Башҡортостаныбыҙҙың байлығын һаҡлар өсөн, Тыуған илебеҙ сәскә атһын өсөн бер сара күрергә ваҡыт түгелме беҙгә?! Кешеләр, үҙебеҙҙең хатабыҙҙы аңларға ваҡыт еткән түгелме?! Беҙҙең Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, тыуған тәбиғәтебеҙҙе беҙҙән башҡа кем яҡлар, кем һаҡлар, кем ҡурсалар?!
Вложение | Размер |
---|---|
tbigtte_kursalau_-_ilde_haklau.docx | 19.49 КБ |
Тәбиғәтте ҡурсалау – илде һаҡлау.
Матур, һоҡланып туймаҫлыҡ йәйге таң… Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурҙарында, һарғылт йәшел төҫкә инеп, әкрен генә томан күтәрелә. Күҙ яуын алып, үлән баштарында ысыҡ емелдәй, әйтерһең дә, аяҡ аҫтына һанһыҙ ынйы бөртөктәре һипкәндәр. Әллә ниндәй серҙәргә төрөнөп таң беленә. Бар тәбиғәт алһыу төҫкә инә, әкренләп йоҡонан уяна. Үлән баштарын сайҡалдырып, ағас япраҡтарын шаулатып, һалҡынса сафлыҡ таратып иртәнге ел иҫә. Наҙлы йомшаҡ ел, сәскәләрҙе, тулҡындарҙы тирбәлдерә-тирбәлдерә, нәҙекәй билле талдарҙың сәстәрен тарай-тарай, ботаҡ-сәңгелдәктә серем итеп ултырған ҡоштарҙың ҡанаттарына ҡағыла биреп: «Уянығы-ы-ыҙ, ҡәҙерлеләрем!», - тип өндәшә һымаҡ.
Бар тереклеккә ҡыуаныс һәм өмөт биреп яҡты көн тыуа. Яңы көн, яңы йыр, яңы шатлыҡ, яңы моң, яңы таң тыуа.
Йомшаҡ ел наҙлап ҡына сәскә-гөлдәрҙең баштарынан һыйпап үтә. Күңелдәре илһам менән тулышҡан сәскәләр, мөлдөрәшеп, көнгә баға. Елдең саҡ ҡына ҡағылыуы була, Ер-әсәбеҙ тупрағына шифалы ысыҡ тамсылары тамып төшә. Ҡыңғырау сәскәләре, бер-береһенә бәрелеп:
- Зың-ң-ң, зың-ң-ң! – итә.
Урман ситендәге мәғрур имәндәр, буйсан ҡарағайҙар, сәскә-гөлдәрҙең сыр-сыу килгәнен ситтән генә күҙәтеп, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, һәлмәк кенә шыбырлаша.
Аҡ күлдәкле ҡайындар йәшел ебәк шәл-яулыҡтарын елберләтеп, бөгөлә-һығыла тирбәлеп, ҡарағайҙарҙы сәләмләй. Ҡарағайҙар иһә, тирә-яҡҡа ылыҫ еҫтәре аңҡытып, ҡайындарға һоҡланып ҡарайҙар. Шау сәскәле йүкәләр, оялсан йәш-елкенсәк кеүек, күҙҙәрен ергә төбәгән килеш, тынып ҡалған.
Ҡайҙалыр алыҫта һайыҫҡан шыҡырыҡлағаны ишетелде. Уға яуап ҡайтарғандай, ике тапҡыр кәкүк тә саҡырып ҡуйҙы. Туғайҙан һандуғас йыры ишетелде. Шуны ғына көткәндәй, таллыҡта турғайҙар сутылдаша башланы. Күл өҫтөнә бөтмәҫ йәм өҫтәп, бар ҡоштарҙы көнләштереп, әкрен генә пар аҡҡоштар йөҙә. Ҡамыштар араһынан өйрәктәр тауышы ишетелде.
Тауҙар артынан күренгән ҡояш, ялҡын көлтәһен бөркәнгән килеш, бар ғаләмде алтын-көмөшкә ҡойондороп, һаман юғарыраҡ күтәрелә. Ер-әсәнең мөләйем йөҙөн нығыраҡ йылыта. Ҡояш күтәрелгән һайын, күк көмбәҙе иркенәйә, офоҡ ситтәре алыҫая, донъя күркәмләнә бара.
