Фәнни эшемдең темаһы: Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһының сағылышы.
Актуаллеге: Быйылғы йылда беҙҙең Башҡортостан тарихы өсөн әһәмиәтле ваҡиға ШОС һәм БРИКС илдәренең осрашыу йылы булып үтте, Бөйөк Еңеүгә − 70 йыл , Рәсәй һәм беҙҙең Башҡортостан тарихында ла 2015 йыл- Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде .Быларҙың барыһы ла мине Талха Ғиниәтуллин ижадына фәнни эш яҙырға мәжбүр итте.
Тикшереү объекты: Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре.
Маҡсат: Талха Ғиниәтуллиндың тормош юлын өйрәнеү һәм уның әҫәрҙәренә байҡау яһау, анализлау.
Вложение | Размер |
---|---|
Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһының сағылышы. | 38.21 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге республика
һынлы сәнғәт гимназия -интернаты
Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәрендә
Бөйөк Ватан һуғышы
темаһының сағылышы.
Башҡарҙы: 10 класс уҡыусыһы
Ғибәҙәтова Хазина
Фәнни етәксеһе: Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғибәҙәтова Хазина Ишдәүләт ҡыҙы, 10 класс уҡыусыһы
Ҡ. А. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия – интернаты.
Етәксеһе : Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы , башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Фәнни эшемдең темаһы: Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһының сағылышы.
Актуаллеге: Быйылғы йылда беҙҙең Башҡортостан тарихы өсөн әһәмиәтле ваҡиға ШОС һәм БРИКС илдәренең осрашыу йылы булып үтте, Бөйөк Еңеүгә − 70 йыл , Рәсәй һәм беҙҙең Башҡортостан тарихында ла 2015 йыл- Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде .Быларҙың барыһы ла мине Талха Ғиниәтуллин ижадына фәнни эш яҙырға мәжбүр итте.
Тикшереү объекты: Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре.
Маҡсат: Талха Ғиниәтуллиндың тормош юлын өйрәнеү һәм уның әҫәрҙәренә байҡау яһау, анализлау.
Талха Ғиниәтуллин (Анатолий Генатулин) − мул тормош тәжрибәһе туплаған әҙип. Был исем башҡорт әҙәбиәт һөйөүсеһенә хәҙер яҡшы таныш. Ул әҙәбиәтебеҙгә һуғыш темаһын, һуғышҡа яңы ҡараш, пацифистик идеялар алып килде, прозабыҙҙы үҙенсәлекле стиль, яңы геройҙар, яңы кисерештәр, фекер-һығымталар менән байытты.
Һуғыш − ул фажиғә! Т.Ғиниәтуллин да күп кенә әҫәрҙәрендә һуғышта, госпиталдә, һуғыштан һуңғы ваҡиғалар хаҡында һөйләй һәм күбеһе автобиографик характерында. Иртә атай-әсәйһеҙ ҡалыу, ауыр бала саҡ, ФЗО, завод, һуғыш, һуғыштан һуң төрлө төҙөлөштәрҙә эшләү, институт, яҙыша башлау, әҫәрҙәренең баҫылмауы уның күп кенә повестарында ҡабатлана, бер-береһенә күсеп йөрөй. Автор, нигеҙҙә, үҙе кисергәнен, үҙенең башынан үткәндәрҙе яҙа, шуға ла улар ифрат тормошсан, ышандырғыс, хис-тойғоға, бала саҡ, йәшлек кисерештәренә бай. Еңел уҡылһа ла, Т.Ғиниәтуллин прозаһы ҡатмарлы, күп ҡатлы, күп ҡырлы. Уның әҫәрҙәре йыш ҡына тормоштоң ҡараңғы яҡтарын яҡтыртыусан. Яҙыусы, нигеҙҙә, үҙен яҙа тиҙәр.
Киләсәктә лә авторҙың әҫәрҙәре һәм уның исеме әҙәбиәт һөйөүселәрҙең теленән төшмәҫ тип уйлайым мин.
Әҙәби әҫәр-яҙыусының әхләҡ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе.
Йәше менән генә түгел, ижады менән оло әҙип Талха Ғиниәтуллиндың яҙғандарын уҡыһаң, һәр күренеш, һәр деталь, һәр һөйләшеү күҙ алдына баҫа.
