башкирская инструментальная культура- наследие, уходящее своимим корнями в глубокую древность. В последние годы возрастает интерес к истории, фольклору. Выступление кубызистов показывет стремление башкирс к сохранению традиций народного исполнительского искусства и национальных инструментов.
Вложение | Размер |
---|---|
kumyz-ul_halykty_trbiluse_koral.doc | 71 КБ |
Муниципаль дөйөм бюджет учреждениеһы
Белорет ҡалаһының 18-се дөйөм урта мәктәбе
Ҡумыҙ – ул халыҡты тәрбиәләүсе ҡорал.
Башҡарҙы: 18-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы
Хәлилова Зөһрә.
Ғилми етәксеһе: 18-се мәктәптең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғәлиәхмәтова Гөлфиә Ишберҙе ҡыҙы
Белорет - 2015
Йөкмәткеһе:
Инеш өлөш
Төп өлөш
1.Ҡумыҙҙың эшләнеү юлдары.
2.Тарих нимә һөйләй.
3.Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
4.Ҡумыҙ төрҙәре.
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
Ҡушымта
Тезиз научно – практической работе
Тема : Ҡубыз – инструмент, воспитывающий своего народа.
Научный руководитель: учитель башrирского языка и литературы Галиахметова Гульфия Ишбердиновна.
Автор работы: ученик VII «а» класса 18 школы Халилова Зухра.
Предмет: башкирский язык.
Актуальность темы: Башкирская инструментальная культура – наследие, уходящее своими корнями в глубокую древность. В последние годы возрастает интерес к истории и фольклору. Выступления кубызистов показывают стремление башкир к сохранению традиций народного исполнительского искусства и национальных инструментов. Как сохранить один из древних музыкальных инструментов своего народа в современном мире?
Объект исследования: Роль музыкального инструмента кубыз в обществе .
Цель работы: научиться самостоятельно играть на кубызе.
Цели исследовательской работы:
Собрать материал о национальном инструменте, о лауреате международного конкурса «Виртуоз кубызист»,лауреат Государственной республиканской молодежной премии им. Шайхзады Бабича, Отличник образования РБ М.Зайнетдинова.
Вызвать интерес у своих сверстников, выявить желание научиться играть на кубызе.
Задачи научно-исследовательской работы:
Проверить информированность своих сверстников опросом о национальном инструменте;
Посещение краеведческого музея, школы-интерната, башкирской национальной библиотеки имени Д.Юлтыя.
Научиться играть на кубызе, используя онлайн –уроки;
Инеш.
Әҙәбиәт йылында Белорет ҡалаһын билдәле шәхестәр иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Октябрь айында ғына беҙҙең йәш яҙыусы - яҡташыбыҙ Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең ҡәләмдәщ дуҫтары менән ҡунаҡҡа килде. Улар араһында билдәле виртуоз ҡубызсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов да бар ине...
Миңлеғәфүр ағайҙың дәртле итеп ҡумыҙҙа уйнауы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Осрашыуҙан һуң бик дәртләнеп йөрөнөм. Уҡытыусым Гөлфиә Ишберҙе ҡыҙы башҡорт теле дәрестәрендә ҡумыҙ тураһында күберәк һөйләшербеҙ тигәс,ҡыҙыҡһыныуым артты, башҡорт халыҡ ҡоралы тураһында күберәк белгем килде.
Фәнни – тикшереү эшемдең темаһы:
Ҡумыҙ-ул халыҡты тәрбиәләүсе ҡорал.
Эшемдең актуаллеге:
Халыҡтың йәнен имләүсе,тәрбиәләүсе,милләтебеҙҙең асылын,тамырын һутландырыусы ҡумыҙҙы инновацион технологиялар, нанотехнологиялар заманында һаҡлап ҡалыу.
Тикшереү объекты:
Ҡумыҙҙың уйын ҡоралы булараҡ йәмғиәттә тотҡан роле
Эшемдең маҡсаты:
ҡумыҙҙа үҙ аллы уйнарға өйрәнеү.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты:
Класташтарыма ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем:
а) Нимә ул ҡумыҙ?
б) Ҡумыҙҙа уйнарға теләр инеңме?
в) Ҡумыҙҙы нимәнән эшләйҙәр?
Һөҙөмтәһе шундайыраҡ килеп сыҡты:
а) музыкаль инструмент – 60%
белмәйем- 40%
б) Ҡумыҙҙа уйнарға теләр инеңме?
