Сочинение на башкирском языке.
Вложение | Размер |
---|---|
сочинение | 17.1 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы
Краснокама районы Мәғариф бүлеге
«Республикамды йырлайым» конкурсына
Тыуған яғым минеӊ
(ИНША)
Башҡарҙы: Сауыҙбаш төп дөйөм
белем биреү мәктәбенең 8 – се класс
уҡыусыһы Хәйертдинова Лиана
Уҡытыусы: Шәмсетдинова Ф.Ф.
Сентябрь, 2015 йыл
Бигерәк тә йәшел инде
Ҡайындарҙың яулығы.
Шул ҡайындар араһынан
Күренә тыуған ауылым.
Беҙҙең ауылдың тәбиғәте иҫ киткес матур. Мин, ҡапҡа төбөбөҙгә сығыу менән, үҙемде йәшел хәтфә йәйелгән балаҫҡа баҫҡан кеүек хис итәм. Бәбкә үләндәре, ваҡ ромашкалар, һары сәскәле бәпембәләр үҙҙәре үк мине бер сихри донъяға алып китәләр. Үҙем йәшел сирәмдән атлайым, ә күҙҙәрем тирә-яҡты күҙәтә.
Эйе, тыуған ауылым бик матур ерҙә урынлашҡан. Уны бөтә яҡлап та урмандар уратып алған. Эх, урмандарым, күҙҙең яуын алырлыҡ! Ул йәшеллеге, саф һауаһы, йырсы ҡоштары менән үҙенә ғашиҡ итә. Ниндәй генә ағастар юҡ беҙҙә: зифа ҡайыны ла, ғорур имәне лә, күп йыллыҡ нараттары ла. Ә еләк – емештәре, бәшмәктәр, дарыу үләндәре, хуш еҫле сәскәләр һанап бөткөһөҙ.
Урманды бөтә кеше лә ярата торғандыр, тип уйлайым мин. Йәй көнө урман кешеләрҙе үҙенә емеш – еләге менән йәлеп итә. Ял көндәрендә төркөм-төркөм дә, яңғыҙ ҙа кешеләр урманға ағылалар: ял итәләр, һыу ҡойоналар. Йәй уртаһында урман аландарында салғы тауыштары ишетелә. Ә көҙ кешеләрҙе үҙенең һап-һары сәтләүектәре, баланы, миләше, әлмороно менән кинәндерә.
Ауылым тәбиғәте күркәм, бай, шулай ҙа мине уның киләсәге борсой. Тәбиғәтебеҙ көндән – көн үҙенең матурлығын юғалта бара түгелме? Урмандарға ингәс, киҫелгән ағас төптәрен, ташланған сүптәрҙе күреп йөрәк әрней. Өләсәйем һөйләүе буйынса, заманында иҫке Сауыҙбашта күлдәр бик күп һәм оло булғандар. Бер күлгә тик эсер һыу алыр өсөн йөрөгәндәр, ә ҡалғандарында малдар эскән, кешеләр балыҡ тотҡан, һыу ҡойонғандар. “Хәҙер инде унда ла күлдәр бик һайыҡты, ҡайһылары бөтөнләй ҙә юҡҡа сыҡты, урмандар кәмеп бара”, - ти өләсәйем.
Тәбиғәтте бысратыу, уға һаҡһыз ҡарау иманлы кешеләрҙә борсолоу уята. Ысынлап та, урмандарыбыҙҙа нимә генә күрмәйһең бөгөн: өйөм – өйөм сүп – сар ята. Мин саң ҡағыр инем. Кеше бит тәбиғәттән башҡа йәшәй алмай, ә үҙе шуны үҙ ҡулдары менән емерә. Әгәр ҙә тормош ошолай барһа, минеӊсә, бер нисә йылдан тирә – яҡтарыбыҙ һаҙлыҡтарға әйләнеп бөтәсәк.
Кешеләр! Әйҙәгеҙ әле, тәбиғәткә ҡарата бер аҙ мәрхәмәтлерәк булайыҡ! Уны һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөбөҙҙө ҡыҙғанмайыҡ! Тәбиғәтте һәм бөтә ғәләм киңлеген һаҡлап ҡалыу — беҙҙең бурыс.
Мин тыуған илемде бик яратам, шуға ла мине уныӊ киләсәге борсой.
Сказка "Морозко"
Самодельный телефон
Бородино. М.Ю. Лермонтов
Для чего нужна астрономия?
Цветение вишни в лунную ночь