Талха Ғиниәтуллин − Бөйөк Ватан һуғышы яуғиры, рус телле уҡыусыға ғына түгел, башҡа халыҡ – ара телдәр аша исеме апаруҡ илдәргә таныш прозаик.
Быйылғы йылда беҙҙең Башҡортостан тарихы өсөн әһәмиәтле ваҡиға ШОС һәм БРИКС илдәренең осрашыу йылы, Бөйөк Еңеүгә − 70 йыл, Әҙәбиәт йылы − быларҙың барыһы ла мине Талха Ғиниәтуллин ижадына фәнни эш яҙырға мәжбүр итте. Сөнки, беренсенән, әлеге көндә яҙыусы – фронтовиктар араһында ҡолас киреп ижад иткән берҙән-бер прозаик тип әйтһәк тә хата булмаҫ тип уйлайым мин, икенсенән, Талха Ғиниәтуллиның тиҫтәләгән әҫәрҙәре донъя телдәренә тәржемә ителгән. “Ағиҙел” журналының ҡайһы һанын алһаҡ та, унда яҙыусыбыҙ тарафынан ижад ителгән йә хикәйәгә,йә повесҡа төбәләһең. Был иһә авторҙың тынғыһыҙ ижадсы икәнлеген күрәбеҙ. Һәр әҫәре уҡымлы, тормошсан. Был журналда баҫылған тәүге әҫәре − “Мәтрүшкә еҫе”. Ф.Иҫәнғолов тәржемәһендә 90-сы йылдарҙа баҫылып сыға...
Авторҙың “Тыуған тупһа янында”, ”Бына һуғыш бөтөр ҙә...”, “Кисеү”, “Туннель” повестарында, ” Контуженный”, “Һыҙлай иҫке яралар” һ.б. хикәйәләрендә Бөйөк Ватан һуғышы ялҡынында көйрәп янған, яҡын дуҫ-иштәштәрен юғалтыуҙан, бихисап яу афәттәренең шаһиты булыуҙан күңелдәрендә төҙәлгеһеҙ яралар йөрөткән,тыныс тормошта бер нисек тә йән тыныслығы табып, ҡәҙимге хеҙмәт, көнкүреш ағышына ҡушылып китә алмай интеккән кешеләр тормошо яҡтыртыла. Был хикәйә, повестарҙа тарихи ваҡиғалар ниндәй социаль-ижтимағи әһәмиәткә эйә булыуҙары күҙлегенән түгел, ә геройҙарҙың яҙмышына ни рәүешле тәьҫир итеүе, геройҙарҙың уларҙы нисек баһалауы һүрәтләнә.
Уның тәүге китабы 1969 йылда, ә тәүге хикәйәһе 1961 йылда донъя күрә. Уның әҙәбиәткә килеү юлы ауыр, һикәлтәле. Торғонлоҡ йылдары идеологияһы уның ижадын ҡабул итмәне. Бик ҡыйбатҡа төшә уға башҡалар һымаҡ шыма яҙа белмәүе. Һуғыш дөрөҫлөгөн, сигенеүҙе, ҡурҡыуҙы, һуғышҡа бармаҫ өсөн бармаҡтарын ҡырҡҡан, күҙен боҙған ,аҡылдан “яҙған” кешеләрҙе һүрәтләгән повестары кире ҡайтарыла, ә “ Һөжүм” повесы ун биш йыл буйы редакциянан – редакцияға йөрөй.
Үҙ эшемдә мин һәр хикәйәһенә ҡыҫҡаса аңлатма биреп китмәксе булам.
