Авторҙың поэзияһын тормоштан айырып ҡарап булмай, сөнки тормош хаҡында яҙа автор...Ул шул шиғырҙары тормошонда һаман да йәшәй.
Вложение | Размер |
---|---|
Рәми Ғариповтың художестволы донъяһы | 19.34 КБ |
Башкортостан Республикаһының мәғариф министрлығы "КАДәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия интернаты
Рәми Ғариповтың художестволы донъяһы
7 класс укыусы һ ы Дәминдәрова
Әлмира
етәксеһе: башкорт теле әҙәбиәте укытыусыһы ҒәзизоваӘклимәСәфәрғәл и кыҙы.
Өфө – 2012
Йырым ҡалһын ҡапҡа төбөгөҙҙә, Йырымда бит минең йөрәгем...
Р.Ғарипов.
Шағир үҙ шиғырында был һүҙҙәрҙе бушҡа ғына әйтмәгән. Уның яҙмышы- Ил яҙмышы. Бөтә булмышын, ғүмерен иленә, тыуған теленә бәйләгән шағир ысын мәғәнәһендә оло хөрмәткә лайык. Әлбиттә, иҫбатлауҙарҙы беҙ уның әҫәрҙәрендә күрә алабыҙ. Рәми Ғарипов донъяға ғашиҡ шағир...
һәйбәт яҙылған шиғыр хаҡында фекер йөрөткәндә, беҙ был шиғырҙың уны яҙған шағир осон генә түгел, ә тотош бөтөн халыҡ осон ҙур әһәмиәткә эйә икәнен аңларға тейешбеҙ. Был шиғырҙы уҡый икән халыҡ, уның менән ҡыҙыҡһына икән, шул саҡта ғына ул ҡиммәтле. *
Минең уйлауымса, Рәми Ғарипов шиғырҙары тап шундай. Авторҙың поэзияһын тормоштан айырып ҡарап булмай, сөнки тормош хаҡында яҙа автор...Ул шул шиғырҙары тормошонда һаман да йәшәй.
Шағирҙың сағыу, серле шиғри донъяһына барып эләкһәң, үҙеңде тыуған йортоңда кеүек хис итәһең. Унда барыһы ла яҡын, ҡәҙерле, таныш, шул хәтлем рәхәт.Авторҙың поэтик теле ирекле, ысын, бер ниндәй ҙә яһалама күренештәр ҙә юк. Барыһы ла ысын күңелдән сыҡҡан хистәр.
Рәми Ғариповтың художестволы донъяһы бик бай. Шағирҙың" Туған тел" исемле шиғыры тураһында әйтеп китмәйенсә булдыра алмайым, сөнки был шиғыр минең осон ҙур әһәмиәткә эйә.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да - йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын...
Шағир үҙен бал ҡорто менән сағыштыра. Бик урынлы сағыштырыу тип уйлайым. Бал ҡорто, беренсенән, башҡорт халҡының символдарының береһе булып тора, икенсенән, бал ҡортоноң эше бик ауыр, ул шундай бәләкәй генә бер йән эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, кәрәҙ
ҡоя.Был иһә ентекле эште талап итә. Шағир ҙа үҙ тормошон ошо бал ҡорто кеүек, үҙ эшенә бағышлаған. Кескәй генә ынйылырҙан кәрәҙ ҡоямын, ти, автор.Теленең яҙмышы әсен ҡайғырған
шағир ошо ауыр тормошта нисек тә булһа телде күтәрергә, уның бөйөк итергә тырышҡан. Ә был иһә үҙ нисбәтендә бал ҡортоноң ауыр хеҙмәтенә тиң. Башҡорт теленә булған бар һөйөүе шиғырында ярылып ята шағирҙың.
