Был эҙләнеү-тикшеренеү эшендә Йәнгүзәл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатаһы тураһында яҙа.
Вложение | Размер |
---|---|
minen_kzerlelrem.docx | 898.84 КБ |
Минең ҡәҙерлеләрем.
Һуғыш...Бер кемде лә аямай ҙа, бер кемде лә айырмай ул. Мәрхәмәтһеҙ һуғыш типһә тимер өҙөрҙәй саҡтарында егеттәрҙең йәшлеген үрланы, яҡты хыялдарын юҡҡа сығарҙы, рух сыҙамлығын һынаған ауыр һынауҙарға дусар итте. Күпме баланы бала сағынан айырҙы, аслыҡ-яланғаслыҡ афәттәрен татытты, етем ҡалдырҙы. Күпме ҡыҙҙың мендәрен күҙ йәше менән сылатты... Күпме ғаилә тарҡалды... күпме... күпме... Һанай башлаһаң, һуғыш килтергән афәттәрҙең осо-ҡырыйы күренмәҫ кеүек. Һуғыш һәр бер кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙе, ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе...
Минең олатайым Зәйнәғәбдинов Хәсән Зәйнәғәбдин улы ла һуғыш ғәрәсәттәрен үҙ елкәһендә татый. Ул һуғыш тураһында бер нәмә лә һөйләргә яратмаған, тик: “Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын инде”, -тип кенә әйтер булған. Һуғышта күргән мәхшәрҙе иҫләгеһе лә килмәгәндер, хәйер, ул яралар – йән, тән яралары күп яугирҙарҙы ғүмер буйына ыҙалап, эҙәрләп йөрөткәндер, һаташтырғандыр.
Олатайым тураһында хикәйәләүҙе уның ғаиләһе тураһында башлауҙан кәрәктер.Мәнтәй араһынан булған Зәйнәғәбдиндең өс балаһы булған. Сәфиулла, Хөмәйрә, Хәсән. Зәйнәғәбдин олатай ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән, тик балаларын етем ҡалдырып, йәшләй генә, 45 йәшендә үлеп ҡалған. Сәфиулла улы 1902 йылда тыуған, тормоштоң ҡара елдәре уға ла килеп ҡағыла: 1937 йылда репрессияға эләгә, аҡланып һөргөндән ҡайтҡас, 1942 йылда һуғышҡа саҡырыла. Сталинград һуғышында ҡатнаша, яралана. Һуғыштан ҡайтҡас, Биштарҙа (“Пищетара”) ат ҡараусы булып эшләй. Әлеге ваҡытта ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре бар.
Хөмәйрә ҡыҙы фронтовик Исхаҡов Әпҡәдиргә кейәүгә сығып, ауылда тормош ҡоралар. Әпҡәдир , пуля тишеп үтеп, бер ҡулы зәғифләнеп, эшкә яраҡһыҙ булып ҡайта. 9 балаға ғүмер бирә улар.
Хәсән олатайым 1905 йылда тыуған. Һуғышҡа тиклем Инйәр леспромхозында эшләгән. Эшкә бик егәрле, талымһыҙ булғанға уны “Айыу Хәсән” тип йөрөткәндәр. Нәғимә исемле ҡатыны, дүрт малайы булған. “Мин ҡайтмайым, һин миңә хәйер биреп тор”, - тигән ул ҡатынына...Уға тиклем Инйәр леспромхозында эшләүселәргә бронь бирелгән булған, сөнки ул Иҙелбашы металлургия заводы өсөн ағас күмере етештергән. Тик Сталинград янында ул йылдың йәйендә хәл насарланғас күптәрҙән бронь алына, улар һуғышҡа китә. Бер юлы ауылдан егермегә яҡын кеше алына ул йәй. Мәктәп музейында Сталинград һаҡсылары тураһында мәғлүмәттәр бар- Мәһәҙием Мораҙым, Сәғәҙәтуллин Фәтхулла, Ғиззәтуллин Йосоп, Исхаков Әпҡәдир, Йәһүҙин Хәмит, Зәйнәғәбдинов Сәйфулла һәм Хәсән олатайым...
