Республика көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арналған инша.
Вложение | Размер |
---|---|
bhetle_bulhyn_bala_sak.docx_yakshyeva_nursil.docx | 20.34 КБ |
Бәхетле булһын бала саҡ
Етем илаһа, ер – һыу илар.
Етем баланың күңеле китек.
Мәҡәл
Үҙемдең ҡысҡырған тауышыма үҙем уянып киттем. Илап буҫлығып бөткәнмен. Төшөмдә әсәйем берсә шашынып-шашынып көлдө, берсә һылыуым менән икебеҙгә моңайып ҡарап торҙо ла, яйлап ҡына томан араһына инеп юғалды. Шул саҡ мин үҙемдең: “Әсәй, әсәй, әсәкәйе-е-ем!- тип ҡысҡырыуыма һикереп тороп ултырҙым. Эргәмдә мыш-мыш йоҡлаған һылыуымды ҡосаҡлаған әсәйемде күргәс, ирекһеҙҙән йылмайып ебәрҙем. Донъялағы иң яҡын, ҡәҙерлелерҙән – ҡәҙерле кешем, ер йөҙөндә тик берәү генә, ул – минең әсәйем. Әсәй! Ниндәй яғымлы, матур һүҙ ул. Күпме наҙ, илаһи сафлыҡ бар был һүҙҙә. Бөтә кешегә лә әсәй бик ҡәҙерлелер ул. Әсәйем - тырыш, оло йөрәкле, изге күңелле, йомшаҡ һүҙле. Ауыр ваҡыттарҙа таяныс эҙләп тә, урғылып торған шатлыҡтарыбыҙҙы ла уртаҡлашырға һиңә йүгереп барабыҙ. Әлдә төш кенә булған әле тип тағы бер ҡыуанып ҡуйҙым. Ә тынысһыҙ йоҡлауымдың сәбәбе кисә генә илай – илай уҡып сыҡҡан китап булғандыр, моғайын.
Кластан тыш уҡыу дәресендә тәү тапҡыр Айгиз Баймөхәмәтов исемле йәш яҙыусы тураһында ишеттем. Уҡытыусы уның “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесы менән ҡыҫҡаса ғына таныштырғас, тулыһынса уҡып сығырға теләгем тыуҙы. Әҫәрҙә йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе, хөкүмәт хәстәрлегенә ҡалған етем балалар яҙмышы яҡтыртыла. Повесть мине беренсе битенән үк эсенә алып инеп китте лә, уҡып бөтмәйенсә үҙенән ебәрмәне.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, “Аманат” журналының М.Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов 1988 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Үкһеҙ етем ҡалғас, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Ете баланың тәүҙә әсәһе үлеп китә. Яман ауырыуҙан. Балаларын йәлләп, ул дауаханаға ла бармай. Аҙаҡтан барырға теләһә лә, бик һуң була. Әсәләре үлгәс, аталары ла был яҡты донъяла оҙаҡ йәшәй алмай. Тиҙҙән ул да баҡыйлыҡҡа күсә. Өйҙә ете бала үкһеҙ етем тороп ҡала. Уларҙың барыһын да балалар йортона урынлаштыралар. Айгиз ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, үҙ тырышлығы менән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй.
Автобиографик повестың төп геройы – үкһеҙ етем ҡалған Ильяс. Ата-әсәләрен юғалтыу уның өсөн яңы һынауға әйләнә: ул ауыр тормош һынауҙары алдында ҡалған балалар араһына барып эләгә. Уға иң мөһим булған мөхәббәт, яҡындарының мәрхәмәте етмәй. Ҡайһы бер тәрбиәселәрҙең ҡаты бәғерлелеге, вайымһыҙлығы малайҙың күңелен яралай. Яҡын дуҫы менән булған фажиғә бигерәк тә тетрәндерә. Ильяс Мөхәммәтов образы повестың үҙәгендә, уға барлыҡ сюжет ептәре килеп тоташа. Балалар йортона килеп эләккән көнөндә «детдомовский» тигән һүҙҙе беренсе тапҡыр ишеткәс, кисергән тойғолары күҙҙән йәш һығып сығарырлыҡ.