Ошо илаһи матурлыҡты күреп, күңелемдә шатлыҡ, бәхет, ғәзиз еремә ҡайнар мөхәббәт тойғолары уяна һәм бөтә донъяны яңғыратып ҡысҡырам:
- Һаумыһығыҙ, тауҙарым, урмандарым, ҡоштарым! Һаумы, Ҡояш апай! Һаумы, яңы көн! Ғәзиз ерем, һине яңы тыныс көнөң менән тәбрикләйем!
Көн тыуа. Көн менән бергә матурлыҡ тыуа. Сабый саҡтан уҡ Тыуған ерем матурлығы минең күңелемә һеңгән, йомартлығы йөрәгемә күскән. Минең йөрәк тамырҙарым тыуған ерем тупрағына тоташҡан. Ошо ожмахтың ҡәҙерен белеп, уны һаҡлап йәшәргә лә йәшәргә ине беҙгә. Ләкин…
Ләкин күптәр ниңә тәбиғәтте аңламай икән? Ниңә бөгөнгөнө, киләсәкте уйламай икән? Урман тулы браконьерҙар. Улар болан, маралдарҙы аталар, аҙым һайын, ҡапҡан ҡороп, шәшке, төлкө тоталар. Нисек итеп йылғаларҙа, күлдәрҙә суртан, бәрҙе, бағры балыҡтары ҡалһын? Балыҡ тотоусылар өсөн күлдәр – сикһеҙ байлыҡ. Ләкин улар ҡармаҡ һалмай, ә ау һалалар. Шул байлыҡ юҡҡа сыҡмаһын, күлдәр һәр саҡ таҙа булһын өсөн, даими хәстәрлек күрергә кәрәк. Бер ваҡыт Ҡандракүлдең балығы бөтә башлағайны. Ләкин урындағы йәмәғәтселек, Башҡортостан балыҡ комбинаты эшселәре һәм инженерҙарының тырышлығы менән Ҡандраның балыҡ запасы тулыландырылды. Элек шаулап-гөрләп үҫкән, йырып үткеһеҙ урмандар урынында хәҙер төпсөк-төпһәләр генә һерәйеп ултыра, сөнки рөхсәт-фәлән алып тормай урлап ағас йығыусылар көндән-көн күбәйә. Урман – беҙҙең байлыҡ, тибеҙ… Былай булһа, был байлыҡтан ни ҡалыр?! Халыҡ яҙыусыбыҙ Ноғман Мусиндың әҫәрендә шундай өҙөк бар: «Урман һәм кеше. Был ике төшөнсә йәшәү менән һауа араһындағы бәйләнеш кеүек үк айырылғыһыҙ. Кешелек донъяһы мәңгелек икән, бының урмандан башҡа булыуы мөмкин түгел. Йәғни кешелектең мәңгелек булыуы өсөн урмандың мәңгелек булыуы шарт. Сөнки урманды ерҙең үпкәһе тип йөрөтәләр». Эйе, хаҡ, дөрөҫ һүҙҙәр. Ысынлап та, шундай матурлыҡҡа, гүзәллеккә бай Башҡортостан тәбиғәтенең һулып барыуы күңелде әрнетә, йөрәккә шом һала. Тәбиғәтебеҙ көндән-көн һарғая. Һыу буйҙары башҡорттарҙың борон-борондан яратҡан төйәге булған. Улар йылға, күлдәрҙең һәр береһенә тиерлек йырҙар, легендалар ижад иткән. Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы. Унан башҡа тормош юҡ. Башҡортостан йылға, күлдәргә бик бай. Ләкин кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында йылға, күлдәр һайыға, хатта ҡорой, эсәр һыу сығанаҡтары йылдан-йыл кәмей, сөнки йылға буйҙарындағы ҡыуаҡтарҙы ҡырҡалар. Эсәр һыу хаҡында хәстәрлек күргәндә генә ул саф, таҙа көйөнсә кешеләргә меңәр йылдар буйы хеҙмәт итә ала. Һыуҙарҙың таҙалығы өсөн көрәш бер ҙә туҡтамаҫҡа тейеш. Ҡыуанысҡа ҡаршы, тәбиғәттәге фажиғәне аңлаған кешеләр ҙә бар был донъяла. Улар тәбиғәтте ҡурсалау – илде һаҡлау икәнен бик яҡшы аңлайҙар, тәбиғәт күркен һаҡлауҙы үҙенә төп бурыс итеп ҡуялар, бик күп файҙалы саралар үткәрәләр. Йылғаларҙы, күлдәрҙе, шишмәләрҙе таҙартыу буйынса өмәләр ойошторола, ҡалалар тирәһендә ҡурсаулыҡтар булдырыла, сөнки беҙҙең күп затлы кейектәребеҙ бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалып бара бит. Тәбиғәттә бит кәрәкмәгән, артыҡ януарҙар юҡ. Улар һәр береһе үҙенсә файҙа килтерә.