1942 йылда фронтҡа алына. Һуғышҡа китеп, күпмелер ваҡыт үткәс, ике улы - Йәғәфәр менән Хәлит үлеп ҡала.. “Берәүһен ауырып үлгән, икенсеһен һағынып үлгән, тип һөйләгәйнеләр, тип иҫләй олатайымдың Тирләндә йәшәгән ҡыҙы Венера әбейем, ул да асыҡ ҡынаһын белмәй. “Дүрт малайҙы ҡарауы ауыр булып, әллә берәй ҡайҙа биргән булдымы икән улын?” – тип тә өҫтәп ҡуйҙы ул.
Олатайым ҡатыны менән бүтән күрешә алмай: Нәғимә ауырып үлеп ҡала. Улдары - Мәхмүт һәм Мәүлит етем тороп ҡала. Уларҙы олатайымдың инәһе Барсын өләсәй тәрбиәләгән.
Олатайым Сталинград трактор заводын һаҡлаған. Сталинград эргәһендәге ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашҡан. “Эргәлә генә Волга ағып ята, беҙ һыуһыҙ интегәбеҙ, сөнки фашистар ян-яҡтан атакалайҙар. Бер яраланған сағымда эй һыу эскем килә, ҡулым еүеш ергә тейҙе, услап алып эсәйем тиһәм, ул аҡҡан ҡан булып сыҡты” – тип тик бер генә тапҡыр, төн ваҡытында һаташыпмы, күңеле нескәрепме һөйләп ташлай олатайым. Быны олатайымдың килене, Ғәшиә өләсәйем һөйләне. “Һыу юҡ, аттар үтеп китһә, ат тояҡтары эҙҙәренә йыйылған һыуға сепрәк һалабыҙ ҙа, шунан эсәбеҙ” Олатайымдың һөйләгән һәр бер һүҙен бөртөкләп тиерлек йыйғанда, бәләкәй ҡыҙы Земфира әбейем дә әҙ генә, ләкин ниндәй әһәмиәтле һүҙен иҫкә төшөрҙө. Һуғыш барышында аяғынан яралана олатайым. Госпиталдә ятҡанда, аяғын ҡырҡырға иткәндәр, тик ул риза булмаған. “Аяғының әллә нисә урында ите юҡ ине. Беҙ шул урынға һыу һалабыҙ ҙа, һыу аҡмай, шуны ҡыҙыҡ күреп ҡарай торғайныҡ” – тип хәтирәләрен яңырта Венера әбейем. Әллә нисә тапҡыр яраланып, госпиталдәрҙә ятҡас , олатайым Донбасстағы шахтала күмер сығарған. Күмер эҙҙәре лә олатайым менән бергә ҡайта .“Аяғында күп нөктәләр - күмер эҙҙәре беленеп тора ине. Шахтанан алып ҡайтҡан нәҙек кенә фонары ла була торғайны, йәш саҡта уйламағас ни,”- тип үкенесле ҡушыла был ҡомартҡыны һаҡламағандары өсөн әсенеп, олатайымдың оло ҡыҙы Гөлфинә әбейем.
Һуғышта саҡта олатайым “күгәрсен тотоп алдым” тип төш күрә һәм был төшөн иптәштәренә һөйләй. Бер иптәше: “Һин ҡайтҡас кәләш алаһың” , -ти. “Ниндәй кәләш , ти, минең кәләшем бар бит , дүрт улым да бар” – тип асыуланғандай ҙа итә олатайым был “төш юраусы” иптәшенә, ә ул һаман үҙенекен тылҡый.
Әҙәм бер төрлө уйлай, яҙмыш үҙенекен итә шул. Олатайым ҡатыны менән бүтән күрешә алмай: Нәғимә ауырып үлеп ҡала. Етем тороп ҡалған Мәхмүт һәм Мәүлитте өләсәләре, олатайымдың инәһе Барсын өләсәй тәрбиәләп үҫтерә, тип алда яҙғайным инде...
Олатайым һуғыштан демобилизацияланып, 1946 йылда ҡайта. Ҡайтып, донъя көтә башлай. Оло юл эргәһендә урынлашҡан Биштарҙа (“Пищетара”ла) эшләй, Инйәр лепромхозының Ноҡат бүлексәһендә эшен дауам итә.
Уға, кәләш ал, тип күп ҡатынды димләйҙәр.
Бер ваҡыт Әбсәләмов Мәхмүттәргә Ғәнифә исемле ҡыҙ килә. Мәхмүттең ҡатыны Хәжәрҙең бер туған һеңлеһе булып сыға ул. Ҡалын ҡара ҡашлы, мөһабәт кәүҙәле олатайым Ғәнифәне күреп ҡала ла: “Миңә унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй”, - тип әйтеп һала. Асынан Йөйәккә килеп йөрөгән ҡыҙ менән танышып китәләр.