Т.Ғиниятуллиндың “Талдар араһында” (Ҡурҡыу) повесында һүҙ автор исеменән һөйләнә. Ваҡиғалар 1944 й. Карель муйынында булып үткән атаканан һуңғы кисерештәр. Ниндәйҙер мәғжизә арҡаһында тере ҡалған һуғышсыларҙы икенсе часҡа ҡушылыуы турыһында хәбәр алыуҙары һәм ҡайҙалыр йүнәлеүҙәре. Ул унда бөтөнләй сит кеше. Һуңыраҡ Скребков, Иванюк, Дурдыев кеүектәр менән берлектә һуғыш яланы буйлап билдәһеҙлеккә юллана. Ошо һуғышта булмаһа, киләһе һуғышта мотлаҡ барыһы ла, үлеп бөтәсәкбеҙ йәки яраланасаҡбыҙ тип уйлай һуғышсы. Беҙ үҙебеҙҙең арттан килгәндәргә үҙебеҙҙең һөйәктәрҙән күпер һалабыҙ, тағы бер нисә метр йөҙ алға барыу өсөн ҡанлы һуғыш һаҙлығына мәйеттәр түшәйбеҙ. Беҙҙең урынға йәп-йәш малайҙар килгәс, улар ҙа бер нисә йөҙ метр барасаҡтар ҙа ятып ҡаласаҡтар. Унан тағы, тағы... “Берәй ҡасан уның аҙағы булырмы?” − тип уйлана. Үҙенең был ерҙә берҙән-бер икәнлегендә, берҙән-бер ҡалған икәнлеген дә аңлай ул. Һуғышта уйларға ярамай, уйлана башланыңмы − бөттөң тигән фекергә килә. Әҫәрҙең аҙағында уның барлыҡ иптәштәренең һәләк булғанлығын күрәбеҙ, ә геройҙың тере ҡалғанлығын беләбеҙ. “Иртәгә, иртәгә булмаһа бер нисә көндән, мине йәнә бер сәғәт, бер көн булһа ла ут эсенә ҡыуасаҡтар, әммә мин бер көн булһа ла йәшәп ҡалырға тырышам − ут, ҡан, үлемдән йырағыраҡта иркенләп тын алғы килә. Шуға ла мин ашығам, санитар ыңғайына тылға йүгерәм” − , тип тамамлай әҫәрен автор.
Т.Ғиниәтуллин был юлдар менән дәһшәтле һуғыштың һаман дауам ителеүен күрһәтә.
“ Туннель” повесында Клешниндың һуғыштан һуңғы яҙмышын хәтирәләр аша һүрәтләй. Санитар ҡыҙ Юляны һағыныуын, уның немец фрицтары тарафынан фәхшиҙәрсә үлтерелеүе, демобилизация үтеп ҡайтҡас, тыуған йортоноң көл-күмергә әүерелгәнлеген, әсәһенең алыҫ бер туғандарында йәшәүе тураһында һүҙ бара. Был тиклем ауырлыҡты күтәрә алмай геройыбыҙ үҙ тыуған ауылын ташлап Краснодар яҡтарына юл тота. Унда ул һуғышта бергә булған Пригода Евгенийға күҙ терәп бара, ләкин дуҫы бер нимә менән дә ярҙам итә алмай. Ул үҙе лә осто осҡа ялғап йәшәй. Артабан, ул ашханала Толик Ғәйнуллин менән таныша. Ул уға үҙе менән Красная Полянаға ГЭС төҙөү эшенә барырға тәҡдим итә. Шулай итеп эшкә урынлашып та ала.
Туннель төҙөргә юлланған Клешнинды иң аптыратҡаны һуғыштан һуң да фрицтарҙың бында эшләп йөрөгәнлегенә аптырай. Хатта “Улар өсөн ял йорто асҡандар!”− тип тә ҡуя. Әлбиттә, Клешнин немецты Юляның фажиғәһенә тиклем үк күрә алмай ине, немец-фашист күптән инде уға кеше түгел, ә һоро-йәшел мундирға төрөнгән ҡурҡыныс аждаһа, албаҫты, уларҙы күргән һайын ҡулдары винтовкаға үрелә, бармаҡтары тәтегә баҫырға әҙер генә тора. Ҡулына винтовка килеп эләкһә, һис икеләнмәй быны эшләр ҙә ине. Ул һуғышта немецтарҙы байтаҡ үлтерҙе, быны ул һалҡын ҡан менән эшләнем, тип әйтә алмай, шулай ҙа бит тулҡынланмай, хатта күңелле асыу менән эшләне, сөнки һин уны үлтермәһәң, ул һине юҡ итә. Был дошманға үс, илгә баҫып кергән юлбаҫарға нәфрәт, нисектер дөйөм күрә алмаусанлыҡ ине. Мыҫҡыл ителгән бер ғәйепһеҙ Юляны тапҡан ҡурҡыныс көндән алып уның үсе шәхси, аҡылһыҙлыҡҡа ҡәҙәр барып еткән ҡанға-ҡан һымағыраҡ үскә әүерелде. Шунан һуң беренсе һуғышта ул ҡулдарын күтәргән тәүге немецҡа үҙенең автоматынан шул тиклем күп атты, теге меҫкендең мундирынан төтөнләп зәңгәр ут тоҡанды. Унан һуң да әллә күпме һуғыш-бәрелештәр булды, Клешнин айбарланып, үсен алырға тырышып атты ла атты, атты ла атты...