Тәбиғәткә битараф булған кеше Тыуған иленең киләсәгенә лә битараф булып ҡала, Тыуған илдең яҙмышы уны ҡыҙыҡһындырмай. Ни өсөн беҙ ата-бабаларыбыҙҙың аманатын үтәмәйбеҙ? Беҙ Тыуған илебеҙҙә азат тормошта йәшәһен өсөн улар күп ҡан ҡойған, бил бөккән, үҙ ерен, илен дошмандарҙан һаҡлап алып ҡалған. Ни өсөн беҙ шуның ҡәҙерен белмәйбеҙ? Ни өсөн беҙгә лә киләсәк быуынға үҙебеҙ тергеҙеп, һаҡлап үҫтергән тәбиғәт күркен: һандуғастар моңон, төрлө-төрлө нурҙар сәсеп, күҙҙәр ҡамаштырған гөл-сәскәләрҙең хуш еҫтәрен, саф шишмәләрҙең күңелле сылтырауын, урмандар шауын, ярҙарына һыймай ташҡан йылғаларҙағы балыҡтарҙың ярышып-ярышып йөҙөүен, эшсән нәҙекәйбил – бал ҡорттарының безелдәүен, зәңгәр күк йөҙөн, ҡояшлы көндәрҙе, йондоҙло төндәрҙе бүләк итмәҫкә? Тәбиғәт яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Тәбиғәтте һаҡлау – бөтә кеше бурысы. Урмандарҙы иҫәпһеҙ киҫеү, йылғаларҙы, күлдәрҙе бысратыу, унда ау менән балыҡ тотоу, урманда ҡош-ҡортҡа һәм кейеккә һунар итеү тәбиғәттең ярлыланыуына, бөтөүенә килтереүен аңларға ваҡыттыр беҙгә! Башҡортостаныбыҙҙың байлығын һаҡлар өсөн, Тыуған илебеҙ сәскә атһын өсөн бер сара күрергә ваҡыт түгелме беҙгә?! Кешеләр, үҙебеҙҙең хатабыҙҙы аңларға ваҡыт еткән түгелме?! Беҙҙең Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, тыуған тәбиғәтебеҙҙе беҙҙән башҡа кем яҡлар, кем һаҡлар, кем ҡурсалар?!
Әйҙәгеҙ, ирекле Башҡортостаныбыҙҙа саф һауа һулап, уйнап-көлөп, рәхәтләнеп йәшәйек. Ошо күркәмлекте киләсәк быуынға ла ҡалдырайыҡ! Тәбиғәттең йомартлығына беҙ рәхмәтле булайыҡ!
Тәбиғәттең матурлығын
Һоҡланышып ҡарайыҡ.
Ошо матур донъяны
Дуҫтар, әйҙә һаҡлайыҡ!
Тыуған илде һаҡлайыҡ!
Донъяны таҙа тотайыҡ,
Үҙебеҙгә кәрәк бит.
Сәләмәт булып йәшәүе
Үҙе оло бәхет бит.
Подарок
У меня в портфеле
Волшебные звуки ноктюрна
Кто чем богат, тот тем и делится!
Петушок из русских сказок