, Һебергән йылғаһы буйына килеп урнашалар.
Беҙҙең ауыл бик матур урынға урынлашҡан. Был яҡтарҙа күлдәр ҙә, йылғалар ҙа, урмандар ҙа бар. Ҡайҙа ҡарама, һәр тараф күҙҙең яуын алып тора.
Бына Етеҙ Танып йылғаһы. Уның һыуы бик шәп аға, шуға күрә уны Етеҙ Танып тип йөрөтәләр. Борғаланып - борғаланып аҡҡан Таныпҡа йәй көндәрендә һыу инергә, ял итәргә, балыҡ тоторға киләбеҙ.
Бына урман. Бында юҡ нәмә юҡ: ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, сәскәләр үҫә, бәшмәктәр бүртенә, еләктәр бешә.
Бына Ҡалатау. Бөтә тигеҙлектәр өҫтөнән ҡалҡып, тирә-яғын күҙәтеп тора ул Ҡалатау.
Аллаһы тәғәлә был ерҙән тәбиғәт гүҙәллеген йәлләмәгән – йәнеңә ни кәрәк, бөтәһе лә бар бында. Иген тиһәң, иген күкрәп уҫә, картуф, сөгөлдөр, помидор мул уңыш бирә, бал ҡорттары тәпән-тәпән бал йыйып бүләкләй. Ҡайҙа ҡарама, кешегә йәшәү өсөн кәрәкле хазина – ағасы ла етерлек, ҡом, балсыҡ кеүек төҙөлөш материалдары ла бар.
Тыуған ерем! Ошо илаһи һүҙҙәрҙе әйтеүе генә лә шундай бәхет һәм ғорурлыҡ. Мине бәхет бишегендә тирбәткән изге төйәк - тыуған ауылым Ҡоҙаш. Ҡайһылай ҡәҙерле һәм яҡын ул миңә! Ауылымдағы һәр ағас, уларға ҡунып һайраған моңло ҡоштар, һыу буйындағы ҡаҙ-өйрәктәр, мөңрәшеп һутлы үлән ашап йөрөгән һыйырҙарға тиклем тыуған ауылымдың тәбиғәтенә һокланыуҙарын белдергән төҫлө.
Ҡоҙаш, уның тәбиғәте - тыуған ергә ҡарата булған һөйөү хисенә тулышҡан күңеленән, ауылдашым Нәфисә апай Фатих ҡыҙы ауылыбыҙға бағышлап йыр яҙған:
Эй һағындым ауылымдың
Йәшел бәбкә сирәмен.
Төштәремдә туған йортҡа
Көн дә ҡайтып киләмен.
Эй Ҡоҙашым – ҡояшым да,
Гел саҡырып тораһың.
Һиннән киткәндә һиҙмәнек
Ситтә ғүмер уҙаһын.
Ауылым янынан ғына
Аға йыр – моңло Танып.
Һине һағынып йәшәйбеҙ
Ситтәрҙә ярҙар табып.
Нигеҙҙәр арта ауылда,
Йәштәр оя ҡоралар.
Ҡайтып киләйек йәшлеккә,тип,
Йылдар дәшеп торалар
Нәфисә апай инде күптәннән ауылдан сығып киткән, ул Нефтекама ҡалаһында педагогия колледжында эшләп йөрөй. Уның да минеке кеүек бала сағы, үҫмер йылдары ошо ауылда үткән, тик мин киләсәгемде лә изге тыуған еремә бағышларға теләйем.
Мин бәләкәйҙән тәбиғәт яратам. Йылға буйына барырға, еләк һәм дарыу үләндәре йыйарға, көҙҙәрен урманда бәшмәк йыярға оҡшай.
Тик шуныһы йонсой, тирә-яҡ тәбиғәткә оло хәүеф янай. Экология мәсъәләһе бөгөнгө көндә бик актуаль булып тора, сөнки кешелек тарихы тәбиғәт тарихы менән бәйле.
Беҙ йыш ҡына иптәштәребеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ менән саф һауала ял итергә тип, яланға, йылға буйына сығабыҙ. Шул сакта йыш ҡына күңелде ҡырырлыҡ хәлдәргә осрайбыҙ: йә һыу буйында, йә урман ситендә генә сүп өйөмөнөң, ҡырҡылған, һындырылған йәки яндырылған ағастарҙы күрәбеҙ. Ә былар бөтәһе лә тәбиғәтте йәмһеҙләп кенә ҡалмай, бысрата, юҡҡа сығара.
Республикабыҙҙа ғына йыл һайын 4,5 миллион кубометр сүп-сар йыйыла. Ҡала ситенә, ауыл осона алып барып түгелгән сүп кешеләр һаулығы өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра. Улар зыянлы газ бүлеп сығара, ер аҫтында ятҡан һыу сығанаҡтарын бысрата.