Рәми Ғарипов,әле бер кем дә үҙ теле, халҡы тураһында әҫәрҙәр ижад итеүгә баҙнатсылыҡ итмәгән осорҙа уҡ , торғонлоҡ йылдарында уҡ телен, илен, халҡын яҡлап сығыш яһай башлаған.Ул ил яҙмышы, тел яҙмышы хаҡында оран һала.Телен белмәгән кешенең аҡылына һәм эске донъяһында тотҡарлыҡ барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Бына был юлдарҙа халыҡҡа өндәшеү рәүешендә телгә булған ҡарашын аңлата.Телгә ҡарата битараф булмаҫҡа әйҙәй беҙҙе:
Тел асҡысы-ил асҡысы
Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ.
"Каштан яҙһаҡ, күҙҙән яҙып,
"Кашың ҡатыр таш һымаҡ.
Эй таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә.
Аң булмайса, туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә.
Шағирҙың әҫәрҙәренең күбеһендә художестволы образ булып халыҡ, тел, тыуған ил образы тора. Был шиғырында ла ошо сағыштырыуҙар аша телде һүрәтләй. Телде ҡиммәтле ҡаш менән сағыштыра автор, телеңә ҡарата иғтибарлы , аңлы бул ти, юғиһә ул ташҡа әйләнер, ти автор.
"Тыуған тел" һәм " Уйҙарым" шиғырҙарында туған тел, ил темаһы.Уйҙарым ҡобайырында шағирҙың уй йомғағы тағатыла- тағатыла осо табыла. Туған халҡы, Тыуған иле, Урал хаҡында теҙем булып һүтелә башлай. Йөрәгенең ҡағышы һәм һағышы етмеш ете яу күргән халҡы яҙмышы менән ҡушыла, илде ил иткән ир-егеттәр эше тирәһендә ойоша.
Оҫталыҡ ул кешелә йәшәй,- тип әйтергә ярата торған Рәми Ғарипов. Ул кешенән, уның тормошонан, әҙәби һәм йәмғиәт эшенән айырылғыһыҙ. Беҙҙең шағирыбыҙ быны аңлай, һәр яҙған шиғырында уның булмышы сағыла.
Тормош- бәйге. Була шундай саҡтар : Ярылырҙай була йөрәгең,
Ир намыҫлы булһаң был бәйгелә, Ярһымай ҙа булмай, күрәһең...
Тормош- ысын мәғәнәһендә бәйге... Шағир быны яҡшы аңлай.Яҙыусының тел байлығы, һүҙҙе тойомлауы, тормош тәжрибәһе, зиһен, хәтер ҡеүәһе менән туплана.Уның төп ҡаҙнаһы- хәтер һандығы.
Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәр саҡ беҙҙе яңынан-яңы тәбиғәт лирикаһы темаларын, уның тәрәнлеге һәм йәмғиәттә тотҡан оло урыны менән хайран ҡалдыра.Уйлап ҡараһаң шағир беҙгә сәскә атҡан муйыл, ҡайын, әллә ҡайҙа ҡасып барған юл хаҡында тағы ла яңы нимә әйтә ала? Шулай ҙа яңынан уҡыған һайын беҙ күңелдә шатлыҡ хисе, эстетик ләззәт тоябыҙ.
Күктәге балҡыған йондоҙға Мин һине тиңләйем. Шатланам, ғорурланам,
Бөтмәҫ рәхмәттәр белдерәм.
Йондоҙҙарға тиңләһәм дә,
Барыбер аҙ тойола.
Шағирҙың үҙенә тиң,
Юҡтыр ул был донъяла.
Ошо урында һүҙемде тамамлайым... Илем билдәле шәхестәргә бай. Уларҙың араһында яҡты йондоҙҙарҙың береһе булып шағир - Рәми Ғарипов тора. Уның ижады беҙгә рух, сәм бирә. Оло ғорурлыҡ менән һинең алдыңда баш эйәм, шағир...
Как нарисовать ветку ели?
Рисуем белые грибы пастелью
Круговорот воды в пакете
Одеяльце
Мороз и заяц