Ә хәҙер инде бер аҙ өләсәйемдең яҙмышына күҙ һалайыҡ.
Өләсәйем 1921 йылда Асы ауылында тыуған. Аҡ ҡына йөҙлө, оҙон һары сәсле, төҫкә сибәр генә өләсәйем, ул ваҡытта йәш кенә ҡыҙ, йырға-бейеүгә маһир булып, төрлө концерттарҙа ҡатнашып йөрөгән. Күрше ауылдарға ла барып сыҡҡандар. Береш ауылына барғанда Ялалов Бәйтулла тигән егет күҙ һалған уға. Танышып киткәндәр, ғаилә ҡорғандар. Бер йыл тирәһе генә бергә йәшәп ҡалғандар. Һуғыш ике йәш йөрәкте шулай айырған.Бәйтулла фронтҡа киткән. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк хәбәрһеҙ юғалған ул. Өләсәйем Телмәй мейестәрендә күмер эшендә эшләгән. Белорет металлургия заводы был күмерҙән башҡа эшләй алмаған, ул ошо күмерҙән юғары сифатлы ҡорос етештергән. Шулай булғас, бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн өләсәйем дә ниндәйҙер өлөш индергән. Һуңынан ул ауыл мәктәбендә йыйыштырыусы булып та йөрөгән. Ҡәйнәләре менән һуғыш бөткәнсе тора өләсәйем. Егәрле, етеҙ, эштән ҡурҡмаған өләсәйемде ҡәйнәләренең ебәргеһе килмәгән. Бары тик һуңынан, олатайым менән тормош көтөргә булғас, олатайымдың инәһе Барсын өләсәй барып һөйләшкәс кенә өләсәйем уларҙан киткән.
Гел иҫләп һөйләр ине өләсәйем үҙенең тәүге ирен. “Ярай әле Хәсәнгә осраным, бер тапҡыр ҙа ҡыйырһытҡаны булманы, һәйбәт кеше булды,” – тип әйтә торғайны олатайым хаҡында.Олатайым кеүек, өләсәйем дә һуғыш бөтөр алдынан бер төш күрә: имеш, ул аяғына матур ғына кирза итек кейеп алған. Үлсәме 41-се размер. Ирҙәрҙеке кеүек күренһә лә, ҡалай аяғыма тап-таман тип, итекте һыйпап-һыйпап ала.
Шулай итеп, төшөндә күгәрсен тотҡан 41 йәшлек олатайым менән кирзы итек кейгән 16 йәшкә кесе өләсәйем һуғыштан һуң өйләнешәләр. Бик матур итеп йәшәп китә улар. Бер-береһе менән шаярышып, ярты һүҙҙән аңлашып торалар. Ете балаға ғүмер бирәләр: Гөлфинә (1947 ) Венера ( 1950 ) Мирсәйет, Мирсаяф (1952) Минсаҙыр, Земфира (1958), Заһир (1960). Мәүлит менән Мәхмүтте ҡарап үҫтерәләр. Үкенескә күрә, Мирсәйет һәм Минсаҙыр исемле улдары 3 – 4 айлыҡ ҡына саҡтарында үлеп ҡалалар.
Олатайым Мәхмүт, Мәүлит улдары менән өс атта леспромхозда ағас эшендә йөрөгән. Өләсәйем уларға ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләгән. “Беҙҙе ап-аҡ ойоҡтарҙа ғына йөрөттөң. Ниңә беҙҙе инәй тип әйтергә өйрәтмәнең?” – тип өләсәйемә рәхмәттәрен әйтеп, үпкәләп тә алған тәүге ҡатынынан тыуған улдары. Тормошта төрлө хәлдәр ҙә булғандыр, ләкин өләсәйем улар тураһында бер ваҡытта ла насар тип әйткәне булманы. Леспромхоз ул ваҡытта көслө , эш күп булған. Өйгә төндә генә бесән, утын килтерергә ҡайтҡандар. Өләсәйем балалары ваҡ саҡта үҙе бесәнде өйөп күбәләп ҡуя ла, олатайымдар төндә кәбән ҡойоп китер булғандар.