Ә кем ғәйепле? Вайымһыҙ, бәғерһеҙ, ихтирамһыҙ кешеләр! Кешеләрҙең ғәмһеҙлеге аркаһында ауылыбыҙ уртаһынан аҡҡан Сүлҙи, ауылыбыҙҙан йыраҡ түгел аҡҡан Етеҙ Танып һыуҙары ла йылдан йыл бәләкәсәйә бара, балыҡтары ла аҙая.
Ә урман янғындары беҙгә күпме зыян килтерә! Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикабыҙҙа 800-гә яҡын янғын сығыу осрағы теркәлгән. Мөлкәттең янып юҡҡа сығыуына, кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән «ҡыҙыл әтәс»тең ҡотороноуына янғындан һаҡланыуҙың ябай ғына ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе булып тора. Янғында һәләк булғандарҙың күбеһенең иҫерек булыуы ла билдәле.
Был бөтә кешелек мәсьәләһе, ул үҙендә социаль, ижтимағи һәм мәҙәни әһәмиәт алып бара. Шуға күрә, экологик тәрбиәне бала саҡтан уҡ бирергә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урмандар ҡырҡылған, үҫемлектәрҙең күп төрө юҡҡа сыҡҡан, йылғалар бысранған, ә ҡайберҙәре кипкән... Кеше менән тәбиғәт араһында бәйләнеш бөтөп бара, уларҙы ялғап торған нескә еп өҙөлөргә яҡын. Үҙебеҙ йәшәгән һауаны бысратабыҙ, мөхитте ташландыҡ хәлгә килтерәбеҙ. Шуға күрә экология мәсъәләһе бик юғарыға күтәрелә һәм глобаль рәүештә актуаль булып ҡала.
Минеңсә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һәр кем һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға бурыслы. Беҙ, йәштәр ошо тәбиғәтебеҙҙең матурлығын һаҡлау, уны тағы ла арттырыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ. Тәбиғәткә сыҡҡан саҡта усаҡ янында күпме сүп-сар ятып ҡалғанын күрә-белә йөрөйбөҙ. Кәнсир ҡалай һауыттары, ватылған быяла шешәләр, ҡағыҙҙар, аҙыҡ ҡалдыҡтары тирә-яғыбыҙҙы йәмһеҙләп кенә ҡалмай, үҙебеҙ йәшәгән һауаны бысрата, мөхитте ташландыҡ хәлгә килтерә. Һәр кем үҙ өйөндә таҙалыҡ, тәртип һаҡлаған кеүек үк, бар кешелек өсөн уртаҡ йортобоҙ булған әйләнә-тирәбеҙҙе лә матур килеш һаҡларға, киләсәк быуындарға еткерергә тейешбеҙ.
Мин үҙем дә тәбиғәтте һаҡлау эштәре буйынса актив ҡатнашырға тырышам. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса уҙғарылған сараларға докладтар һәм сығыштар әҙерләнем; район һәм ҡала гәзитенә баҫтырып сығарыу өсөн статьялар өҫтөндә эш алып барам; төркөм менән субботниктар үткәрәбеҙ; ҡала үткәргән “Ағас ултырт” тигән акцияла ҡатнаштыҡ.
Юғарыла ла тирә-йүнде һаҡлау мәсъәләләре йышыраҡ күтәрелһен ине. Уларҙы хәл итеү өсөн, мин шуларҙы тәҡдим итер инем:
- тәбиғәткә ҡарата зыян килтереүселәргә талаптарҙы ҡатыландырыу;
- ут менән һаҡ эш итергә, янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген халыҡҡа даими еткереп тороуҙы маҡсат итеп ҡуйыу. Был йәһәттән янғын хәүефһеҙлеге һағында тороусылар тарафынан төрлө сараларҙы йышыраҡ уҙғарыу.
- белем биреү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, мәҙәни һәм социаль үҙәктәрҙә төрлө сараларҙы даими үткәреп тороу. (Янғын сыҡҡан осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күҙ менән күреү, ҡайҙандыр уҡығанға ҡарағанға, күпкә һөҙөмтәлерәк бит?)
- “Экология тәрбиәһе” дисциплинаһын башланғыс класстарҙа уҡыта башлауҙы уҡытыу программаһына индереү;
- тәбиғәт ҡурсаулыҡтарын арттырыу;
- атмосфераға сығарылған зарарлы сәнғәт ҡалдыҡтарының рөхсәт ителгән нормаларын аҙайтыу;
- энергия алыу юлдарының альтернатив төрҙәренең арттырыу (ҡояш батареялары, ел генераторҙары һ.б.);
- ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы заман талабына ярашлы итеп юҡҡа сығарыу буйынса идара итеү программалары булдырыу.
Прекрасная арфа
Украшаем стену пушистыми кисточками и помпончиками
О чем поет Шотландская волынка?
Волшебная фортепианная музыка
Рисуем осенние листья