Фәнни эшемдең темаһы:Зәки Вәлидиҙең һынлы сәнғәттәге роле.
Тикшереү объекты:З.Вәлиди һәйкәлдәре,бюсттары,уға арналған картиналар.
Маҡсат:З.Вәлиди образының исемен мәңгелләштереүгә көс һалған рәссамдар,скульпторҙарҙы өйрәнеү.
Вложение | Размер |
---|---|
Зәки Вәлидиҙең һынлы сәнғәттәге роле. | 26.2 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге республика
һынлы сәнғәт гимназия -интернаты
Зәки Вәлидиҙең һынлы сәнғәттәге роле.
Башҡарҙы: 9 класс уҡыусыһы
Ғибәҙәтова Хазина
Фәнни етәксеһе: Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғибәҙәтова Хазина,9 класс
Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге
Республика һынлы сәнғәт гимназия - интернаты
Етәксеһе:Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы.
Фәнни эшемдең темаһы:Зәки Вәлидиҙең һынлы сәнғәттәге роле.
Тикшереү объекты:З.Вәлиди һәйкәлдәре,бюсттары,уға арналған картиналар.
Маҡсат:З.Вәлиди образының исемен мәңгелләштереүгә көс һалған рәссамдар,скульпторҙарҙы өйрәнеү.
Борон-борондан халҡым бөйөк кешеләрен ынйыға тиңләгән.Уларҙы күрә белгән ,ҙурлаған.Бигерәк тә ,киләсәк быуынды тәрбиәләү өсөн өлгө итеп ҡуйған.
Халҡым ынйыға хас шәхестәргә бай:Ҡол Ғәли,Байыҡ сәсән,С.Юлаев,М.Өмөтбаев,Р.Фәхретдин,М.Аҡмулла,Ш.Бабич.
Үткәндәргә ихтирам итмәгән халыҡтың киләсәге юҡ,тиҙәр.Ә беҙҙең данлы ла,фажиғәле лә тарихыбыҙ бар.Бигерәк тә үткән быуаттың башында Рәсәйҙә тәүге автономия төҙөүҙә ҙур роль уйнаған Зәки Вәлиди.
Һәр кемдең үҙ яҙмышы.Башҡортостандың йыраҡ райондарының береһе Ишембай районы Көҙән ауылында тыуып,бөтә илгә билдәле булған шәхесебеҙ Зәки Вәлиди Туғандың” Хәтирәләр” китабын уҡып сыҡҡандан һуң ошондай бөйөк ил ағаһының образын мәңгелләштерелгәнме икән тигән һорау тыуҙы минең алдыма.
Һәр ижад кешеһе эҙләнә , уйлана ,ниндәйҙер үҙенсәлеккә ,яңылыҡҡа ынтыла.Мин дә Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусыһы булараҡ,мине ,әлбиттә,З.Вәлидиҙең образыһынлы сәнғәттә һынландырылыуы ҡыҙыҡһындырҙы.
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исемен мәңгеләштереүгә төрлө саралар һәм форумдар уҙғарылып тора. Парк, проспект, китапхана, бөгөнгө көндә ихлас ҡаршы алған Ишимбайҙағы №2 Башкорт гимназия-интернаты уның исемен йөрөтә.
2008 йылда Өфөләге Фрунзе урамы Зәки Вәлиди исеме менән үҙгәртелә.
2011 йылда «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» исемендәге миҙал беренсе тапҡыр бирелде. Был миҙал башҡорт ғалимдарына ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәренә лә бирелә. Ошондай бөйөк исемгә беренселәрҙән лайыҡ булдылар Нәжиб Асанбаев, Әмир Юлдашбаев, Марат Ҡолшәрипов. Араларында Төркиә ғалимдары ла бар: Фырат Пурташ, Мустафа Аҡ һ.б.
Һынлы сәнғәттә лә Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен мәңгеләштереүгә ҡул ҡуйылды.
1992 йылда тәүгеләрҙән булып Зөфәр Нургәлиев Зәки Вәлидиҙең образын сәнғәткә индерҙе. Зөфәр Нурый улы Нурғәлеев үҙенең картинаһында бөйөк шәхесте Зәки Вәлидиҙең тормошон, тәбиғәт менән диндең мөнәсәбәтен күрһәтә. Зөфәр Нургәлиев үҙенең әҫәрҙәрен бөйөк кешеләргә, әкиәттең геройҙарына бағышлай. Зәки Вәлидиҙең образын ул наив төрөндә һүрәтләй. Наив – ул һынлы сәнғәттең бер төрө, уның менән ХХ быуатта шөғөлләнә башлағандар.