Бесәнгә йөрөгәндә гел тура юлдан йөрөткән олатайым.. “Балалы айыу һымаҡ, соҡор-саҡырҙан йөрөтәһең,” – тип һуҡранып та ҡуйған өләсәйем. Еләк йыйырға яратҡан. Эре-эре ҡурай еләктәре алып ҡайҡан. Олоғайғас та, өләсәйем менән балан, муйылға йөрөгәндәр. Балыҡ мискәүләргә яратҡан. Ғүмер буйына бал ҡорттары тотҡандар. Бик тыныс, ярҙамсыл кеше булған. Яҡында йәшәгән Сафия әбейгә утынын да килтереп киткән. “Эй Хәсән килде, утын килтерҙе”, - тип һөйөнөп ҡала торған булған Сафия әбей. Ҡәйнештәре менән шаярырға яратҡан.Ултырып йырҙар ҙа йырлаған ул. Тик ҡыҙҙары хәтерендә бер-нисәүһе генә тороп ҡалған:
Уйһыу ергә һыу йыйыла,
Унда ҡаҙҙар ҡойона.
Йәшлек ваҡыт, берлек ваҡыт
Сәскә булып ҡойола.
Аҡҡош балаһын өйрәтә
Ағын һыуҙа йөҙәргә.
Бик күп батырлыҡтар кәрәк
Сит ерҙәргә түҙәргә
Талъян гармун уйнатам,
Үҙем йырлап, үҙем уйнап,
Йәш йөрәгем йыуатам
Иртә тороп тышҡа сыҡһам,
Волга буйҡайында йылҡы юҡ.
..................................................
Уй уйлаған иргә йоҡо юҡ.
................................................
..................................................
Таңғы йоҡо ниндәй татлы,
Шунда ла уйлап ятам, “ ти ууууул” тип һуҙып өҫтәп йырлап ҡуя торған булған олатайым. “Кем әйтә уууул” – тип шаяртып ҡаршы һуҙған өләсәйем дә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырҙарҙың ҡайһы бер юлдары балаларының иҫендә юҡ. Бәлки яйлап иҫләрбеҙ, тине улар.
Өләсәйемә олатайым эштә йөрөгәндә бик ауырға тура килгәндер. Ләкин балаларының күңелен күрергә лә ваҡыт тапҡан ул. “Беҙҙең менән бергә баҫтырышып, йәшенмәк кеүек уйындарҙы уйнай торғайны”, - ти Земфира әбейем.
Өләсәйемде мин дә хәтерләйем. Олоғайғас, ҡасан ҡарама китап йә журнал уҡып ултыра торғайны. “Ағиҙел” журналын уҡырға яратты. Һүҙгә йор, яғымлы ҡарашлы өләсәйем берәй көй һуҙып ебәрер ине, таҡмаҡ йырларға яратты. Ауылға концерт килһә, тороп бейеп китә торғайны.
Мәктәптең музейында һаҡланған өләсәйемдең дә йырҙарын яҙып китәйем:
Ҡарағасҡай тауы бигерәк бейек,
Күренеп кенә тора Иҫке ауыл.
Ултыра ғына торғас мин йырлайым,
Үткән ғүмеремде иҫкә алып.
(“Эйе, Ҡарағас тауы күренеп тора, Ноҡатҡа барғанда шунан йөрөй торғайныҡ”)
Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам,
Таш буйҡайынан күс килә.
Йәш ғүмеркәйҙәрем иҫкә төшһә,
Ике күҙкәйемдән йәш килә.
Ай-һай, егет , бигерәк матурһың,
Ҡайһы ерҙәргә генә барып ятырһың.
Ата-әсәйеңдән фатиха алһаң,
Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтырһың
Арҡа-арҡаларҙан килдеңме,
Биләм-биләмдәрҙән килдеңме?
Беҙ һағынғандарҙы, ай, белдеңме,
Әллә үҙең һағынып килдеңме?
Һауаларҙан осҡан ай.......
Аяҡтарын күргән әҙәм бармы икән?
Был ғүмеркәйҙәрҙе үтә, тиҙәр,
Үткәрмәҫкә хәйлә бармы икән?
Һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙың
Ҡанат осҡайҙары ҡыйыулы.
Ҡағырҙар ҙа инде, һуғырҙар ҙа,
Кем балаһы кемгә аяулы.
