НПК 2015-2016
Вложение | Размер |
---|---|
skazki.doc | 64.5 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ
12 УРТА МӘКТӘБЕНЕҢ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ
БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
« Әкиәттәрҙә ниндәй кире образдар йәшәй?»
темаһына фәнни-тикшеренеү эше
Башҡарыусыһы: Шәрәфиева Валерия,
6 а класы уҡыусыһы
Ғилми етәксеһе: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Садикова Айгөл Альфретовна
Нефтекама
2016
Йөкмәткеһе
Инеш ...................................................................................................................3
1 бүлек. Әкиәттәрҙә ниндәй кире образдар йәшәй?........................................4
2бүлек. Кире образдарҙың төрҙәре.
Йомғаҡлау.........................................................................................................7
Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................................................8
Ҡушымта
Инеш.
Балалар нимә уҡырға һәм тыңларға ярата? Өләсәй һәм әсәйҙәр нимә һөйләй уларға йоҡо алдынан? Нимәгә нигеҙләнеп күп йәнһүрәттәр төшөрөлгән? Яуап билдәле- әкиәттәр.
Әкиәт – халыҡ ижадының иң популяр һәм яратҡан жарҙарының береһе. Күп быуаттар әкәиәттәр, тылсымлы донъяһы менән тыңлаусыларҙы хайран ҡалдырып, быуындан быуынға күсә килгән, башта телдән, артабан яҙма.
Борон замандарҙа барлыҡҡа килеп, әкиәттәр үҙгәрештәр кисерә, бер героәҙарҙы икенселәре алмаштыра... Әкиәттәрҙә төрлө персонаждар бар: ыңғай һәм кире. Кире персонаждар кешеләргә хыянат итә, үлтерәләр йә йоталар, ҡарттарҙы һәм балаларҙы ҡыйырһыталар. Улар ҡайҙан килеп сыға һуң? Уларҙы нисек еңергә? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн беҙ рус һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре менән танышырға булдыҡ.
Тикшеренеү эштең маҡсаты: әкиәт персонаждарының айырмаһын һәм оҡшаш яҡтарын табыу.
Һәр халыҡ үҙенсәлекле,шуға ла бер халыҡтың әкиәт персонаждары икенсе халыҡтыҡына оҡшамаған тигән гепотизаны алға сығарҙыҡ.
Беҙҙең алда ошондай мәсьәләләр тора:
Тикшеренеү эшебеҙҙең объекты булып башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәре тора.
Эшебеҙҙең темаһын актуаль тип билдәләнек,сөнки был тема аҙ өйрәнелгән.
Информация сығанағы: әкиәт йыйынтыҡтары, һүҙлектәр, интернет селтәре.
1 бүлек. Әкиәттәрҙә ниндәй кире образдар йәшәй?
Әкиәт геройҙарын өйрәнер өсөн беҙ 5 башҡорт, 5 рус халыҡ әкитен алдыҡ. Рус халыҡ әкиәттәре: “ Иван- крестьянсий сын и Чудо-Юдо”, “Хрустальная гора”, “Два Ивана-солдатских сына”, “Царевна-Лягушка”, “Никита Кожемяка”.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре: “Урал батыр”, “Ҡамыр батыр”, “Исмай”,
“ Алтын балыҡ”, “Убыр әбей”.
Әкиәттәрҙе уҡығанда беҙ кире образдарға ҡылыҡһырлама бирҙек: 1. Исеме; 2. Тышҡы ҡиәфәте; 3. Кемгә хыянат иткән; 4. Нисек хыянат иткән; 5. Көсө нимәлә; 6. Нисек еңелгән; 7. Уның ярҙамсылары.
Бына ниндәй кире геройҙар рус әкиәттәрендә йәшәй: диңгеҙ батшаһы, Үлемһеҙ Кощей, Чудо-Юдо, Змей Горыныч, Баба-яга.
Башҡорт әкиәттәрендәге кире геройҙар: Юһа, Аждаһа, Дейеү, Убырлы ҡарсыҡ(әбей).
Беренсе ҡарашҡа геройҙар айырылып тора. Кире геройҙарҙың исемдәрен асыҡлау өсөн беҙ һүҙлектәргә мөрәжәгәт иттек.
Аждаһа( перс.)- дракон; Убыр(төрк.) – Ведьма; Дейеү(фарсы)- великан, йөн менән ҡапланған; Юһа(перс.)- йылан; Кащей(вост.-слав.)- ябыҡ, уҫал ҡарт; Баба-яга(вост.-слав.)- уҫал,ҡотһоҙ ҡарсыҡ.
Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә Әжәл образы ла осорай. Әжәл- ул үлем, ерҙәге бөтә тереклекте юҡҡа сығарып йөрөй.
Беҙ был образдарҙы 3 бүлеп ҡараныҡ:
2 бүлек. Кире образдарҙың төрҙәре.
2.1. Йыландар.
Йыландарға Змей Горыныч, Чудо-Юдо, Аждаһа һәм Юһа инә. Башҡорт халҡы ла, рус халҡы ла йыландарҙы күп башлы дракон итеп образлаштырған. Баш һаны 3,6,9,12 булырға мөмкин. Улар бик көслө, осоу һәләтенә эйә, ут сәсә, кешеләрҙе йота. Уларҙың ҡоралы- ауыҙҙан ут сәсеү, көслө ҡойороҡ. Уларҙы юҡ итеү бик ҡыйын, сөнки ҡырҡҡан баш урынына шунда уҡ яңыһы үҫеп сыға. Уларҙың йыш ҡына ярҙамсылары ла була: ҡара ат, ҡара ҡоҙғон, ҡара эт, туғандары. Йыландарҙы батырҙар ғына тылсымлы ҡылыс, хәйлә менән еңә ала.