Зөфәр Нурғәлиевтың картинаһында герой алыҫтарға ҡарап уйға ҡала.Һүрәттә автор уны төп өлөштә һүрәтләгән.Сит тарафтарҙа, алыҫ илдәрҙә йәшәһә лә,күңеле менән тыуған иленә ынтылыуы сағыла.
Киләһе портреттарҙы Георгий Калитов менән берлектә «Ер рухы» тип аталған монументаль триптих ижад итеүгә 1994 йылда ныҡлы нигеҙ булды. Йоҡоһоҙ төндәр, туҡтауһыҙ мейене сукегән уйҙар тыуҙырыласаҡ образдарҙы һүрәтләү алымдарын эҙләү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Был картинала Башҡортостандың бөйөк шәхестәре, яҙыусылары Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Һәҙиә Дәүләтшина һ.б. һүрәтләнгән. Был тритихта З.Вәлиди бөйөк шәхестәр,милли батырыбыҙ рәтендә сағылдырылған.Кешелек донъһын тотҡан бөйөк кешеләре илем, халҡым тип, бошонғон ҡаһарман рухлы заттары һүрәтләнгән. «Ер рухы» картинаһында ил тотҡаһы булырҙай ир─уҙамандарыбыҙ, ил инәһе булырҙай ҡатын─ҡыҙҙарыбыҙ ─ ерҙен рухын, милләттең кисәгеһен, бөгөнөн балҡытып торған йондоҙҙары. «Ер рухы» картинаһы 1995 йылда Салауат Юлаев премияһы исеменә лайыҡ булды.
2006─2007 йылдарҙа Георгий Калитов менән Ришат Зайнетдинов ижадын дауам итәләр. Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәрен тасуирлаған «Темәстә сәй эсеү» картинаһының яҙмышы яҡты булды. Картиналағы бөйөк шәхестәрҙең тормош -көнкүрештәре, ғилми эштәре Башҡортостанды ҙурларға тырышҡандар.
Георгий Калитов менән Ришат Зайнетдинов Башҡортостандың һәләтле рәссамдары. Уларҙың әҫәрҙәре Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәү, сит илдәрҙә лә дан алған. 1995 йылда уларға Салауат Юлаев премияһы бирелә.Был картинала рәссамдар шәхесебеҙҙе бөйөк ил башлыҡтары менән бер рәттән һүрәтләгәндәр : Сталин , ялҡынлы шағирыбыҙ Ш.Бабич,Р.Ниғмәти,М.Мортазин,Ш.Хөҙәйбирҙин һәм башҡа бөйөк ил башлыҡтары тасуирланған. Һүрәттә З.Вәлиди менән Ш.Хоҙайбирҙиндең генә ҡулдары күрһәтелгән ,был төшөнсәне былай тип аңлап була,кешенең ҡыҙыҡһыныусанлығы ,һөйләшеүҙәр ихлас,күңеле менән асыҡ икәнде күрһәтә. Сталин ҡулдары картинала бөтөнләй күрһәтелмәгән ,бындай күренеште үҙ ғәйебен таныу,аңлау тип аңлаталар психологтар. З.Вәлиди торошона иғтибар йүнәлтһәк,аҡ ашъяулыҡ йәйелгән өҫтәлдә уның ҡулдары ҡарашыбыҙҙы йәлеп итә.Башҡалар рәтендә ул ҡулдары менән өҫтәлгә таянған. Психология фәне менән сағыштырғанда был торошто ғалимдар ышаныслы,үҙенең планлаштырылған эштәрен атҡарып сығара алырлыҡ кеше итеп күрһәтә.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен мәңгеләштереү скульптура ла ҡулланыла. Беренселәрҙән булып уны Ишимбайҙа №2 Башҡорт гимназияһы эргәһенә ҡуялар. Уның скульпторы Хәлилов Мәүләтбай Рамаҙан улы. Мәүләтбай Рамазан улы күп йылдар Әхмәтзәки Вәлидинең образын тыуҙырырға тырыша. Автор үҙен ҡосаҡлаған һында Әхмәтзәки Вәлиди образын һыландырған.Шулай уҡ психологтар был торошто былай итеп аңлаталар:тыныслыҡты һаҡлау,ҡурғау . Үҙенең һынлы сәнғәттәге хеҙмәте өсөн Мәүләтбай Рамазан улы Н. Нәжми премияһына лайыҡ булды. Скульптор беҙҙең гимназияла ла эшләп киткән.
