В сочинении говорится о чудесном крае. Башкортостан - это республика и источник вдохновения для тех, кто родился здесь и живет, строит будущее своих детей. А каковы же главные чудеса республики? Посредством голосования множества неравнодушных людей были обозначены чудеса нашего Башкортостана.
Башкирский мед, памятник Салавату Юлаеву, национальный инструмент курай, эпос «Урал-батыр», Красноусольские минеральные источники, пещера Шульганташ, лечебные пары горы Янгантау - вот предпочтения голосовавших.
Вложение | Размер |
---|---|
sochinenie.docx | 15.93 КБ |
Мөғжизәле ер
“Мин хайранмын киңлегеңә, Башҡортостаным – илем, “ – тип яҙған бөйөк шағир Мостай Кәрим республикабыҙ хаҡында. Башҡортостанда йәшәгән һәр бер кеше уның матурлығына ҡарап, шулай һоҡланалыр, тип уйлайым мин.
Республикабыҙҙың көнбайыш өлөшөн – тигеҙлектәр биләй, көнсығышы таулы. Территорияның 40 проценты урман менән ҡапланған. Баш-ҡортостандың тәбиғәте күптәрҙе һоҡландыра, хайран ҡалдыра. Мул һыулы йылғалар, күлдәр, бейек тауҙар, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына бай урмандар, сер һаҡлаған мәмерйәләр бик күп туристарҙы үҙенә йәлеп итә.
Беҙҙең республикала ете мөғжизәле урын һәм һәйкәлдәр бар. Шулар хаҡында һөйләмәксемен.
Уларҙың береһе, әлбиттә, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һәйкәле. Скульптор Сосланбәк Дафаевич Тавасиев ижад иткән был скульптура баш ҡалабыҙҙың символы. Ул 1967 йылдың 17 ноябрендә Ағиҙелдең бейек ярынан урын ала. Был һәйкәлдең ауырлығы 40 тонна, бейеклеге 19,8 метр. Һәйкәл Башҡортостандың гербында ла һүрәтләнгән. Өфөлә булған кеше был урынға килмәй ҡалмай.
Республикабыҙҙың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә булған Янғантау тауы бар. Тауҙың мөғжизәһе шунда: ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып тора. Был беҙҙең Рәсәйҙә берҙән бер шундай урын. Уның сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ шишмәһе урғыла. Был шифаханала халыҡ тын юлы ауырыуҙарынан, быуын һыҙлауынан дауалана. Янғантау – тыуған еребеҙҙең икенсе мөғжизәһе.
Өсөнсө мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары. Ул Ғафури районын-да урынлашҡан. Был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуға ла һыуҙы дауалау өсөн ҡулланалар. Шифаханаға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә дауаланырға килеүселәр бик күп.
Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, оҙонлоғо 2 саҡрымдан ашыу һуҙылған, Шүлгәнташ мәмерйәһе үҙе бер мөғжизә. Ул Бөрйән районы ерендә урынлашҡан. Мәмерйә стенаһына төшөрөлгән тәүтормош кешеләренең һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Стенала ҡыҙыл буяу менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән. Йыл һайын бында бик күп туристар килә.
Башҡортостандың тағы бер мөғжизәһе – ул “Урал батыр” эпосы. Ул телдән телгә күсә килгән, сәсәндәр тарафынан һөйләнгән. 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсән Арғынбаевтан яҙып ала.Эпос 4576 шиғри юлдан тора. Йыл һайын Республикала эпосты яттан һөйләүселәр бәйгеһе уҙғарыла. Беҙҙең мәктәптән ике йыл рәттән Республикала Наилә Ғәйфуллина район намыҫын яҡланы һәм маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. “Урал батыр” эпосы – башҡорт халҡының баш китабы.
Сеү… Туҡта… Ниндәйҙер илаһи бер моң ағыла. Был – ҡурай моңо. Ҡурай – күп йыллыҡ үҫемлек. Уның бейеклеге 120-170 сантиметр. Ул ҡайын урманы һәм ҡатнаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Ҡурай – ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы. Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән. Шулай итеп, алтынсы мөғжизәбеҙ – башҡорт ҡурайы булды.
Бал ҡорто меңәрләгән сәскәнән хуш еҫле бал йыйыуы менән кешеләргә борондан таныш. Бал татлы аҙыҡ ҡына түгел, ә унда организмға кәрәкле шифалы витаминдар күп. “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге” косметика етештерә. Тыуған ер шифаһын ҡулланып яһалған косметика аллергия тыуҙырмай. Башҡорт балы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле. Донъяның төрлө ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара йәрминкәләрҙә башҡорт балы өс алтын, бер көмөш миҙал яулаған. Республикала солоҡ ҡортон үрсетеүселәрҙә бар. Беҙҙең ауылда Багапов Фларис ағай ошо кәсеп менән шөғөлләнә. Башҡорт балы – Башҡортостандың етенсе мөғжизәһе.
Башҡортостан тәбиғәте ни тиклем матур, уникаль булмаһын, уның төп байлығы ошо төбәктә йәшәгән халҡы. Был ерҙә 100-ҙән ашыу милләт вәкиле татыу һәм дуҫ йәшәй. Киләсәктә тыуған ерем тағы ла матурайыр, сәскә атыр, тип ышанғы килә.
Башҡортостан! Нурлы исемеңдәй
Балҡып ҡына ятҡан төйәгем,
Уралҡайҙың йөҙөк ҡашы булып,
Ерҙе мәңге йәмләр биҙәгем!
Никто меня не любит
Астрономический календарь. Октябрь, 2018
Цветок или сорняк?
Афонькин С. Ю. Приключения в капле воды
Гораздо больше риска в приобретении знаний, чем в покупке съестного