Әҫәр аҙағында шул уҡ фрицтарҙың Клешнинды үлемдән алып ҡалғандары, хатта больницаға килеп хәлен белергә килгәнлектәре менән танышабыҙ.
Автор тарафынан ижад ителгән киләһе әҫәр “ППЖ” тип атала. Ул “Ағиҙел” журналының №7 һанында 2014 йылда баҫылып сыҡты. Был әҫәрҙә лә Ғәлимә исемле ҡыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡанлығы һүрәтләнә.
...Райондан уны Өфөгә, хәрби медсестралар әҙерләү курстарына, уҡырға ебәрҙеләр. Уҡыуҙан уң юлы фронтҡа,ялан эвакогоспиталенә, китте. Байтаҡҡа ҙурыраҡ гимнастеркаһына кесе сержант погондары тағып ул Смоленск янындағы урман эсендә урынлашҡан 1116-сы һанлы ялан госпиталгә килеп етте лә иғтибарлы ҡарашлы баш хирург майор Рудин Михаил Леонидович ҡаршыһына баҫты. Майор уны операционныйға сестра итеп тәғәйенләне...
Польшалағы Наре йылғаһына етәрәк фронт һағайып тынды. Окоптарынан, йәшерен ут нөктәләренән немецтар атыуын туҡтатты. Уларҙың әлеге ут нөктәләрен табыу һәм юҡ итеү өсөн разведҡаға барып мәғлүмәт йыйып ҡайтырға кәрәк ине. Полк командиры генерал Кротовтан яҙма депеша килде.
Унда майор Афанасьев батальонына үҙҙәренең алдындағы немец оборонаһын “төрткөсләргә”бойоролғайны. Ошо разведҡаға Ғәлимә үҙ теләге менән бара.
Батальон торған ерҙән немец окоптарына тиклем биш йөҙ метрҙанда да күп түгел ине. Майор Афанасьев бинокль аша, башҡалар биноклһыҙ капитан Долидзеның ҡул болғағанын күреп торҙо, тимәк, иҫән әле. Ғәлимә киң ялан буйлап ифрат оҙаҡ йүгергән кеүек тойолдо. Яралы капитан янына барып еткәс, ҡараһалар, окоптан каска кейгән немец баштары ап-асыҡ күренеп тора! Етмәһә, нимә типтер ҡысҡыралар, хатта көләләр. Капитанды йәһәт кенә плащпалаткаға һалдылар ҙа ауырлыҡ менән үҙҙәренең яғына атланылар, арттарынан һаҡ та юҡ. Йүгерә лә, эйелә лә алмайҙар. Немецтар ниңәлер һаман атмай, һаман ҡысҡыралар, көлөшәләр, әйтерһең дә, улар менән уйнайҙар...
Сәғәт буйы барған артподготовка немец окоптары, ут нөктәләре өҫтөндә түбән йөҙгән болоттарға тиклем ҡара ҡойон ҡуптарҙы. Һуңынан, снарядтар аҫтын-өҫкә килтергән немец оборонаһы аша барғанда, Ғәлимә тупраҡ араһынан тырпайып сығып торған әллә күпме үлек ҡулдарҙы күрҙе...
Йылғаны кискәндән һуң тере ҡалған һалдат һәм офицерҙарҙы наградларға тәҡдим иттеләр. Бүләк алыусылар араһында батальон санинструкторы Ғәлимә лә бар ине. Майор Афанасьев тәүәккәл ҡыҙҙы “Ҡыҙыл Йондоҙ”орденына лайыҡ тип тапты...