2000 йылда Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсты Сибай ҡалаһында ла ҡуйылды. Уның скульпторҙары Ғүмәр Һиҙиәт улы Мөхәметшин һәм Хәйҙәр Ғәрипов. Улар Сибайҙа ғына түгел башҡа ҡалаларҙа ла дан алған.Был авторҙар шәхесебеҙҙе күҙлектә,яртылаш кәүҙәләндергән.Шулай уҡ психологтар фекеренсә бындай күҙлек кейгән кешеләр нимәнәндер йәшеренеү,илдә барған хәл-ваҡиғаларға уның негатив ҡарашын сағылдыра.
2008 йылда Санкт─Петербургта бөйөк ғалим, тарихсы Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл асылды. Скульптураның авторы Владимир Александр улы Дворник. Һәйкәл университетың эске баҡсаһына ҡуялар. Баҡсала Зәки Вәлиди генә түгел, башҡа бөйөк, донъя ҡимәлендәге билдәле шәхестәренең һәйкәлдәре тора. Мәҫәлән, Конфуций, М.В.Ломоносов һ.б. Университетта Зәки Вәлидиҙең кейемдәре һәм документтары һаҡлана.
Владимир Александр улы Дворник бик талантлы скульптор, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә үҙенең эштәре менән билдәле. Хәҙерге мәлдә ул Өфөлә йәшәй.
Был һәйкәлде төҙөүгә Ғүмәров Салауат Булат улы һәм минең ағайым Ғибәҙәтов Урал Ишдәүләт улы ныҡлы ярҙамын күрһәтте.
Һәйкәлдең тарихы мажаралы ла. Һәйкәлде төҙөр алдынан, тәүҙә пластелиндан макет эшләйҙәр. Шулай итеп, Владимир Александр улы һәм уның атаһы Александр Александр улы 5 макет эшләп ағайыма алып барғандар. Макеттарҙы ҡарап, ҡәнәғәт булғас, эштәре бөтөп өйҙәренә ҡайталар. Ир тәгәһенә ял була,шул сәбәпле берәү ҙә эшкә килмәй. Дүшәмбе көнө ағай эшкә килһә, пластелиндан эшләнгән макеттар иреп бөткән. Ә эш ошонда булған, шәмбе көнө иртәнсәк ағайҙың булмәһен йыштырғандар ҙа, ҡорғанды асып ҡуйғандар. Ял көндәре ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырған. Шуға күрә макеттар иреп бөткән, уларҙы яңынан эшләргә тура килә.
Яҡын киләсәктә Өфөлә Ленин исемендеге паркта Зәки Вәлидигә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Уның архитекторы Д.М.Мәғәфуров һәм скульпторы В.А.Дворник.
Эште йомғаҡлап шуны әйтергә була: һәр скульптор, рәссам бөйөк шәхесебеҙҙе үҙенсә сағылдырған,үҙенсә күрергә тырышҡан.
Киләсәктә мин бөйөк рәссам булһам, Зәки Вәлидигә арналган бюст, йәки картина эшләрмен ,бәлки йомғаҡлау эшемде11класта арнап башҡарармын тип планлаштырам.
Ҡуллынылған әҙәбиәт:
1.Ә.З.Валиди. “Хәтирәләр”. Өфө, “Китап”, 1996.
2. Ә.З.Вәлиди. “Башҡорттарҙын тарихы. Төрөк hәм татар тарихы”. Өфө, 1994.
3.Ғ.Хөсәйенов “Ил азаматтары”.Өфө, 1998.
4.Т.Байкара “Заки Валиди Тоган”.Уфа, 1999.
5.Ғ.А.Хисәмов, Т.Н.Сәғитов, Ғ.Ғ.Ғәлимова “Әхмәтзәки Вәлиди. Ахмет-Заки Валиди. Akhmet Zaki Validi. Zeki Velidi Togan”.Өфө, “Китап”,2010.
6.Н.Н.Равенский “Как читать человека.Черты лица,жесты,позы,мимика.”Издательство:М.:РИПОЛ классик.-2009
Три способа изобразить акварелью отражения в воде
Рисуем крокусы акварелью
Флейта и Ветер
О путнике
Астрономический календарь. Май, 2019