Республиканский литературно-творческий конкурс, посвященный Дню Республики Башкортостан и Году литературы «Пою мою республику»
Вложение | Размер |
---|---|
ergn-insha.docx | 16.29 КБ |
Мәләүез районы Ергән урта мәктәбенең 3-сө в класы уҡыусыһы Йәрмөхәмәтов Рәмилдең “Башҡортостаным-тыуған ерем!” темаһына иншаһы.
Инша
Башҡортостаным-тыуған ерем!
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
М.Кәрим.
Башҡортостаныма арналған иншамды мин яратҡан шағирым Мостай Кәримдең тик ошо һүҙҙәре менән башлар инем. Ысынлап та, бер ҡараһаң, Башҡортотаныбыҙ бәләкәй генә һымаҡ. Ә миңә үҙемдең Тыуған илем һәр ваҡытта ла байҡап буй етмәҫлек киң һәм урап та булмаҫлыҡ ҙур кеүек.
Мин Һабаш ауылында тыуып-үҫкәнмен. Әлеге көндә Ергән мәктәбенең 3-сө в класында уҡыйым. Беҙҙең ауыл Башҡортостандың шул тиклем матур ерендә урынлашҡан. Ауылыбыҙ Ағиҙел йылғаһының яры буйында урынлашҡан. Ә Ағиҙел йылғаһы Урал тауының итәгенән ағып үтә. Ауылымдың эргәһендә генә һалҡын шишмә урғылып ағып ята. Ә һыуы шул тиклем таҙа һәм тәмле. Шул шишмәнән йәй көнө, ат сабыштырып йөрөгәндә, ятып-ятып һыу эсәбеҙ. Ауылымдың туғайҙары аша үтеп Ҡыҙҙар тауына барабыҙ. Ҡаялар бик текә беҙҙә. Бөркөт ҡоштар ҙа оса беҙҙә. Шул бейек тауҙарҙа ҡыр кәзәләре лә, айыу-ҡуяндары ла тулып йөрөйҙәр. Ялан ерҙәрендә эйелеп-эйелеп еләген өҙәбеҙ. Ҡайтҡан саҡта Иҙелебеҙгә төшөп һыуҙа ҡойонабыҙ. Балығы ла күп Иҙелебеҙҙә. Балыҡҡа мин атайым менән дә, малайҙар менән дә йөрөйөм. Балыҡтан ҡайтҡас, әсәйем беҙгә уха бешереп ашата. Уханы беҙ һеңлем менән ҡаймаҡ һалып ашарға яратабыҙ. Кисен ҡайынлыҡтан быҙауҙарҙы барып алабыҙ. Өләсәйем менән һеңлем яҡындағы яланда ҡаҙ себештәрен көтәләр. Яланда шул тиклем матур. Ниндәй генә сәскәләр үҫмәй унда!!! Яҙын ҡуҙғалаҡ, балтырғанын йыябыҙ. Йәй еләк йыйһаҡ, көҙөн муйыл, ҡарағат,балан йыябыҙ. Матур ҙа, бай ҙа минең Тыуған ерем. Беҙҙең ер кеүек ер бер ҡайҙа ла юҡтыр. Беҙҙә генә бит ҡыш та, яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә үҙенсә матур. Тыуған илемде, Башҡортостанымды өҙөлөп яратам, сикһеҙ ғорурланам. Кемгә генә ғәзиз түгел икән тыуған ере!!!
Хитрый коврик
Мальчик и колокольчики ландышей
Ледяная внучка
Рождественские подарки от Метелицы
Ручей и камень