Был хикәйәһе менән Т.Ғиниәтуллин был һуғышта ир-аттар менән берлектә ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ҡаһарманлыҡтарын сағылдырған.
“Ике аҙна” тигән хикәйәһе логик буйында өҫтә анализ эшләгән “Атака”ның дауамы. Әҫәрҙең геройы, йәш һалдат Тәлғәт Ғайнуллин ике аҙнаға госпителгә эләгә. Бик яуап алышта ул контузиялана, бомба ярсығы менән яралана. Оҙаҡ ҡына дауаланғас ул тиҙ генә йүнәлә һәм, илаһи көс, йәшәүгә маҡсат, дәрт биреп тора. Тәлғәт госпителдә Ленинград ҡыҙы Полина менән таныша һәм ике йәш йөрәк бер береһен таба, һөйә башлай. Һуғыш икеһен дә күктән ергә төшөрә һәм фронттың төрлө тарафтарына ташлап осрашыу насип булмай. Йыйналған, төҙөлгән тип әйтергә була. Автор уҡыусыны палаталағы күршеләрҙе һүрәтләй, улар менән булып үткән тарихи ваҡиғалары менән таныштыра. Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа әллә күпме кеше яҙмыштары сағыла, һүрәтләнә. Күҙ асып йомғансы ошо яҙмыштар береһенән береһе аяуһыҙ, ҡорған хыялдар селпәрмәкилә.
Ә ҡатын-ҡыҙ һуғышта – был айырым тема Т.Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәрендә. Бер яҡтан, яғымлылыҡ, сабырлыҡ, икенсе яҡтан – парадоксаллек.
Әҙиптең һуғыш темаһына бик күп әҫәрҙәр яҙған һәм шуларҙың береһенән иң ҡыҙығын “Каска” хикәйәһен анализға килтерәм. Был хикәйәлә лә автор үҙ исеменән һүҙ йөрөтә һәм һуғышта нисек каска рәүешендә үлемдән ҡотолғанын яҙа: “...алыштың осраҡлы бер мәлен файҙаландым, шуға күрә уны оноторға ла ярар ине. Әммә каска хәтерҙән сыҡманы ла ҡуйҙы. Ул нисектер яҙмышым билдәһе һымаҡ булып китте, әйтерһең дә, тормошом башланғанда миңә былай тип әйтелгән: ул бәрелештә һин мотлаҡ һәләк булырға тейеш инең, тик үлем һине урап үтте, уның нишләп улай килеп сыҡҡанын һин үҙең бик яҡшы беләһең. Артабан һин йәшәйәсәкһең һәм ҡартайып үләсәкһең...” Ошондай юлдар менән Т.Ғиниәтуллин хикәйәһен башлап китә, артабан, уҡыусыны ул һуғыш яланына алып китә, атлап китеп барған герой биш йыл элек үлгән әсәһен төшөндә күрә: “Улым, каскаңды ташлай күрмә”, − тип әйтә. Оҙаҡламай немецтар атака яһай һәм һалдат йәмшәйгән каска менән иҫән ҡала, ә каскаһыҙҙар шул яланда ятып ҡалалар.
Т.Ғиниәтуллындың “Бына һуғыш бөтөр ҙә” повесында беҙҙең һалдаттарҙың яуы сағылдырылған. 1945 йыл, Совет ғәсҡәрҙәре дошманды еңә-сигендерә барып, Германия сиктәренә, Померанияға килеп еткән. Бөтәһе лә һуғыштан арыған, тыныс тормошҡа сарсаған, һәр бер яугир һуғыш тамамланғас нисегерәк йәшәйәсәге хаҡында пландар ҡора,хыялдарға бирелә: “Бына һуғыш бөтөр ҙә”...
...Тере ҡалмаҫ мөмкин булмаҫтай бурыс йөкмәтелә Ғәйнуллинға: ул фашистар кереп оялаған өй тәҙрәһенә граната ташларға тейеш. Ә өйгә тиклем байтаҡ ара, етмәһә, асыҡ урын.”...Мин бит етем, үлһәм, иларлыҡ кешем дә юҡ, ә башҡаларҙың яҡындары бар, уларға тере ҡалырға кәрәк”, − тип уйлай Тәлғәт Ғәйнуллин, бойороҡто алғас.
