Стихотворение на башкирском языке о ветеранах. В нем выражается благодарность ветеранам за мирную жизнь.
Вложение | Размер |
---|---|
стихотворение -благодарность ветеранам | 33 КБ |
Рәхмәт һеҙгә, ветерандар
Һуғыш булған, тиҙәр, элек заман,
Ҡурҡыныс һәм ҡанҡойошло
Кем һуғышҡан? Нимә бүлешкәндәр?
Ҡояш аҫтындағы урындымы?
Һуғышты мин бөтөнләй аңламайым,
Ниңә кәрәк һуң ул һуғышыу?
Асыу килә, малайҙар һуғышҡанда,
Һөйләшеүҙәлер ул аңлашыу.
Башҡа һыймай: “Ниңә кәрәк булған
Икенсе бер илгә ташланыу?
Ниңә кәрәк булған миллионлаған
Кешеләрҙе ерҙән юҡ итеү?”
Әсәй әйтә: “Беҙҙең халыҡ
Бер ҡасан да баҫҡынсы булмаған.
Һуғышһа ла ул һәр ваҡытта
Тик үҙ иле өсөн һуғышҡан”.
Баҫҡынсы булмаған халҡым
Үҙ илен ситтәргә бирмәгән.
Үҙ иле, үҙ ере, үҙ өйө,
Үҙ ғаиләһе өсөн көрәшкән.
Оло рәхмәт һеҙгә, ветерандар,
Белгән өсөн һуғышты фильмдарҙан.
Йәшәгәнгә яҡты донъяларҙа,
Рәхәт тойоп бәхет-шатлыҡтан.
Баш осомда минең зәп-зәңгәр күк,
Унан сағыу ҡояш йылмая.
Әйләнәмдә минең мең сәскәләр
Донъяға гүзәллек сәсәләр.
Ветерандар, оло рәхмәт һеҙгә
Бөтәһе-бөтәһе өсөн дә.
Рәхмәт әйтеп һеҙгә баш эйәбеҙ.
Ҡыҙғаныс: һеҙ бик аҙ арала.
Ә шулай ҙа йәшәгеҙ әле һеҙ
Был матур донъяға һоҡланып.
Йәшәгеҙ һеҙ бөйөк Рәсәйҙә,
Күҙәтеп илебеҙ ҡеүәтен.
Һеҙ һуғышта кисергән ауырлыҡтар
Инмәһен ҡурҡыныс төшкә лә.
Һеҙ батыр һәм тәүәккәл булғанға
Йәшәйбеҙ бөйөк ҙур дәүләттә.
Ә кешеләр, һеҙгә ошо һүҙем-
Онотмайыҡ ветеран ҡәберен.
Һәйкәлдәрен уларҙың ҡарайыҡ
Хәтерләп Еңеүҙең бөйөгөн.
Петушок из русских сказок
Рисуем "Ночь в лесу"
Бородино. М.Ю. Лермонтов
Чем пахнут ремёсла? Джанни Родари
10 зимних мастер-классов для детей по рисованию