һәр шиғриәт үҙ халҡының яҙмышы тураһында хәстәр менән йәшәй. Башҡорт шиғриәтендә ил тойғоһо, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыу борон-борондан килгән, уның милли тарихи хәтеренә уйылып ҡалған үҙенсәлектәренең береһе. Шиғри тәбиғәте буйынса уйсан лирик, донъяға мөнәсәбәте буйынса философик ҡарашлы Р. Ғарипов шиғриәтендә был мотивтар сағылмай ҡалманы.
Вложение | Размер |
---|---|
Рәми Ғарипов ижадында халыҡ яҙмышы | 20.86 КБ |
Башкортостан Республикаһының мәғариф министрлығы "К.А.Дәүләткилдеев исемендәге һынлы-сәнғәт гимназия-интернаты
7 класс уҡыусыһы Сибәғәтуллина
Йолдоҙ
етәксеһе: башҡорт теле әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы.
Өфө – 2012
һәр шиғриәт үҙ халҡының яҙмышы тураһында хәстәр менән йәшәй. Башҡорт шиғриәтендә ил тойғоһо, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыу борон-борондан килгән, уның милли тарихи хәтеренә уйылып ҡалған үҙенсәлектәренең береһе. Шиғри тәбиғәте буйынса уйсан лирик, донъяға мөнәсәбәте буйынса философик ҡарашлы Р. Ғарипов шиғриәтендә был мотивтар сағылмай ҡалманы.
«Баланы ни тип бәүетһәң, шул була», - тигән боронғолар. Рәми Ғарипов сәңгелдәктән үк тыуған еренең моң-йырын күңеленә һеңдереп, үҙенең яҡташтары Байыҡ сәсән, Салауат батыр тураһында быуындан-быуынға күсә килгән йыр-ҡобайырҙарҙы, риүәйәттәрҙе йотлоғоп тыңлап, халыҡтың тарихы, шундай ҡаһарман улдары менән ғорурланып һәм рухланып үҫкән.
«Шағирҙы аңлар өсөн уның илендә булырға кәрәк» тигән Гете.
Был яҡтарҙың матур тәбиғәте, тау-ҡаялары, йәмле Йүрүҙәне, моңло һандуғастары, ғорур бөркөттәре, етеҙ толпарҙары Рәми Ғариповты бәләкәйҙән үк яҡтылыҡҡа, бейеклеккә әйҙәһә, шиғриәткә илһамландырһа, батша колонизацияһының иң ныҡ иҙелгән, иң ныҡ яндырылған был яҡтарҙың тарихын тыңлап үҫеү, ошо ерҙең хәтерендә һаҡланған фажиғәле хәлдәрҙе йылдар аша ла зирәк тойоу уны бик иртә уйсан иткән.
Тыуған төйәгеңдең тарихын белмәй тороп, уның хәҙергеһен, киләсәген ҡайғыртып булмай. Шуға ла Рәми Ғарипов мәктәптәге дәрестәр менән генә хушһынмай, нисек тә буш ваҡыт табып, республика китапханаһына ашыға, унда тыйылған китаптарҙы 1937 йылда юҡ ителгән башҡорт яҙыусыларсыларының әҫәрҙәрен латин хәрефтәрендә 1940 йылдар аҙағында уҡып сыға. Халыҡ яҙмышын - тарихи дөрөҫлөктө мөмкин тиклем тулыраҡ аңлар өсөн ул ошондай теүәкәл аҙымдар яһауҙан ҡурҡмай.
Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Рәми Ғарипов бар булмышы менән халыҡҡа хеҙмәт итергә ашыҡты. Ул тормошто яратты, ул ҙур әсәнең -
тыуған илдең улы булып, унан яратылғыһы килде. Ил өсөн, тел өсөн ул янып йәшәне. Р. Ғариповтың «Таш сәскә» исемле 2-се китабының «Туған тел» тигән шиғырында шағирҙың халыҡтың рухи хазинаһына, теленә, моңона, уның киләсәгенә мөнәсәбәте, шулар алдында шәхестең ни тиклем оло яуаплығы, сәсән мәргәнлеге, мәҡәл тапҡырлығы менән әйтеп бирелгән.