...Эйе, күпме үлемдәр күрһә лә, Тәлғәт кеше ғазаптарын ауыр кисерә. Һуғыш уның күңелен тупаҫландыра алмай. Ҡаты алыштан һуң, танкының люгынан күренеп торған, ҡанға буялған ҡулды, танкистың өмөт тулы зәңгәр күҙҙәренең үҙенә инәлеп-ялбарып төбәлгәнен күреп, Тәлғәт ярҙамға ынтыла, әммә ҡаты яралы һалдатты танк эсенән тартып сығара алмай. Танкист үлә...
“Бына һуғыш бөтөр ҙә...” повесында һуғыштың тамамланыуға барғанын күренеп тора. Повестың исеме үк быға ишаралай. Хәйер, әҫәҙең исемендә һуғыш һүҙе булһа ла, ул − был турала түгел, дөрөҫөрәге, һуғыш тураһында ғына түгел, ә ундағы кешеләр тураһында. Иҫ киткес ауыр шарттарҙа ла улар кешелек сифаттарын юғалтмай, ә был ундай экстремаль шарттарҙа еңел түгел. Бөтөнләй ҡырағайлыҡҡа биремәҫ, фашист ише үлтереү машинаһына әүерелмәҫ өсөн көслө характер, тыуған илде һаҡлау һәм һуғыштың ғәҙел икәнлеген аңлау тойғоһо кәрәк. Ә был тойғо Тәлғәттә лә, Баулинда ла, башҡа һалдаттарҙа ла бар. Әйтәйек, шул уҡ Баулин тар-мар ителгән өйҙә биш йәшлек немец ҡыҙын таба. Таба ла күтәреп санчасҡа илтә. Ул үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләй быны, ә бит ул, әлеге ҡыҙ-дошман балаһы, милләте менән немец, әммә Баулин өсөн ул − был һуғышта бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған сабый...
Киләһе “Кисеү” повесында Т.Ғиниәтуллин һуғыштан һуң булған донъяны һүрәтләй. Авторҙың геройы Тәлғән Ғәйнуллин һуғышты үтеп, еңеп тыуып − үҫкән ауылына Учалы яҡтарына ҡайта. Уны бер кем дә көтмәгән.
...Бала саҡтан таныш ҡапҡа сереп йығылған, үҙем яһап ҡуйған сыйырсыҡ ояһының төбө төшкән. Солан түбәһе тишек. Үлектәр араһынан яңынан тыуып, мин өләсәйем алдына баҫтым. Ә ул бер ҙә аптыраманы, иҫе китмәне, хатта шатланманы ла, әйтерһең дә, ул кисә генә сығып киткәнмен. Ниндәйҙер битарафлыҡ менән ялҡау ғына һорап ҡуйҙы:
-Тәлғәт,һинме ни? Ә ҡағыҙ килде.
-Контузия алғас, иҫһеҙ ятҡанмын. Үлгән, тип уйлағандарҙыр, − тип яуаланым мин.
-Ә ҡағыҙ ҡайҙа?
Өләсәһе уға бер ҡағыҙ сығара. Һоро ҡағыҙ битенә зәңгәр ҡара менән “Рядовой Ғәйнуллин Тәлғәт немец − фашист илбаҫарҙары менән алышта батырҙарса һәләк булды” тип яҙылғайны.
“Кисеү” исемле был әҫәрендә автор ауылды тулы һәм асыҡ итеп һүрәтләй. Ошо ауыл менән герой, артабан, үҙенең яҙмышын бәйләй. Яҙмышында яҙыусы булыу теләгенең барлығын да беҙ ошо әҫәре аша күрәбеҙ. “Т.Ғиниәтуллин әҫәрҙәре йыш ҡына тормоштоң ҡараңғы яҡтарын яҡтыртыусан” − тип яҙҙы үҙенең бер мәҡәләһендә Әмир Әминев. Ләкин мин бының менән килешмәйем. Ә бына “ Яҙыусы, нигеҙҙә, үҙен яҙа, тиҙәр” фекере менән килешәм. Сөнки ҡайһы әҫәренең геройын алһаң да Тәлғәт образы бар. Тәлғәт образы аша яҙыусы үҙен характерлай.
