Тыуған ерем Башҡортостан бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлаш-ҡан. Башҡортостаныбыҙ – иҫ киткес матур һәм бай республика. Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 18.74 КБ |
Башҡортостан - алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И кешеләр! Ҡиммәт шул бәхеттең
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Башҡортостан – изге Ватан,
Башҡортостан – яҡты Ватан.
( М.Кәрим)
Тыуған ерем Башҡортостан бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлаш-ҡан. Башҡортостаныбыҙ – иҫ киткес матур һәм бай республика. Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин. Республикам тәбиғәтенең байлығы, матурлығы, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләрҙең хуш еҫе, мул һыулы йылға-күлдәрҙең күплеге менән хайран ҡалдыра. Элек -электән халҡыбыҙ ошо матурлыҡтан дәрт алған, күңеле илһам, йыр менән тулған, ул моңло йырҙар сығарған, ҡобайырҙар ижад иткән. Бөгөнгө көндә лә бик күп яҙыусы-ларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ сит ерҙәргә даны таралған алтын бишегебеҙ тура-һында һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙалар. Мәҫәлән, Аҫылғужа тыуған еребеҙ матурлығына һоҡланып былай ти:
Башҡортостан! Нурлы исемеңдәй Балҡып ҡына ятҡан төйәгем, Уралҡайҙың йөҙөк ҡашы булып, Ерҙе йәмләр биҙәгем!
Күҙ күреме етмәҫ ерҙәргә йәйелгән уңдырышлы баҫыуҙар, хәтфә бо-лондар, күкһел тауҙар иле… Башҡортостан тип әйтеү менән ҡолаҡҡа ат тояҡтары тауышы, ҡурай моңо, сая бөркөт саңҡыуы сағыла. Былар барыһы ла йәшәүгә дәрт уята. Тыуған ил беҙҙең тыуып үҫкән, тәпәй баҫып йөрөгән еребеҙҙән башлана. Тәүге тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тәү тапҡыр һиндә тойҙом мин.
Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә өйрәттең, тыуған ерем. Һин тәм бирҙең минең икмәгемә, Һин тат бирҙең эскән һыуҙарға,
тип юҡҡа ғына яҙамы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
Беҙҙең республика - күп милләтле республика. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы.
Минең тыуған төйәгем – Балаҡатай районы Хәйбәт ауылы. Ауылым ғорур тауҙар, ҡалын урмандар ҡосағында, йәмле Урғалы йылғаһы буйында урынлашҡан. Тәбиғәте иҫ киткес матур, һоҡланмаған кеше юҡтыр. Саф һыулы балыҡҡа бай йылғабыҙ бормаланып-бормаланып ауылыбыҙ эргәһенән аға. Йылға буйында үҫкән олпат еректәр, зифа талдар йәй буйы бала-сағаның һыуҙа ҡойоноуын күҙәтә. Урғалы аръяғында хәтфә болондар йәйрәп ята. Яҙын ул беҙҙе балтырғаны, ҡымыҙлығы, йыуаһы, йәйен еләге, муйылы, көртмәлеһе, ә көҙөн баланы, ҡыҙыл көртмәлеһе менән беҙҙе һыйлай. Урманды төйәк иткән тайыш табан айыуы, хәйләкәр төлкөһө, уҫал бүреһе, шеш ҡолаҡ ҡуяны, тарбаҡ мөгөҙлө боланы бар. Тауҙар һәм урмандар ҡосағына һыйынған ауылым ике урамдан тора. Ауылымда башланғыс мәктәп, магазин, ферма бар. Унда эшһөйәр кешеләр йәшәй. Мин ошо ерҙә тыуғаныма ғорурланам. Бәхет бит был: илебеҙ, дәүләтебеҙ бар, ул- Башҡортостан.
Бынан бер нисә быуат элек башҡорт иле бик ауыр хәлдә булған. Кәмһетеүҙәргә ҡаршы күп тапҡырҙар баш күтәргән халыҡ Еребеҙ, иркебеҙ өсөн күп ғүмерҙәр ҡыйыла. Әммә ләкин халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй:
Баш эймәгән ғорур халҡым, Теҙ сүгеп йәшәмәгән.