Йәш яҙыусы үҙенең повесын "Ҡалдырма, әсәй!" тип исемләгән. Дөрөҫ атаған, әлбиттә. Был өндәшеү теге донъяға алып кит тигәнде аңлатмай. Әсәй рухы үҙ етемдәренә ошо енәйәтсел донъяла шәфҡәт, мәрхәмәт күрһәтергә тейеш. Уға юғарынан үҙ балаларының нисек рәнйетелгәне ап-асыҡ күренеп тора. Уның рухы үлемһеҙ. Шуға ла Ильяс әсәһенең тере рухына өндәшә. Ниндәй генә ауыр шарттар тыумаһын, кешелек намыҫын һаҡлап ҡалыр, юғалтмаҫ өсөн был донъянан киткән әсәһенән ярҙам һорай. Ильястың әсәһе менән төшөндә һөйләшеүе шул тиклем тетрәндерерлек итеп бирелгән: " Әсәй, ниңә беҙҙе иртә ташлап киттең? Бында ҡыйын. Һине уйламаған көнөбөҙ юҡ. Ишетәһеңме мине, әсә-ә-әй! — Сеү, илама, улым. Күҙ йәштәрегеҙ ҡәберемә һыу булып тула. Белһәгеҙсе ни хәтлем йәнем өҙгөләнгәнен... Анау көндә тәрбиәсегеҙ асҡыс менән һинең башыңа һуҡҡанын күрмәне тиһеңме, улҡайым? Эй, әрненем шунда! Тик ярҙам итә алмайым — шуныһы үкенесле... — Теге донъяла рәхәт, тиҙәр. Был дөрөҫмө? — Йән киҫәккәйҙәремдән айырылғас, ожмахтың да тәмен һиҙмәйем. Һеҙҙең менән хушлашҡан һуңғы минуттарҙы иҫкә төшөрәм дә һыҡтайым..." Иң ғәзиз кешеһе йыш төшөнә инә Ильястың. Мәрхүмә әсәһенә "Ҡалдырма!" тип өндәшә, сөнки әсәһе тоҡандырған усаҡ малайҙың күңелен һаман да йылыта. Ә бит беҙҙең илдә ата-әсәһе иҫән булып та, дәүләт ҡарамағына ҡалған етемдәр бихисап. Уларҙы баштарыннан һыйпап, хәйерле төн теләп, әки1ттәр һөйләй-һөйләй йоҡлатыусы, иң тәмлеләрен генә һайлап, ҡыҫтай-ҡыҫтай ашатыусы әсәйҙәре, уҫал күзҙәрҙән, уҫал кулдарҙан һаҡлаусы, яҡлаусы атайҙары юҡ. Был балаларҙың күңелдәре китек. Өҫ-баштары мул, тамаҡтары туҡ булһа ла, улар ата - әсә наҙынан мәхрүм. Барыбыҙ ҙа шәфҡәтлерәк, мәрхәмәтлерәк булһак ине уларға ҡарата.
Балаларын ташлаған атай-әсәйҙәр! Һеҙгә өндәшәм! Йөрәгегеҙ бармы икән һеҙҙең?! Уйланығыҙ! Балаларығыҙға иркәләү, наҙ кәрәк. Ошо урында Марсель Ғафуровтың шиғыры бик урынлы яңғырай.
Леп-леп килгән йөрәк менән
Әсәһен һөйә малай.
Һөйөүе таңғы ысыҡтай,
Бешеп еткән алмалай.
Үҙе еңмеш, текә маңлай –
Үҙ аршыны һәр нигә.
Әсәһе ябай, ә уға
Типә-тиңдәй Тәңрегә.
Нурлы йорт, ҡояшлы күгең –
Әсәйең биргән бүләк.
Көтмәгәндә иҫкә төшөп,
Мең ҡат өҙөлөр үҙәк.
Йылдар үтер... Был тойғонан
Бөйөк эштәр яралыр.
Һөйөү менән генә кеше
Кеше булып ҡалалыр.
«Ҡалдырма, әсәй!» повесының авторы беҙгә, йәш быуынға, илебеҙ өҫтөндәге ҙур проблеманы күрһәтте. Уйландырҙы ла, илатты ла. Яҙыусы яҡындарыңдың ҡәҙерен белергә, ауыр саҡта бер – береңә мәрхәмәтле булырға өндәй.
Быйылғы Әҙәбиәт йылында Айгиз Баймөхәмәтовтың Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителгәнен ишеткәс, бик ҡыуандым. Мин уның киләсәктә үҙе өсөн генә түгел, башҡорт әҙәбиәте өсөн дә яңы асыштар яһарына ныҡ ышанам һәм уның ижады ошо юғары премияға лайыҡ тип иҫәпләйем. Ул беҙҙе киләсәктә яңынан – яңы көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртҡан әҫәрҙәре менән ҡыуандырыр тигән өмөттәмен.
Был бик тә ғибрәтле повесть күптәрҙе уйландырыр һәм фәһем бирер тип уйлайым.
Ошондай тормоштан алынған, йәш быуынды уйландырырлыҡ, оло тормошҡа әҙерләй торған әҫәрҙәр күберәк булһа ине киләсәктә.
Музыка космоса
Кто должен измениться?
Снегири и коты
Сочинение
А теперь — мультфильм