Эйе-33%
Бәлки-33%
Юҡ-17%
Белмәйем-17%
в) Ҡумыҙҙы нимәнән эшләйҙәр?
Ағастан-60%
Тимерҙән-20%
Белмәйем-20%
Ошо һөҙөмтәнән сығып шундай маҡсаттар ҡуйҙым:
А)Ҡумыҙҙы,ҡумыҙ менән бергә халҡыбыҙ мәртәбәһен һаҡлаусы уйын ҡоралы тураһында белемде арттырыу.
Б)Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов тураһында Башҡортостан гәзит-журналдарынан,интернет селтәренән материалдар йыйыу.
В)Класташтарымда ҡумыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу
Эҙләнеү эшемдең бурыстары:
Интернет селтәренән онлайн дәрестәрен ҡарап ҡумыҙҙа уйнау күнекмәләрен үҙләштереү,
Мәктәп уҡыусылары араһында ҡумыҙ тураһында һорашып, белем кимәлдәрен анализлау,
Белорет лицей-интернаты уҡытыусыһы Гөлнара апай, башҡорт милли китапхана хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмә үткәреп, ҡумыҙҙың йәмғиәттә тотҡан ролен билдәләү.
Төп өлөш.
Ҡумыҙҙың эшләнеү юлдары.
Ҡумыҙ- башҡорт халҡының иң боронғо ҡыллы музыка ҡоралы. Ул- уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан, ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡатынан, тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була. Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар. Уйнағанда уны, һул ҡулы менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауыш сыға. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була. Элек ҡумыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар уйын ҡоралы тип иҫәпләгән,ә хәҙер ҡумыҙҙа ир-егеттәр ҙә уйнай.
Тарих нимә һөйләй
Музыка белгесе һәм фольклорсы Л.Н.Лебединский ҡумыҙҙың, ҡурай һымаҡ уҡ, бик боронғо булыуы тураһында яҙған. Уның барлыҡҡа килеүе неолит дәүеренә, йәки б.э. тиклем 6-4 мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай. Башҡортостан археолог Н.А.Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар тәпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы иҫәпләнә.
Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәре араһында ҡумыҙ хаҡында ҡыҙыҡлы легенда бар. Унда көтөүсе улы Бикбайҙың йәмле йәй көндәрендә егеттәр, ҡыҙҙар менән бергә ҡымыҙлыҡҡа сығып, төрлө уйындар уйнауы, саған ағасынан ҡумыҙ эшләп, бейеү көйҙәрен көйләп, йәштәштәрен бейетеүе тураһында һөйләнелә. Ҡымыҙлыҡҡа сыҡҡанда бейеткәне өсөн был музыка ҡоралына ҡумыҙ тип исем бирелә. Бикбай ҡумыҙҙа уйнаған ваҡытта байҙың өлкән ҡыҙы Гөлсөм, күҙен дә алмай, уға ҡарап торған. Егеттең күңеленә лә ҡыҙ хуш килгән, һәм ул, хистәрен белдереү өсөн, ҡыҙға ҡумыҙын бүләк иткән. Шунан башлап ҡумыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай башлаған, тиҙәр.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов
Билдәле булыуынса, ер шарының 150 илендә ҡумыҙ сәнғәте йәшәй. Әммә ҡайһы бер илдәрҙә ул юғалып бара. Башҡортостанда, киреһенсә, ҡумыҙ сәнғәте яңырыу, йәшәреү кисерә. Шуға ла республикабыҙҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәнғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә. Ул фольклор байрамдарында яңғырай, концерт репертуарҙарында урын ала бара. Мәсетле районында бишенсе тапҡыр ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы уҙғарылды.
Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһенең тик был төбәктә үткәрелеүе осраҡлы түгел. Ул халҡыбыҙға билдәле ҡумыҙсы Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты биргән. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә ҡумыҙҙың үҙенсәлекле моңо Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә яңғыраны һәм ыңғай баһа алды. Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы барлыҡ мәктәптәр буйлап балаларға халҡының милли ҡоралдары һәм донъяның бүтән төрлө ҡумыҙҙары менән таныштыра. Уның шәп кенә серле һандығы бар, шунан моңдар ағыла. Ул Белоретта булғанында ла бөтә төр ҡумыҙы менән таныштырып сыҡты (видео күрһәтеү)
. Оҫта ҡумыҙсы уны беҙҙең йәш быуынға ла күрһәтергә теләй. Бәғзе берәүҙәрҙең ҡумыҙҙы ни икәнен дә белмәүе аптыратҡан. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙың әһәмиәтен еткерергә тырыша. Ысынлап та, ҡумыҙ элек-электән тәрбиәүи көскә эйә һәм кеше сәләмәтлеге өсөн файҙалы икән. уны уйнаған кешенең тын юлдарына массаж яһала һәм астма кеүек сирҙәргә яҡшы дауа булып тора.
