Легендалар
Вложение | Размер |
---|---|
shkir_mulla.docx | 13.26 КБ |
torna_hazy.docx | 13.23 КБ |
sufiyan_botau1.docx | 13.13 КБ |
Шәкир мулла
Борон – борон заманда беҙҙең яҡтарҙа бик бай Шәкир исемле мулла йәшәгән. Ул бик бай булған. Меңләгән баш умартаһы, мал-тыуары булған. Ләкин уның иген сәсергә ере булмаған, ти.
Бер көндө мулла үҙенең ҡоралдарын алып, урманға сығып китә һәм ағастарҙы ботарға тотона. Эште теүәлләгәс, ерҙе эшкәртеп, шул уҡ йылда иген сәсә һәм бик мул уңыш йыйып ала. Шунан ул йыл һайын ошо уңдырышлы ергә арпа, бойҙай, һоло сәсә башлаған.
Йылдар уҙа... Шәкир мулла үлеп китә. Ә уның тарафынан эшкәртелгән урынды “Мулла ботауы” тип йөрөтә башлай.
Ғайсаров Искәндәр, 5-се класс уҡыусыһы
Торна һаҙы
Был легенда быуындан-быуынға, телдән-телгә,беҙҙең көндәргә саҡлы килеп еткән. Өләсәйемдең һөйләүенә ҡарағанда,бер йәш егет уҡ – һаҙағын алып урманға һунарға китә. Бара торғас матур бер үҙәнгә килеп сыға һәм ул унда өс торнаны күреп ҡала. Егет: ”Өс торна бер үҙәндә”- ти ҙә иң олоһон атырға була. Уҡ олоһона теймәй, бала торнаға барып ҡаҙала. Торна балаһы шунда уҡ йән бирә. Ә ата һәм инә торна күҙ асып йомғансы, уны эләктереп алып осоп китәләр. Бала торна үлгән ерҙә һаҙ барлыҡҡа килә. Шунан был ерҙе “Торна һаҙы” тип йөрөтә башлайҙар. Әле лә был урынға торналар килгеләй,тиҙәр.
Хәзиәхмәтов Айҙар, 5-се класс уҡыусыһы
Суфиян ботауы
Ҡыҫынды ауылында кеше исемдәренә бәйле ер-һыу атамалары байтаҡ. Шуларҙың береһе – Суфиян ботауы. Элгәре беҙҙең яҡтарҙа Суфиян тигән бер кеше йәшәгән, эшкәртергә ере лә булмаған. Урманға барып, бәләкәй генә аҡландың эргә-тирәһендәге ағастарын ботай, шунан ерен эшкәртеп, арыш сәсә. Йыл һайын ошонда мул иген үҫтерә башлай. Йылдар үткән, Суфиян үлеп китә. Халыҡ уның исемен мәңгеләштереп, аҡланға “Суфиян ботауы” тип исем бирә. Хәҙерге ваҡытта бында кешеләр йәйен бесән әҙерләй.
Галиуллин Динис, 5-се класс уҡыусыһы
Осенняя паутина
Музыка космоса
Акварельный мастер-класс "Прощание с детством"
Рисуем домики зимой
"Не жалею, не зову, не плачу…"