Стихи собственного сочинения
Вложение | Размер |
---|---|
gbbsova_iluznen_shigyrzary.docx | 16.61 КБ |
Нөгөш
Тыуған яғым- Нөгөш буйҡайҙары,
Мин ошонда тыуып үҫкәнмен,
Тәүге ауаз һиндә һалғанмын,
Тәүге аҙым атлап киткәнмен.
Тыуған яғым- Нөгөш буйҡайҙары,
Яратам мин ошо еремде.
Йәшел туғай, хәтфә болондарын,
Саф һауалы зәңгәр күгемде.
Тыуған яғым- Нөгөш буйҡайҙары,
Тауҙары күп, йылға, күлдәре.
Әллә ҡайҙан улар саҡырып тора,
Һағынамы әллә үҙҙәре?!
Һинең һауаң шундай шифалы,
Тәнгә сихәт, йәнгә файҙалы.
Һауаң һулап, тәмле һыуын эсеп
Үткәрәм мин бала сағымды.
Тыуып үҫкән ерем- Нөгөшөм,
Ташламамын һине бер ҡасан.
Һиндәй матур, йәшел ҡасабаны
Таба алмаҫмын мин бер ҡасан.
Китап- минең яҡын дуҫым,
Ярҙамсым һәм серҙәшем.
Көн һайын ҡулыма алам,
Бик кәрәк, тип, кәңәшең.
Һинһеҙ донъя- ямғырлы көн,
Һинһеҙ йәшәү күңелһеҙ.
Китап беҙгә белем бирә,
Булғым килмәй белемһеҙ.
Күңел күтәрелеп китә
Китап уҡыған саҡта.
Китап менән йәшәү рәхәт,
Барыр юлдарым яҡты.
Балҡы, ҡалам!
Йылдан-йыл Мәләүез үҫә,
Ул яңырыу юлында.
Шул ҡалаға дан йырлайым
Алтын юбилейында.
Эшсән, тырыш халҡың менән
Гөрләтеп йәшййһең һин.
Йыр-моң һөйгән уңғандарҙы
Маҡтап туялмайым мин.
Балҡы, ҡалам! Гөрләп йәшә,
Һис һүнмәһен уттарың!
Киләсәктә һине данлар,
Маҡтар ул һәм ҡыҙҙарың.
Как Снегурочке раскатать тесто?
Сказка "Колосок"
Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев
Городецкая роспись
Большое - маленькое