Миңлеғәфүр ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ҡоралы менән Австрия, Норвегия, Франция, Германия, Польша, Белоруссия илдәрен гиҙеп сыҡҡан. Тағы ла баян, гармун, гитарала уйнай, милли көрәш менән шөғөлләнә. Бөгөн иһә, ул Өфө ҡалаһындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе ҡумыҙ, ҡурай серҙәренә өйрәтә. Ундағы ҡумыҙсылар түңәрәген етәкләй.
Ҡумыҙ төрҙәре.
Был ағас ҡумыҙ. Ул ҡайын, ҡарағай, саған ағасынан эшләнә. Бер яҡ осона еп беркетелә, шул ептән тартҡанда көй сыға.
Филиппиндарҙа ла шундай уҡ ҡумыҙ бар, тик ул бамбук ағасынан эшләнә.
Тирмән ҡумыҙ. Тирмәнгә оҡшап тора, исеме есеменә тап килә.
Һуҡмаҡ ҡумыҙ ҙа була, Америкала ла бар,лакаморе тип йөрөтөлә.
Онотолоп ҡалған ҡумыҙ төрө - Хайран тураһында Миңгеғәфүр ағай уйнап күрһәтте.
Әйтеүемсә,150 халыҡта ҡумыҙ бар. Алтайҙа Варган, Белорусияла Дымбра, Кырғыҙыстанда Хомус, Вьетнамда Дан Мои, Венгрияла Доромбы тип йөрөтәләр.
Яңы ғына Өфө ҡалаһында Якут хомутсыһы Юлиана Кривошапкина булып китте. Ул БСТ каналының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында ҡунаҡта булып, үҙенең музыкаль бүләге менән башҡорт халҡын ҡыуандырҙы.
Йомғаҡлау.
Ҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам. Был тема өҫтөндә эшләгәндә, тыуған яҡты өйрәнеү музейында, лицей-интернатта, башҡорт милли музейында булдым. Балалар ҙа, оло йәштәге кешеләр ҙә ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһына. Класташтарымдың да ҡыҙыҡһыныуы артып китте, бөтәһе лә уйнап ҡараны. Ысынлап та, уның тылсымлы моңо, серле сыңы күңелдәрҙә дәрт, илһам, шатлыҡ тойғолары уята.
Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең ошо тылсымлы инструментты ҡулына алып күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә. Мин дә ҡумыҙҙа өйрәнеп ҡараным, һеҙҙең алдығыҙҙа уйнап ҡарайым. (мандолинаға ҡушылып ҡумыҙҙа уйнау)
Ҡумыҙ моңо быуындан-быуынға тапшырылып, тәрбиәләүсе ролен үтәп килә һәм ул һис ҡасан ағылыуҙан туҡтамаясаҡ.
Тимәк, моң- мәңгелек төшөнсә. Халҡыбыҙ шатлыҡ- ҡыуаныстарын да, ҡайғы-ғәсрәттәрен дә, моңға әүерелдереп, музыка ҡоралдары аша сағылдырған, күңелдәренә йыуаныс тапҡан. Һәр башҡорт балаһы үҙ моңон аңларға, яратырға, өйрәнергә тейеш. Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын һаҡлау, киләһе быуындарға аманат итеп тапшырыу- беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
8
Лист Мёбиуса
Фильм "Золушка"
10 осенних мастер-классов для детей
Астрономический календарь. Январь, 2019 год
Акварель + трафарет = ?
Комментарии
Һаумыһығыҙ, Гөлфиә Ишберҙе
Һаумыһығыҙ, Гөлфиә Ишберҙе ҡыҙы! Ҡубыҙ тураһында уҡыусығыҙ менән бик яҡшы эҙләнеү эше атҡарғанһығыҙ! Афарин! Фәһемле, кәрәкле материалдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!
Һаумыһығыҙ, минең эшемде
Һаумыһығыҙ, минең эшемде баһалауығыҙ өсөн рәхмәт. Файҙаһын күрегеҙ. Эшегеҙҙә ижади уңыштар, Зөлфиә Вәлит ҡыҙы!