Азатлыҡҡа ынтылыусы ҡаһарман халҡым яңынан баш ҡалҡытҡан, тамыр йәйгән, тыуған ерен ҡәҙерләгән. Артабан да атайсалыбыҙ сәскә атһын өсөн белемле, бай рухлы, ҡыйыу кешеләр кәрәк. Мин шуны беләм һәм аңлайым: илен яратып үҫкән кеше генә уның өсөн файҙалы була ала. Ҡурай моңо, әсә теле матурлығы, нескәлеге, байлығы башҡортто башҡорт итеп күтәрә. Бары улар ғына, илен, телен яратҡан, ҡәҙерләй белгәндәр генә, бүтәндәрҙе лә аңлай, ихтирамлы ла, иғтибарлы ла була. Республикамдың, милләтемдең киләсәге өмөтлө булыр, халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр, тыуған төйәгем, тыуған ерем күкрәп сәскә атыр, тип ышанам. Республикама Аҫылғужаның “Башҡортостан” шиғырындағы һүҙҙәр менән өндәшкем килә:
Халҡың – даның, Ошо шаның Быуаттарҙы ашыр, тимен. Аҙымдарың баҙыҡ, Киләсәккә Ғорур атла, Башҡорт иле!
Кроссворд һорауҙары
Һулдан уңға:
2.Дуҫлыҡ Монументының проект авторы, Мәскәү скульпторҙа-рының береһе, СССР-ҙың Художество академияһы ағзаһы, профессор. 3.БР-ның флаг авторы. 5.Башҡортостандағы район. 6.Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуған ауылы. 9.Өфөләге ипподром. 10.БР-ның гимн авторы. 13.Башҡортостанға килеп, ҡымыҙ менән дауаланған рус яҙыу-сыһы. 16.”Халыҡтар дуҫлығы – Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен арттыра. Был һәйкәл, мәңгелек дуҫлыҡты хәтерләтеп, быуаттар буйы-на торасаҡ”. Был һүҙҙәрҙе кем әйткән? 18.Башҡорт халҡының музыка ҡоралы. 19.”Дуҫ булайыҡ” әҫәренең авторы. 21.Башҡортостандағы йылға. 22.Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаевтың тыуған ауылы. 24.Дуҫлыҡ Монументына М.Ф.Бабурин башҡорт ҡатынының милли характерын асыу өсөн кемде һайлай? 29.Рус яҙыусыһы, “Салауат Юлаев” тарихи романының авторы. 30.”Ҡайыш илә йүкә” мәҫәленең авторы, башҡорт ғалимы, публицисы, мәғрифәтсеһе. 32.Дуҫлыҡ Монументында башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең рус баярҙары менән тарихи осрашыуын сағылдырған урын сәнғәттең ниндәй төрөнә ҡарай?
Өҫтән аҫҡа: 1.С.Юлаев һәйкәленең скульпторы. 4.Башҡортостандың халыҡ шағиры. 7.Башҡорттарҙы уҡырға өндәүсе мәғрифәтсе . 8.Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың тыуған ауылы. 11.С.Юлаев һөргөнгә ҡайҙа ебәрелә? 12.БР-ның герб авторы. 14.Дуҫлыҡ Монументының проект архитекторы. 15.Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы. 17.Башҡорт халыҡ йыры. 20.Дуҫлыҡ Монументының скульптура композицияларын ҡойоу ниндәй ҡалала башҡарыла? 23.Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итеүҙә ҡатнашҡан, ул Айҙаҡай ауылында тыуып үҫкән. 25.Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты. 26.Башҡорт мифологияһында иң көслө батыр. 27.Башҡортостандағы иң ҙур мәмерйә. 28.М.Кәримдең башҡорттарҙың милли геройы Салауат Юлаевҡа арналған трагедияһы нисек атала? 31. Башҡортостандың атаҡлы сөгөлдөрсөһө, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
10 зимних мастер-классов для детей по рисованию
Павел Петрович Бажов. Хрупкая веточка
Злая мать и добрая тётя
Красочные картины Джастина Геффри
Как нарисовать осеннее дерево акварелью