Йөйәк урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыларының экологик темаға арналған ижади эше
Вложение | Размер |
---|---|
marsh_parkov_-_izhadi_eshtr_5_kl.docx | 13.76 КБ |
Бер тигәс тә ни яман?
(ҡобайыр)
-Бер тигәс тә ни яман?
-Балыҡтар интегешеп,
Таҙа һыуға тилмерешеп,
Йонсоһалар – шул яман.
-Ике тигәс тә ни яман?
-Икмәкте иҙәнгә ташлап,
Ҡәҙерләмәһәң – шул яман.
-Өс тигәс тә ни яман?
-Өҙөп китһәң сәскәләрҙе-шул яман.
-Дүрт тигәс тә ни яман?
-Дуҫтарың менән бергәләп,
Ҡоштарға һин таштар бәрһәң,
Ояларын туҙҙырһаң – шул яман.
-Биш тигәс тә ни яман?
-Бысратһаң һыуҙы, урманды,
Ташлаһаң унда сүп-сарҙы – шул яман.
-Алты тигәс тә ни яман?
-Аҡса эшләйем тиеп,
Ағастарҙы күпләп ҡырҡып,
Үҙең ағас ултыртмаһаң – шул яман.
-Ете тигәс тә ни яман?
-Еребеҙҙе ситкә һатһаҡ,
Еребеҙҙән әгәр ҡалһаҡ – шул яман.
-Һигеҙ тигәс тә ни яман?
-Һулар һауабыҙ таҙа булмаһа,
Завод төтөнө тирә –яҡты ялмаһа – шул яман.
-Туғыҙ тигәс тә ни яман?
-Тауҙарҙы шартлатҡанға,
Төйәген йәнлек-ҡоштар ташлаһа,
Үҫемлектәр ҡалмаһа – шул яман.
-Ун тигәс тә ни яман?
-Ут менән һаҡһыҙ ҡыланып,
Урманды көлгә әйләндерһәң – шул яман.
Ни яман? Ни яман?
Беҙ, 5-се класс уҡыусылары,
Тәбиғәтте һаҡламаһаҡ,
Киләсәгебеҙҙе уйламаһаҡ – шул яман!
Йөйәк урта мәктәбенең
5-се класс уҡыусылары.
Акрошиғырҙар
Тирә-яҡҡа
Әйләнеп
Баҡһаң,
Илаһи,
Ғәжәп,
Әкәмәт
Тойорһоң
Өмөтбаев Айрат
Урман – беҙҙең төйәгебеҙ,
Рәхмәт туйындырғанға.
Матур сәскәләре үҫә,
Аҡҡоштар парлашып йөҙә,
Насарлыҡ эшләмә бер ҙә.
Хәлилов Радмир
Тәбиғәтте һаҡлайыҡ беҙ,
Әсәй кеүек яратайыҡ,
Бергәләшеп таҙартайыҡ,
Иркен һәм мул йәшәйек.
Ғаиләбеҙ менән бергә
Әйҙә, һин дә ҡушыл беҙгә,
Тотонайыҡ эштәргә!
Баһауетдинова Айһылыу
Ҡояш йылытҡас, ҡоштар
Осоп килде
Шатланып.
Тағараҡтар элеп ҡуйҙым-
Ашағыҙ ем
Рәхәтләнеп!
Юламанова Альбина
Тирә-яғым ниндәй йәмле!
Әсәм ере, атам ере.
Бында халыҡ татыу йәшәй,
Исем ҡушҡан бабам миңә.
Ғаиләм эсә һинең һыуҙы,
Әрәм итмәй байлығыңды.
Туҙҙырмам мин дә тирә-яғымды.
Лилиә Атауллина
Һулыһалар үҫемлектәр,
Ағыуланһа йылға-күлдәр,
Умырзаялар ҡалҡмаһа,
Ауылыбыҙҙа ни ҡала?
Фәнис Ноғоманов
Тәбиғәт беҙгә бүләк итә
Әллә күпме матурлыҡтар:
Балыҡтары ялтыр-ялтыр,
Иҫ китерлек ағастар.
Ғашиҡмын мин тыуған яҡҡа,
Әҙермен уны һаҡларға,
Таҙартырға, яҡларға.
Әлибаев Айҙар
Чем пахнут ремёсла? Джанни Родари
Повезло! Стихи о счастливой семье
Большое - маленькое
Развешиваем детские рисунки дома
О путнике