1957Й. 11 майында Р. Ғарипов ҡатынына былай тип яҙған: «Баҡһаң, минең яңы шиғырҙарым бик күп икән, иллегә яҡын. Ә бына иң көрәклеһе : «Туған тел». Минең бөтә шиғырҙарымды оноторға мөмкин, ләкин башҡорт телен ҡәҙерле күргән кешегә был шиғырҙы оноторға ярамай! Шиғырҙарҙағы уй-кисерештәрҙең, талаптарҙың автор өсөн ни тиклем принципиаль булыуын шунан да күрергә мөмкин: уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙар ваҡытында Р. Ғарипов үҙенең сығышын мотлаҡ ошо шиғырҙан башлап ебрер ине.
«Туған тел» шиғырында Р. Ғарипов ижадында артабан үҙәктә торасаҡ идея-тематик йүнәлештәрҙең береһе - туған тел яҙмышы, милләттең рухи киләсәге тураһында уйланыу, әҫәрҙән-әҫәргә йылдан- йыл көсәйә барасаҡ хафалы мотивтар билдәләнде. Уҙғандарҙы яңынан барлаһаң, был шиғыр яҙылған осорҙа (1957, 2 май) милли телдәряҙмышы ул тиклем хәүефле лә түгел һымаҡ ине, күпселек башҡорт ауылдарында, мәҫәлән, уҡыу-уҡытыу эштәре әсә телендә алып барыла, башҡортса матбуғат үҫеү юлында ине. Ләкин тиҙ арала хәлдәр насар яҡҡа ҡырҡа үҙгәрҙе. Милләттәрҙе тиҙ арала ҡушыу тураһында фараз итеүҙәр йышайҙы, ундай ҡараштар рәсми сәйәсәттә нығынды. Милли мәктәптәрҙә милли телдәргә һөжүм башланды, күпселек урында уҡытыу рус теленә күсерелде. «Туған тел» шиғыры ошо ҡурҡынысты шағирҙың һиҙгер тойоуы, шул турала алдан иҫкәртергә тырышыуы ине.
Рәми Ғарипов һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөнө, халыҡ өсөн янып йөрөнө. Шуға ла уның "һабантурғай йырҙары»(1964) исемле
китабына тупланған «Ауылдаштар», «Кәбән», «Сәсеүгә төшкәндә», «Көтөүсе», «Бишексе», «Умартасы» шиғырҙарында шағир яҡташтарының көндәлек мәшәҡәттәре, ауыл кешеһенең борондан килгән төрлө һөнәр-кәсептәре тураһында, ауылдағы яңылыҡтар тураһында һүҙ алып барҙы.
Милләт яҙмышы хаҡында уйланыу Р. Ғарипов ижадында үҙәк тойғо, төп йүнәлеш. Ул китаптан китапҡа ялғанып, үҫтерелә барҙы. Илленсе йылдар аҙағында үҙе хикәйәт тип аталған «Урал йөрәге» исемле шиғыры ошондай киң панорама менән башланғайны: Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан - тыуған илкәйем. Шул йөрәктең ҡан тамыры булып, Күкһелләнә Ағиҙелкәйем. Шул йөрәктең ауыр моң-зарҙарын, "Койған саҡта еңел ҡурайы, Яу юлдары буйлап мин халҡымдың Үткәндәрен ҡайтып урайым.