(“Был йыр кейәүгә сығып, ҡәйнәгә килен булған ҡыҙҙарға ҡағыла”).
Инйәр буйҡайҙары өҙәрем,
Өҙәремгә ҡарап йөҙәрем.
Туғандарың иҫеңә төшһә,
Йәй көндәре нисек түҙәрһең?
(“Был йырымды мин Тирлән ауылында йәшәгән ҡыҙым Венераға арнап яҙҙым”).
Өләсәйемдең йырҙарынан тыш бик күп таҡмаҡтары ла бар. Улар ҙа музейҙа һаҡлана.Шулай йыр-моңға ғашиҡ кешеләр була олатайым менән өләсәйем.
1957 йылда ҙурыраҡ өй һалып сыға улар. Мәхмүт кәләш алып, балалары тыуғас, уларға өй һалырға ярҙамлашалар. Һуңынан Мәүлиткә өй һалалар. Хәл бар саҡта тип, 1972 йылда тағы ла ҙурыраҡ өй һалып сығалар. Башҡа балалары үҙ аллы тормош көтә башлай, яйлап улар ҙа үҙ нигеҙен ҡора, Йөйәктә төпләнә. Тик Венера ҡыҙҙары ғына Тирләндә төпләнә. Атай нигеҙендә кесе улдары Заһир ҡала.
1982 йылдың 13 октябрендә яман сир менән ауырып үлгән олатайым. Мирсаяф олатай уны Өфөгә больницаларға йөрөтөп ҡарай, тик сир бик аяуһыҙ шул . Төпсөк улы Заһирҙың ғына балаларын күрә алмай Хәсән олатайым.
Өләсәйем оло йәшенә етеп, Сулпан килене менән татыу йәшәп, ҡәҙер-хөрмәттә, оло ҡыҙының бүлә-бүләсәрҙәрен күреп, беҙҙең хәтерҙә матур ғына итеп үлеп китте. 2007 йылдың апрелендә донъя ҡуйҙы ул. Ә Хәсән олатайымды беҙ күреп белмәйбеҙ. Инәйем, Мирсаяф олатайҙың ҡыҙы, уның ҡулдарына алып һикерткәнен генә иҫләп ҡала. Ул ваҡытта инәйемә 3 йәш була.
Олатайым һуғыштан һуң “Германияны еңгән өсөн”(ул был миҙалын иң ҙур награда тип иҫәпләгән булған ) “СССР-ҙың Ҡораллы көстәренә 50 йыл», “СССР-ҙың Ҡораллы көстәренә 60 йыл” “Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 30 йыл” миҙалдары
менән бүләкләнә.
Олатайым тураһында, һуғыш йылдары менән бәйле ваҡиғалар тураһында күп мәғлүмәт таба алмаһам да, әлеге белгәндәрем миңә яҡындарым тураһында шул тиклем ҡәҙерле. Олатайым, бәлки “ҡыҙҙар күңеле нескә була” , тип ҡыҙҙарына һөйләмәй, улдарына һөйләгәндер. Тик ни тиклем ҡыҙғаныс, аяныс булмаһын, олатайымдың бер улы ла юҡ шул донъяла. Мәхмүт, Мәүлит , яратҡан Заһир бабайым 2010 йылда 49 йәшендә генә, ҡәҙерле Мирсаяф олатайым 2012 йылда 60 йәшендә генә үлделәр. Әле олатайымдың тоҡомон уларҙың улдары дауам итә.
Быйыл Бөйөк Еңеүгә етмеш йыл. Һуғышта ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән ветерандарҙың сафтары бөтөнләй һирәгәйгән. Фашизмға ҡаршы Тыуған ерен һаҡлап аяуһыҙ көрәшкән яугирҙарҙы бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Улар быуыны ил азатлығы өсөн йәнен аямай көрәшеп, иңдәренә төшкән оло бурысты ҡаһарманлыҡ менән атҡарып, илебеҙгә Еңеү алып ҡайтты.
Илебеҙҙе һаҡлап һуғышҡан Хәсән олатайым да тыныслыҡҡа ҙур өлөш индергән бит. Рәхмәт һиңә, олатай!
Асҡарова Йәнгүзәл,
Белорет районы Йөйәк урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.
Три способа изобразить акварелью отражения в воде
Новогодние гирлянды
Волшебные звуки ноктюрна
Знакомимся с плотностью жидкостей
Без сердца что поймём?