Т.Ғиниәтуллин идеологик кәртәләрҙән, сәйәси ҡыҫымдарҙан азат әҙип геройҙарын ыңғайға йә кирегә ҡырҡа бүлмәй, шымартмай, уларҙы нисек бар, шулай, аҡ һәм ҡара булмыштарында кәүҙәләндерә. Автор һуғыш тураһында роман, повестарында, хикәйәләрендә социалистик реализм әҙәбиәтендә киң таралған совет яугирының батырлығын ҡабарыңҡы итеп тасуирлау урынына үлемесле һөжүмгә күтәрелеүсе һалдаттың ҡурҡыуын, һәләкәтен ҡотолоп ҡалырға ынтылышын һүрәтләй. Т.Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәрендә йәшләй һуғыш ялҡынында көйрәп янған, яҡын дуҫ-иптәштәрен юғалтыуҙан, яу афәттәренең шаһиты булыуҙан күңелдәрендә ауыр яралар йөрөткән, тәне, рухы имгәнгән, тыныс тормошта йән тыныслығы таба алмай яфаланған фронтовик образдары яҡтыртыла.
Шуныһы ҡыуаныслы: Т.Ғиниәтуллин русса яҙһа ла, күп әҫәрҙәренең мөхите-башҡорт ерлеге. Урал тәбиғәте, тау-һыуҙары, ялан-туғайҙары; күп әҫәрҙәрендә − башҡорт характеры, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, исемдәре. Әҙип үҙе тыуған ерҙәренән алыҫта йәшәгәнгәме бөтә ижадында ҡыҙыл еп булып ниндәйҙер һағыныу һәм һуғыш темаһын, һуғышҡа тальгия һиҙелә, ул юлдарҙа − эмоциональ күтәренкелек һәм һоҡланыу.
Талха Ғиниәтуллин хаҡында һөйләйһең дә һөйләйһең, ә уның ижадының асылы ҡайда тип һороһаң? Ә мин шуны ғына әйтмәксемен: ул халыҡ тормошон эстән яҡтырта. Организмдың бөтә күҙәнәктәренә үтеп ингән рентген нуры кеүек уның ҡәләме. Шуға күрә хөкүмәтебеҙ тарафынан Халыҡ яҙыусыһы исеменә ул күптән лайыҡ ине. 2010 йылда был бәхеткә лә авторыбыҙ насип булды.
Әҙәбиәтебеҙҙә халҡыбыҙҙы, бөтә прогрессив кешелек донъяһын немец фашистары ҡоллоғонан ҡотҡарып ҡалыу темаһы Ватан һуғышы яуҙарында ҡатнашыу-ҡатнашмауға ҡарамаҫтан, һәр кемдең мөҡәддәс изге бер бурысы һәм мөһим бер проблема булып ҡаласаҡ. Яу батырлыҡтарын үткән, тәндәре пуля, тимер ярсыҡтары менән телгеләнеп бөткән, әммә рухтары менән көслө ҡаһармандар быуынын йәшерәк һәм киләсәк быуындар алмаштырыр. Әммә был проблемаға халҡы, тарих алдында намыҫы булған берәүҙең дә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрмәйәсәк.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. “Ағиҙел” журналдары №7 2014й., №4 ,2000 й.,
2. “Башҡортостан уҡытыусыһы” №3 ,2007 й.
3. “Йөрәктәрҙә ҡалыр еңеү көнө”,Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995й.
4. “Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. Война прошла, осталась боль”, Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2000й.
5. Талха Ғиниәтуллин “Тау артында ниҙәр бар”. Повестар, хикәйәләр, Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997й.
6. Анатолий Генатуллин “Вот кончится война”. Повести, рассказы. М., “Правда”, 1988г.
7. Анатолий Генатуллин “Страх”, 1990г.
Лягушка-путешественница
Знакомые следы
За еду птицы готовы собирать мусор
Новогодняя задача на смекалку. Что подарил Дед Мороз?
Весёлая кукушка