Шағир Уралдың һәр ташында ҡанлы-данлы тарихтарҙы уҡыған һымаҡ була, аҡ ҡылғандар уға илен һаҡлап башын һалған батырҙарҙың сал сәсе булып күренә. Ләкин шиғырҙарҙа аһ-зар хаҡында ғына һүҙ бармай, унда «Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы!..» тигән мыҫҡыллы юрауҙарға ҡарамаҫтан,үҙ яҙмышын ауыр юғалтыуҙарҙа ла һаҡлап ҡала алған Башҡортостандың, башҡорт халҡының ғорур һыны кәүҙәләнә. Халыҡты йәлләтергә тырышыу, юғалтыуҙар өсөн күҙ йәше түгеү, уның тарихи яҙмышын аңларға тырышыу, көслө ихтыярын, йәшәү потенциалын күрһәтеү - шағир өсөн иң мөһиме был нимәлә.
Мәктәптә һәм студент йылдарында уҡ Р. Ғарипов Салауат хаҡында поэма яҙырға ашҡынды. Ләкин был хыялы тормошҡа ашмай ҡалды. Етмешенсе йылдар башында ул Батырша тураһында ҙур әҫәр
яҙырға дәртләнеп йөрөнө, ләкин поэманың «Шлиссельбург тотконо»(Батырша монологы) тигән өлөшөн генә яҙып өлгөрөргә насип булды.
Монологтың тәүге юлдарында башҡорт күтәрелешенең рухи юлбашсыһы канаты ҡайырылған бөркөт һымағыраҡ күҙ алдына килә: «Батырша мин, бахыр - башҡорттоң батыры -ултырам зинданда башымды ҡатырып». Халыҡ яҙмышы, уның уҙғаны һәм бөгөнгөһө тураһында уйлағанда буш кәпәренеү йәки күкрәк һуғыу Р. Ғарипов өсөн ят нәмә. Уның өсөн иң ҡәҙерлеһе - тормоштоң мәңгелеге, быуындарҙан-быуынға үрелә килгән бәйләнештәр, халыҡ рухының нығына, үҫә барыуы. Шуға ла ул традицион образдарҙы ла яңыра үҫтереп ебәрә.
Халыҡ яҙмышы, ил тарихы һәр саҡ хәрәкәттәге, үҫештәге йәнле процесс. Иң ҡатмарлы замандарҙа ла тормош туҡтап ҡалмай, унда һаман да ниндәйҙер үҙгәрештәр бара, ниндәйҙер яңылыҡтар тыуа. Р. Ғарипов шиғриәте ысынбарлыҡтың ошо диалектикаһына бик ауаздаш. Ул уҙғандар тураһында күпме генә әсенеп уйланмаһын, шиғырҙары киләсәккә төбәлгән. Шағир тыуған халҡының шанлы һәм данлы тарихы менән ғорурланып йәшәне һәм уның менән бергә уҙғандарҙың тәжрибәһе аша киләсәкте күрергә ынтылды. Ә бит киләсәк йәштәр ҡулында. Шуға ла Р. Ғарипов йәштәрҙең ойошмағанлығына, дуҫ булмағанына әсенеп йәшәне. Ысынында, йәштәргә генә түгел, ә халкыбыҙға берҙәмлек етмәй. Бер-беребеҙҙең уңышына ҡыуана белмәйбеҙ, үҙ-ара ярҙам итмәйбеҙ. Бер-беребеҙҙең етешһеҙлектәре өсөн һыҙлана, ҡайғыра белмәйбеҙ, үҙебеҙ менән генә йәшәйбеҙ. Ә улай булырға ярамай, сөнки киләсәк беҙҙең ҡулда, йәш быуын ҡулында. Шуға ла Рәми Ғарипов кеүек ағайҙарыбыҙҙы оноторға ярамай. Башҡорт булырға хаҡыбыҙ юк ундай осраҡта.
Рәми Ғарипов... Шағирыбыҙ рухыбыҙ күгендә яҡты бер йондоҙ булып балҡый...
Сторож
Хитрость Дидоны
Галка в чужих перьях
Л. Нечаев. Про желтые груши и красные уши
Весенняя сказка