Әйтерһең дә,тырыш ҡарлуғас һин,
Ем илтәһең балаларыңа.
Һәр баланың өйҙә әсәһе бар,
Ә һин – уртаҡ әсә барыһына.
Уҡытыусы!
Ошо исемдән дә
Юғарыраҡ ниндәй исем бар?!
Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.
(Р.Шаммас. “Уҡытыусыға”)
Кем ул уҡытыусы? Икенсе әсәйме, әллә белемдең иң бейек баҫҡысына үрләргә ярҙам итеүсеме? Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер?
Уҡытыусы һөнәре – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр. Кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары, уҡытыусы күңелендә урын алған.
XXI быуатта ниндәй булырға тейеш бөгөнгө көн уҡытыусыһы? Ошо һорауҙар тураһында минең бик күп уйланғаным бар.
XXI быуат – яңы информацион технологиялар заманы. Хәҙерге мәктәп шарттары беҙгә дәрестәрҙә төрлө компьютер техникаһын ҡулланырға мөмкинлек бирә. Әлеге көндә компьютерһыҙ дәрестәрҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Компьютер – уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә. Ә шулайҙа, компьютер уҡытыусыны алыштыра алмай, ә тик техник сара булып ҡына хеҙмәт итә.
Мин уҡыған Урғалы урта мәктәбендә XXI быуат уҡытыусылары эшләй ҙә инде. Улар һәр береһе үҙҙәренең һөнәрен яратып,күңелен һалып башҡара. Уҡыусылар араһында ҙур хөрмәт яулаған уҡытыусыларҙың береһе Дремина Фәүзиә Рәвил ҡыҙы. Ул 25 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирә. Телебеҙҙең матурлығын, байлығын уның дәрестәрендә өйрәнәбеҙ.
Фәүзиә Рәвил ҡыҙының уҡыусылары ижади эштәрҙә, олимпиадаларҙа һынатмай, һәр ваҡыт призлы урындарға ирешә. Район күләмендә уҙғарылған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп призлы урын яуланылар.
Ғәнеева Зилә менән район күләмен дә уҙғарылған олимпиада ла еңеп республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфө лә көс һынаштылар. Башҡорт халҡының милли батыры-Салауат Юлаев шиғырҙарын Малаяҙ үҙәгендә яттан һөйләп, маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр. Уңыштары уның бихисап.
Мин дә, уҡытыусымдан алған белемемде нурҙар итеп таратам: иншалар конкурсында бер нисә йыл рәттән призлы урын алдым, ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада ла алдынғы урынға сыҡтым. Туғанлыҡ сылбырҙарын барлап “Шәжәрә” байрамын да ҡатшашып “Иң яҡшы шәжәрә” тигән исем яуланым.Ошо минең ҡатнашып , яулап алған уңыштарым, уҡытыусымдың эш һөҙөмтәһе лә инде. Бына ул –XXI быуат уҡытыусыһы.
Фәүзиә Рәвил ҡыҙы мәктәптә талапсан уҡытыусы, өйҙә мөләйем ҡатын, уңған хужабикә, хәстәрле әсә.
Ҡәҙерле уҡытыусыма яуаплы, ауыр, изгелекле эшендә уңыштар, ижади асыштар теләйем.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 15.1 КБ |

Почему Уран и Нептун разного цвета
Колумбово яйцо
Сказка "Колосок"
Что есть на свете красота?
"Морская болезнь" у космонавтов