Шулай итеп, ике халыҡтың әкиәттәрендә был кире образдар бик оҡшаш, айырма исемдәрендә генә.
Беҙ түбәндәгеләрҙе айырып алдыҡ: Диңгеҙ батшаһы, үҙ батшалығына геройҙы йәлип итә; Уҫал батша, геройҙың ҡатынын тартып алмаҡсы; Кащей, ҡара көстәр менән эш итә.
Рус халыҡ әкиәттәрендә урманда тауыҡ аяҡлы өйҙә йәшәүсе Баба-Яга. Уға эләккән геройҙы ул ҡыҙҙырып ашарға теләй.
Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә уҫал ҡатын образдары бар: Мәскәй (Баба-Ягаға оҡшаған); Убырлы ҡарсыҡ (старуха-обжора); Убыр әбей (кеше ашаусы).
Уларҙың ҡиәфәте бер төрлө: кешеләрҙе ашарға яратҡан ҡотһоҙ ҡарсыҡ. Кемгә теләй, шуға әйләнә ала.
Ирғаил - бәләкәй буйлы, бик оҙон һаҡаллы ҡарт. Ер аҫтында һыу батшаһы ул, кешеләрҙе һыуһыҙ ҡалдыра. Ашарға бик ярата. Уны батыр еңеп, һыуҙы ер аҫты батшалығына ҡайтара.
Үлемһеҙ Кащей- хәйләкәр, бик көслө, сихыр көсөнә эйә. Һылыу ҡыҙҙы урлап, ҡатынлыҡҡа ала. Ул бик ҡотһоҙ, үтә ябыҡ ҡарт. Уның үлеме йомортҡала ятҡан энәлә.
Шулай итеп, кеше образында булған кире геройҙар ҙа оҡшаш.
Уларға тик башҡорт халыҡ әкиәттәрендә генә осрай торған Дейеүҙәр инә. Ул бик ҙур,йөн менән ҡапланған. 5,7,9,10 йә 12 башлы булырға мөмкин. Ул бик уҫал, көслө, тылсым көсөнә эйә. Уны батыр ғына, башын киҫеп, юҡ итә ала. Дейеүҙәрҙең улдары, ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ҡатындары, әсәйҙәре булырға мөмкин. Дейеү ҡатын-ҡыҙҙарын үлемесле һыу йәки доға менән үлтереп була. Шулай итеп, Дейеүҙәр йыландарға ла оҡшап тора.
Йомғаҡлау.
Әкиәттәрҙе уҡып, беҙ кире образдарҙың исемдәре, тышҡы ҡиәфәте, кемгә һәм нисек хыянат итеүҙәре, нисек еңелеүҙәре тураһында белдек.
Шулай уҡ рус һәм башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге кире образдар төрлө, әммә оҡшаш яҡтары бик күп икәненә төшөндөк. Дейеүҙәр башҡорт халыҡ әкиәттәрендә генә осорай.
Рус әкиәттәрендә кире образдарҙың туғандары юҡ. Кощей өйләнергә теләй, әммә барып сыҡмай. Ә башҡорт әкиәттәрендә кире геройҙарҙың туғандары күп.
Ике халыҡта ла кире геройҙарҙы хәйлә һәм көс менән еңеп була. Бөтә әкиәттәрҙә яҡшылыҡ яманлыҡты еңә.
Эш барышында беҙ күп геройҙар менән таныштыҡ. Уларҙы асығыраҡ күҙаллау өсөн беҙ рәсемдәр төшөрҙөк.
Беҙ һеҙҙе әкиәттәр уҡырға саҡырабыҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1.Интернет селтәре:
http://allforchildren.ru/ft/sk_rus67.php
http://l-skazki.ru/bashkirskie.html
http://mirckazok.ru/view_post.php
2. Надршина Ф.А. Русско-башкирский словарь пословиц-эквивалентов.-Уфа: Китап, 2008. — 196 с.
3. Русско-башкирский словарь. В 2-х томах. Под ред. З.Г. Ураксина. - Уфа, 2005
Ҡушымта
Рус халыҡ әкиәттәре | Башҡорт халыҡ якиәттәре |
1. Змей Горыныч, Чудо-Юдо | Аждаһа, Юһа |
Күп башлы дракон Ныҡ көслө Осалар Өйҙәрҙе яндыралар Кешеләрҙе ашайҙар Башы ҡабат үҫә Ярҙамсылары бар Уларҙы батыр ғына еңә Туғандары юҡ | Күп башлы дракон Ныҡ көслө Осалар Өйҙәрҙе яндыралар Кешеләрҙе ашайҙар Башы ҡабат үҫә Ярҙамсылары бар Уларҙы батыр ғына еңә Туғандары бар |
2. Баба-Яга, Ведьма | Мәскәй, Убырлы ҡарсыҡ,Убыр әбей |
Ҡотһоҙ Уҫал Ҡарт Төрлө ҡиәфәттә була ала Ҡара тылсым көсөнә эйә | Ҡотһоҙ Уҫал Ҡарт Төрлө ҡиәфәттә була ала Ҡара тылсым көсөнә эйә |
3. --- | Дейеү |
юҡ | 5,7,9,10,12 башлы Ҡотһоҙ, бик ҙурҙар Тылсымға эйә, ныҡ көслө Бик күп туғандары бар |
Пчёлки на разведках
Астрономический календарь. Май, 2019
Волшебная фортепианная музыка
Пейзаж
Рисуем гуашью: "Кружка горячего какао у зимнего окна"