Сочинение
Вложение | Размер |
---|---|
behet_turahynda.doc | 31 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы
Краснокама районы Мәғариф бүлеге
Сауыҙбаш төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Бәхет тураһында уйланыу
9 – сы класс уҡыусыһы
Шәмсетдинова Алинәнеӊ
ижади эше
Уҡытыусы: Шәмсетдинова
Фәүзиә Фәрис ҡыҙы
Сентябрь, 2016 йыл
Беҙҙән бөгөн уҡытыусым: “Һеҙ бәхетлеме?” – тип һораны. Элек был һорауға яуапты бер минут та уйламайынса: “Әйе!” – тип әйтер инем. Ә бөгөн ул мине уйланырға мәжбүр итте.
Ә нимә һуӊ ул бәхет? Мин был турала ҡаты уйландым. Ысынлап та, берәүҙәр өсөн бәхет ул – байлыҡ; икенселәргә – таҙалыҡ, сау – сәләмәт булыу; өсөнсөләргә – был донъяла йәшәү үҙе бәхет.
Һәр кеше был донъяға бәхетле булыу өсөн тыуа. Ғүмере буйы бәхет эҙләй, бәхете өсөн көрәшә. Тик берҙәм, татыу, дуҫ булғанда ғына бәхетеӊә ирешеп булалыр ул.
Ә мин бәхетлеме һуӊ? Әйе, мин бәхетлемен, сөнки был донъяға тыуғанмын, йәшәйем, сау – сәләмәтмен. Әммә минеӊ бәхетем яртылаш ҡына. Эргәмдә ғаиләм дә бар – әсәкәйем һәм ҡустым. Әммә өҙөлөп һөйгән, таянысым һәм ғорурлығым булған атайым беҙҙе мәӊгелеккә ташлап китте. Уныӊ менән бергә минеӊ ярты күӊелем кителгәндәй булды. Эйй… Ғүмер тигәндәреӊ шундай ауыр, ҡатлаулы икән бит…
Атайымдыӊ китеүе беҙҙеӊ өсөн яҡты көндә йәшен һуҡҡан кеүек булды. Бөтә хыялдар селпәрәмә ватылды. Аллаға шөкер, әсәкәйем эргәбеҙҙә. Ул ҡустым менән миӊә ел – дауыл тейҙермәҫ. Әммә төндәрен, беҙ йоҡоға киткәс, әсәйемдеӊ күҙ йәштәре түгеүенән уянып киткеләйем. Ул беҙгә һиҙҙермәҫкә тырыша, әммә мин инде барын да аӊлайым.
Ниӊә яҙмыш кешеләргә шундай ҡырыҫ? Ниӊә Хоҙай ғүмер юлын бар кешегә лә тигеҙ бирмәй? Шул тиклем күп һорауҙар тыуа башымда, тик береһенә лә яуап таба алмайым, шундай ауыр йөрәктә…
Юҡ, мин зарланмайым, ә уйланам ғына. Әгәр бөгөн минән: “Бәхет өсөн нимә кәрәк?” – тип һораһалар, мин: “Атайым ҡайтһа, шул етә!” – тиер инем.
Атайымды ҡайтарығыҙ әле
Тик бер генә килә күрәһем.
“Һағындым бит, атай, һине”, - тиеп,
Сәстәренән килә үбәһем.
Атайымды ҡайтарығыҙ әле,
Инде бер йыл үтеп китһә лә.
Риза булыр инем эргәбеҙҙән
Өндәшмәйсә үтеп китһә лә…
… Әйе, һәр кеше бәхетте үҙенсә аӊлай, үҙенсә тоя. Шуға ла “Нимә ул бәхет?” тигән һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Әммә һәр кеше уны табырға, татырға тейеш. Бәхетле булығыҙ, дуҫтар, тормош шуға бирелә лә бит!
Пчёлы и муха
Сказка "Узнай-зеркала"
Свинья под дубом
ГЛАВА ТРЕТЬЯ, в которой Пух и Пятачок отправились на охоту и чуть-чуть не поймали Буку
Басня "Две подруги"