Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытты,
Китап ҡарау ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта,
Беҙҙән дә белем ишеге бикләнгәне юҡ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытты.
Мифтахетдин Аҡмулла.
Минең алда таҙа ҡағыҙ бите ята.Ошо биткә мин үҙемдең уйланыуҙарымды яҙырға тейеш. Һөйләгәнгә ҡарағанда уйлағанды яҙыуы ауырыраҡ. Шулай ҙа яҙып ҡарайым әле...
Бөгөнгөләй иҫемдә...Беҙ 5-се класҡа килгәс, тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына дәрескә индек. Яҡты, матур бүлмә.Стенала әле беҙгә таныш булмаған шағир-яҙыусыларҙың портреттары.Мин тиҙ генә күҙ йүгертеп сыҡтым.Ҡарашым ниндәйҙер һыҙаттары менән минең олатайымды хәтерләткән аҡ һаҡаллы , йомшаҡ ҡарашлы “ағай” портретына туҡталды. “Миф-та-хет-дин Аҡ-мул-ла ,-тип шыбырлап ҡына уҡып сыҡтым .-Минең олатайым да мулла булган , тик уға Вәли тигән исем биргәндәр.Ә был ағайҙың мулла булаһын ата-әсәйҙәре алдан уҡ ҡайҙан белде икән?”- тип уйлап ҡуйҙым мин.
Халыҡ шағирҙы тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы,сәсәнлеге, ғәҙел булғаны өсөн Аҡмулла тип атағанын уның тормош юлы,ижады менән яҡындан танышҡас ҡына аңланым мин.
Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе булып, үҙ халҡына “Башҡорттарым” тип мөрәжәғәт итә. Үҙенең аты һәм арбаһы менән ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә күсеп йөрөп, халыҡты белемгә,һөнәргә, ғилем ниғеҙҙәренә эйә булырға саҡыра.Эйе, мәшһүр шағирҙың ҡайһы ғына шиғырын алһаҡ та, тәртипкә,әҙәпкә, олоно оло, кесене кесе итергә, аң-белемле булырға өндәй, киләсәкте дөрөҫ итеп күҙалларға өйрәтә.Аҡмулланың шиғырҙарын уҡып, бөгөнгөмә һәм яҡты киләсәгемә тормош тәжрибәһе туплайым, уйланам. Бөйөк шәхес үҙ әҫәрҙәрен уҡымлы,мәғәнәле,халыҡ яратырлыҡ итеп ниндәй тылсым менән еткерә алды икән, тип уйланам һәм һоҡланам.
Билдәле булыуынса, күп уҡыған кешеләр тәрән фекерләй, дөрөҫ уйлай белә.Бындай кешеләр менән аралашыуы ла рәхәт.Тиҫтерҙәрем менән һөйләшкәндә, уларҙың китап уҡымауын белһәм, миңә бик ҡыйын була.Аңламайым мин уларҙы.Күптәр зәңгәр экран, компьютер алдында уйынға мауығып ултыра. Шулай алтын кеүек ваҡыттарын бушҡа уҙғаралар.Матур әҙәбиәткә тартылмаған кеше әңгәмә өсөн дә, күңел
күҙлегенән сығып ҡарағанда ла, күңелһеҙ.Мин ундайҙарҙы ҡояшһыҙ көн, айһыҙ төн менән сағыштырам.
Шулай, хәҙерге заман балалары китап ҡәҙерен белмәй тиһәм ,бер ҙә хата булмаҫ.Булғандың ҡәҙерен белмәй.Элек китаптар булмаған, булғаны ла ҡулдан ҡулға күсеп, ҡомартҡы итеп, һаҡлап ҡына уҡыла торған булған.
Ә бөгөн...Ата-әсәнең бала тәрбиәләргә, кистәрен китап тотоп, бергә уҡырға,әңгәмәләшергә ваҡыты юҡ.Әхлаҡи нормаларҙы , рухи ҡиммәттәрҙе бала үҙе өйрәнер, мәктәп өйрәтер тигән фекерҙә, ә уның орлоҡтары бала күңеленә ғаиләлә,сабый сағында, шул уҡ Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдин, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов һәм тағы ла бик күп бөйөк шәхестәрҙең данлыҡлы әҫәрҙәрен уҡыу аша һалынғанлығын аңлап еткермәй. Балаһы берәй йүнһеҙлек эшләгәс кенә тәрбиә эшенә тотона.Шуға күрә лә йәмғиәтебеҙҙә закон боҙоусы, төрлө яманлыҡтар ҡылыусылар күбәйҙе. Их, шундайларҙы элекке заманға ҡайтарып, ауыр тормош михнәте кисертеп, Аҡмулла арбаһына тейәп,әхлаҡи тәрбиә бирергә!
Тәрбиәле булыу - ул китап уҡыуға ҡайтып ҡала,минеңсә.Китап яратҡан,белемле булырға ымтылған әҙәпле бала үҙенең генә тугел, ә Аҡмулла кеүек халыҡ яҙмышы хаҡында уйланып,иле, халҡы алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо һаҡланһа,бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаясаҡ.
Вложение | Размер |
---|---|
akmulla_insha.docx | 14.99 КБ |

Петушок из русских сказок
Андрей Усачев. Пятно (из книги "Умная собачка Соня")
Владимир Высоцкий. "Песня о друге" из кинофильма "Вертикаль"
Красочные картины Джастина Геффри
Ветер и Солнце